Эстәлеккә күсергә

Европа тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Европа тарихы
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Европа
CIP коды 54.0103
 Европа тарихы Викимилектә

Европа оҙаҡ йылдар кешеләр йәшәмәгән төйәк булып ҡала. Кешеләрҙең унда ҡайҙан күсеп барыуҙары тураһында әле һаман бәхәстәр бара. Һис шикһеҙ, Европа кешелектең барлыҡҡа килгән урыны түгел. Тәүге гоминидтар Европаға Һиндостандан килгән тигән фараздар бар. Генетик тикшеренеүҙәр ҙә шуны раҫлайҙар. Әммә иң ентекләп эшкәртелгән гипотеза Африканан Алғы Азия аша Европаға гоминидтар килеүе тураһында. Фараз буйынса, был ваҡиға виллафранк ваҡытының уртаһында була. Homo Sapiens килгәнсе Европала һәм Көнбайыш Азияла тиклем неандерталецтар йәшәгән. Ныҡлап Европала гейдельберг кешеһе һәм уның мөмкин булған тура тоҡомо — неандерталь кешеһе төйәк итә башлайҙар, һуңғыһы Европа климатына яраҡлаштырылған махсус форманы күҙ алдына килтерә.

Европала иң беренсе заманса физик типтағы кешеләр барлыҡҡа килеүе 35 мең йыл элек була, ә 28 мең йыл элек неандерталь кешеһе бөтөнләйгә юҡҡа сыға.

Протоиндоевропеецтарҙын Европаға килеп сығыуҙары беҙҙең эраға тиклем 4-се мең йыллыҡ менән даталана һәм Баден, Соҡор һәм Боевой топор мәҙәниәте барлыҡҡа килеүе менән бәйләйҙәр.

Урта диңгеҙ буйының көнсығыш өлөшөндә Боронғо Грецияла Европа цивилизацияһы барлыҡҡа килә. Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе Европаның латин тел системаһының барлыҡҡа килеү нигеҙенә ята, уның нигеҙендә Көнбайыш Европаның күп телдәре барлыҡҡа килә.

Европала б. э. т. 10000 йылда Ер шарының ярты халҡы йәшәгән, 1930-сы йылдарҙа - 25% (хәҙер 9% самаһы); Урта быуатта христиандарҙың 95 проценты тиерлек Европала йәшәгән (хәҙер күберәк христиандарҙар Европанан ситтә йәшәй); XIX быуатта бөтә сәнәғәт тиерлек Европала була, ә XXI быуатта— 80 проценттан ашыу Европанан ситтә.

Европала кешеләрҙең килеп сығыуы. Палеолит һәм мезолит

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Европаның көньяҡ-көнсығышында Ростов-на-Донула Ливенцовка тигән ерҙә таш ҡорал менән һуғылған һәм бысылған эҙҙәре булған дөйәнең һөйәге табыла, был табышҡа беҙҙең эраға тиклем 2,1—1,97 млн йыл[1]. Таман ярымутрауында бер нисә иртә палеолит тораһылары билдәле (Богатыри/Синяя Балка, Родники 1-4, Цимбал), уларҙың араһында иң боронғоһо Кермек тораһы (2,1-1,8 млн йыл элек)[2]. Бер төркөм иртә палеолит торалары Дағстанда (Айникаб-1, Гегалашур, Мухкай)[3], Ставрополь крайында (Жуковское)[4], Молдавияла (Байраки, Крецешты) табыла[5][6].

Кавказ һырты артында, Грузияла (Дманиси), Homo habilis менән Homo erectus араһындағы формаһына ингән, 1,8-1,9 миллион элек йәшәгән кешеләрҙең һөлдәләре табылған. Бөтә ҡалдыҡтар ҙа бер популяцияныҡы тип фаразлана. Был форманы айырым Homo georgicus төрөнә бүлергә тәҡдим ителә.

Француз Шилакеһында (1968) табылған таш ҡоралдар боронғо кешеләрҙең төбәктә яҡынса 1,8 миллион йыл элек йәшәүҙәре тураһында һөйләй, ә Лезиньон ла Себтағы (2009) иртә плейстоцен (юғары виллафранк) ваҡытындағы ҡырсынташ әйберҙәргә 1,57 миллион йыл[7].

Кешенең Европаға нисек барып сығыуы әле лә бәхәс тыуҙыра. Бары тик Европа кешелектең барлыҡҡа килгән урыны булмауы билдәле. Африканан Алғы Азия аша Европаға гоминидтар килеүе тураһында гипотеза бар. Был виллафранк ваҡыты уртаһында булған тиҙәр.

Европаның иң боронғо тикшерелгән гоминиды — Атапуэркелағы испан мәмерйәһендә Сима-дель-Элефанте табылған Homo antecessor (Homo erectus), ул 1,2-1,3 млн йыл менән даталана. Пофинан Homo erectus һөйәгенең ҡалдыҡтары 400-500 мең йыл элек менән даталана[8].

Ныҡлап Европала гейдельберг кешеһе һәм уның мөмкин булған тура тоҡомо — неандерталь кешеһе төйәк итә башлайҙар (Сима-де-лос-Уэсос, Сьерра-де-Атапуэрка (Испания) , Вертешсёлёш (Венгрия), Гейдельберг һәм Штейнгейм (Германия), Мала Баланика (Сербия), Петралона (Греция), Черепа Саккопасторе, Альтамура, Чепрано (Homo cepranensis), Изерния ля Пинета, Фонтана Рануччио[9] һәм Визольяно[10] (Италия), Сванскомб (Англия), Араға (мәмерйә) һәм Тотавель (Франция), Пршезлетице (Чехия)[11]).

Иң тәүге Европала хәҙерге физик типтағы кешенең килеп сығыуы б.э.т. 45 820-43 650 йыл элек даталана ( Болгарияла Бачо Киро мәмерйәһе), б.э.т. 40—37 мең йыл (Пештера-ку-Оасе, Маркин тауы, Козарник мәмерйәһе (Болгария), Фумане һәм Гротта-дель-Кавалло (Италия) и Кент мәмерйәһе (Великобритания)[12]), 43—39 мең йыл элек тулыһынса неандерталь кешеһе юҡҡа сыға[13][14][15]. Неандерталь һәм хәҙерге кешеләр күпмелер ваҡыт бергә төйәк иткәндәр[16].

Ҡайһы бер иҫәпләүҙәр буйынса, 27000 йыл элек Европала халыҡ һаны 1000 кеше генә тәшкил иткән[17].

Генетик анализ нигеҙендә Кавалли-Сфорца популяция генетигы заманса кешеләрҙең бер нисә миграция юлдарын бүлә, шул уҡ мәлдә айырым компоненттар — көньяҡҡа боҙлоҡтарҙың ҡыҫырыҡлауы, Кесе Азиянан игенселәр килеүе, далаларҙан күскенселәр килеүе һәм башҡалар.

Генетик һәм лингвистик мәғлүмәттәр буйынса, боҙлоҡтар халыҡты көньяҡҡа палеолит дәүерендә ерҙәренән ҡыҫырыҡлап сығара һәм бында күбеһенсә тауҙарҙа йәшәгән бик аҙ халыҡтар ғына берҙәй һаҡланып ҡалған, тигән фараз бар. Бер нисә миграция тулҡындары ҡарала, башлыса Кесе Азиянан - кельттар, романдар, германдар, славяндар һәм башҡа халыҡтар. Даими биләмәләр б.э.т 7 мең йыллыҡта Болгарияла, Румынияла һәм Грецияла билдәле.

Неолит Европа
Халь-Сафлини мегалит гипогейы, Мальта (б.э.т. III мең)
Йоҡлаған ҡатындың неолит фигураһы

Неолит Үҙәк Европаға б.э.т. 6 мең йыллыҡта, ә Төньяҡ Европаға 5-се һәм 4-се мең йыллыҡта барып етә. Бөтә Европаны ҡапламаған тарихҡаса мәҙәниәт табылмаған.

Иҫке Европа мәҙәниәте һәм дине тураһында археологик мәғлүмәттәр (төп мәҙәниәттәр — Триполье, Винча, Лендьель, буранка һымаҡ кубоктар) буйынса, шулай уҡ халыҡтар тураһында (миноецтар, сикулдар, илерҙар һәм башҡалар) тарихи дәлилдәр буйынса ла фекер йөрөтөргә мөмкин. Иҫке Европа ла йәшәүселәр көршәксе түңәрәген һәм тәгәрмәстәрҙе лә белмәгәндәр. Индоевропеецтарҙан айырмалы рәүештә, улар ҙур булмаған ҡасабаларҙа тораҡ иткәндәр (Балҡан ярымутрауында 3000-4000 кешегә иҫәпләнгән тораҡ пункттар булған).

Микены
Микендан яҙма
Бронза быуаты ҡоралдары

Б.э.т 2 мең йылылыҡтың башында индоевропей халыҡтарының күсенеүе башлана[18].

Сардинияла көнсығыштан баҫып алыу һөҙөмтәһендә нурагтар юғары үҫешкән төҙөүселәр мәҙәниәте барлыҡҡа килә.

Европала б.э.т. 2-се мең йыллыҡтан алып тәүге киң билдәле яҙма цивилизацияһы Крит утрауында Миной цивилизацияһы һәм һуңыраҡ Грецияла Микен цивилизацияһы була.

Б.э.т. XVII—XVI быуаттарҙа барлыҡҡа килгән тәүге ҡала-илдәр (Микены, Тиринф, Пилос) Крит менән мәҙәни һәм сауҙа яғынан ныҡ бәйләнгән булалар, Микен мәҙәниәте күп нәмәне Миной мәҙәниәтенән үҙләштерә, был төрлө мәҙәни йолаларҙа, донъяуи тормошта, художестволы ҡомартҡыларҙа һиҙелә һәм иң мөһиме, Криттарҙан кораблдәр төҙөү сәнғәте ҡабул итеп алалар.

Б.э.т. XV—XIII быуаттарҙа ахейҙар Крит һәм Кикладыны баҫып алалар, Эгей диңгеҙендә күп утрауҙарҙы колониялаштыралар, Грецияның территорияһында бер нисә тораҡ пункттарға нигеҙ һалалар, һуңынан улар урында киң билдәле ҡала-илдәр — Коринф, Афина, Дельфа, Фива барлыҡҡа киләләр. Был осор Микен цивилизацияһының балҡышы тип һанала.

Греция һәм Балҡан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бронза быуаты аҙағында иҫке грек ҡалалары вафат булалар, Грек Ҡараңғы быуаттар башлана, уларҙан һуң — Классик Греция. Балҡанда Тимер быуатта палео-балкан (фракиецтар һәм иллириецтар) халыҡтары йәшәй.

