Эстәлеккә күсергә

Көйөргәҙе районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Көйөргәҙе районы
рус. Куюргазинский район
Район гербы Район флагы
Ил Рәсәй
Статус Муниципаль район
Төбәк Башҡортостан
Эске бүленеш 13 ауыл биләмәһе
Административ үҙәге Ермолаево ауылы
Ойошторолған 1931 йыл
Хакимиәт башлығы Ильясов Юлай Талха улы
Халыҡ һаны 26 259 [1] кеше
Халыҡ тығыҙлығы 11,1
Майҙаны 2 370
Сәғәт бүлкәте MSK+2 (UTC+6)
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 239 000 000
Сайт http://kuyrgaza.tukaeva.ru

Көйөргәҙе районы (рус. Куюргазинский район) — Башҡортостан Республикаһы составындағы муниципаль район. Административ үҙәге — Ермолаево ауылы.

Район Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Көйөргәҙе районының майҙаны 2 370 км² тәшкил итә. Район биләмәһе Дөйөм һырттың Төньяҡ тармағы сиктәрендә 400 метрға хәтле бейеклектә тора. Климаты йылы, ҡоро. Ағиҙел ҡушылдығы Мәләүез, Оло Юшатыр ҡушылдыҡтары Оло Көйөргәҙе һәм Кесе Юшатыр менән гидрографик селтәр барлыҡҡа килтерә. Һелтеләнгән ҡара ер өҫтөлөк итә. Имән, йүкә, ҡайын һәм башҡа төр япраҡлы ағастар урманы райондың 7 % территорияһын биләй. Газ, нефть, һоро күмер һәм башҡа төр файҙалы ҡаҙылмалар киң таралған. Күмерҙең эйәрсәндәре — янған тоҡом (тәбиғи шарттарҙа үҙенән-үҙе янған балсыҡ) һәм кварц ҡомдары — бик ҙур ҡиммәткә эйә. Шулай уҡ гипс, ҡом, балсыҡ, балсыҡһыл тупраҡ (суглинок), агроном рудалары ятҡылыҡтары бар. Был районда сәнәғәт һәм ауыл хужалығы үҫешкән. Ауыл хужалығы менән мәшғүл ерҙәр 190,8 мең. га (район биләмәһенең 80,5%-ты), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр— 124,7 мең. га, көтөүлектәр — 57,9 мең. га, сабынлыҡтар — 8,3 мең. га. Игенселек хужалығы бик үҫешкән. Сөгөлдөрсөлөк, көнбағыш игеү, ит- һөт малсылығы һәм һарыҡсылыҡ.

Район территорияһы аша Өфө-Ырымбур һәм Яңы Мораптал — Түлгән тимер юлы, Өфө-Ырымбур һәм Ира- Мораҡ — Сибай — Магнитогорск, Ермолаево-Федоровка автомобиль юлдары үтә.

Район 1935 йылдың 31 ғинуарында төҙөлгән, үҙәге Ермолаево ауылы. Эреләтеү сәйәсәте нигеҙендә 1962 йылда Мәләүез районы составына күсерелә. 1965 йылда яңынан Күмертау районы ойошторола, үҙәге — Күмертау ҡалаһы. 1990 йылда район үҙәге ҡабат Ермолаево ауылына күсерелә. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 1992 йылдың 17 ноябрендәге Указы менән Күмертау районы Көйөргәҙе районы итеп үҙгәртелә.

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 44 998 [2][3]
1959 36 416 [4][5]
1970 35 326 [6][5]
1979 28 627 [7][5]
1989 23 454 [8][5]
Йыл Халыҡ һаны
2002 25 587 [9][5]
2008 26 415 [10]
2009 26 369 [11]
2010 25 125 [12]
2012 24 957 [13]
Йыл Халыҡ һаны
2013 24 555 [14]
2014 24 186 [15]
2015 23 798 [16]
2016 23 617 [17]
2017 23 360 [18]
Йыл Халыҡ һаны
2018 22 985 [19]
2019 22 612 [20]
2021 21 254 [21]

2002 йылдағы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса райондың милли составы: башҡорттар — 43,1 %, урыҫтар — 28 %, башҡа милләттәр — 28,9 %.[22]

Административ бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008 йылдың ноябрендәге мәғлүмәттәр буйынса район составына 91 ауылды берләштереүсе 12 ауыл советы биләмәһе бар.[23]

