Эстәлеккә күсергә

Ҡорбан байрамы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡорбан ғәйете битенән йүнәлтелде)
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ҡорбан байрамы (ғәр. عيد الأضحى‎: Ид әл-Әдһа; фарс. عید قربان: Ҡорбан ғәйете) — иң мөһим мосолман байрамдарының береһе. Хаж тамамланыуын белдерә, зөлхизә айының 10-сы көнөндә, йәғни ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам ителә һәм өс-дүрт тәүлеккә һуҙыла.

Ҡөрьән буйынса, Ибраһимдың төшөнә Аллаһ беренсе улы Исмәғилде ҡорбан итеп килтерергә ҡушҡан икән, тип керә. Ибраһим Аллаһ бойороғон башҡарыу өсөн хәҙерге Мәккә ҡалаһы урынлашҡан үҙәнгә килә. Әммә Ибраһим өсөн был һынау ғына була. Аллаһ ҡорбанға килтереләсәк улын һарыҡ бәрәсенә алыштырырға бойора.

Ҡорбан салыу — шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе булып тора. Аллаһы Тәғәләнең ризалығына өмөт итеп ҡорбан салыу Зөлхизә айының 10-сы, 11-се, 12-се көндәрендә башҡарыла.

Ҡорбан байрамы намаҙы, Косово

Һыйыр, буйвол, дөйә, һарыҡ-кәзә, ҡуй кеүек айыра тояҡлы хайуандар ҡорбан малы була ала. Ғәҙәттә, һарыҡ-кәзәнең тәкәһе, инә дөйә,тыу һыйыр ҡорбанға килтерелә. Һарыҡ-кәзә кәмендә бер йәшлек булырға тейеш, 6-7 айлыҡ бәрәстәрҙе лә ҡорбан итергә мөмкин. Һыйыр малына ике йәш тулып үткән булырға тейеш.

Ҡырағай хайуандар (мышы, болан, ҡыр кәзәһе) ҡорбан була алмай. Салына торған малдың күҙе һуҡыр булмауы, ағзаларының теүәл булыуы шарт. Ҡолағы йәки ҡойроғоноң өстән бер өлөшөнән артыҡ киҫелгән булһа, уны ҡорбанға салырға ярамай. Әтәс, тауыҡ, ҡаҙ һәм башҡа ҡыр ҡоштары, шулай уҡ ите ашарға яраҡлы ҡыр боланы, ҡыр һыйыры, илек (ҡыр кәзәһе), ҡуян кеүек хайуандар ҙа был маҡсатта тотонола алмай. Бер баш һарыҡ йәки кәзә фәҡәт бер кеше, ә дөйә йәки һыйыр ете кеше исеменән салына ала. Был осраҡта һәр ҡайһыһының мосолман булыуы һәм Аллаһ ризалығы өсөн салырға ниәт итеүе кәрәк. Ҡорбанлыҡ итенең өстән бер өлөшөн салыусы үҙе файҙалана, ҡәрҙәш-ырыуына, фәҡир-етемдәргә өләшә. Уның итен һатыу харам. Тиреһен дә фәҡирерәк кешегә бирергә фарыз. Йә булмаһа, Ҡөрьән кеүек изге китапҡа ла алмаштырыу мәғҡүл.

Ҡорбан байрамын үткәреү көндәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1418 һ.й. 1998 7 апрель
1419 һ.й. 1999 27 март
1420 һ.й. 2000 16 март
1421 һ.й. 2001 5 март
1422 һ.й. 2002 23 февраль
1423 һ.й. 2003 12 февраль
1424 һ.й. 2004 1 февраль
1425 һ.й. 2005 21 ғинуар
1426 һ.й. 2006 10 ғинуар
1427 һ.й. 2006 31 декабрь
1428 һ.й. 2007 20 декабрь
1429 һ.й. 2008 8 декабрь
1430 һ.й. 2009 27 ноябрь
1431 һ.й. 2010 16 ноябрь
1432 һ.й. 2011 6 ноябрь
1433 һ.й. 2012 26 октябрь
1434 һ.й. 2013 15 октябрь
1435 һ.й. 2014 4 октябрь
1436 һ.й. 2015 23 сентябрь
1437 һ.й. 2016 12 сентябрь
1438 һ.й. 2017 1 сентябрь
1439 һ.й. 2018 21 август
1440 һ.й. 2019 11 август
1441 һ.й. 2020 31 июль
1442 һ.й. 2021 20 июль
1443 һ.й. 2022 10 июль
1444 һ.й. 2023 29 июнь
1445 һ.й. 2024 19 июнь

Ҡорбан байрамы әҙәбиәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" әҫәрендә ошо байрам менән бәйле ваҡиға һүрәтләнә:

« Бөгөн байрам. Ҡорбан байрамы. Күпме замандар мин аҡрын ғына яҡынлашып килгән ошо иртәнең сихыры аҫтында йәшәнем. Уның шаңдағы, алыҫ офоҡ ситендәге аҡ болоттарҙа сағылып уйнаған таң нурҙары һымаҡ, әллә ҡасан инде минең иләҫ күңелемә килеп һарылды. Ҡояш әле сығып та етмәгән, донъя инде яп-яҡты. Тап бына шулай килә ҡорбан байрамы. Үҙе әле ары — шауҡымы инде бире...