Б.э.т. 400 йыл элек тирәһе Ла Тене тимер быуат мәҙәниәте Пиреней ярымутрауына тиклем тарала һәм быға тиклем Иберияла йәшәгән халыҡтар менән ҡушылып, Кельтебриан мәҙәниәтен барлыҡҡа килтерә.

Римдар кельттар менән бәйләнештәре тураһында бик күп яҙмалар ҡалдырған. Был отчёттар һәм археологик таныҡлыҡтар ошо йоғонтоло мәҙәниәт тураһында тәүге төшөнөү формалаштыра. Кельттар хатта Европаның көньяҡ өлөшөнөң күп ерҙәрен яулай алған Рим дәүләтенә ҙур ҡаршылыҡ күрһәтә. Кельттар яҙма өсөн Огамик яҙыу ҡулланғандар.

Ҡалған италиецтар кеүек, этрусктар союзға берләшкән ҡалалар ҙа йәшәгәндәр, Рим эпохаһында этруск союзында 12 ҡала-общиналар ингән: Тарквиния (әлеге Корнето янында), Вольци, Ветулония, Волатерра, Вольсиния, Арреций, Клузий, Цере (Агилла), Кортона, Перузий, Популония, Рузелла. Ҡалған ҡалалар ошо 12 общиналарҙа бойондороҡта булғандар,мәҫәлән, Фалерия Вейға бойһонған, ә Капена — Фалерияға. Союздың сираттағы йыйылыштары (улар йыл һайын яҙ тәғәйенләгәндәр) Вольтумна алиһәһе ғибәҙәтханаһында үткән. Был йыйылыштарҙа союздың дөйөм эштәре (һуғыш һәм тыныслыҡ тураһындағы мәсьәләләр) хәл ителә, дөйөм дини байрамдар үткәрелә; йыйылыш көндәрендә уйындар һәм ярыштар ойошторола. Атап кителгән союздан башҡа, По йылғаһы үҙәнендә һәм Кампания ла шундай союздар булған. Тәүҙә этруск ҡалаларында батшалыҡ булған, һуңынан ваҡытлыса олигархтар — лукумондар менән аристократияға әйләнә. Рим VIII һәм VII быуаттарҙа күп тапҡыр баҫып алыусылар - лукумондарға күсә. Был ваҡиғаларҙың тарихи күренештәрен Римдың Тарквиний нәҫеле , Целес Вибенна һәм Мастарна тураһында риүәйәттәрҙә күрергә мөмкин. Былар топографик белешмәләр менән дә иҫбатлана: Римда Эсквилинда һәм Тус кварталындағы һәм Лациумдың башҡа ҡалаларындағы этруск некрополдәре. Тарквиний ҡалаһы еңелгәндән һуң, Лациумда этрусктарҙың хакимлығы бөтә, ә Рим бер быуаттан Политик яҡтан көсәйеп, Этрурияға удар яһап, Вейи ҡалаһын ала.

Мёзель йылғаһының үҙәненә барып, һуңынан Рейнҙы аша сығып Рур йылғаһына тиклем барып еткән, Юлий Цезарь романизация буйынса тәүге маташыуҙар эшләй. Б.э.т. 16 быуатта Германия Косматая Галлия (Gallia Comata) провинцияһында була. Б.э.т. 12 быуатта Германика титулын алған Нерон Клавдия Друздың масштаблы герман кампанияһы башлана. Империяның сиктәре Альбисҡа (Эльба) тиклем киңәйтелә һәм б.э.т. 9-сы быуатҡа күп ҡәбиләләр буйһондорола. Уның эшен Тиберий дауам итә. Был эшмәкәрлек менән рухланған Август Альбис һәм Рен (Рейн) араһында Бөйөк Германия (Germania Magna) төҙөргә теләй, әммә ҡайһы бер ҡәбиләләр уларҙың ерҙәрен провинцияға әйләндереү өсөн ҡаршы көрәште дауам итәләр.

Б.э.т. 16—13 йылдарҙа Бельгия Галлияһында (Gallia Belgica) Үрге һәм Түбәнге Германия хәрби зоналары барлыҡҡа килә. Домициан 83/84 йылдарҙа зоналарҙы үҙ аллы провинцияларға ойошторғансы, Түбәнге һәм Урта Рейнда армия командирҙары Бельгия Галлияһына буйһонғандар. Ике өлкә араһында тәбиғи сик ролен яҡшы нығытмаға (лимес) әйләнгән Рейн ала. Рейн сиге империяла иң тотороҡһоҙо була, шуға күрә Рим унда көслө гарнизондар тота. Әммә 103 йылдан алып тиерлек һәм IV быуат аҙағына тиклем уны 2 легион - Бонн I Minervia һәм VI Victrix Кастре Ветере һаҡлай, һуңғараҡ «exercitus Germanicus Inferior» (EXEGERINF) — "түбәнге герман ғәскәре" тип билдәле булалар. 400-се йыл тирәһендә Стилихон бөтә ҡалған гарнизонды Италияға күсерә һәм Германияла тик бәләкәй генә бүлектәр генә тороп ҡала.

Б.э.т. I быуатта римдар Галлияны яулап алғандан һуң, Юлий Цезарь Британияға ике тапҡыр поход менән бара (б.э.т. 55 һәм 54 йылдар). Британияның Рим менән систематик яулап алыуы б.э.т. 43 йылдан башланып 60-сы йылдар аҙағында тамамлана. Британия Рим империяһының ситтәге провинцияларының береһе булып тора.

Романизацияға күбеһенсә көньяҡ, көнсығыш һәм үҙәк өлкәләр дусар була, көнбайышына һәм төньяғына был эш ҡағылмай. Урындағы халыҡ араһында йыш ихтилалдар күтәрелә (мәҫәлән, 61 йылда Боудикки ихтилалы). Баҫып алыу рим лагерҙары һәм хәрби юлдар системаһы менән нығытыла. Төньяҡ сиктәр буйлап рим валдары төҙөлә.

Социаль дифференциация процесын шәбәтеп, яулап алыу кельт йәмғиәттенә тамырлы үҙгәрештәр килтермәй. Рим империяһының көрсөгө Британияның яҙмышында ла сағылыш таба. III быуат аҙағынан алып кельт һәм саксон ҡәбиләләренең һөжүмдәре башлана. V быуат башында Рим хакимлығы Британияла туҡтай. Британия йәнә бер төркөм бойондороҡһоҙ кельт өлкәләренә тарҡала.

Б.э.т. 264-б.э.184 йылдағы Рим экспансияһы
Спарта территорияһы

Эллинистик цивилизация төрлө идара һәм мәҙәниәт, философия, фән, сәйәсәт, спорт, театр һәм музыка төрҙәре булған (Афина һәм Спарта) ҡала-илдәр коллекцияһы булараҡ башлана.

Эллинистик ҡала-илдәр Ҡара диңгеҙ һәм Урта диңгеҙ ярҙарында, Кесе Азияла, Сицилияла һәм Көньяҡ Италияла бик күп колонияларға нигеҙ һалалар, әммә б.э. 4-се быуаттыңда эске һуғыштар уларҙы Филипп II Македонский өсөн еңел табышҡа әйләндерә. Уның малайы Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең кампаниялары грек мәҙәниәтен Персияға, Египетҡа, Һиндостанға тиклем еткерәләр, шулай уҡ уларҙың боронғо мәҙәниәттәре менән тығыҙ бәйләнешкә ыңғай юл асалар, һәм был яңы үҫеш осорон, Эллинизмды аса.

Европа б.э.т. 220 йылда

Грек белемдәренең күпселек өлөшө Италия биләмәһендә киңәйгән Рим дәүләте тарафынан ассимиляциялана. Рим һуғышсыларының ғәйәт ҙур хәрби ҡеүәте һәм күптәр ҡаршылыҡ күрһәтә алмағас, Рим ҡеүәтенең иң етди дошманы булып арҡаһында финики колонияһы Карфаген була , ләкин III быуат аҙағында Карфаген еңелә һәм бының менән рим гегемонияһы башлана.

Тәүҙә батшалар менән идара ителгән, һуңынан Боронғо Рим сенатор республикаһы, ниһәйәт, б.э.1-се быуатында Октавиан Август һәм уның авторитар вариҫтары заманында империяға әйләнә.

Рим империяһының үҙәге Урта диңгеҙҙә була, бөтә илдәр менән уның ярҙарында идара итә; төньяҡ сиктәре Рейн һәм Дунай йылғалары менән билдәләнгән; император Траян (б.э. II быуаты) осоронда империя максималь экспансияға етә: үҙенең составына Рим Британияһы, Румыния һәм Месопотамия өлөштәрен индерә. Империя үҙе менән тыныслыҡ, цивилизация, һөҙөмтәле үҙәкләштерелгән идара алып килә, әммә өсөнсө быуатта тоҡанған граждандар һуғышы серияһы уның иҡтисади һәм социаль статусын ҡаҡшата. IV быуатта, императорҙар Диоклетиан һәм Бөйөк Константин I, империяны Көнбайыш һәм Көнсығыш өлөштәргә бүлеп, тарҡалыу процесын туҡтата алалар. Диоклетиан христианлыҡты ҡаты эҙәрлекләй, ә Константин I үҙенең 313 йылғы Милан эдикты менән христиандарҙы эҙәрлекләүҙе туҡтатыуҙы иғлан итә, шуның менән империяның 380 йылда рәсми рәүештә христиан дәүләтенә әүерелеүенә нигеҙ һалыуға әҙерләнгән. Һөҙөмтәлә Сиркәү мөһим дәүләт институтына әйләнә.

526 йылдағы Европа — готтар контроле аҫтында һәм 600 йылда Византия империяһы сәскә атҡан ваҡытында

Иртә урта быуат заманында, 500 йылдан алып 1000 йылға тиклем Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе була, Европаға викингтар һәм төркиҙәр килә, һундар, аварҙар, хазар, болғар ханлыҡтары; Италияла остготтар һәм Аквитанияла һәм Пиреней ярымутрауында вестготтар короллеге, үҙенең сәскә атҡан осоронда Европаның күп өлөшөн биләгән Франк дәүләте барлыҡҡа киләләр[19]. Мираҫты улдар араһында бүлеү традицияһы һөҙөмтәһендә, франктар территорияһы шартлы рәүештә генә берҙәм дәүләт һымаҡ идара ителгән, ысында ул бер нисә буйһондоролған королектәргә (regna) бүленгән булған. Короллектәр һаны һәм уларҙың урынлашыуы ваҡыт үтеү менән үҙгәреп торған, һәм башта Европаның төньяғында, Рейн һәм Маас йылғалары буйында урынлашҡан бер генә короллек, Австразия ғына, Франкия тип аталған; шуға ҡарамаҫтан, был төшөнсәгә, Луара йылғаһынан төньяҡтараҡ һәм Сена йылғаһынан көнбайыштараҡ урынлашҡан Нейстрия короллеге дә индерелгәндәр. Тора-бара Франкия атамаһын ҡулланыу Париж йүнәлеше яғына күсә, һөҙөмтәлә Парижды уратып алған (хәҙерге ваҡытта Иль-де-Франс исеме аҫтында билдәле) Сена йылғаһы бассейны әйтелә башлай, һәм был исем бөтә Франция короллегенә бирелә.