  1. Бахмут үҙәге Бахмут ауылы
  2. Ермолаево — Ермолаево ауылы
  3. Илкәнәй — Илкәнәй ауылы
  4. Иҙәк — Ишмәт — Иҙәк — Ишмәт ауылы
  5. Керәүле-Илюшкин — Керәүле-Илюшкин ауылы
  6. Ленин — Бөгөлсән ауылы
  7. Мораптал — Яңы Мораптал ауылы
  8. Отрада — Иҫке Отрада ауылы
  9. Свобода — Свобода ауылы
  10. Таймаҫ — Яңы Таймаҫ ауылы
  11. Шәбағыш — Шәбағыш ауылы
  12. Яҡшымбәт — Яҡшымбәт ауылы

Районда 57 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 17 урта, музыка һәм спорт мәктәптәре, профессилналь училище;

Башҡа социаль сфералар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

24 китапхана, 47 мәҙәниәт учреждениеһы, 1 үҙәк район һәм 2 участка ауыл хәстәханаһы бар. Башҡорт телендә «Юшатыр» һәм урыҫ телендә «Куюргаза» гәзиттәре нәшер ителә.

Мәсеттәр барлығы 20.Ермолаево ауыл хакимиәтендә: Ермолаево ауылында «Рамаҙан» мәсете; Яҡшымбәт ауыл хакимиәтендә: Абдул, Яҡуп, Яҡшымбәт, Көйөргәҙе ауылдарында; Мораптал ауыл хакимиәтентә:Яңы Мораптал, Иҫке Мораптал, Яҡут ауылдарында; Отрада ауыл хакимиәтендә: Яманғол ауылында; Шәбағыш ауыл хакимиәтендә: Шәбағыш ауылында; Таймаҫ ауыл хакимиәтендә: Таймаҫ ауылында; Илкәнәй ауыл хакимиәтендә: Илкәнәй, Йомағужа ауылдарында; Иҙәк-Ишмәт ауыл хакимиәтендә: Иҙәк-Ишмәт ауылында, Свобода ауыл хакимиәтендә: Тимербай ауылында; Керәүле-Илюшкин ауыл хакимиәтендә: Яңы Ямаш, Уңғар(төҙөлә) ауылдарында, Бахмут ауыл хакимиәтендә Яманһары ауылында, Ленин ауыл хакимиәтендә: Мәмбәтҡол ауылында. Нигеҙ һалынған: Илкәнәй ауыл хакимиәтенә ҡараған Яңы Муҫа ауылында.


Район биләмәһендә ике сиркәү бар, улар район үҙәге Ермолаевола һәм Бөгөлсән ауылында.

Район территорияһы буйлап Өфө—Ырымбур тимер юлы, Р-240 «Өфө — Ырымбур» федераль автомобиль юлы үтә.

