Чибрикова Евгения Васильевна (1923–13.03.2013), геолог-ғалим. Геология-минералогия фәндәре докторы (1982). Урал һәм Көнсығыш Европа платформаһының геологик төҙөлөшөн өйрәнеүсе. К. Р. Тимергазин исемендәге премия лауреаты (2003). Сығышы менән Тамбов ҡалаһынан.
Праведников Николай Константинович (1933—4.12.2001), инженер‑нефтсе-ғалим. 1981 йылдан Бөтә Союз яғыулыҡ‑энергетика комплекстары проблемалары ғилми-тикшеренеү институтында директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 1986 йылдан — институт директоры, 1995—2001 йылдарҙа «ЛУКОЙЛ» нефть компанияһы фәнни‑инженерлыҡ үҙәгенең генераль директоры. Техник фәндәр докторы (1984), профессор (1987). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районыҠуяштыр ауылынан.