VIII быуатта Пиреней ярымутрауын ғәрәптәр баҫып ала.

Бөйөк Карл тормошҡа ашырған үҙәкләштерелгән власть, шулай уҡ уның шәхсән ғилемлекте яратыуы Каролинг яңырыуында үҙәк роль уйнай. Каролинг яңырыуы, бөтә империя биләмәләрендә үҙ власын нығытырға ынтылған Каролингтар алдында торған хәрби-сәйәси һәм административ мәсьәләләрҙе хәл итеү менән тығыҙ бәйле була, шуның өсөн хеҙмәткәр-административ кадрҙар, белемле руханиҙар әҙерләргә кәрәк була. Был маҡсаттары ашырыр өсөн яңы мәктәптәр (Турҙа, Корбиҙа, Фульдта, Реймста, Райхенауҙа һ. б.) асыла. Каролинг яңырыуы үҙәге булып, Бөйөк Карл һарайындағы үҙенсәлекле түңәрәк — Алкуин етәкләгән «Палатин академияһы» була. Түңәрәктә Бөйөк Карл, уның биографы Эйнгард, шағир Ангильберт һәм башҡалар ҡатнаша.

Каролинг яңырыуы осоронда донъяуи белемгә, «Семь свободных искусств"ҡа ҡыҙыҡһыныу арта. Каролинг яңырыуы араһында Ирландиянан сыҡҡан — Скотт Седулий (грек теле белгесе, шағир һәм ғалим) һәм Иоанн Эриуген Мал (урта быуаттарҙың үҙенсәлекле тәүге философы, пантеистик[20] системаһын уйлап сығарған) айырым урын биләйҙәр.

Европаны Көнбайыш һәм Көнсығышҡа бүлеү V быуатта Аттила төркиҙәре һәм герман ҡәбиләләре баҫыуы һөҙөмтәһендә Көнбайыш Рим империяһы ҡолағандан һуң көсәйә. Шул уҡ ваҡытта Көнсығыш Рим империяһы (Византия империяһы) тағы ла мең йыл йәшәй. Рим империяһы грек телендә һөйләшкән һәм латин телендә һөйләшкән төбәктәргә бүленә[21].

VII һәм VIII быуаттарҙа ғәрәп экспансияһы Урта диңгеҙҙең көньяҡ ярҙарына (Сүриәнән Сицилияға һәм Испанияға тиклем) ислам мәҙәниәтен алып килә, һәм был Урта диңгеҙ цивилизациялары араһында төрлө айырмалыҡтарҙы тағы ла арттыра. Бик күп белем һәм технологиялар юҡҡа сыға, сауҙа бөлгөнлөккә төшә һәм кешеләр урындағы аграр берләшмә-общиналарға ҡабаттан әйләнеп ҡайталар.

Шул уҡ быуатта, төрки-болғарҙар Европала Болгария тигән дәүләт төҙөйҙәр, һуңынан ул беренсе славян дәүләтенә әүерелә.

Феодализм донъяла яңы тәртип булдыра һәм, ҡалалар һәм юғары ойошторолған армия аҫтында нигеҙ һалынған, үҙәкләштерелгән Рим хакимиәтен алмаштыра.

Көнбайыш Рим империяһының емерелеүен кисергән берҙән-бер учреждение рим-католик Сиркәүе була. Ул Рим мәҙәни мираҫының бер өлөшөн һаҡлап ҡалп һәм уның өлкә буйынса XIII быуатҡа тиклем ойр сығанағы булып ҡала. Рим Папаһы булараҡ билдәле Рим епискобы көнбайыш сиркәүенең лидерына әйләнә, шул уҡ ваҡытта уның вариҫлығы көнсығышта киң танылмай.

Изге Рим империяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Европа, 814 йыл.

Изге Рим империяһы яҡынса 800 йылда Бөйөк Карлға,франктар короленә, Император тип Рим Папаһы таж кейҙергән саҡта барлыҡҡа килә. Уның империяһы хәҙерге Франция, Бенилюкс һәм Германия биләмәләрендә нигеҙләнеп Венгрияның, Италияның, Богемияның, Түбәнге Саксония һәм Испанияның хәҙерге территорияларына тиклем киңәйә. Ул һәм уның атаһы ла, Ломбардтарға ҡаршы ярҙам алырға теләгән Рим Папаһы менән союздан ҙур ярҙам алалар. Рим Папаһы рәсми рәүештә Византия империяһының вассалы була, әммә Византия императоры Ломбардтарға ҡаршы бер нәмә лә эшләй алмай.

IX һәм X быуат аҙағында Төньяҡ һәм Көнбайыш Европа алдынғы диңгеҙ суднолары менән сауҙа һәм һөжүм иткән викингтарҙын гөрләп сәскә атҡан ҡеүәтен һәм йоғонтоһон тоя. Венгрҙар материк Европаны, ә ғәрәптәр көньяғын ташлағандар.

X быуаттарҙа Үҙәк Европала бойондороҡһоҙ королектәр барлыҡҡа килә, мәҫәлән, Польша һәм Венгрия нигеҙләнә. Һуңғыһы талау өсөн һөжүмдәрен туҡтата.

Европа 1000 йылда

Яҡынса 1000 йылда тамамланған,унан һуңғы осорҙа, феодализмдың артабанғы үҫеше күҙәтелә, ул Изге Рим империяһын көсһөҙләндерә.

1054 йылда Христиан сиркәүенең тарҡалыуынан һуң көнбайыш христианлыҡ Үҙәк Европаның яңы ойошторолған короллектәрендә: Польшала, Венгрияла һәм Богемияла ҡабул ителә.

Рим католик сиркәүе албирмәҫ көскә әйләнгән һәм был Папа һәм Император араһында бәхәстәр тыуҙыра. Рим католик сиркәүенең хакимлығының өлкәләре Скандинавияның, Литваның, Польшаның, Венгрияның мәжүси батшаларының христиан диненә күсеүе һәм тәре походтарына бәйле киңәйә. Европаның күпселек өлөшө XV быуаттарҙа романо-католик булып китә.

Һуңғы Урта Быуаттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Европа 1360 йылда

Көнбайыш Европала икенсе цивилизацияның иртә билдәләре XI быуатта, Венеция һәм Флоренция кеүек бойондороҡһоҙ ҡала-илдәрҙә сауҙа иҡтисади һәм мәҙәни үҫешен килтерә башлағас, йәнә Италияла башлана. Шул уҡ ваҡытта, уларҙың төҙөлөүе бер нисә быуат тәшкил итһә лә, милли дәүләттәр Франция, Англия, Испания һәм Португалия кеүек урындарҙа барлыҡҡа килә башлай. Икенсе яҡтан, Германияла һәм Италияла урынлашҡан Изге Рим империяһы формаль рәүештә генә императорға буйһонған бик күп феодаль кенәзлектәргә фрагментлана.

Европала иң ҡурҡыныс һәләкәттәрҙән бубон чумаһы була, йәки Ҡара үлем. Сирҙең бик күп таралыу осраҡтары билдәлә, шулар араһында иң ҙуры 1300-се йылдар уртаһында була, ул төрлө баһалар буйынса Европа популяцияһының өстән бер өлөшөнө үлтерә. Күп йәһүдтәр ростовщиктар булып эшләгәндәр (христианға ростовщик булырға рөхсәт ителмәгән), шуға күрә уларға башҡа европеецтар яғынан кире мөнәсәбәт ҡалҡа. Һөҙөмтәлә йәһүдтәр йыш ҡына эпидемияны таратыуҙа ғәйепләнә. Был Европаның ҡайһы бер өлкәләрендә йәһүдтәрҙең эҙәрлекләүҙәрең артыуына килтерә. Йәһүд меңләп Польшаға ҡасалар.

XIV быуаттан башлап Балтик диңгеҙе иң мөһим сауҙа юлдарының береһенә әүерелә. Ганза союзы — Һатыу иткән ҡалаларҙың берекмәһе — Польшаның, Литваның һәм башҡа Балтика илдәренең ҙур өлкәләренең Европа иҡтисадына ҡушылыуҙы еңеләйтә.

Традиция буйынса, Урта быуаттар аҙағын Константинопольдең төшөүе һәм Византияның 1453 йылда төрөк-ғосмандар баҫып алыуы менән бәйләйҙәр.

Төрөктәр был ҡаланы 1919 йылға тиклем дауам иткән һәм шулай уҡ Мысырҙың, Сүриәнең һәм Балҡандың күпселек өлөшөн үҙ эсенә алған Ғосман империяһының баш ҡалаһы итәләр.

Европа 1500 йылда

Петрарка 1330-сы йылдарҙа былай тип яҙған: "Хәҙер йәшәйем, шулай ҙа мин икенсе ваҡытта тыуырмын инем". Ренессанс — яңы дәүер барлыҡҡа килә, унда уҡыу өсөн мөһим урын бүленгән. XIV-XV быуаттарҙа белемле Византия халҡының күсенеүе һәм 1453 йылда Константинопольдең ҡолауы Рим-католик сиркәүе илдәрендә Европаның берҙән-бер христианлыҡ булған континентҡа әйләнгәне, ә Европаның антик мәҙәни мираҫы - уларҙың ҡаҙанышы тигәнде аңларға булышлыҡ итә. Яңырыу дәүеренең синфи айырымлығы - донъяуи мәҙәниәт характеры һәм уның антропоцентризмы. Ул ваҡытта антик мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу арта, һәм уның яңырыуы һымаҡ була, был инде дәүергә атама бирә лә инде.

Бөйөк географик асыштар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Санта-Мария».

