Эстәлеккә күсергә

Татарстан Республикаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Татарстан битенән йүнәлтелде)
Рәсәй Федерацияһы субъекты

Татарстан Республикаһы
татар. Татарстан Республикасы

Татарстан флагы Татарстан гербы

Нигеҙ һалынған

1920

Баш ҡалаһы

Ҡазан

Майҙаны

44-се

- Барлығы
- һыу өҫтө %

67 847 км²

Халҡы

8-се

- Барлығы
- Тығыҙлыҡ

3 868 730[1] (2016)

57.02 кеше/км²

ТТП

8-се

- Барлығы (ағым. хаҡ.)
- Йән башына

2 469,2 млрд. һум (2010)

633,7 мең һум

Федераль округ

Волга буйы федераль округы

Дәүләт теле

рус теле, татар теле

Рәйес[2][3][4][5]

Рөстәм Миңлеханов

Премьер-Министр

Алексей Песошин

Дәүләт Советы — рәйесе

Фәрит Мөхәмәтшин

РФ субъекты коды

16

ISO 3166-2 коды

RU-TA

Сәғәт бүлкәте

MSD[d], Европа/Москва[d][6] һәм UTC+3:00[d]

Бүләктәре:

Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Татарстан — Рәсәй Федерацияһы составындағы республика, Волга буйы федераль округына ҡарай. Киров, Ырымбур һәм Һамар, Ульяновск өлкәләре, Сыуашстан, Мари Иле, Башҡортостан һәм Удмурт республикалары менән сиктәш. Баш ҡалаһы Ҡазан, Мәскәүҙән 797 саҡырымда.

Географик мәғлүмәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Татарстан Рәсәй үҙәгендә, Көнсығыш-Европа тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөндә, ике ҙур йылға — Иҙел һәм Кама ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Дөйөм майҙаны — 67836,2 квадрат километр, төньяҡтан көньяҡҡа 290 саҡырым һәм көнбайыштан көнсығышҡа 460 саҡырым. Уртаса бейеклеге диңгеҙ кимәленән 170 метр, 90 процент ерҙәр 200 метрҙан юғарыраҡ, тик айырым урындар ғына 300—350 метрға етә. Территория — башлыса урманлы ерҙә ятҡан тигеҙлек, уның 16 проценты урман менән ҡапланған. Көнсығыш Европа тигеҙлеге Волганан алып көнсығышҡа, Урал тауҙарына табан күтәрелә бара, шуға ла республиканың ер өҫтө өсөн дә был үҙенсәлек хас: уның иң түбән урындары — Иҙел аръяғының көнбайышында, ә иң бейек ерҙәре көнсығышта ята. Республиканың көньяҡ-көнсығышында Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы урынлашҡан.

Фаунаһында биш мендән артыҡ хайуан төрө иҫәпләнә.

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Татарстанда 3 миллион 776 мең 265 кеше йәшәй, шуларҙын 14 мең 901-е башҡорт милләтенән.

Татарстанда халыҡ тығыҙлығы
Халыҡ Кеше һаны, %
Татарҙар 53,24 %
Урыҫтар 39,71 %
Сыуаштар 3,08 %
Арҙар 0,62 %
Украиндар 0,48 %
Мордвалар 0,51 %
Марыйҙар 0,48 %
Башҡорттар 0,38 %

Йөмһүриәтенә Татарстан Конституцияһына һәм Татарстан телдәре турындағы законға ярашлы татар һәм урыҫ телдәре тигеҙ хоҡуҡлы дәүләт телдәре итеп иғлан ителгән.

Татарстанда мендән артыҡ дини берләшмә теркәлгән, диндарҙар араһынан ислам һәм христиан динен тотоусылар күпселекте тәшкил итә.

Татарстан — Рәсәйҙәге иҡтисади яҡтан яҡшы үҫешкән төбәктәрҙең береһе, ул Мәскәү, Санкт-Петербург, Башҡортостан Республикаһы, Ленинград, Свердловск һәм Ярославль өлкәләре менән бер рәттән иң алдынғылар төркөмөндә килә. Республиканың иҡтисади нигеҙен сәнәғәт һәм ауыл хужалығы тәшкил итә. Сәнәғәт башлыса яғыулыҡ һәм нефть химияһы тармаҡтары, конкуренцияға һәләтле продукция етештереүсе (ауыр йөк ташыусы машиналар, вертолеттар, самолеттар һәм авиадвигателдәр, компрессорҙар, йылға һәм диңгеҙ суднолары, автомобилдәр) машина эшләү предприятиеларынан тора. Илдә етештерелгән тракторҙарҙың — 24, ауыр йөк машиналарының 17,5 проценты бында сығарыла. Электр һәм радио приборҙары эшләү сәнәғәте лә яҡшы үҫешкән. Йылына 32 миллион тоннаға яҡын нефть сығарыла (Йәлил (ҡасаба), Әлмәт ятҡылыҡтары). Рәсәйҙә етештерелгән полиэтилен, синтетик каучук һәм автошиналар күләменең өстән бер өлөшөн тап ошо төбәк сәнәғәте етештерә.

Өҫтөнлөклө тармаҡтарҙың береһе булған агросәнәғәт комплексы ла ныҡ үҫешкән. Рәсәйҙәге ауыл хужалығы ерҙәренең 2,1 процентын биләгән республика ауыл хужалығы продукцияһының дөйөм күләменең 4,7 процентын етештерә.

