Эстәлеккә күсергә

Башҡорт ихтилалдары (1735—1740)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(1735-1740 йылдарҙағы ихтилал битенән йүнәлтелде)
1735—1740 йылдарҙағы Башҡорт ихтилалы
Дата

1735—1740

Урыны

Тарихи Башҡортостандың территорияһын, йәғни Нуғай, Ҡазан, Себер һәм Уҫы даруғаларын солғап алған.

Сәбәбе

Рәсәй экспансияһы көсәйеү сәбәпле, башҡорттар, ергә аҫабалыҡ хоҡуғын юғалтыуға юл ҡуймау маҡсатынан, Башҡортостандың эске үҙидара системаһын һаҡлап ҡалыуға ынтылыштан, баш күтәргән.

Нәтижә

Рәсәйҙең еңеүе

Ҡаршы тороусылар

Рәсәй империяһы

Башҡорттар, башҡорт баш күтәреүселәре

Командирҙар

Румянцев Александр Иванович, Кирилов Иван Кириллович, Соймонов Леонтий Яковлевич, Тәвкилев Ҡотломөхәмәт Мәмеш улы, Урусов Василий Алексеевич һ.б.

Килмәк Нурышев, Аҡай Күсемов, Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Юлдаш Һөйәрембәтов, Төлкөсура Алдағолов, Ҡараһаҡал, Йосоп Арыҡов, Алдар Иҫәкәев, Әләнейәнғол Ҡотлоғужин, Солтанморат Дүскәев, Көҫәп Солтанғолов, Рысай Иғембәтов, Сәйетбай Әлкәлин, Мәндәр Ҡарабаев, Теләүкәй Олотимеров, Йәрмөхәмәт Хажиев һ.б.

1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары — XVII—XVIII быуаттарҙағы Башҡорт ихтилалдары серияһынан иң ҙурҙарының береһе. Башҡорт халҡы күтәрелешенең туранан-тура сәбәпсеһе булып Ырымбур экспедицияһы эшмәкәрлеге торған[1].

Ихтилал сәбәптәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ихтилалдың төп сәбәбе — Рәсәй экспансияһының көсәйеүе. Башҡорт халҡын Рәсәй составына ингәндәге килешеү нигеҙендә алған ергә аҫабалыҡ хоҡуғын юғалтыу ҡурҡынысы борсоған. Бынан тыш, Тарихи Башҡортостандың эске үҙидара системаһын һаҡлап ҡалыу маҡсатында баш күтәргәндәр һәм һалым күләменең үҫеүенә, уны йыйғанда чиновниктарҙың енәйәти эштәренә ризаһыҙлыҡ белдергәндәр, үҙҙәренең мәҙәни-дини һәм көнкүреш традицияларын һаҡлап ҡалырға ынтылғандар.

«Был осорҙа уларҙың ихтилалдары икенсе нигеҙгә таянған; мосолман пропагандаһы үҙенең әһәмиәтен юғалтҡан, Мөхәммәт батшалығын тергеҙеү өмөтө бөтөнләйе менән юғала барған. Ләкин элегерәк ерҙәренең тартып алыныуы тураһында башҡорттар һирәк һөйләһә, хәҙер инде улар үҙҙәренең ер биләмәләрен юғалтыу хәүефенә аяуһыҙ борсолған. Ысынлап та, Башҡортостанға бик етди колонизация янаған»

