Һайланған мәҡәлә
|
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания, Швеция һәм Норвегияла, X—XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла, ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы…:
Исемлек (121) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
10 май юбилярҙары
|
- Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы (1904—7.08.1992), хужалыҡ, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1940 йылдан Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе, 1946—1953 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының 1‑се секретары. СССР-ҙың 3‑сө саҡырылыш Юғары Советы Президиумы ағзаһы (1950—1954), СССР-ҙың, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың 1—3‑сө саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Дүрт Ленин (1943, 1944, 1948, 1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1972) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры.
- Мөслим Марат (1909—17.08.1975), шағир, драматург, журналист һәм тәржемәсе. 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Совет яҙыусыларының 1‑се Бөтә Союз съезы (Мәскәү, 1934) делегаты.
тулы исемлек
- Романов Николай Кириллович (1919—20.10.1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. Уҡсылар полкының взвод командиры, старшина. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районының 1994 йылда бөткән Үрге Ҡаҙмаш ауылынан.
- Степанова Таисия Ипатьевна (1919—11.06.2009), акушер-гинеколог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970—1982 йылдарҙа кафедра мөдире. Медицина фәндәре докторы (1972), профессор (1973). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1978). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Кострома ҡалаһынан.
- Генинг Владимир Фёдорович (1924—30.10.1993), археолог-ғалим. 1960 йылдан Свердловск ҡалаһындағы Урал дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1974 йылдан Украина Фәндәр академияһы Археология институтының (Киев) директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1978 йылдан — бүлек мөдире. 1960—1974 йылдарҙа Башҡортостандағы Ананьин, Кушнаренко, Пьяный Бор һәм башҡа археологик мәҙәниәттәрҙе өйрәгән Урал археологик экспедицияһы етәксеһе. Тарих фәндәре докторы (1974), профессор (1985).
- Кучеров Евгений Васильевич (1924—12.07.2005), ботаник-ғалим. 1958 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Биология институтының лаборатория мөдире, 1996 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), биология фәндәре докторы (1974), профессор (1980). РСФСР-ҙың (1991) һәм Башҡорт АССР‑ының (1974) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1974).
- Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улы (1924—19.07.1944), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (үлгәндән һуң, 1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Сәфәр ауылынан.
- Мусин Миңнулла Әхтәм улы (1939), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1951 йылдан Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин исемендәге колхоз механизаторы, 1978—1999 йылдарҙа бригадирҙың техника буйынса ярҙамсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән ошо райондың Ялсы ауылынан.
- Ильчигулов Евгений Иликбаевич (1949), зоотехник, ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1984 йылдан КПСС-тың Ҡалтасы район комитетының икенсе секретары, район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1988—1991 йылдарҙа КПСС район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Райондың почётлы гражданы (2014).
- Мәжитова Светлана Мөхәмәт ҡыҙы (1949), педагог. Күгәрсен районы Мәҡсүт урта мәктәбе директорының элекке урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004).
|
|