Башҡортостандың маҡтаулы исемдәренә лайыҡ булғандар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Әбсәләмов Камил Ғәлләм улы — «БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы» исеме һәм Ленин ордены, Таймаҫ совхозы механизаторы, 1966 йылдың 8 октябрендә тапшырылған.
  • Аҙнабаева Рәүиә Ғәбделхаҡ ҡыҙы — Салауат исемендәге колхоздың быҙау ҡараусыһы, 1997 йылдың 4 ноябрендә тапшырылған.
  • Әлмөхәмәтов Йәнмырҙа Аҡмырҙа улы — «БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы» исеме Таймаҫ совхозы механизаторы, 1974 йылдың 12 апрелендә тапшырылған.
  • Әминев Ишбулды Ғайса улы — Киров исемендәге колхоздың тракторсы-машинисы, 1994 йылдың 14 ноябрендә тапшырылған.
  • Боҫҡанова Фәүзиә Хәмәтхужа ҡыҙы — «Искра» колхозы һауынсыһы, 1985 йылдың 3 ғинуарында тапшырылған.
  • Вахитов Шәүәли Мөхәмәт улы — Таймаҫ совхозының машина менән һауыу оҫтаһы, 1973 йылдың 14 мартында тапшырылған.
  • Ғәлимов Марат Усман улы — Киров исемендәге колхоз агрономы, 2001 йылдың 27 декабрендә тапшырылған.
  • Ғисмәтуллин Рауил Ғөбәй улы — Киров колхозының баш агрономы, 1974 йыл, 12 апрель.
  • Глущенко Владимир Степанович — «Ҡыҙыл шар» агросоюзы бүлексә агрономы.1996 йыл,5 ноябрь.
  • Глущенко Михаил Степанович — Калинин исемендәге колхоз рәйесе, 1992 йыл, 12 ноябрь.
  • Гребнев Александр Михайлович — 1996 йыл, 5 ноябрь.
  • Дәминова Шәмсиә Закир ҡыҙы — «Мораптал» тоҡомсолоҡ совхозы һауынсыһы, 1981 йыл, 25 сентябрь.
  • Ермолаев Егор Петрович — «Күмертау» мал һимертеү комплексы етәксеһе, 1992 йыл,3 сентябрь.
  • Искәндәрова Рәзилә Зәйнәғәбдин ҡыҙы — «Искра» крәҫтиән хужалығы ассоциацияһының һауынсыһы, 1997 йыл, 25 май.
  • Исмәғилева Раҡия Әхмәтғәли ҡыҙы — «Таймаҫ» совхозы һауынсыһы, 1981 йыл, 25 сентябрь.
  • Исхаҡов Наил Йәмил улы — Киров исемендәге колхоз механизаторы, 1999 йыл, 3 ноябрь.
  • Ишдәүләтов Тәлғәт Данияр улы — Киров исемендәге колхоз механизаторы, 1997 йыл, 4 ноябрь.
  • Ишмаев Әфтәх Ғата улы — Киров исемендәге колхоз рәйесе, 1976 йыл, 9 ноябрь.
  • Ишмөхәмәтова Хәйәт Насир ҡыҙы — «Таймаҫ» совхозы һауынсыһы, 1974 йыл, 12 апрель.
  • Ҡаранаев Рәүеф Бәҙретдин улы — «Көйөргәҙе» совхозы тракторсылар звено башлығы, 1998 йыл, 3 ноябрь.
  • Кийәбулатова Шафиға Шәкүр ҡыҙы — Калинин исемендәге колхоз зоотехнигы, 1996 йыл, 5 ноябрь.
  • Крыжановский Алексей Данилович — Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, 1994 24 ноябрь.
  • Курноскин Василий Иванович — «Көйөргәҙе» совхозы механизаторы, 1974 йыл, 12 апрель.
  • Ҡотлоәхмәтов Рим Йәүҙәт улы — Салауат исемендәгн колхоз механизаторы, 1997 йыл, 4 ноябрь.
  • Мельников Владимир Георгиевич — «Дружба» АХЕК тракторсы-машинисы, 2001 йыл, 26 октябрь.
  • Мостафин Рәмил Ғиниәт улы — «Искра» крәҫтиәндәр хужалығы ассоциацияһы рәйесе, 1996 йыл, 5 ноябрь
  • Мөхәмәтйәнов Ишбулды Хәйелҡул улы — «Искра» колхозы тракторсы-машинисы, 1981 йыл, 22 сентябрь.
  • Мөхәмәтов Ғәйнетдин Ғәзиз улы — «Ватан» ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе, 2019 йыл, 21 октябрь.
  • Нурғәлиев Мөхәммәт Сәғит улы — «Күмертау» совхозы директоры, 1997 йыл, 4 ноябрь.
  • Оборин Михаил Иванович — "Калинин! исемендәге АКХ-һы 1-се комплекс бригадаһы бригадиры, 199 йыл, 3 ноябрь.
  • Панферова Наталья Петровна — «Көйөргәҙе» совхозы сусҡа ҡараусыһы, 1973 йыл, 13 ноябрь.
  • Просолов Анатолий Ефимович — район ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек етештереү идаралығының баш зоотехнигы, 2000 йыл, 1 ноябрь.
  • Һабанғолов Шамил Бәҙретдин улы — "Көйөргәҙе совхозы эшсеһе, 1969 йыл, 19 март.
  • Саҡаев Йәүҙәт Әбүбәкер улы — «Таймаҫ» агросоюзы тракторсы-машинисы, 1994 йыл, 14 ноябрь.
  • Сары Кинйәтай Тулебай улы —"Көйөргәҙе" совхозы мал ҡараусы эшсеһе, 1987 йыл, 8 ғинуар.
  • Сиражетдинов Фәрит Хәмит улы — «Күмертау» совхозы директоры, 1993 йыл, 3 сентябрь.
  • Сөлйәмәнова Ғәшүрә Ғәлимйән ҡыҙы — «Заря» агросоюзын машина менән һауыу операторы, 1996 йыл, 5 ноябрь.
  • Станкин Петр Николаевич — «Көйөргәҙе» совхозы механизаторы, 1997 йыл, 25 май.
  • Таңатаров Әсҡәт Шәйхетдин улы — Киров исемендәге колхоз председателе, 2001 йыл, 2 июнь.
  • Тураев Ришат Ибраһим улы — «Мораптал» агросоюзы директоры, 1994 йыл, 24 ғинуар.
  • Тураев Булат Ибраһим улы — Көйөргәҙе районы ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек администрацияһының баш зоотехнигы, 1997 йыл, 4 ноябрь.
  • Төхвәтуллин Ғилметдин Вәлиәхмәт улы — Киров исемендәге колхоздың тракторсы-машинисы, 1981 йыл, 22 сентябрь.
  • Төхвәтуллин Салауат Абдрахман улы — Киров исемендәге колхоздың беренсе комплекслы бригадаһы бригадиры, 1998 йыл, 3 ноябрь.
  • Фәтҡуллин Рәйес Абдрахман улы — «Ҡыҙыл шар» совхозы механизаторы,
  • Филатов Владимир Алексеевич — «Көйөргәҙе» агросоюзы директоры, 1994 йыл, 24 ғинуар.
  • Хижняков Алексей Никитович — Күмертау районы «Селхозтехника» берекмәһе механизаторы, 1968 йыл, 10 октябрь.
  • Шәрәфетдинов Ғүмәр Бәкер улы — «Таймаҫ» совхозы тракторсы-машинисы, Ленин ордены һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы исеме, 1981 йыл, 22 сентябрь.
  • Юлбаева Мәүлиҙә Нурғәли ҡыҙы — Киров исемендәге колхоз һауынсыһы, 1997 йыл, 14 ноябрь.
  • Йосопов Альберт Ғәбдерафиҡ улы — "Ҡыҙыл шар " совхозы директоры, 1994 йыл, 14 ноябрь.