Башкиры // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Тарихнамәлә ихтилалдың характеры, маҡсаты, идеяһы, этәргес көстәре төрлөсә аңлатыла. Ҡайһы бер тарихсылар был фажиғәле ваҡиғаларҙа социаль һәм синфи ҡапма-ҡаршылыҡтар сағылышын күрә, башҡорт этносының түбән социаль кимәлдә торған вәкилдәренең әйҙәүсе ролен һыҙыҡ өҫтөнә алып, был «хеҙмәтсән халыҡтың феодаль һәм милли иҙеүгә ҡаршы ҡораллы ҡаршылығы» булған, тип иҫәпләй (Аҡманов Ирек Ғайса улы, Усманов Әбүбәкир Нуриман улы). Бәғзеләре Рәсәй һәм Башҡортостандың үҙ-ара үҙенсәлекле мөнәсәбәттәрен цивилизацияның төрлө кимәлендә торған этносәйәси система һәм Рәсәйҙең Тарихи Башҡортостандағы экспансияһы, һәм Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуын, башҡорттарҙың бөтөн баш күтәреү хәрәкәттәрендә лә ирекле вассалитет тураһындағы урта быуаттар идеологияһы булғанын иҫбатлап, Рәсәйҙең баҫып алыуы тип атай. Башҡорт ихтилалдарында юғары социаль баҫҡыста тороусыларҙың лидерлығы, рус ватандашлығынан баш тартыу идеяһы, милли хәрәкәт алды билдәләре һәм үҙенең дәүләтселеген булдырыу тенденциялы дөйөм халыҡ характерлы булғаны таныла (Доннели Алтон Стюарт, Кузеев Рәил Ғүмәр улы, Р. Порталь, Н. В. Устюгов).

Ихтилалдың урыны һәм этаптары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ихтилал административ сиктәрҙә бөтөн Башҡортостан территорияһына — көнбайыштан Ағиҙелдән алып көнсығышта Тобол йылғаһына һәм көньяҡта Яйыҡ йылғаһына саҡлы майҙанды биләп, Нуғай, Ҡазан, Себер, Уҫы даруғаларына таралған. Ихтилалдың төньяҡ сиге Уҫы һәм Көңгөр ҡалаларына барып еткән.

Ихтилал тарихында 3 этап билдәләнә:

  • 1-се — 1735—1736 йй.
  • 2-се — 1737—1738 йй.
  • 3-сө — 1739—1740 йй.[2]

Хәрби хәрәкәттәр барышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбур экспедицияһы әҙерләнгәнлеген башҡорттар 1734 йылда Килмәк Нурышевҡа — Нуғай даруғаһының күренекле бейенә Петербургтан башҡорт старшинаһы һәм муллаһы Туҡсура Алмаҡовтан килгән хаттан белгән. 1734 йылдың һуңында һәм 1735 йылдың яҙында бөтә 4 даруға вәкилдәре Ҡазый мәсетенә ҡоролтайға йыйылған. Пётр Иванович Рычков раҫлағанса, ерҙәренән һәм азатлығынан мәхрүм ҡалыу ҡурҡынысы янағанлыҡтан[3], башҡорттар

«…бөтөнләй иректән яҙҙырырҙар, тип һөйләшеп, Ырымбур ҡалаһын (хәҙерге Орск ҡалаһы) төҙөүгә бөтөн көстәре менән ҡаршы торорға ҡарар иткән».

1735 йылдың май һуңында — июнь башында Өфө эргәһендә Килмәк Нурышев һәм Аҡай Күсемов етәкселегендә йыйылған башҡорттар, Ырымбурҙы төҙөү тураһындағы ҡарарҙан баш тартыуҙы талап итеп, Иван Кириллович Кириловҡа ике вәкил ебәргән. Хөкүмәт кешеләре, ебәрелгән вәкилдәрҙе язалаған, береһе хатта үлтерелгән. 1735 йылдың 15 июнендә Кирилов экспедицияһының Өфөнән Урна табан хәрәкәте ихтилал тоҡаныуын белдергән. Тәүге бәрелеш 1-6 июлдә булған: Килмәк Нурышевтың 3 меңлек отряды, экспедицияны һаҡлап уның артынан килгән, Вологда полкының роталарына һөжүм иткән.