Татарстан 43 муниципаль райондан һәм 2 ҡала округтан тора.

Татарстан административ картаһы (русса)
  1. Аҙнаҡай
  2. Әлмәт
  3. Баулы
  4. Бөгөлмә
  5. Быуа
  6. Алабуға
  7. Зәй
  8. Йәшел Үҙән
  9. Ҡазан — баш ҡала
  10. Лениногорск
  11. Яр Саллы
  12. Түбәнге Кама
  13. Норлат
  14. Тәтеш
  15. Чистай
Район Үҙәк Майҙан
км²
Халыҡ һаны[7]
кеше
Тығыҙлыҡ
кеше/км²
1 Әгерже районы Әгерже ҡалаһы 1796,6 36423 20,27
2 Аҙнаҡай районы Аҙнаҡай ҡалаһы 2143,3 64274 29,99
3 Аҡсубай районы Аҡсубай ҡтҡ 1440,1 32124 22,31
4 Аҡтаныш районы Аҡтаныш ауылы 2037,8 31161 15,29
5 Алексеевск районы Алексеевск ҡасабаһы 2080,1 26080 12,54
6 Әлки районы Базарлы Матаҡ ауылы 1726,8 20688 11.98
7 Әлмәт районы Әлмәт ҡалаһы 2500,2 194892 77,95
8 Апас районы Апас ҡасабаһы 1047,5 22264 21,25
9 Арса районы Арса ҡалаһы 1843,6 51223 27,78
10 Әтнә районы Оло Әтнә ауылы 681,4 13681 20,08
11 Баулы районы Баулы ҡалаһы 1210,4 37479 30,96
12 Балтас районы Балтас ҡтҡ 1094,5 33634 30,73
13 Бөгөлмә районы Бөгөлмә ҡалаһы 1408,6 112043 79,54
14 Быуа районы Быуа ҡалаһы 1543 45144 29,29
15 Үрге Ослан районы Үрге Ослан ауылы 1373,9 16493 12,00
16 Бейек тау районы Бейектау ҡасабаһы 1701,2 43241 25,42
17 Сүпрәле районы Иҫке Сүпрәле ауылы 1029,5 26302 25,55
18 Алабуға районы Алабуға ҡалаһы 1362,1 81392 59,75
19 Зәй районы Зәй ҡалаһы 1861,6 58121 31,22
20 Йәшел Үҙән районы Йәшел Үҙән ҡалаһы 1396 159986 114.6
21 Ҡайбыҫ районы Оло Ҡайбыҫ ауылы 995,40 15166 15,24
22 Кама Тамағы районы Кама Тамағы ҡтҡ 1199 16776 13,99
23 Ҡуҡмара районы Ҡуҡмара ҡтҡ 1493 52210 34,97
24 Лайыш районы Лайыш ҡалаһы 2094,43 36968 17,65
25 Лениногорск районы Лениногорск ҡалаһы 1843,20 88840 48,20
26 Мамадыш районы Мамадыш ҡалаһы 2600,7 45516 17,50
27 Менделеевск районы Менделеевск ҡалаһы 746,4 30610 41,01
28 Минзәлә районы Минзәлә ҡалаһы 1923,4 30136 15,67
29 Мөслим районы Мөслим ауылы 1464,3 21604 14,75
30 Түбәнге Кама районы Түбәнге Кама ҡалаһы 1672,3 265691 158,88
31 Яңы Шишмә районы Яңы Шишмә ауылы 1315,3 15362 11,68
32 Норлат районы Норлат ҡалаһы 2309 60444 26,18
33 Питрәc районы Питрәc ауылы 1352,4 28875 21,35
34 Балыҡ Биҫтәһе районы Балыҡ Биҫтәһе ҡтҡ 2052 27964 13,63
35 Саба районы Байлар Сабаһы ҡтҡ 1097,7 30738 28,00
36 Сарман районы Сарман ауылы 1385 36680 26,48
37 Спас районы Болғар ҡалаһы 2028 20171 9,95
38 Тәтеш районы Тәтеш ҡалаһы 1632 24794 15,19
39 Туҡай районы Яр Саллы ҡалаһы 1744 547497 313,93
40 Теләсе районы Теләсе ауылы 1160 14438 12,45
41 Сирмешән районы Сирмешән ауылы 1364 20922 15,34
42 Чистай районы Чистай ҡалаһы 1823 81365 44,63
43 Ютазы районы Урыссу ҡтҡ 759 22526 29,68
  1. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год. Дата обращения: 27 март 2016. Архивировано 27 март 2016 года.
  2. В конце 2010 года президент Дмитрий Медведев подписал одобренные Госдумой и Советом Федерации закон, запрещающий главам субъектов РФ называться президентами // Официальный интернет-портал правовой информации, 28.12.2010
  3. В феврале 2015 года был принят закон, предусматривающий продление сроков наименования глав республик президентами ещё на год — до 1 января 2016 года // Официальный интернет-портал правовой информации, 03.02.2015
  4. С 1 января 2016 года конституция региона входит в противоречие с федеральным законодательством Ъ-Газета, 24.12.2015
  5. Рустам Минниханов назвал свою должность «Раис республики Татарстан» Архивная копия на Wayback Machine РБК, 27.01.2023
  6. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
  7. Численность населения Российской Федерации по городам, поселкам городского типа и районам на 1 января 2010 года 2011 йыл 30 октябрь архивланған.