Эстәлеккә күсергә

Ҡисса-и Йософ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡисса-и Йософ
Нигеҙләү датаһы XIII быуат
Сәнғәт формаһы шиғыр[d]
Жанр шиғриәт, Һамаҡ һәм Маснави[d]
Автор Ҡол Ғәли
Әҫәрҙең теле иҫке төрки теле
Нәшер ителеү ваҡыты XIII быуат

Ҡисса-и Йософ, Йософ китабы, Ҡол Ғәлиҙең шиғри әҫәре, ҡисса. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса — уғыҙ телендә, икенсе сығанаҡтар буйынса иҫке төрки телендә[1][2] яҙылған. Төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы, XIII быуаттың беренсе яртыһына ҡарай (ҡайһы бер ҡулъяҙмаларҙа 1212 йыл, ҡайһыларында 1233 йыл күрһәтелгән). Башҡорт халҡының болғар осоронан һаҡланып ҡалған әҙәби ҡомартҡыһы.

«Ҡисса-и Йософ» әҫәренең сюжеты ассирий һәм бабил мифтарына барып тоташҡан һәм Библия менән Ҡөрьәндең Йософ һәм уның ағалары тураһындағы сюжетына нигеҙләнгән.

Шағир һәм уҡытыусы Ҡол Ғәли сюжетты Ҡөрьәндең Йософ сүрәһенә, ислам тарихсыһы һәм дин белгесе Табариҙың «Тәфсир ат-Табари» хеҙмәтенә, Фирҙәүсиҙең «Йософ менән Зөләйха» поэмаһына, фарсы шағиры Абдулла әл-Ансариҙың «Мөриттәр дуҫы һәм мәжлестәр ҡояшы» хеҙмәтенә таянып эшкәрткән. Автор ҡайһы бер мотивтарҙы тәрәнәйткән һәм киңәйткән, байытҡан, яңы эпизодтар индергән. Автор әҫәренең инешендә үҙе тураһында мәғлүмәт бирә, ә ахырында поэманың яҙылыу ваҡытын күрһәтә[3] .

Әйле башҡорто Ҡол Ғәли, шәжәрәгә ярашлы, Болғар ханы Ғабдулланың тоҡомонан була. 40 йыллап ғүмерен Хәрәзмдә үткәрә, унда мәҙрәсә тота.

Ҡиссаһын ул һижри йыл иҫәбе буйынса 630 йылда, изге рәжәп айында яҙып бөтә, григориан календары буйынса был дата 1233 йылдың 13 апреленә тура килә (башҡа сығанаҡтар буйынса 609, йәғни 1212 йыл)[3]. Ҡисса дини-дидактик әҫәр булып тора. Унда изгелек һәм яуызлыҡ, халыҡ һәм хаким, енәйәт һәм яза, хыянат һәм тоғролоҡ, атайҙар һәм балалар мөнәсәбәттәре кеүек әхлаҡи-фәлсәфәүи, мораль-этик төшөнсәләр ҡарала. Ғәҙел батша, халыҡтың имен тормошо өсөн яуаплылыҡ идеялары күтәрелә. Мөхәббәт һыҙығы ла бар, әммә ул икенсерәк планға ҡалған.

«Ҡисса-и Йософ» геройҙарының һәр береһе ниндәй ҙә булһа идеяны кәүҙәләндерә. Йософ үҙе — аҡыл эйәһе, халыҡҡа идара иткәндә лә айыҡ аҡыл менән эш итә, мөхәббәттә ул тоғролоҡ сағылышы булып тора.

Йософтоң атаһы Яҡуп — хәстәрлелек, һылыу Зөләйха тоғролоҡ, тәрән мөхәббәт кәүҙәләнеше тип ҡабул ителә.

Сюжетта фантастик элементтар бар, Раббы ихтыяры, тәҡдир ҡушыуы менән ғәмәлләшкән ваҡиғалар ҙа үрелеп китә.

Ҡисса жанрында яҙылған әҫәр эсенә ҙур булмаған риүәйәттәр, Аллаға ялбарыуҙан торған мөнәжәттәр, фәлсәфәүи миниатюра жанрындағы хикмәттәр индерелгән. Художество йәһәтенән мәҫәл, ситләтеп әйтеү элементтары, антитеза, афоризм ысулдары ҡулланыла. Оҡшатыу формаһында, йәғни нәзирә рәүешендә, автор Ҡөрьән, Библия мотивтарына, Фирҙәүси әҫәрҙәренә һәм был сюжетҡа бағышланған башҡа авторҙарҙың хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итә.

Композицион йәһәттән «Ҡиссаи Йософ» өс өлөштән тора:

инеш (мөкәддимә)

төп

йомғаҡ (хәтимә).

Инештә шәреҡ әҙәбиәте традицияларына хас булған бағышлау бирелә. Төп өлөш 18 бүлек-фасылдан тора.