1735 йылдың йәйендә күмәк кеше йәлеп иткән башҡорт хәрәкәте Башҡортостандың европа өлөшөндә йәйелдерелә. Өфө янындағы рус ауылдарына, Табын ҡәлғәһенә һөжүм иткәндәр, Минзәлә һәм башҡа тораҡтар ҡамауҙа ҡалған. Августа Тенис биҫтәһенән Ырымбурға сыҡҡан аҙыҡ-түлек ылауы ҡыйратыла. Баш күтәреүселәрҙең төп көстәре Ағиҙел йылғаһы бөгөлөндә һәм Дим йылғаһы буйында туплана. Баш ҡалаға ихтилал башланыуы тураһындағы хәбәр июль һуңында барып етә. Баш күтәреүселәргә ҡаршы торор өсөн Башҡорт эштәре комиссияһы булдырылған. Комиссия етәксеһе һәм Башҡортостандағы хәрби көстәр командиры итеп 1735 йылдың 13 авгусында генерал-лейтенант Александр Иванович Румянцев тәғәйенләнгән. Уның ҡарамағына 3 регуляр полк, 500 яйыҡ казагы, 3000 ҡалмыҡ булған. Баш күтәреүселәргә ҡаршы 20 меңдән ашыу кешенән торған бер нисә каратель экспедицияһы ойошторолған.

Шулар араһында иң ҡанһыҙы суҡындырылған мишәр А. И. Тевкелевтең (башҡорт халҡы уны Тәфтиләү тип йөрөткән һәм уның яуызлығын ҡарғаған «Тәфтиләү» йырын сығарған) Балыҡсы улусы Һөйәнтөҙ ауылы башҡорттарын ҡаты язалауы булған. 1736 йылдың ғинуарында Тәфтиләү Һөйәнтөҙ ауылын юҡ итергә бойороҡ биргән. П. И. Рычков, ошо ваҡиғаларҙың шаһиты: «Был ауылдың, ҡатындары, балалары менән, меңләгән кешеһен, атып, драгундар штык менән сәнсеп, үлтерҙе. Бынан тыш 105 кешене, келәткә ябып, ут төрттөләр. … Шулай итеп, бөтөн Һөйәнтүҙ ауылы кешеләре, беренән-бере кесе балалары, ҡатындары менән, бер төн эсендә ут-ҡоралдан һәләк булды, ә торлаҡтары көл-күмергә әйләндерелде». Артабан Тевкелев һәм полковник Мартыновтың каратель отрядтары тағы ла 51 ауылды туҙҙыра һәм яндыра, Себер даруғаһы Балыҡсы, Унлар, Ҡыр-Танып улустарының (хәҙерге Башҡортостандың Асҡын, Балтас, Ҡариҙел райондары территориялары) 2 меңдән ашыу кешеһен үлтерә.

26 сентябрь — башҡорт халҡының XVII—XVIII быуаттарҙағы милли-азатлыҡ хәрәкәтендә һәләк булған милләттәштәребеҙҙе хәтергә алыу һәм ҡайғы көнө. Ошо осорҙа 8 ҙур ихтилал булып, башҡорттар һаны 1/3 кәмегән.

Хөкүмәттең 1736 йылғы 11 февраль бойороғо һәм 1736 йылғы 16 февраль бойороҡтары Башҡортостандағы үҙидара системаһын контролдә тотоуға йүнәлтелә. Башҡорттарҙа бойороҡтоң ер фондының аҫабалығын юҡҡа сығарыу тураһындағы положениелары айырата нәфрәт тыуҙыра. Ихтилалдың үҙәге Башҡортостандың Себер даруғаһына яҡын ятҡан буласаҡ Иҫәт провинцияһы территорияһында формалаша. 1736 йылдың яҙында башҡорттар Утятский, Крутихинский биҫтәләренә, Окуневский төрмәһенә (острог), Полевской заводына һөжүм итә. Был райондағы баш күтәреүселәрҙе Татищев Василий Никитичтың хәрби командаһы баҫтырған.