XV—XVII быуат урталарында барған Бөйөк географик асыштар Европала тәүге капитал йыйыу процесы менән бәйле. Яңы сауҙа юлдарын һәм илдәр үҙләштереү, яңы асылған ерҙәрҙе талау был процестың үҫешенә булышлыҡ итә, колониаль капитализм системаһын булдырыуға башланғыс һалына. Был осорҙа тиҙ металлургия үҫешә. Йәғни металл иң яҡшы сифатта сыға һәм был машиналар эшләүҙе үҫтереүгә килтерә. Судно төҙөү эшендә ҙур араға йөҙөү мөмкинлеге биргән караптар барлыҡҡа килә. XV быуат аҙағында караптың асыҡ диңгеҙҙә ҡайҙа булғаның билдәләргә мөмкинлек биргән навигация приборҙары (компас һәм астролябия) яҡшыртыла. Караптың яңы тибы — каравелла барлыҡҡа килә. Ул парус системаһы ярҙамында ел буйлап та, елгә ҡаршыла сәғәтенә 22 километр менән бара алған. Өҫтәүенә, диңгеҙ ағымдары, диңгеҙ һыуының ҡалҡыуы һәм ҡайтыуы, ел йүнәлеше тураһында мәғлүмәттәр килеп сығалар. Яңы ерҙәрҙе картаға һалыу картография үҫешенә килтерә. Бынан тыш, Европа халҡы Һиндостанға бер генә юлды - Урта диңгеҙ, ә һуңынан ҡоро ер аша ғына белгән. Әммә Урта диңгеҙ төрөк-сельджуктар менән баҫып алынған, XIV-XV быуаттарҙа улар диңгеҙҙә өҫтөнлөк иткәндәр, Европа сауҙагәрҙәренән юғары пошлина йыйғандар, шулай уҡ пиратлыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Бының арҡаһында Урта диңгеҙ аша үткән юл бик ҡиммәт һәм отошһоҙ булып киткән, һәм Һиндостанға яңы юлдар эҙләү мәсьәләһе тыуған.

Католик христианлығы XVI быуаттарҙа Реформация һөҙөмтәһендә ике өлөшкә бүленеп сыға. Христиан донъяһы яйлап ҡына Европа цивилизацияһына әүерелә. Был ваҡыттағы Европа хәҙерге Европаға ҡарағанда бәләкәйерәк булған: төрлө сәбәптәр арҡаһында Бөйөк Британия, Польша(хәҙерге Көнбайыш Украинаның территорияһы), Мальта, шулай уҡ хәҙерге Греция, Литва, Кипр, Румыния, Сербия, Черногория, Болгария, Белоруссия, Рәсәй (татар-монгол һөжүм иткән ваҡытынан алып XVIII быуат башына тиклем) территориялары; хәҙерге Албания, Босния, Грузия, Әрмәнстан һәм Әзербайжан ( XVIII быуат башына тиклем) ерҙәре, шулай уҡ айырым йылдарҙа — Чехия, Словакия һәм Венгрия (төрөктәр һәм монголдар оккупацияһы ваҡытында) политик Европа өлөшөнө тип Көнбайыш Европала ҡаралмаған. Төркиә Европаның күп өлөшдә идара итһә лә, ислам арҡаһында сит ер тип билдәләнгән, был Московияға православие өсөн дә ҡағылған. Эмерик Крусе (1623) Европа советына Европала бөтә һуғыштарҙы бөтөрөү идеяһы менән килә, әммә бөтә Европа илдәре (Рәсәй һәм Төркиәнән тыш) ярашыу договоры төҙөргә риза булһаларҙа, был эш бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй. Бер нисә йылдан йәнә һуғыштар ҡабына (Дания менән Швеция, Англия һәм Испания менән Франция араһында). Реформация Европаның үҫешен оҙаҡ йылдарға туҡтата. Бынан тыш, күбеһе һуғышты ыңғай яҡтан ҡарағандар: нимәгә ул цивилизация, әгәр һеҙ уны яҡлай йәки юҡҡа сығара алмағас? Цивилизацияның идеалы боронғо гректарҙан һәм римдарҙар алына: мәғариф, дисциплина һәм ҡалалағы тормош кешеләрҙе цивилизациялы итеү өсөн кәрәк.

Иртә яңы ваҡыт: XVI—XVIII быуаттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Европа 1595 йылда

Аугсбург дини ярашыу договоры (1555) Германияла лютерандар һәм католиктар араһындағы көрәшеүҙе туҡтата. Ярашыу договоры шарттары буйынса, немец кенәздәре үҙ милектәрендә, "кемдә власть, шунда дин" принцибы менән, үҙҙәре динде (лютеранлыҡ йәки католик христианлыҡ) һайлай алғандар. Шуның менән бергә католик сиркәүе юғалтҡан йоғонтоһон кире ҡайтарырға теләй. Цензура һәм инквизиция көсәйтелә, иезуиттар ордены нығына. Ватикан ҡалған хаким-католиктарҙы үҙ милкендә протестантизмды тамырынан ҡороторға этәрә. Габсбургтар саф католиктар булһа ла, император статусы уларҙы дингә тигеҙ ҡарарға мәжбүр итә. Шуға күрә улар Контрреформацияла иң мөһим урынды бавар хакимдарына бирә. Дини көсөргәнеш арта.

Көньяҡ һәм Көнбайыш Германияның протестант кенәздәре артҡан баҫымға ҡаршы торор өсөн 1608 йылда ойошторолған Евангелик унияһына берләшәләр. Католиктар яуап итеп Католик Лигаһына берләшәләр (1609). Ике союз да тиҙ арала сит ил дәүләттәре тарафынан хупланды. Бындай шарттарҙа дөйөм импер органдары - Рейхстаг һәм Суд палатаһы эшмәкәрлеге тотҡарлана.

1617 йылда Габсбургтар династияһының ике тармағы ла йәшерен килешеү - төрлө ҡаршылыҡтарҙы яйға һалған Оньяте килешеүе төҙөй. Уның шарттары буйынса Эльзаста һәм Төньяҡ Италиялағы ерҙәр Испанияға вәғәҙә ителә, улар испан Нидерландтарының Габсбургтарҙың итальян биләмәләре менән бәйләнеш тәьмин итер ине. Алмашҡа Испания короле Филипп III империяның тажына дәғүә итеүҙән баш тарта һәм Фердинанд Штирийский кандидатураһын яҡларға ризалаша. Чехияның һәм Изге Рим империяһы императоры Матвейҙың тура вариҫы булмай һәм 1617 йылда чех сеймаһын үҙенең ҡустыһы Фердинанд Штирийскийҙы, саф католик һәм иезуит тәрбиәләнеүсеһен, үҙенең вариҫы тип танырға мәжбүр иткән. Ул башлыса протестант Чехияла ҡырҡа популяр булмай, был оҙаҡҡа һуҙылған конфликттың сәбәбе була.

Англияла Граждандар һуғышы һәм Шотландия менән берләшеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Төп мәҡәлә: Англияла XVII быуат революциялары
1642—1645 йылдарҙа Граждандар һуғышы барышы. Ҡыҙыл төҫ — роялистар контролдә тотҡан ерҙәр, йәшел төҫ — парламент территориялары

Тәү сиратта һуғышҡа дин сәбәпсе була. Карл I 1625 йылда король булғас та, Arminian стилендәге англиканствоһы һәм уның француз католик ҡатыны, католик христианлығына һәм папизмға кире ҡайтарылыу кеүек тойола. Өҫтәүенә, ул Парламент менән һыйышмай, һәм 1620-се йылдарҙағы файҙаһыҙ сессиялар 11 йыл дауамында Парламентты ябыуға килтерә.

Ләкин 1640 йылда шотландтар һөжүм иткәндән һуң Карл I армияны аҡса менән тәьмин итеү өсөн Парламентты яңынан йыйырға мәжбүр була. Парламент Ирландиялағы фетнәне финанслауҙан баш тарта һәм Парламентты уның ризалығынан тыш таратыу мөмкинлеге булмау тураһында закон ҡабул итә. 1641 йылдың авгусында парламент "Великая ремонстрация" - король менән енәйәт ҡылынған мәҡәләләр йыйынтығын ҡабул итә. Шунан һуң дәүләт власы тулыһынса парламент ҡулында туплана.

Карл 1642 йылдың февралендә Пим менән биш кешене ҡулға алырға маташа. Улар королеваны, Карл менән идара итә һәм тиранлыҡ француз стилен англичандарға ҡулланып маташа тип яуаплылыҡҡа тарттырырға маташалар.

Король һәм уның ғаиләһе Лондонды 1642 йылдың майында ташлап китәләр һәм Ноттингемда король штандартын үҫеүе булып һуғыш иғлан итеүе була. Карла яғын "кавалерҙар" тип атайҙар; парламент яғы "Круглоголовые" тип әйтелә. Тәүге уңыштарға ҡарамаҫтан, Пимдың шотландтар менән килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң, Карлдың еңелеүе 1644 йылда тәьмин ителә . Карл еңелә һәм әсирлеккә алына.

Англия Берләшмәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кромвель икеләнә, ләкин ҡулға төшөрөлгән хаттан уның король менән уйнауының ысын мәғәнәһен аңлай (король армия менән түгел, ә шотландтар менән һөйләшеүгә инергә теләгән) һәм унан ҡотолорға баҙнат итә. Уның талабы буйынса общиналар палатаһы 1648 йылдың ғинуарында король менән һәр артабанғы һөйләшеүҙәрҙе дәүләткә хыянат тип иғлан итә. Был ҡарар күп провинцияларҙы королде яҡлау өсөн ҡорал алырға мәжбүр итә, ә шотландтар сикте сығып Лондонға табан хәрәкәт итәләр. Кромвель тиҙ арала ихтилалды баҫа һәм ике тапҡыр көслөрәк шотландтар ғәскәрен еңеп, Эдинбургҡа тиклем барып етә. Әммә парламент Кромвельдең булмауы менән файҙаланып, яңынан, элекке кеүек үк, король менән һөйләшеүҙәр башлай, әммә был бер нәмәгә лә килтермәй. Енләнгән индепенденттар Лондонға табан баралар; 1948 йылдың 6 декабрҙә Прайд етәкселеге аҫтында ике полк общиналар палатаһына барып инәләр, пресвитериан партиянан 45 ағзаны ҡулға алыналар, ә күптәрҙе ҡыуып ебәрәләр. 489 парламентарийҙың 83-сө тиерлек король тәҡдимдәрен ҡабул итмәҫкә вәғәҙә итәләр. "Таҙартылған" парламент (Rump Parliament) Брэдшоу судьяһы рәйеслегендә королгә суд тәғәйенләй. Лордтар һәм батша протестына, шулай уҡ шотландтар, Франция һәм Голландия яҡлауына ҡарамай, суд 1649 йылдың 27 ғинуарында королде тиранлыҡ һәм дәүләткә хыянат иткән өсөн үлем язаһына хөкөм итә. 30 ғинуарҙа Карл I үҙенең башын эшафотта һала.

Монархия бөтөрөлгәндән һуң, Бөйөк Британия яңы осор — Англия Берҙәмлегенә аяҡ баҫа.

Уния тураһында акт (1707)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уния тураһында акт (1707) Бөйөк Британияны ойоштороу өсөн Англия һәм Шотландия короллектәре парламенттарын берләштерә.