Ҡол Ғәли үҙенең «Ҡисса-и Йософ» әҫәрендә Ҡәнғәндә көн иткән ырыу башлығы Яҡуп, уның ике ҡатыны һәм ун ике улының тарихын һөйләй.

Башҡорт дәүләт академия драма театрының "Йософ һөйләй ҡисса" спектакленән күренеш

Яҡуптың ун улы көтөү көтә, кескәй Йософ менән Бинйәмин аталары менән өйҙә ҡала.

Бер заман Йософ төш күрә. Атаһына төштө һөйләп бирә, ә ул улына ҙур дәрәжә юрай. Ағалары ла төш тураһындағы хәбәрҙе ишетә һәм уларҙың күңелен көнсөллөк ҡорто кимерә башлай. Улар нисек тә Йософтан ҡотолмаҡ була һәм мәкерле уйҙарын тормошҡа ашырыу өсөн уны ҡоҙоҡҡа төшөрөп китә. Каруансылар һыу алғанда, Йософ уларҙың күнәгенә йәбешеп сыға. Каруан хужаһы уны ҡол итеп ала. Каруан Мысырға килеп еткәс, Йософто бер вәзир һатып ала.

Бында бер мәғриб иленең хөкөмдары Тәймүздең берҙән-бер ҡыҙы һылыу Зөләйха, үҫмер сағында уҡ Йософ һүрәтен төшөндә күреп, уға ғашиҡ булған була. Зөләйха үҙенең төшөндә күргән кешене Мысыр фирғәүененең баш хөкөмдары тип уйлай һәм атаһына әйтә. Атаһы Мысырға хат тоттороп илселәр ебәрә. Улар баш хөкөмдар Ҡәнзәфәрҙең Зөләйхаға өйләнергә ризалығын алып ҡайта. Ҡыҙ дөйәләргә затлы бүләктәр тейәп, һөт инәһен, ҡолдарын һәм хеҙмәтселәрен алып, Мысырға китә. Әммә ҡыҙ баш хөкөмдар уның төшөнә кергән егет түгеллеген асыҡлай, ләкин яҙмышына буйһоноп, һарайҙа ҡалырға мәжбүр була.

Йылдар үтә. Бер көндө Малик Дәғир каруаны килә һәм Йософто баҙарға алып сығып, һатыуға ҡуя. Уны күргән Зөләйха иҫтән яҙып йығыла — төшөнә кергән егет ошо була.

Баш хөкөмдар Йософто һатып ала. Бер нисә йыл үтә, малай үҫеп, бәлиғ була. Зөләйха егеткә бик ныҡ ғашиҡ була. Егет иһә уға хөрмәт менән генә ҡарай. Зөләйха уны нисек тә үҙенә ҡаратырға, аҙҙырырға тырыша, тик егет бирешмәй. Зөләйха асыуланып уны зинданға яптыра.

Йософ зинданда ун ике йыл ята. Был йылдар эсендә фирғәүен дә, уның баш хөкөмдары ла вафат була. Тәхеткә Райян тигән йәш батша ултыра. Бер көн ул хикмәтле төш күрә. Уның төшөн Йософ юрап бирә. Райян аҡыллы, зирәк егетте зиндандан сығарып, баш вәзире итеп ҡуя.

Зөләйха Йософто һаман онотмаған була. Ҡартайған, ғәрипләнгән Зөләйха Йософҡа үҙен таныта. Аллаһы Йософҡа Зөләйхаға өйләнергә бойора. Зөләйханы илаһи көс элекке йәш һәм сибәр хәленә ҡайтара. Ул элекке баш хөкөмдарҙың ҡатыны булмаған, Раббы уға Зөләйха урынына пәрей ҡыҙын ебәреп торған булған, шуға Зөләйха ғиффәтлелеген һаҡлап ҡалған. Зөләйха менән Йософтоң ике улы тыуа.

Йософтоң «ризыҡ биреүсе» дигән даны тарала. Быны ишетеп, алыҫ яҡтан ағайҙары ла ашлыҡ алырға килә. Йософ үҙен танытмайынса ғына уларҙы төрлөсә һынай. Һуңынан уларҙы ғәфү итә.

Яҡуп бөтә нәҫел-нәсәбе менән Мысырға Йософ эргәһенә күсеп килә. Ҡырҡ йылдан ғына ҡайтып, үҙ ерендә вафат була.

Ҡартайған Йософ Нил йылғаһының аръяғына китеп, Әмин тигән ҡала ҡороп йәшәй башлай. 110 йәшендә мәрхүм була. Уның үлеменән һуң Мысырҙа аслыҡ башлана. Райян, Йософтоң кәүҙәһен Мысырға күсереп, уның бәрәкәтен ҡайтарып алырға теләй. Ләкин Йософтоң улы Мөсәлим бирергә теләмәй. Ике ил араһында ыҙғыш ҡуба. Йософтоң саркофагын Нил төбөнә һалғас ҡына йылғаның ике ярында ла муллыҡ-хөрлөк башлана[4].