Нуғай даруғаһында, Дим йылғаһы буйында, 1736 йылдың март ахырынан үҙенең ғәскәрҙәре менән 200 ауылды һәм Башҡортостандың төп мәсете — Ҡазый мәсетен яндырыусы И. К. Кирилов торған[4]. И. К. Кириллов, майор Б. Л. Останков һәм генерал-лейтенант А. И. Румянцев командалары тарафынан барлығы 500-гә яҡын ауыл юҡ ителгән (3 мең кеше үлтерелгән), Мартта Сыбаркүл ҡәлғәһенә нигеҙ һалынғанлыҡтан, уның гарнизоны яҡын-тирә территорияны контролдә тоторға тейеш булған. Хәрби команда баш күтәреүселәрҙең баҫымын бер аҙ ҡаҡшатҡан, Силәбе ҡәлғәһенә ихтилалдың 1-се тулҡыны түбәнәйеүе шарттарында нигеҙ һалынған.

1736 йылдың 25 июнендә Төлкөсура Алдағолов отряды менән хөкүмәт командаһы араһында Красноуфимск алышы була.

1737—1738 йылдарҙағы ихтилал башында Бәпәнә Төрөпбирҙин, Көҫәп Солтанғолов, Рысай Игембәтов, Мандар Ҡарабаев, Сәйетбай Әлҡәлин, Төлкөсура Алдағолов һ.б. торған. Ихтилалдың яңы көс менән күтәрелеүенең сәбәбе — 1735—1736 йылдарҙағы хәрәкәтте ҡанһыҙ баҫтырыу, йөкләмә үтәү шарттарының күтәрә алмаҫлыҡ булыуы. 1737 йылдың яҙында тәүгеләрҙән булып Себер һәм Уҫа даруғалары башҡорттары күтәрелгән. Апрель-майҙа баш күтәреүселәр Сыбаркүл, Силәбе, Красноуфимск ҡәлғәләренә һөжүм иткәндәр. Тулы булмаған мәғлүмәт буйынса, баш күтәреүселәр 15 меңдән ашыу кешеһен юғалтҡан. 1737 йыл башына ихтилалдың бөтөн әһәмиәтле лидерҙары ҡулға алынған.

1738 йылдың ҡышы-яҙында Себер, Уҫа һәм Нуғай даруғалары территорияларында тағы ла көслө ихтилал тоҡанған.Көҫәп Солтанғолов батыр отрядының генерал Л. Я. Соймоновтың хәрби лагерына һөжүм итеүе баш күтәреүселәрҙең иң эре операцияларының береһе булған. Апрель—майҙа башҡорт отрядтары Сыбаркүл, Силәбе, Красноуфимск ҡәлғәләренә, Ревда заводына һөжүм иткән, июндә полковник И. С. Арсеньев һәм майор Люткиндарҙың хөкүмәт командаларына ҡаршы һуғышҡан. Башҡорт эштәре комиссияһы начальнигы Леонтий Яковлевич Соймонов етәкселегендә 1738 йылдың йәй-көҙөндә карателдәр 30-ҙан артыҡ ауылды туҙҙырған һәм яндырған, 900 кешене үлтергән[5]. Йәй көнө Татищев һәм Соймонов әҙерләгән Башҡортостанды ғәскәрҙәр менән уратып алыу планы баш күтәреүселәрҙең әүҙемлеген кәметкән һәм ике арала һөйләшеүҙәр алып барыу мөмкинлеген асҡан. 1738 йылдың сентябрендә күренекле ихтилал етәкселәре Бәпәнә Төрөпбирҙин менән Аллайейәнғол Ҡотлоғужин хөкүмәт вәкилдәренә баш һалып килгән[2].

