Эстәлеккә күсергә

Хәнәкә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Текке битенән йүнәлтелде)
Тоһидханә, урта быуат хәнәкәһе. Исфаһан, Иран.

Хәнәкә (фарс. خانگاه;рус. Ха́нака) — суфый ғибәҙәтханаһы. Хәнәкәләр башта дәрүиштәрҙең ябай ғына мәҡамдары булған, ә һуңынан ентекле уйланылған һәм бай итеп биҙәлгән тотош комплекстарға әйләнгән. Хәнәкәләр ижтимағи һәм сәйәси йыйылыштар өсөн урындар булараҡ; мәктәптәр; ҡунаҡханалар һәм юлаусылар йорттары; дауаханалар; хәйриә үҙәктәре функцияларын һ.б. башҡарып, ҙур социаль роль уйнаған.

Хәнәкәлә мотлаҡ мәсет, ҡайһы берҙәрендә мавзолей (мазар) һәм китапхана ла булған. Хәнәкәлә урынлашыу һәм сығыу процедураһы бик ябай булғанға күрә ҡайһы берҙә ҡунаҡхана менән сағыштыралар. Ҡайһы бер хәнәкәләр даими булмаған бүләктәр һәм иғәнәләр (футух) иҫәбенә йәшәгән, күпмеләрелер даими ярҙам алған.

Суфыйҙар мәҡамын ҡайһы берҙә дергә һәм тәккә (төр. tekke) тип атайҙар. Ҙур һәм үҙәк мәҡамдар аситандар тип йөрөтөлә. Шәйех йәшәгән сағыштырмаса ҙур булмаған хәнәкә зәүиә тип исемләнә .

Диван-Беги хәнәкәһе. Бохара

Урта быуаттарҙың ахырында ислам донъяһының көнбайышында зәүиәләр формалашҡан . Улар ҙур булмаған мәсет, шәйех һәм мөриттәрҙең торлағы өсөн бүлмәләр, шулай уҡ мосафирҙар (дәрүиштәр) өсөн йәшәр урынды үҙ эсенә алған комплекслы ҡоролмалар булып тора[1][2]. Ҙур һәм үҙәк ғибәҙәтханалар аситандар тип атала[3].

  • Али-заде, А. А. [751 Такья] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Воронина В. Л. . — 1-е изд. — М: ВНИИТАГ Госкомархитектуры, 1991. — С. 74—75. — 103 с.
  • Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
  • Ньюби Г. Краткая энциклопедия ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. — М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8183-1080-0.
  • Стародуб Т. Х. Средневековая архитектура, связанная с суфизмом: ханака, завия, такия // Суфизм в контексте мусульманской культуры : Сборник статей / Отв. ред. и авт. введ. Н. И. Пригарина. — М: «Наука», 1989. — С. 268—280. — 337 с. — ISBN 5-02-016695-2.