Юрьев Валерий Петрович (1939), ғалим-химик‑органик. 1969—1981 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Химия институты хеҙмәткәре, өлкән ғилми хеҙмәткәре һәм лаборатория мөдире. Химия фәндәре докторы (1976), профессор (1978). Сығышы менән хәҙерге ҮзбәкстандыңСәмәрҡәнд ҡалаһынан.
тулы исемлек
Әбдрәшитов Йәғәфәр Мөхәрәм улы (1949), ғалим-инженер‑технолог, хужалыҡ, юғары мәктәп һәм дәүләт эшмәкәре. 1989—2011 йылдарҙа «Каустик» һәм «Полиэф» йәмғиәттәренең генераль директоры, 2011—2017 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры, бер үк ваҡытта 2011 йылдан — химия һәм химик технологиялар кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр докторы (1998). Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған химигы. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1989), Дуҫлыҡ ордены (1999) кавалеры.