Ырымбур экспедицияһы начальнигы Василий Никитич Татищев башҡорттар инде баш күтәрерлек хәлдә түгел, тип иҫәпләгән. Ул хөкүмәткә крайҙағы хәл-торошто түбәндәгесә тасуирлаған:

«… Ике иң ҡурҡыныс — Ҡазан һәм Нуғай — даруғалары шул дәрәжәлә таланған, исмаһам, халҡының яртыһы ҡалдымы икән, ә ҡалғандары — Уҫы һәм Себер даруғаларында юғалтыу шул дәрәжәлә булмаһа ла, барыһының да аттары һәм башҡа малы юҡҡа сыҡты, ауылдар яндырылды, ризыҡтары булмағанлыҡтан, күпселек кеше асҡа үлде…»

История Башкортостана. Ч 1. Под ред. И. Г. Акманова. Уфа: Китап, 1996.- С.106

1739—1740 йылдарҙағы ихтилал Нуғай, Ҡазан, Себер, Уҫа даруғалары — бөтөн Башҡортостан территорияһында йәйелдерелгән. Ихтилал етәкселәре: Ҡараһаҡал (Солтангәрәй), Аллайейәнғол Ҡотлоғужин, Мандар Ҡарабаев, Солтан Арыҫланбәков, Теләүкәй Олотимеров, Булат Йәлекәйев, Күҙәш Рахманғолов, Миңдейәр Арҡаев, Шағанай Бурһыҡов һ.б. Хөкүмәт ғәскәрҙәре командующийҙары: Я. Павлуцкий, Языков һ.б.

Ихтилалдың яңынан тоҡанып китеүенең сәбәбе — 1739 йылдың ғинуарында башланған йәниҫәп алыу (перепись). Йәниҫәп алыуҙы башҡорттар яңы һалым, бигерәк тә йән башына һалым һалыу сараһы кеүек ҡабул иткән. Башҡорттарҙың был сараны өҙөү өсөн тырышлыҡтары (саботаж), Петербургҡа үтенес ҡағыҙы менән барасаҡ вәкилдәргә паспорт биреүҙе талап итеүе йәниҫәп алыуҙы туҡтатып тороуға килтергән.

Ихтилалдың 3-сө этабында элекке башҡорт ихтилалдарының идеяһы — Рәсәй ватандашлығынан (подданство) баш тартыу — яңынан ҡалҡып сыҡҡан. Юлдаш-мулла етәкселегендәге башҡорттарҙың бер төркөмө, яңы таяныс эҙләп, жунгарҙарға мөрәжәғәт иткән. Бәғзе башҡорттар ҡаҙаҡтар менән берлек төҙөүгә йүнәлеш алған, ләкин Кесе һәм Урта жуздар быны кире ҡаҡҡан, ярҙам итеүҙән һәм таяныс булыуҙан баш тартҡан.

1739 йылдың декабрендә йәниҫәп алыу яңынан башланған. Башҡорттар уны һаман да һанға һуҡмаған, әммә крайҙа төҙөлгөн ҡәлғәләрҙең халҡын иҫәпкә алғандар. 1739—1740 йылдар сигендә Силәбе ҡәлғәһенең Иҫәп алыу китабы барлыҡҡа килгән.

1740 йылдың ғинуарында хәрәкәт башына яңы ҡорбаш — Башҡортостан ханы тип иғлан ителгән Солтангәрәй исеме аҫтында Ҡараһаҡал баҫҡан. Ихтилал тағы ла ҡораллы бәрелештәр формаһына күскән. Ҡараһаҡалға арҡаҙаш булған күренекле етәкселәр Аллайейәнғол Ҡотлоғужин, Мандар Ҡарабаев булған. Ихтилал Себер даруғаһының бөтөн территорияһын ялмап алған. Март урталарынан Арсеньев, Павлуцкий, Путянин һәм Кублицкий ҡыҫымы аҫтында баш күтәреүселәр тауҙарға сигенгән. Ҡараһаҡал Нуғай даруғаһы территорияһына сыҡҡан. Ихтилалдың һуңғы этабында баш күтәреүселәр һәм Рәсәй ғәскәре яғында һуғышҡан «тоғро башҡорттар» араһындағы көрәш киҫкенләшкән. 1740 йылдың май-июнендә Ҡараһаҡал бер нисә тапҡыр еңелгән. 3 июндә Павлуцкий командаһы баш күтәреүселәрҙе Тобол йылғаһы районында ҡыуып еткән, һәм баш күтәреүселәр баҫтырылған. Отрядтың тере ҡалған яугирҙары, яралы Ҡараһаҡалды ла алып, Яйыҡ йылғаһы аръяғына, ҡаҙаҡ далаларына киткән. Тау-урмандарҙа йәшеренгән баш күтәреүселәрҙе физик юҡ итеү операцияһы 1740 йылдың сентябренә тиклем дауам иткән.