Атҡаҙанған уҡытыусылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Абдуллинна Рауза Абдулла ҡыҙы — Мораптал урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы, 1997 йылдың 11 ноябрендә тапшырылған.
  • Абуҡаева Фирҙәүес Хәлил ҡыҙы — Мораптал урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 1983 йылдың 1 октябрендә тапшырылған.
  • Аритҡолов Фәнил Насретдин улы — Свобода урта мәктәбенең директоры.1989 йылдың 27 февралендә тапшырылған.
  • Бикмөхәмәтова Рабиға Шәрифйән ҡыҙы — Яманһары башланғыс мәктәбенең Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 1981 йыл, 2 октябрь.
  • Вострикова Александра Семеновна — Ермолаево ауылы 1-се урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы, 1982 йыл, 30 сентябрь.
  • Ғәлина Фәүзиә Нафиҡ ҡыҙы — Мораптал урта мәктәбенең пионерважатыйы, 1972 йыл, 18 май.
  • Горбанева Вера Александровна — Ермолаево ауылы 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1976 йыл, 4 ноябрь.
  • Евина Валентина Ивановна — Ермолаево ауылы 1-се урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 1966 йыл, 30сентябрь.
  • Йоғова Дилара Барый ҡыҙы — Ермолаево ауылы 1-се урта мәктәбенең химия уҡытыусыһы, 1987 йыл, 7 сентябрь.
  • Заикина Лилия Ивановна — Ермолаево ауылы 1-се урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы, 1984 йыл, 8 август.
  • Иванов Виктор Николаевич — Көйөргәҙе районы мәғариф бүлеге етәксеһе, 1994 йыл, 15 ноябрь.
  • Исламғолова Лена Бариевна — Яҡшымбәт урта мәктәбенең география уҡытыусыһы, 1979 йыл, 5 октябрь.
  • Нафиҡов Нурулла Ғөбәй улы — Керәүле-Юлюшкин урта мәктәбе директоры, 1998 йыл, 1 сентябрь.
  • Ниғмәтуллина Хөмәйрә Хәйрулла ҡыҙы — Мораптал урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы, 1967 йыл, 30 сентябрь.
  • Станковская Вера Александровна — Свабода урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1976 йыл, 4 ноябрь.
  • Һыртланов Рафиҡ Шәрәфетдин улы — Мораптал урта мәктәбенең география уҡытыусыһы, 1966 йыл, 28 сентябрь.
  • Тарасов Алексей Павлович — Ермолаево ауылының 1-се урта мәктәбе директоры, 1985 йыл, 4 сентябрь. Шулай уҡ «Почет билдәһе» ордены — 1966 йыл, 30 сентябрь, «За трудовую доблесть» миҙалы, СССР- ҙың халыҡ депутаты (1989-1994йылдар).
  • Тарасова Алевтина Владимировна — Ермолаево интернат-мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 1972 йыл, 29 сентябрь. шулай уҡ — «Почет билдәһе» ордены һәм «За трудовую доблесть» миҙалы,1971 йыл, 20 июль.
  • Усманова Гүзәл Фәтих ҡыҙы — Таймаҫ дөйөм белем биреү урта мәктәбенең уҡытыусыһы, 2001 йыл, 10 ноябрь.
  • Хөсәйенова Мәрйәм Рубаевна — Ялсыҡай башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы,
  • Самсоненко Людмила Александровна — Ермолаево ауылының 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, 2000 йыл, 23 август.