Уния тураһында акт (1800) Бөйөк Британия һәм Ирландия короллектәрен Берләшкән Короллеккә берләштерә.

Мәғрифәтселек дәүере

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Джон Локк Готфрид Кнеллер портретында

Яңы ваҡыт тарихында "мәғрифәтселек" бик мөһим әһәмиәткә эйә була. Мәғрифәтселек XIV-XV быуаттарҙағы гуманизмдының тәбиғи дауамы булып тора. Ләкин мәғрифәтселек дәүере гуманизм дәүеренән Көнбайыш Европа тормошонда йәнә теологик һәм сиркәү башланғыстары өҫтөнлөк алған Реформация һәм католик реакциялары дәүерҙәре менән айырылып тора. Мәғрифәтселек гуманизмдың ғына түгел, ә политик һәм намыҫ азатлығы вариҫы алған XVI һәм XVII быуаттағы алдынғы протестантизм традицияларын дауам итә. Англияла XVII быуат аҙағында һәм XVIII быуат башында иң уңайлы реформация дәүере идеяларының мәғрифәтселек дәүере идеяларына күсеүе күҙәтелә. Был ваҡытта реформация дәүерендәге дине эволюцияһының тамамлауы һәм "тәбиғи дин"дең башы менән һыҙатланған деизм үҫеше күҙәтелә. Атап әйткәндә, XVIII быуатта мәғрифәтселек әҙәбиәтен башлап ебәреүсе булараҡ Локаны ҡарарға мөмкин. Гуманизм һәм ппростантизмға оҡшап,төрлө илдәрҙә мәғрифәтселек урындағы һәм милли характерҙа була.

XVIII быуатта дөйөм Европа әһәмиәтен Вольтер, Монтескьё, Руссо, Дидро һәм башҡа яҙыусылар йөҙөндә француз мәғрифәтселек әҙәбиәте ала. Уларҙың дөйөм һыҙаты - Францияла политик һәм социаль һорауҙарға критикаһын йүнәлткән рационализм өҫтөнлөгө.

Мәғрифәтселектең төп ынтылышты булып кешенең аң эше буйынса кеше тормошоноң тәбиғи принциптарын (тәбиғи дин, тәбиғи хоҡуҡ һәм башҡалар) эҙләү була. Мәғрифәтселек идеялары йоғонтоһо аҫтында йәмәғәт тормошон яңынан (мәғрифәтле абсолютизм һәм француз инҡилабы) төҙөргә тейеш реформалар ҙа ҡабул ителә.

18-19 быуаттарҙа Европа карталары

Бөйөк француз революцияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бастилияны штурмлау

Вольтер, Монтескьё, Руссо һәм башҡа яҙыусыларҙың эшмәкәрлеге арҡаһында, хатта француз йәмғиәтенең алдынғы өлөшөндә түңкәрелеш була. Руссо, Мабли, Дидро һәм башҡа демократик философияла менән күпләп ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килә. Бойондороҡһоҙ өсөн Төньяҡ Америка һуғышы, унда француз ирекмәндәр, хөкүмәт үҙе лә ҡатнашҡан, Францияла ла яңы идеялар тыуҙырырға мөмкин тип йәмғиәткә әйтеп тора.

Наполеон һуғыштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Европа 1812 йылда

1799 йылда революцион Франция бер нисә уңышһыҙлыҡ кисерә, һәм уның хәле ярайһы уҡ ҡатмарлы булһа ла, уның дошмандары иҫәбенән Рәсәй сыға. Республиканың тәүге консулы иғлан иткән Наполеон алдында һуғышта төп һынылыуға өлгәшеү бурысы тора. Төп ударҙы итальян һәм Германия фронттарында Австрияға яһарға уйлай.

1812 йылдан алып Португалияла һәм Испанияла хәрби хәрәкәттәр уңышһыҙлыҡтарын кисергән Наполеондың хәрби көсөнөң ҡолауы башлана. Германияны һәм Европаны азат итеү өсөн һуғыш, тамамланып килгән 1812 йылғы Ватан һуғышы уның "бөтөүҙен аҙағы" була. Рәсәйҙә (1812) һәм Германияла (1813) еңелгән Наполеон Францияла ла (1814) еңелә.

Наполеон һуғыштарының йомғаҡлау эпизоды булып Ватерлоо янындағы бәрелеше менән "Йөҙ көн" дәүере походы була.

Конгресс Австрия Нидерландтарының (хәҙерге Бельгия) территорияһының яңы Нидерланд короллеге составына инеүҙе санкциялай, әммә Австрияның бөтә ҡалған ерҙә Габсбургтар контроленә күсә, шул иҫәптән Ломбардия, Венеция өлкәһе, Тоскана, Парма һәм Тироль. Пруссияға Саксонияның бер өлөшө, Вестфалия һәм Рейн өлкәһенең байтаҡ территорияһы эләгә. Францияның элекке союздашы Дания Швецияға бирелгән Норвегиянан мәхрүм ителә. Италияла Ватиканда Рим Папаһының власы тергеҙелә, ә Бурбондарға Ике Сицилия короллеге кире ҡайтарыла. Шулай уҡ Германия союзы булдырыла. Наполеон Варшавский ойошторолған кенәзлектең бер өлөшө Польша батшалығы исеме аҫтында Рәсәй империяһы составына инә, ә рус императоры польша короле лә булып китә.

Вена конгресынан һуң Европа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Революцион Франция еңелгәндән һуң, башҡа бөйөк державалар 1789-ға тиклем булған хәлде тергеҙеп ҡарайҙар. Әммә уларҙың тырышлығы революцион хәрәкәттәрҙең таралыуын туҡтата алмай: урта класста Француз революцияһы демократияһы идеалдарының көслө йоғонтоһо аҫтында булалар, сәнәғәт революцияһы мөһим иҡтисади һәм социаль үҙгәрештәр килтерә.

Марксизмдың барлыҡҡа килеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Коммунистар партияһы манифесы» — оригинал

Марксизм XIX быуаттың 40-сы йылдарында капиталистик йәмғиәттә антагонистик ҡапма-ҡаршылыҡтар килеп тыуған саҡта барлыҡҡа килә һәм тарих майҙанына үҙ аллы сәйәси көс булараҡ эш класы сыға. Карл Маркс һәм Фридрих Энгельс эш класының донъяға ғилми ҡарашы, программа, уның революцион көрәшенең стратегиялары һәм тактикаһы ижадсылары булалар. Улар кешелектең ғилми һәм йәмәғәт фекерен киренән өйрәнеп үҙгәртәләр, класс көрәше һәм эшләүсе массалар революцион хәрәкәттәренең тәжрибәһен дөйөмләштерәләр.

Эшсе класының революция теорияһы булараҡ, марксизм 1848-49 йылдарҙа Көнбайыш Европала үткән революцияларҙан башлап практик тикшереү үтә. Ошо революцияларҙан һуң К. Маркс һәм Ф. Энгельс үҙәренең эшмәкәрлеген ғилми коммунизм идеяларын пропагандалауға, бөтә илдәрҙә пролетар революционерҙар кадрҙарын әҙерләүгә, яңы революцион көрәш өсөн халыҡ-ара пролетариат көсәйеүенә йүнәлтәләр.

Был осор К.Маркс һәм Ф. Энгельс етәкселегендәге "Халыҡ-ара эшсе ширҡәттәре" (Беренсе Интернационал, 1864) тип аталған эшсе кластарҙың милли интернациональ партияһын булдырыу менән билдәләнә. XIX быуаттың 70-80-се йылдарында Европаның ҡайһы бер илдәрендә пролетариат социаль-демократик партиялар булдырыла.

Франция-Пруссия һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1866 йылда Австрия-Пруссия һуғышында еңгәндән һуң Пруссия үҙенең ҡанаты аҫтында Германияның бөтә ерҙәрен берләштерергә, шулай уҡ Францияны көсһөҙәйтергә ынтыла. Франция үҙ сиратында берҙәм һәм көслө Германия барлыҡҡа килеү мөмкинлеген бөтөрөргә тырыша. Вильгельм Прусскийҙың туғаны Леопольд Гогенцоллерндың Испания тәхетенә дәғүә итеүе һуғышҡа формаль сәбәп була. Был дәғүәләрҙе Отто фон Бисмарк йәшерен рәүештә хуплай. Парижда Леопольдтың дәғүәһе асыу килтерә . Наполеон III Гогенцоллерндың Испания тәхетенән баш тартырға мәжбүр итә, ә шунан һуң Наполеон илсеһе Вильгельмдың да хуплауына ирештерә. Йәшерен мәғлүмәттең билдәле булыуы. Франция үҙен кәмһетелгән тип тоя. Мобилизация. Һөҙөмтә лә, 1871 йылдың 18 ғинуарында Версалда Бисмарк һәм Вильгельм I Герман империяһын булдырыуы тураһында иғлан итә.

Беренсе донъя һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Европала Беренсе донъя һуғышынан әҙ генә алдараҡ бөйөк державалар - Германия империяһы, Австро-Венгрия, Франция, Бөйөк Британия, Рәсәй араһында ҡапма-ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, Бөйөк Британия Германияның 1899-1902 йылдарҙағы англо-бур һуғышында бурҙарға ярҙам итеүе өсөн гәфү итә алмай, шулай уҡ 1870 йылда Франция-Пруссия һуғышында еңелгәндән һуң, Франция реванш алырға һәм 1871 йылда айырылған Эльзас менән Лотарингияны кире ҡайтарырға теләй, Рәсәй империяһы үҙ флотының Урта диңгеҙгә ирекле үтеүенә, Дарданелла боғаҙындағы контроль режимының көсһөҙәйеүенә дәғүә итә,ә Германия империяһы яңы хәрәкәтсән империя булараҡ континентта хәрби, иҡтисади һәм сәйәси лидерлыҡҡа ынтыла, шулай уҡ 1871 йылдан һуң ғына колониялар өсөн көрәштә ҡатнаша башлағас та, Англияның, Францияның, Бельгияның, Нидерланд һәм Португалияның колониаль биләмәләрендә тигеҙ хоҡуҡтарға дәғүә итә. Үҙ продукцияһын һатыу өсөн баҙарҙар алыуҙа айырым әүҙемлек күрһәтә. Бынан тыш, күп милләтле империя булараҡ, Австро-Венгрия милләт-ара ҡаршы торош сәбәпле Европала тотороҡһоҙлоҡ усағы була. Яҡын Көнсығышта тарҡалып килгән Ғосман империяһының (Төркиә) бүленеүенә өлгөрөр өсөн бөтә державаларҙың да тиерлек иғтибарҙары бәрелешә.