Ихтилалдың һөҙөмтәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә инеүенән һуң күп быуаттар дауамында алып барылған баш күтәреү һуғыштарының иң ҙуры булған[6].

Ошо ваҡиғаларҙың замандашы П. И. Рычков баш күтәреүселәрҙе язалау хаҡында шундай мәғлүмәт килтергән:[7]

ВЕДОМОСТЬ, һуңғы фетнәнән һуң, йәғни 1735 йылдан 1741 йылға саҡлы, командировкаға ебәрелгән Ырымбур һәм Башҡорт комиссиялары тарафынан нисәмә бур башҡорт (воров башкирцов) үлтерелде, язаланды, ҡарауыл аҫтында үлде, флотҡа оҙатылды, Остзей полктарына һәм Рогервикка эшкә ебәрелде, уларҙың ҡатындары һәм ҡыҙ-улдары Рәсәй эсендә таратылып бирелде…
Йылдар Ырымбур комиссияһы буйынса Башҡорт эштәре комиссияһы буйынса Ике командала барыһы
Үлтерелгән Каторгаға оҙатылған Таратылған Барыһы Үлтерелгән Каторгаға оҙатылған Таратылған Барыһы
1735 500 20 520 520
1736—1737 4500 200 4700 692 1692 1457 3801 8501
1738—1740 2134 135 1862 4131 8746 1449 4843 15038 19169
Всего 7134 135 2082 9351 9438 3101 6300 18839 28190

П. И. Рычков 1740 йылдың көҙөндә Ырымбурҙа һәм Һаҡмар ҡаласығында В. А. Урусов ойошторған экзекуцияларҙы бына нисек тасуирлаған:

"… 11 кеше, шул иҫәптән телгә алынған Ҡараһаҡалдың 7 есаулы — ҡабырғаларынан, 85 кеше муйынынан аҫып, 21 кешенең, башы киҫелеп, ҡолғаға эленеп ҡуйылды, шул иҫәптән, Ҡараһаҡалды уйлап сығарыусы, башҡорттарҙы иң баш болартыусы Аллайейәнғолдоң (исемен Аландзи Айгул тип боҙоп яҙған) башын үле кәүҙәһенән киҫеп алдылар, сөнки ул, ҡарауыл аҫтында Ырымбурға килтерелгәндә, ун көн дауамында һыу эсеүҙән, ашауҙан баш тартып, үҙен-үҙе үлемгә дусар иткәйне.

Һәм ҡалған яуыздарҙы 17 сентябрҙә, генерал-лейтенант Һаҡмарға килгәс, экзекуцияланылар: 120 кешенең башын киҫтеләр, 50 кешене аҫтылар һәм 301 кешене, танау-ҡолаҡтарын ҡырҡып, язаланылар … баш күтәреүселәрҙән тыш, уларҙың ҡатындары, ул-ҡыҙҙары, балалары — барыһы 8380 кеше Рәсәй эсендә таратылып бирелде[8]

Карателдәрҙән ҡасып, тыуған илен ташлап, ҡаҙаҡтарға һәм ҡалмыҡтарға киткән башҡорттарҙы һанап бөтөрлөк түгел. Уларҙың күбеһе әсирлеккә эләкте һәм урындағы феодалдарҙың ҡолона әйләндерелде. Әсирлеккә эләккәндәрҙең күпселеге, шулай уҡ уларҙың ҡатындары һәм балалары, суҡындырылды һәм «теләгән рус кешеләренә» (охочим) бирелде, баш бирмәгәндәрҙе — язаланылар. Мәҫәлән, 1738 йылдың апрелендә Екатеринбургта яңы суҡындырылған Туйгилде Жүләков, «суҡындырылғандан һуң да, Мөхәммәт ҡанунынан сыҡмаған өсөн», балаларының күҙ алдында яндырылып үлтерелгән.