Барыбер минең шатлығымдың сиге юҡ. Уның башы — ҡара бәрхәт түбәтәй менән бер пар резинка галош булды. Ҡалаға он һатырға барған еренән байрам бүләге тип уларҙы Мортаза ағайым алып ҡайтты. Әллә нисә көн инде шул түбәтәй менән калоштар минең таҡыр башымды, йәнә «себейҙәре» төҙәлеп бөтмәгән тәпәйҙәремде көтә. Көтһөндәр әйҙә! Мин дә уларҙы күп көттөм. Шуның өҫтәүенә, Оло инәйем, үҙемә үлсәп, аҡ буйлы ҡыҙыл киндер ыштан тегеп ҡуйҙы — ике кеҫәле... Бер кешегә ни тиклем мөлкәт, ни тиклем яңы кейем-һалым, тип аптырайһығыҙҙыр әле, моғайын. Аптырау ғына түгел, әле шаҡ ҡатасаҡһығыҙ. Анау кәштәгә эленгән зәңгәр нимә ул? Буран Абдулла Шәрифәһе тегеп биргән зәңгәр күлдәк — ҡыйыҡ яғалы сатин күлдәк ул. Был байрамға мине ана ҡалай баштан-аяҡ кейендерҙеләр. Ҡыҙыҡ инде, өҫтөңә яңы, матур кейем кейгәс, нисектер, күңелең дә бөтәйеп, йәмләнеп киткәндәй була. Ана шулай тыштан-эстән яңырып, ялтырап мин урамға сығасаҡмын. Байрам тигәнең бары урамда ғына була. Өйгә һыйып бөткән байрам — байрам түгел ул. Минең тағы ла ҡыуанысым, иң ҙур ҡыуанысым бар. Уныһын әлегә сер итеп һаҡлайым тигәйнем дә, сыҙап буламы ни? Әйткәс әйтәйем инде. Мин Аҡманайҙа ат йөҙҙөрөп ҡайтҡас, киске еләҫтә беҙ Оло инәйем менән икәү генә, күк алашаны егеп, Сайран ауылына уның кейәүҙәге өлкән ҡыҙына — минең Ғәйникамал апайыма ҡунаҡҡа барасаҡбыҙ. Юлда, кырандас күсеренә ултырып, күк алашаны үҙем әйҙәйәсәкмен. Юғиһә үшән ул. «Ҡунаҡ егете» булғас, Сайранда Оло инәйем менән мине лә өйҙән- өйгә ашҡа йөрөтәсәктәр, түр башына ултыртасаҡтар. Түр башында ултырған бар, уныһын килештереп була. Бына ҡасан ул ҡара бәрхәт түбәтәй, резинка галош, ҡыҙыл ыштан, зәңгәр сатин күлдәк сайрандарға кемдең кемлеген төшөндөрөп бирәсәк. «Ағас күрке япраҡ, әҙәм күрке сепрәк», — тине бер саҡ Оло инәйем. Шулай булғас, һиҙгәнһегеҙҙер инде, кем арҡаһында мин батша малайы урынына суҡтай итеп шулай кейенеп алғанмын. Оло инәйем арҡаһында... Ҡорбан ғәйетенә барыусылар, туҡталып тәкбир әйтә-әйтә, Түбән осҡа мәсет яғына үтеп китте. Минең атайым да сығып уларға ҡушылды. Иртәнге, сәй ғәйеттән һуң эселә. Беҙҙә бөгөн тары тәбикмәге бешкән. Оло инәйемдең ҡулы тейһә, унан майҙар тамып торасаҡ. Ниндәй һәйбәт нәмә — байрам! Яны ыштандың бер кеҫәһенә көнбағыш, бер кеҫәһенә кипкән муйыл тултырып мин ҡапҡа төбөнә сығып баҫтым. Ауыл өҫтөндә һеләгәйҙе ағыҙырлыҡ тәм аңҡый, һәр кем хәлдән килгәнсә, таба ҡыҙҙыра. Йыл буйы «һыйыр ағы» инмәгән — ҡатыҡ-һөт затын беҙ шулай тибеҙ — өйҙәрҙә лә бөгөн -үҙенә күрә шыж-быж сыға. Берәүҙәр тәбикмәк, икенселәр ҡоймаҡ, өсөнсөләр ҡыҫтыбый, дүртенселәр май күмәсе бешерә. Бер аҙҙан, был еңел-елпе аштарҙың еҫе таралып бөтөр-бөтмәҫ үк, һауаға бешкән .ит еҫе күтәреләсәк. Бына шул саҡта инде һин күкрәк тултырып һулыш алыуҙың ысын тәмен татыйһың

»

[1]

  • Мостай Кәрим.Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1981,—296 бит.


  1. [1] 2018 йыл 23 март архивланған. Мостай Кәрим. К 97 Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1981,—296 бит