1870 йылдағы Франция-Пруссия һуғышынан һуң һәм 1914 йылға тиклем Европала локаль конфликттар (Балҡан һуғышы, Итало-төрөк һуғышы) барлыҡҡа киләләр, әммә улар ҙур һуғышҡа әүерелмәйҙәр. 1905 йылда Германия Рәсәй (Бьёрк килешеүе) менән союзлыҡ тураһында килешеү төҙөргә тырыша, әммә ул үҙ көсөнә инмәй.

Октябрь революцияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе донъя һуғышы Рәсәйҙә самодержавие ҡоролошоноң көрсөгөнә килтерә. Февраль революцияһы һөҙөмтәһендә власҡа килгән ваҡытлыса хөкүмәт хаосты һәм емереклекте еңеп сыға алмай, һәм власты үҙ ҡулдарына Ленинһәм Свердлов етәкселегендәге советтар алалар.

Фашизмдың барлыҡҡа килеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фашизм һүҙе итальян теленән fascio (фашио) - "союз" (тәүге фашист ойошмаларының атамалары — fascio combattione, көрәш союзы) тигәндән килә. Бенито Муссолини фашизмы корпорация дәүләте идеяһын беренсе планға сығара, йәғни бөтә халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡлаусы корпоратив корпорацияларҙың власы булараҡ дәүләт идеяһын тәҡдим итә (партия власы булараҡ парламент демократияһына ҡаршы). Фашистар идеологияһы Италияла 1910-сы йылдар аҙағында барлыҡҡа килә, 1922 йылда Италия фашистик партияһы власҡа килә һәм Бенито Муссолини диктатураһын ҡуя.

Испанияла Граждандар һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был фашизм һәм коммунизм араһындағы һуғыш алдынан тикшереү була. 1936 йылдың 17 июлендә һауа торошо сводкаһынан "Бөтә Испания ла ап-аяҙ күк йөҙө" тигәндән граждандар һуғышы башлана. Хәрбиҙәр ҙур ҡалаларҙа ла ихтилалдар күтәрәләр, ләкин ул тиҙ генә баҫыла. Һөҙөмтәлә тиҙ генә еңеү яулай ала алмайҙар. Ике яҡ та "дөрөҫ булмаған яҡҡа" барып сыҡҡан сәйәси дошмандарҙы күмәкләп ата башлайҙар.

Республикандар СССР-ға хәрби ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән ваҡытта милләтселәргә Италия һәм Германия ярҙам күрһәтә. Ул ваҡытта Милләттәр лигаһының ҡатнашмаусылыҡ буйынса комитеты эшләй, уның составына ғәмәлдә һуғышда ҡатнашҡан бөтә сит ил дәүләттәре ингән була.

Коминтерн кешеләрҙе антифашистик бригадаларға йыя башлай. Франко яғында ла төрлө илдәрҙән, Италиянан һәм Германиянан тыш, Ирландиянан, Франциянан, шулай уҡ рус эмигранттары ла һуғышҡан.

Икенсе донъя һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Икенсе донъя һуғышы башланыр алдынан Европа
Европа 1941-1942 йылдарҙа

Версаль килешеүе Германияның хәрби өлкәлә мөмкинлектәрен ҡырҡа сикләй. Әммә 1933 йылда Адольф Гитлер етәкселегендәге Национал-социалистик эшселәр партияһы власҡа килеү менән Версаль килешеүенең бөтә сикләүҙәрен һанға һуҡмай башлай — атап әйткәндә, армияға саҡырыуҙы тергеҙелә һәм ҡоралдар һәм хәрби техника етештереү тиҙ арала арттырыла. 1933 йылдың 14 октябрендә Германия Милләттәр лигаһынан сыға һәм ҡоралландырыуһыҙ буйынса Женева конференцияһында ҡатнашыуҙан баш тарта. 1934 йылдың 24 июлендә Венала хөкүмәткә ҡаршы фетнә күтәреүҙе ҡотортоп, Германия Австрияны үҙ составына ҡушып маташа, әммә Италия диктаторы Бенито Муссолининың кире позицияһы арҡаһында үҙенең пландарынан баш тартырға мәжбүр була.

30-сы йылдарҙа Италия агрессив тышҡы сәйәсәт алып бара. 1935 йылдың 3 октябрендә ул Эфиопияға һөжүм итә һәм 1936 йылдың майына уны баҫып ала. 1936 йылда Итальян империяһы иғлан ителә.

Нигеҙһеҙ агрессия акты көнбайыш державаларҙа һәм Милләттәр лигаһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Көнбайыш державалары менән мөнәсәбәттәренең насарайыуы Италияның Германия менән яҡынайыуына төртә. 1936 йылдың ғинуарында Муссолини Адриатикала экспансиянан баш тартыу шарты менән немецтарға Австрияны баҫып алыуға принципиаль ризалыҡ бирә. 1936 йылдың 7 мартында немец ғәскәрҙәре Рейн демилитаризацияланған биләмәләр зонаһын биләй. Бөйөк Британия һәм Франция быға йоғонтоло ҡаршылыҡ күрһәтмәйҙәр, тик формаль протест менән генә сикләнәләр. 1936 йылдың 25 ноябрендә Германия менән Япония коммунизмға ҡаршы берлектә көрәш тураһында Антикоминтерн пакты төҙөйҙәр. 1937 йылдың 6 ноябрендә был пактҡа Италия ла ҡушыла. Формаль рәүештә, Икенсе донъя һуғышы Германияның Польшаға һөжүм итеүҙән башлана. СССР һәм уның союзниктары батырлыҡ тырышлығы менән герман һуғыш машинаһы еңәләр: "... Совет халҡы фиҙаҡәр көрәше менән Европа цивилизацияһын ҡотҡара", - ти иптәш Сталин. Һөҙөмтәлә һуғыштан һуң Европа ике лагерға бүленә: Көнбайыш (капиталистик) һәм көнсығыш (социалистик).

1939-45 йылдарҙа Европала 40 миллионға яҡын кеше - 2 миллион көнбайыш Европа халҡы, 7 миллионға яҡын немец, 30 миллиондан ашыу көнсығыш Европа һәм СССР граждандары һәләк була[22].

Һалҡын һуғыш осоронда Европала хәрби блоктар

1946 йылдың 5 мартында Уинстон Черчилльдың Фултонда (АҠШ) билдәле телмәре яңғырағандан һуң формаль рәүештә Һалҡын һуғыш башлана.

Һыуыҡ һуғыш ябай һәм ядро ҡоралдары уҙышы менән оҙатылып килә, әйләнгән һайын өсөнсө донъя һуғышы сығыуы менән янай. Донъяла иң билдәле һәләкәт сигендә булған осраҡтарҙың береһе — 1962 йылда Кариб көрсөгө була. Шуның менән бәйле 1970 йылдарҙа ике яҡ та халыҡ-ара көсөргәнешлекте кәметеү һәм ҡораллы көстәрҙе сикләү буйынса көс һалына.

СССРҙың технологик яҡтан артта ҡалыуы, совет иҡтисадының үлеше һәм 1970-се йылдар аҙағында хәрби сығымдар артыуы, совет етәкселеген сәйәси һәм иҡтисади реформаларға барырға мәжбүр итәләр. Горбачевтың 1985 йылда ҡайтанан төҙөлөш һәм асыҡлыҡ иғлан итеүе, КПСС-тың етәксе ролен юғалтыуына һәм иҡтисади һәм социаль көрсөккә, ә һөҙөмтәлә 1991 йылда СССР-ҙың тарҡалыуына килтерә.

Заманса Евросоюз булдырыу яғына тәүге аҙым 1951 йылда эшләнә: Германия, Бельгия, Нидерланд, Люксембург, Франция, Италия, Европа күмер һәм ҡорос берләшмәһен (ЕОУС, ECSC - European Coal and Steel Community) булдырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуялар һәм был килешеү үҙ көсөнә 1952 йылдың июлендә инә. 1957 йылда ошо уҡ алты дәүләт иҡтисади интеграцияны тәрәнәйтеү маҡсатында Европа иҡтисади берләшмәһе (ЕЭС, дөйөм баҙар) (EEC - European Economic Community) һәм атом энергияһы буйынса Европа берләшмәһе (Евратом, Euratom — European Atomic Enerneruny Comy) булдыра. Был өс Европа берләшмәһенең компетенция өлкәһендә иң мөһиме һәм киң мәғлүмәт сараһы ЕЭС була, шуның өсөн 1993 йылда ул рәсми рәүештә Европа Берләшмәһе (EC - European Community) тип үҙгәртелә. Болгария һәм Румыния 2007 йылдың 1 ғинуарынан Евросоюз ойошмаһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы булалар. Шулай итеп, Евросоюз халҡы 30 миллион кешегә арта һәм дөйөм кеше һаны ярты миллиардтан аша. Хәҙерге берекмәгә бөтәһе 28 ил инә[23].

Европа союзы картаһы, Бөйөк Британия һәм Төньяҡ Ирландия Берләшкән Короллеге — һары, Европа союзы — күк

2016 йылғы референдум ваҡытында Европа союзынан сығыу өсөн тауыш биреүселәрҙең 51,9% тауыш бирә, тимәк, ЕС-ҡа ағзалыҡтың дауам итеү өсөн һайлаусыларҙың 48,1% тауыш биргән[24]. Бөйөк Британия субъекттарында тауыш биреү һөҙөмтәләре төрлөсә: Шотландия һәм Төньяҡ Ирландия халҡы башлыса Евросоюздан сығыуға ҡаршы булалар, Англия (баш ҡаланы иҫәпкә алмағанда) һәм Уэльс вәкилдәре сығыу өсөн тауыш бирәләр.

Бөйөк Британияның Евросоюз составынан сығыу ҡарары донъя иҡтисады үҫеше тураһында мәсьәләне күтәрә, ти АҠШ президенты булараҡ Барак Обама. Америка лидеры һүҙҙәренсә, Британияға һәм Европаға инвестициялау перспективаларын "брексит" тотҡарлай[25].

Британия референдумынан һуң ЕСҡа нигеҙ һалыусы илдәр һәм Вышеград төркөмө яңы илдәр Евросоюз үҫеше стратегияһына ҡарата диаметраль ҡаршы тәҡдимдәр менән сығыш яһайҙар:тәүгеләре сәйәси интеграцияны дауам итергә, икенселәре күберәк иҡтисадҡа иғтибар итергә саҡыра[26].

Кипр утрауы тирәләй конфликт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1974 йылда түңкәрелеш һөҙөмтәһендә утрауҙа власҡа Грецияла хаким иткән хунттар ярҙамында радикалдар төркөмө килә. Был төрөк властарында Кипр менән Грецияның ҡушылыуың прелюдияһы һәм төрөк-киприоттарға ҡарата этник таҙартыуҙар булыуы мөмкин тип ҡарала, етмәһә, ул түңкәрелеш 1960 йылда этник тупраҡта сыҡҡан өсөнсө ҙур бола менән бара. Төркиә армияһы утрауға төшә һәм хәрби хәрәкәттәр барышында утрау майҙанының 35% самаһын үҙ контроленә ала. Шул ваҡыттан алып Кипр ике тигеҙ грек һәм төрөк өлөштәренә бүленгән.