1739 йылдың апрелендә, өс тапҡыр тыуған иленә ҡайтыу теләге менән ҡасып киткән, суҡындырылған башҡорт ҡатыны Киҫәнбикә Байрасова яндырылған.

П. И. Рычков язаланғандарҙың һанын дөйөмләштергән — 28491 кеше. Ҡорбандар тураһында был мәғлүмәт тулы булмаһа ла, ихтилалды баҫтырыу ни тиклем дәрәжәлә аяуһыҙ, ҡанһыҙ булғанлығын күрһәткән.

Рәсәй тарихсыһы Борис Эммануилович Нольде үҙенең китабында ихтилал йомғаҡтары буйынса шундай статистика мәғлүмәте килтергән[9]:

«16634 язалап үлтерелгәндәр, 3236 каторгаға, һөргөнгә оҙатылғандар; 12283 штраф тип тартып алынған аттар, 6076 үлтерелгән ат, 696 емерелгән ауылдар …»

Америка тарихсыһы Алтон Стюарт Доннелли, һәр дүртенсе башҡорт үлтерелгән, тип иҫәпләп сығарған. Был ихтилал барышында күп аҫаба башҡорт ерҙәре, хужаларынан тартып алынып, мишәрҙәргә бирелгән.

1735—1740 йылдарҙағы ихтилалда 40 меңдән артыҡ кеше үлтерелгән, язаланған йәки каторгаға оҙатылған (Василий Никитич Татищев мәғлүмәттәре буйынса, 60 меңгә яҡын башҡорт)[10].

Батша хөкүмәте, башҡорт общиналарының эске тормошон контролдә тоторлоҡ, административ реформалар уҙғарған[11].

  1. Башкирия в составе русского государства. Восстания против гнёта и насилия 2011 йыл 30 декабрь архивланған.
  2. 2,0 2,1 [1] 2016 йыл 5 апрель архивланған.
  3. Жуковский П. В. Дополнения к «Истории Оренбургской» П. И. Рычкова //Труды Оренбургской ученой архивной комиссии. Вып.33. Оренбург.1916. С.102-103; РГАДА. Ф.248. Кн.1236. Л.34-35.
  4. Витевский В. Н. И. И. Неплюев и Оренбургский край в прежнем его составе до 1758 г. Казань, 1897. Т. 1. с.146
  5. Статья в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка)
  6. Алеврас Н. Н., Конюченко А. И. История Урала. XI — XVIII века. — Челябинск: Южно-уральское книжное издательство, 2000. — С. 172. — 280 с. — ISBN 5-7688-0771-3.
  7. Рычков П. И. История Оренбургская по учреждении Оренбургской губернии. Уфа: ЦЭИ УНЦ РАН, 2002. с.105-106
  8. Валеев Г. К., Сляднев М. И. Ислам на Южном Урале: История и современность//Салават Юлаев — руководитель Крестьянской войны 1773—1775 годов на Южном Урале.- Челябинск, 2004. С.105-133.
  9. La formation de l’empire russe: études, notes et documents par Boris Nolde: tome I-er, 1952. 297 1 vols. Paris: Institut d’Etudes slaves, 1952. Р.297//VI.
  10. Акманов И. Г. Башкирские восстания 1735—1740 гг.//Статья в Башкирской энциклопедии 2016 йыл 5 март архивланған. (баш.)
  11. Статья в БСЭ