Атҡаҙанған медицина хеҙмәткәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ибраһимова Венера Ғиззәтулла ҡыҙы
  • Фазлыйәхмәтов Фәйзулла Зәкиулла улы
  • Юлбарыҫов Рәжәп Рамаҙан улы
  • Недопекина Татьяна Андреевна
  • Валитова Фания Масалимовна

Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Дәминова Гөлнур Йәүҙәт ҡыҙы
  • Ҡашапова Нәзилә Сабит ҡыҙы
  • Солтанов Мостафа Кәрим улы

Атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мостафина Лениза Мөхәмәҙей ҡыҙы

Атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Лященко Михаил Викторович

Атҡаҙанған төҙөүселәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Каменев Егор Данилович

Атҡаҙанған иҡтисадсылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Давыдова Хәҙисә Абдрафиҡ ҡыҙы

Атҡаҙанған урмансылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Краснов Дмитрий Михайлович — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы» исеме, Көйөргәҙе районы урман хужалығының директоры, 1994 йыл, 15 декабрь.

Атҡаҙанған юристар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атҡаҙанған ер төҙөүселәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Кабатчиков Владимир Александрович

Атҡаҙанған шахтерҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәхимов Кинйәбай Закир улы
  • Ефримов Леонид Федорович

Атҡаҙанған электриктар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хәлилов Рәшит Насретдин улы

Иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. YouTube сайтында Видео «Сәләм, Республика!» проектының Көйөргәҙе районы Шәхестәренә арналған сығарылышы
  • Көйөргәҙе районы геройҙары хаҡында фильм. 28 октябрь 2019. [27]
  1. Численность населения Российской Федерации по городам, поселкам городского типа и районам на 1 января 2010 года
  2. перепись населения СССР 1939 года
  3. Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  4. перепись населения СССР 1959 года
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  6. перепись населения СССР 1970 года
  7. перепись населения СССР 1979 года
  8. перепись населения СССР 1989 года
  9. Всероссийская перепись населения 2002 года
  10. 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  11. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
  12. Всероссийская перепись населения 2010 года
  13. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ)Росстат, 2013. — 528 с.
  15. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
  16. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
  17. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
  18. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ)М.: Росстат, 2017.
  19. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  20. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
  21. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  22. Население Башкортостана: XIX—XXI века: статистический сборник/ Территориальный орган Федеральной службы государствеңой статистики по Республике Башкортостан.- Уфа: Китап, 2008.- 448 с.:ил.
  23. Закон Республики Башкортостан «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населеңых пунктов» (Принят Государствеңым Собранием — Курултаем Республики Башкортостан 18 ноября 2008 года)
  24. Недошивин Вениамин Георгиевич — Башҡорт энциклопедияһы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 сентябрь 2017)
  25. Башҡорт энциклопедияһы — Арыҫланов Нурамбәк Ғиниәт улы 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 29 июнь 2018)
  26. Башҡорт энциклопедияһы — Фәхретдинова Хәҙисә Сиражетдин ҡыҙы 2019 йыл 30 октябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 июль 2018)
  27. YouTube сайтында Видео