1974 йылда төрөк общинаһы Кипр фунтына ҡаршы үҙ валютаһы — лираны индерә. Төркиә ғәскәрҙәренең икенсе һөжүм барышында (1974 йылдың 14 авгусы) утрау биләмәһенең 38 процентын яулап алалар һәм "Аттила линия"һын билдәләйҙәр. Төркиә яғы раҫлауынса, төрөк-киприоттарҙың Кипр территорияның 35 процентың тәшкил итеүе менән аңлата. Был һанды грек яғы кире ҡаға, улар төрөк-киприоттарҙы халыҡтың 18 процентың тәшкил итә тиҙәр. Греция конфликты туҡтатып торорға НАТО структураларының һәләтһеҙлегенә ҡаршы протест күрһәтеп был ойошманан сыға (Греция 1980 йылда кире НАТО -ға ҡушыла).

Югославияның тарҡалыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990 йылда алып Югославияның тарҡалыу процесы башлана, ул күп һанлы һуғыштарға һәм бәрелештәргә килтерә.

Словения референдумы һөҙөмтәләре буйынса СФЮРнан бойондороҡһоҙлоҡто 1991 йылдың 25 июнендә иғлан итә. Словенияла һуғыш ун көн дауам итә, 72 хәрби контакт барышында, Югославияның юғалтыуҙары 45 кеше тәшкил итә, Словения оборона көсө 19 кеше юғалта. Һуғыш 1991 йылдың 7 июлендә Брион килешеүенә ҡул ҡуйыу менән тамамлана, уның буйынса Югославия ҡораллы көстәре Словенияла хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтата, Словения һәм Хорватия биләмәһендә өс айға бойондороҡһоҙлоҡ декларацияларын ҡабул итеүҙе туҡтата[27]. 2004 йылда Словения НАТО һәм Европа Берләшмәһенә инә.

1991 йылдың 8 сентябрендә элекке югослав Македония Республикаһы бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә, илдә һуғыш сығыуҙан ҡотола алалар, 1993 йылда Республика Македония БМО -ла ваҡытлыса Элекке Югослав Республикаһы Македония Республикаһы тип ҡабул ителә. Македония 1999 йылдан алып Косово буйынса конфликтҡа индерелә.

2004 йылдың 15 ноябрендә Македония Республикаһы премьер-министры Хари Костов отставкаға китә. Күҙәтеүселәр фекеренсә, был албан әҙселектәре хоҡуҡтарын киңәйткән законды ғәмәлдән сығарыу буйынса референдум һөҙөмтәләре менән бәйле. Референдум һөҙөмтәһендә закон үҙ көсөндә ҡала һәм төньяҡ Македонияның күп кенә райондарында этник албандарҙы контролдә тотоуына һәм сепаратистик кәйефтәрҙен көсәйеүенә килтереүе мөмкин.

Хари Костов хөкүмәт коалицияһы буйынса үҙенең партнерҙарын "Интеграция өсөн демократик союз" партияһын — төркөм мәнфәғәттәрен, непотизмда һәм коррупцияны яҡлауҙа ғәйепләй.

2019 йылдың башынан һәм Греция менән Преспан килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң, дәүләттең рәсми исеме Төньяҡ Македония Республикаһы.

Хорватия 1991 йылдың 25 июнендә бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә, унан һуң югослав халыҡ армияһы (ЮХА) хәрби хәрәкәттәр башлай. Үҙен үҙе иғлан иткән Серб Краинаһы армияһы ЮХА менән бергә Лике һәм Славониялағы хорват торама пункттарын атакалай. Һуғыштың башы ла ике яҡтың да үткәргән этник таҙартыуҙар менән айырылып тора. Хәрби хәрәкәттәр 1995 йылға тиклем дауам итә. Вуковар өсөн бәрелештә хорваттар оҙаҡ ваҡыт ЮХА көстәренә ҡаршы торалар. Ҡала өс айлыҡ алыштан һуң ғына сербтар менән алына. ЮХА менән краин сербтарының көстәренең һөжүм итеүе Славонияның һәм Далмацияның бер өлөшөн үҙ контроль аҫтында алырға мөмкинлек бирә. 1995 йылда "Буря" операцияһы барышында хорват армияһы бер нисә көн эсендә "Серб Краинаһы" ҡораллы көстәрен тулыһынса ҡыйрата һәм илдең составына сиктәш территорияны кире ҡайтара. Хорваттарҙың хәрби операцияһы серб халҡының краянан күпләп китеүенә сәбәпсе була. "Краина"ның ҡалған өлөшө 1998 йылда Хорватия составына тыныс хәлдә әйләнеп ҡайта, был Хорватияның төньяҡ сиктәрен тулы кимәлдә тергеҙеүгә килтерә. Хорватия 2013 йылда Европа Берләшмәһенә инә.

Югославия тарҡалғандан һуң Босния һәм Герцеговиналағы бойондороҡһоҙ республикарҙа этник сербтар, хорваттар һәм босниец-мосолмандар араһында һуғыш сыға. Һуғыш 1992 йылдан 1995 йылға тиклем дауам итә һәм урындағы халыҡ өсөн үтә ауыр була, ул этник таҙартыуҙар менән бара.

1995 йылда Босния һәм Герцеговина биләмәһендә тигеҙ хоҡуҡлы союз барлыҡҡа килтергән босния-хорват Босния һәм Герцеговина федерацияһы һәм Серб Республикаһы ойошторола. Уларҙың өҫтөндә үҙәк хөкүмәт һәм коллегиаль президент булһа ла, асылда иһә был айырылған структуралар союзы була. Федерация һәм республиканың үҙ президенттары, үҙ хөкүмәттәре, парламенттары, полицияһы һәм армияһы була. Илдә коррупция һәм енәйәтселек сәскә ата, эшкә һәләтле халыҡтың 40 проценттан ашыуы эшһеҙ ята. Көнбайыштан ярайһы уҡ гуманитар ярҙамына халыҡтың өмөтө аҡланмай. Һаман милли бәхәстәр тынмаған.

Тыныслыҡ килешеүенә ун йыл тигәндә сағыштырмаса һөҙөмтәләргә ирешә алалар, 1 миллиондан ашыу ҡасаҡ кире тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайталар, уларға үҙ милкеләре ҡайтарыла. Ләкин илдәге хәл көсөргәнешлекте һаҡлай.

Косовола һуғыш һәм Косово бойондороҡһоҙлоғо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008 йылда иғлан ителгән Косово Республикаһы Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының күп кенә илдәре исеменән танылмай.

Сербияла кризис һәм Европа илдәренең Сербияға ҡаршы хәрби операцияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990 йылдан алып Югославияла кризис. Һуғыштар, ҡалаларға НАТО яғынан налёттар, ил бүленеше башлана. 2006 йылда Сербия һәм Черногория союзы тарҡала.

Черногорияның бойондороҡһоҙлоҡ алыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Черногория властары менән референдумды үткәреү шарттары тураһында һөйләшеүҙәр 2006 йылдың башынан алып барыла. Тәү сиратта Черногория үҙаллылығына ҡаршы сығыш яһаған оппозиция хатта референдум үткәреү идеяһын ҡәтғи рәүештә тикшереүҙән баш тарта. Евросоюз үҙенең аралашсылығын тәҡдим итә. Был миссия ЕС-тың махсус вәкиле Мирослава Лайчакаға йөкмәтелә.

Оппозиция артабан фекер алышыу барышында референдум идеяһын ҡабул итә һәм уны үткәреү шарттары тураһында етәксе коалиция менән һөйләшеп килешә. Шуға ҡарамаҫтан, төп мәсьәлә буйынса ҡапма-ҡаршылыҡтар була — күбеһенсә ҡарарҙар ҡабул итеү буйынса.

Черногорияның референдум буйынса законына ҡарар ҡабул итеү өсөн 50% плюс 1 тауыш һайлаусыларҙың йыйыр кәрәк, шул уҡ ваҡытта мотлаҡ килеүселәр һаны 50%-тан кәм булырға тейеш түгел. Оппозиция референдумда Черногория халҡы ғына түгел, Сербияла йәшәүсе черногорецтарҙың да ҡатнашыуын талап итә. Бындай шарттарҙа Мирослава Лайчака үҙенең формулаһын тәҡдим итә: Евросоюз Черногорияның бойондороҡһоҙлоғон таный, референдумда ҡатнашыусылар иҫәбенән 55% тауыш бирһә. Был формула Черногорияла үтә негатив реакция тыуҙыра. Премьер-министр Мило Джуканович әйтеүенсә, ул Черногорияның тотороҡлоғо өсөн хәүеф янай.

Черногорияла бойондороҡһоҙлоҡ тураһында референдум 2006 йылдың 21 майында ойошторола. Тауыш бирергә килеүселәрҙең һаны 86%-тан артып китә, һәм референдум рәсми рәүештә таныла. Референдум һөҙөмтәләре буйынса күпселек тауыш Сербиянан айырылыу өсөн бирелә (быға тиклем Черногория Сербиянан айырым валюта һәм уның менән таможня сиге була). Тауыш биреүҙә һайлаусыларҙың 55,4 проценты бойондороҡһоҙлоҡ өсөн тауыш бирә, ә 44,6% — Сербия составында ҡалыу өсөн.

2006 йылдың 3 июнендә — Скупщина (парламент) Черногория республиканың бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә. 2006 йылдың 15 июнендә Черногорияның бойондороҡһоҙлоғон Сербия таный, ә июнь аҙағында Черногория БМО-ла ҡабул ителә.

2007 йылдың 22 октябрендә Черногория Конституцияһы иғлан ителә.

2008 йылда Черногорияның Косово ның бойондороҡһоҙлоғон таныуҙан һуң, серб оппозицияһы парламенттан сыға һәм "Мило Джуканович режимы"на ҡаршы парламенттан тыш көрәш башланыуы хаҡында белдерә.

2008 йылдың 15 декабрендә Черногория Евросоюзға инеү тураһында ғариза бирә[28].

Косовоның бойондороҡһоҙлоғо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Косовоның бойондороҡһоҙ иғлан итеүе — 2008 йылдың 17 февралендәге Косово Парламентының акты, ул бойондороҡһоҙлоҡ тураһында иғлан иткән[29].

  • Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Именлек советының ашығыс ултырышында 15 ағзанан торған биш дәүләт (АҠШ һәм Европа Берләшмәһе) Косовоға бойондороҡһоҙлоҡ биреү буйынса үҙ фекерҙәрен белдерәләр[30].
  • Косовоның айырылыуына Рәсәй ҡаршы сығыш яһай: Владимир Путин, Косовоның бойондороҡһоҙлоғон бер яҡлы иғлан итеү халыҡ-ара хоҡуҡ принциптарын боҙоласаҡ, тип белдерҙе[31].

Европа бурыслы кризисы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2009 йылдың икенсе яртыһында инвесторҙар араһында, ҡайһы бер Европа илдәрендәге кризисҡа ҡарата, борсолоу тарала башлай. Уның 2010 йыл башына ҡарата һиҙелерлек үҫеше Греция, Ирландия һәм Португалия бурыстарын рефинанслауҙы ҡыйынлаштыра[32].[33].

Атап үтелгән кризис күренештәре тәүҙә Греция, Ирландия, Италия, Испания һәм Португалия кеүек илдәр араһында тарала, һуңынан Европа Берләшмәһенең башҡа илдәренә, хатта евро ҡулланмаған дәүләттәргә лә күсә. 2008 йылда бик тәрән көрсөк кисергән Исландия, уның барышында илдең бөтә банк системаһы коллапсҡа дусар булған, был юлы кризистан аҙ дәрәжәлә, сит ил банктарына бурыстарҙы түләмәү арҡаһында зыян күрә. Был ябай булмаған ҡарар милли референдум барышында ҡабул ителә.

ЕС-ҡа ингән илдәрҙә, айырыуса АҠШ өлгөһөндә банк системаһына ҡотҡарыу өсөн массивтар һалыуҙар һалғанда, дәүләт финанстарында бурыс йөкләмәһе йылдам үҫкән. Тап дәүләттәрҙең процент түләүҙә тотҡарланыуы, тәү сиратта үрҙә әйтелгән илдәр һәм ЕС башҡа ағзалары араһында облигацияларҙан килгән килем һәм CDS хаҡы араһында айырма артыуына килтерә[34].[35].

Европала миграция кризисы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Европа миграция көрсөгө 2015 йылдың башында Европа Берләшмәһенә Төньяҡ Африка, Яҡын Көнсығыш һәм Көньяҡ Азия илдәренән ҡасаҡтар һәм легаль булмаған мигранттар ағымының күп тапҡырға артыуына һәм уларҙы ҡабул итеүгә әҙер булмауына бәйле килеп сыға.

Был миграция көрсөгө Европала Икенсе донъя һуғышынан заманынан алып иң ҙуры булып тора[36]. 2015 йылдың ғинуарынан алып сентябренә тиклем дәүләттәр — Европа Берләшмәһе ағзаларында һыйыныу эҙләгән 700 меңдән ашыу кеше теркәлгән[37].

Ҡасаҡтарға һәм мигранттарға ҡарата "кризис" термины тәүгә 2015 йылдың апрелендә, Урта диңгеҙҙә бер нисә дингеҙ һәләкәттәре булғас, ҡулланыла. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә (13, 16, 19 һәм 20 апрелдә) Европаға барған саҡта һәләкәткә осрап кәмендә биш кәмә һыу аҫтына китә, бортта Африканан 1200-ҙән ашыу мигрант булған[38][39][40].

  1. Саблин М. В., Гиря Е. Ю. К вопросу о древнейших следах появления человека на юге Восточной Европы (Россия) // Археология, этнография и антропология. № 2 (42) 2010
  2. Гиря Е. Ю. Открытия олдована на Юге России в свете экспериментально-трасологического метода // Исследования первобытной археологии Евразии. Сб. статей к 60-летию Х. А. Амирханова. Махачкала: Издательство «Наука ДНЦ», 2010. С. 88 −113.
  3. Амирханов Х. А. Пики трехгранного поперечного сечения в олдоване Центрального Дагестана // Материалы Международной конференции «Карабах в каменном веке», посвященной 50-летию открытия палеолитической пещерной стоянки Азых. — Баку, 2010.
  4. Щелинский В. Е. Эоплейстоценовая раннепалеолитическая стоянка Родники 1 в Западном Предкавказье. — СПб.: ИИМК РАН, ООО «Периферия», 2014. — 168 с.
  5. Анисюткин Н. К., Коваленко С. И., Бурлаку В. А., Очередной А. К., Чепалыга А. Л. Байраки — новая стоянка раннего палеолита на Нижнем Днестре
  6. Анісюткін М. К., Степанчук В. М., Чепалига А. Л. Крецешти: нове олдованське місцезнаходження в Нижньому Придністров'ї (попередні данні) // Археологія, 2013, № 4.
  7. Tim Jones. Lithic Assemblage Dated to 1.57 Million Years Found at Lézignan-la-Cébe, Southern France 2015 йыл 24 сентябрь архивланған., 2009
  8. Пофи / Pofi
  9. A revision of hominin fossil teeth from Fontana Ranuccio (Middle Pleistocene, Anagni, Frosinone, Italy)
  10. Визольяно / Visogliano Shelter; il Riparo di Visogliano
  11. Пшезлетице / Prezletice
  12. Древнейший сапиенс Европы!.. И опять древнейший сапиенс Европы!!!
  13. The timing and spatiotemporal patterning of Neanderthal disappearance
  14. 4. Поздние неандертальцы — не такие уж поздние // Новейшие денисовцы, древнейшая ДНК. 14 антропологических новостей из Лондона
  15. «Испанские» неандертальцы исчезли до прихода сапиенсов
  16. Вести.Ru: Неандертальцы жили рядом с людьми 5 тысяч лет
  17. The first Europeans weren't who you might think. Дата обращения: 14 июль 2019. Архивировано из оригинала 14 июль 2019 года.
  18. ancienthistory.spb.ru. Дата обращения: 5 май 2008. Архивировано из оригинала 31 март 2008 года. 2008 йыл 31 март архивланған.
  19. Исторические карты Европы (6 декабрь 2013).
  20. Max Bernhard Weinstein, Welt- und Lebensanschauungen, Hervorgegangen aus Religion, Philosophie und Naturerkenntnis («World and Life Views, Emerging From Religion, Philosophy and Nature») (1910), page 283-84: «Johannes Scotus Erigena…. läßt in einer seiner mehreren Ansichten alles von Gott emaniert sein. Gottes Klarheit, welche mit Recht auch Dunkelheit genannt wird, breite sich über alles aus. Die ungeformte Materie soll nur das Unendliche bedeuten, welches, da es formlos sei, alle Formen in sich enthalte. Gott hat die Welt aus seinem eigenen Wesen gebildet. Jedes Geschöpf ist eine Theophanie, ein Sichoffenbarmachen Gottes. Gott sei an sich vorhanden wie ein Gedanke im Menschen bestehe; er manifestiere sich in der Welt durch sich selbst, wie ein Gedanke, der sich denkt, sich selbst zur Erkenntnis komme. So sei Gott ohne die Welt absolut negativ. Es klingt wie eine Blasphemie, wenn gesagt wird, Gott wisse nicht, was er sei, und er werde erst geschaffen mit der Schöpfung, indem er sich in seiner Schöpfung offenbart, die Schöpfung so aus Nichts hervorbringend. Das ist auch fast so abstrakt wie die indische Tad-Anschauung. Freilich bleibt es bei diesem absoluten, und ja auch nicht zu durchdringenden, Pandeismus nicht. Wie der Indier muß Scotus Gott doch etwas zuschreiben, Willen, und die Geschöpfe sind dann Willensakte. Der Wille ist persönlich als Emanation Gottes (als Christus) gedacht, wie wohl auch die Ursachen (zusammengefaßt als Heiliger Geist), die Scotus von Gott ausgehen läßt, Emanationen sind, und die Wirkungen, die wieder von ihnen ausgehen, Emanationen ihrer selbst darstellen.»
  21. Уикхем, 2018, с. 52
  22. Почему восточноевропейцы и сегодня говорят о войне. ИноСМИ.ру (4 июль 2007). Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 14 февраль 2012 года. 2010 йыл 25 октябрь архивланған.
  23. Новости — Первый канал 2007 йыл 25 декабрь архивланған.
  24. Результаты референдума// BBC
  25. Обама: «брексит» заставляет беспокоиться за рост мировой экономики.
  26. Восток и Запад ЕС после «брексита» потянуло в разные стороны.
  27. См. текст соглашения: Брионская декларация // Словения на пути к самостоятельности. С. 245—250.
  28. Черногория подала заявку на вступление в Евросоюз
  29. Парламент Косово объявил о независимости края
  30. На экстренном заседании Совета Безопасности ООН в четверг сторонники независимости Косова оказались в меньшинстве // Российская газета, 15 февраля 2008
  31. Владимир Путин считает, что одностороннее объявление независимости Косово нарушит принципы международного права. Российская газета (14 февраль 2008). Дата обращения: 3 сентябрь 2010.
  32. George Matlock. Peripheral euro zone government bond spreads widen  (инг.) (16 февраля 2010). 28 апрель 2010 тикшерелгән.
  33. Acropolis now  (инг.), The Economist (29 апреля 2010). 22 июнь 2011 тикшерелгән.
  34. Greek/German bond yield spread more than 1,000 bps (ингл.). Financialmirror.com (28 апрель 2010). Дата обращения: 5 май 2010. 2020 йыл 1 июнь архивланған.
  35. Gilt yields rise amid UK debt concerns (ингл.). Financial Times (18 февраль 2010). Дата обращения: 15 апрель 2011. Архивировано 14 февраль 2012 года.
  36. Европа переживает крупнейший миграционный кризис со времен II мировой войны. [1] (14 август 2015). 2015 йыл 25 сентябрь архивланған.
  37. OECD: Migration Policy Debates. «OECD» (сентябрь 2015). — ОЭСР: Дебаты о миграционной политике. Дата обращения: 18 октябрь 2015.
  38. В результате кораблекрушения в Средиземном море погибли 400 мигрантов. Lenta.ru (14 апрель 2015).
  39. В Средиземном море утонули 40 мигрантов. Lenta.ru (16 апрель 2015).
  40. Страшное кораблекрушение в Средиземном море: спасены лишь 28 из 950 пассажиров. Vesti.ru (19 апрель 2015).
  • Кембриджская экономическая история Европы Нового и Новейшего времени. Т. 1: 1700—1870. / Под ред. Стивена Бродберриruen, Кевина О'Руркаruen. — М.: Издательство Института Гайдара, 2012. — 464 с.
  • Кембриджская экономическая история Европы Нового и Новейшего времени. Т. 2: 1870 — наши дни. / Под ред. Стивена Бродберри, Кевина О’Рурка. — М.: Издательство Института Гайдара, 2013. — 624 с.
  • CVCE The history of European integration
  • A History of East Central Europe