Күсермәләре һәм ижади эйәреүселәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ҡисса-и Йософ» әҫәренең төп нөсхәһе табылмаған. Тулы һәм тулы булмаған 160-тан ашыу күсермәһе билдәле. Улар нигеҙҙә Урал һәм Волга буйҙарында таралған булған. Күсермәләр XVIII—XIX быуаттарҙа яҙылған. Улар донъяның төрлө ҡалаларындағы (Дрезден, Берлин, Санкт-Петербург, Ҡазан, Өфө)[5] фондтарҙа һаҡлана. Башҡортостанда 1970—80-се йылдарҙа үткән археографик экспедицияларҙа 20-ләгән күсермәһе табыла. Улар Илеш, Бөрйән, Ейәнсура, Салауат, Мәсетле, Дәүләкән, Учалы, Көйөргәҙе, Туймазы, Шишмә райондарында, Пермь крайында яҙып алынған һәм иң иртә варианты XVIII быуатҡа ҡарай[1][3].

Әҫәр төрки телле халыҡтарҙың әҙәбиәтенә һәм ауыҙ-тел ижадына ҙур йоғонто яһаған. Ятлап, телдән телгә, быуындан быуынға тапшырғандар, мәҙрәсәләр программаһында ла өйрәнелгән. Йософ ҡиссаһы башҡорт яҙыусыларының, атап әйткәндә, Мәжит Ғафури, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың һәм башҡа әҙиптәрҙең ижадында сағылыш таба. Ҡол Ғәлиҙең әҫәре «Йософ ҡиссаһы» тигән атама менән иҫке төркисәнән ғалим Зәйтүнә Шәрипованың тәржемәһендә баҫылып сыға[5].

Башҡорттар араһында Йософ тураһындағы сюжеттың телдән һөйләнеп килгән төрлө варианттары киң таралған була. Әҫәрҙең иллеләп вариантын башҡорт ғалимдары Миңлеғәле Нәҙерғолов, Фәнүзә Нәҙершина, Розалиә Солтангәрәева, Фирҙәүес Хисамитдинова, Зәйтүнә Шәрипова һәм башҡалар Башҡортостанда, Ҡурған, Ырымбур, Силәбе өлкәләренә ойошторолған фольклор экспедициялары барышында яҙып ала. Мәҫәлән, «Тархан ҡыҙы һәм Йософ китабы» риүәйәте яҙып алынған. Шулай уҡ «Йософ менән Зөләйха», «Йософ менән Зөләйха тарихы», «Йософ һәм Зөләйха ҡиссаһы», «Йософ вә Зөләйха», «Йософ китабы», «Йосоп» тигән һәм башҡа төрлө атамалар менән йөрөтөлгәндәре бар. Һамаҡ стилендә башҡарылған өлөштәре осрай. Көй варианттарын ғалим Риф Сөләймәнов яҙып алған һәм нотаға һалған[1][3].

Башҡорт мәҙәниәтендә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Йософ һәм Зөләйха» тигән спектакль ҡуйыла. Жанры музыкаль риүәйәт тип билдәләнгән спектаклдең инсценировкаһын Ҡол Ғәли әҫәре буйынса Ю. Сафиуллин[6] яҙа, режиссеры — Олег Ханов, рәссамы — Альберт Нестеров. Йософ ролен — Руслан Хайсаров, Зөләйха ролен Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Лилиә Ғәлина (йәш Зөләйха), Эльвира Юнысова, Алһыу Ғәлина-Ғафарова (урта йәштәрҙәге Зөләйха), Ирада Ҡадирова, Нурия Ирсаева (өлкән йәштәге Зөләйха) башҡара[7].

  • Ҡисса-и Йософ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  • Ҡол Ғәли. Ҡиссаи Йософ. — Өфө: «Китап». — 1993. — С. 272.
  • Башҡорт халыҡ ижады. — Өфө: «Китап». — 2002. — Т. 6. Эпос: Ҡиссалар һәм дастандар.
  • Поэма «Кысса-и Йусуф» Кул Гали (проблематика, поэтика, язык произведения). — 1988.
  • Ф. С. Фасиев, А. Х. Нуриева, Ә. Г. Исхак. «Ҡисса-и Йософ». — Казан : Татарстан китап нәшрияты. — 2013. — С. 222.
  1. 1,0 1,1 1,2 Ҡисса-и Йософ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Ф. С. Фасиев, А. Х. Нуриева, Ә. Г. Исхак. «Ҡисса-и Йософ». — Казан : Татарстан китап нәшрияты. — 2013. — С. 222.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 «Кысса-и_Йусуф» 2020 йыл 30 октябрь архивланған.
  4. Кыйссаи_Йосыф
  5. 5,0 5,1 Ҡиссаи Йософ. — Өфө: «Китап». — 1993. — С. 272.
  6. Сәхнәлә премьера — «Йософ һәм Зөләйха»!
  7. «ЙОСОФ ҺӘМ ЗӨЛӘЙХА» 2021 йыл 2 март архивланған.