Һайланған мәҡәлә
|
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания, Швеция һәм Норвегияла, X—XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла, ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы…:
Исемлек (121) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
9 май юбилярҙары
|
тулы исемлек
- Йәнекәев Рифҡәт Сәлих улы (1924—17.04.2000), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963—1989 йылдарҙа Дүртөйлө районының Карл Маркс исемендәге колхоз рәйесе. Башҡорт АССР-ының 7‑се саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы) Яңы Мортаза ауылынан.
- Безшейко Николай Михайлович (1949), механизатор. 1967–2009 йылдарҙа Хәйбулла районы «Маҡан» совхозы механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән ошо райондың Воздвиженка ауылынан.
- Солтанов Ринат Ишбулды улы (1954—22.05.2021), философ-ғалим, йәмәғәтсе. 1976 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, 1990—1995 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Философия институтының төп ғилми хеҙмәткәре. Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1992). Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының 2-се саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт думаһы депутаты.
- Ураҙбахтин Илдар Миҙхәт улы (1954), хирург-ғалим. 1981 йылдан Өфөнөң 21‑се дауаханаһы табибы, 2004—2014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университетының өҫтәмә белем биреү институты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2005), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2007).
- Торомтаева Ленура Марс ҡыҙы (1959), педагог. 1982 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре, 1999 йылдан — Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Күгәрсен ауылынан.
- Мәрҙәнов Рөстәм Хәбиб улы (1964), иҡтисадсы-ғалим, дәүләт органы һәм банк системаһы хеҙмәткәре. 2015—2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәйесе. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2004). Дуҫлыҡ (2011), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2015) һәм Салауат Юлаев (2018) ордендары кавалеры.
- Назарова Ирина Риф ҡыҙы (1964), шәфҡәт туташы. 2007 йылдан Республика кардиология үҙәгенең баш шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы. «Баш шәфҡәт туташы—2020» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе.
- Хәмитов Илшат Нурәхмәт улы (1969), педагог, муниципаль орган хеҙмәткәре, спортсы. 2013 йылдан Баймаҡ ҡалаһының «Богатырь» физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры. Милли көрәш буйынса спорт мастеры, Башҡортостан чемпионы (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Буранбай ауылынан.
- Ҡоҙабаев Радик Йәнтимер улы (1974), эшсе. 1994 йылдан Хәйбулла районындағы Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының таш ваҡлаусыһы, 2005 йылдан — байыҡтырыу фабрикаһы ҡорамалдарын ремонтлау буйынса слесарь. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы (2010). Сығышы менән ошо райондың Йәнтеш ауылынан.
|
|