Ҡалмаҡтар: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Вики-Һаҡлағыстың CommonsDelinker ҡатнашыусыһы "COA_Russian_SFSR.svg" рәсеме урынына [[Рәсем:Coat_of_arms_of_the_Russian_Soviet_Federative_Socialist_Republic.svg|Coat_of_arms_of_the_Russian_Soviet_Federative_Socialist_Repu
172 юл: 172 юл:


== Билдәле шәхестәр ==
== Билдәле шәхестәр ==
* [[Миһранов Әнүәр Низам улы]] (15.01.1922 — ????), совет дәүләт һәм партия хеҙмәткәре. [[Бөйөк Ватан һуғышы]] яугиры. 1962—1966 йылдарҙа [[Мәсетле районы]]ның халыҡ депутаттары Советы башҡарма комитеты рәйесе.


== Ҡалмаҡтарҙа тыуып-үҫкәндәр ==
== Ҡалмаҡтарҙа тыуып-үҫкәндәр ==

11:16, 30 декабрь 2021 өлгөһө

Ауыл
Ҡалмаҡтар
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Координаталар

55°09′58″ с. ш. 58°11′11″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 853 002

ОКТМО коды

80 647 453 106

Ҡалмаҡтар (Рәсәй)
Ҡалмаҡтар
Ҡалмаҡтар
Ҡалмаҡтар (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡалмаҡтар

Ҡалмаҡтар (рус. Калмакларово) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Салауат ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 208 кеше[1]. Почта индексы — 452496, ОКАТО коды — 80247853002.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 3 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачево): 29 км

Тарихы

Ҡалмаҡтар ауылына 1729 йылда Ҡаратаулы ырыуы башҡорттарынан «мәңгелек биләү хоҡуғы»[2] алған ҡалмыҡ типтәрҙәре нигеҙ һалған. Ауыл әкрен үҫкән.

1795 йылда 8 хужалыҡта 26 ир-ат һәм 30 ҡатын-ҡыҙ, 1816 йылда - 74, 1834 йылда - 98 кеше йәшәгән.

1798-1865 йылдарҙағы кантон идаралығы осоронда Ҡалмаҡтар ауылы 8-се лә, 9-сы ла йорттарға керетелмәгән, ә Типтәр командаһында торған. Оҙаҡ ҡына дәүер типтәр тип йөрөтөлгәндәр. Яйлап типтәрҙәр башҡорттар тарафынан ассимиляцияланған.


Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт Типтәр командаһы Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт Типтәр командаһы Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт Типтәр командаһы, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт Типтәр командаһы, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 улусы Өфө өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926 Нәсибаш улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Ҡаратаулы ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Малаяҙ ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Малаяҙ ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

1859 йылда Ҡалмаҡтарҙа 140 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

Ер биләү община формаһында булған. 1859 йылдан килгән 72 рәүиз йәне иҫәбенә бирелгән ер биләмәләренән 1889 йылда бар булған йән иҫәбенә - 128 йән - күскәндәр.

Сәсеү әйләнеше ҡалдаулы булған. Бөтә хужалыҡтар ҙа тупраҡты тиреҫ менән ашламаған.

XIX быуат аҙағында ауылда 2 һуҡҡыс, 4 елгәргес булған. Яҙғы ашлыҡтарҙан һоло һәм бойҙай өҫтөнлөкөлө булған. Арыш уңышы 1 дисәтинәнән 75 бот, бойҙай уңышы - 45 бот.

Ҡалмаҡтар ауылы эргәһендә 1780 йылғы картала Киҙаяҡ ауылы һәм 1740 йылғы ихтилал материалдарында Ҡусаҡ ауылы ла күрһәтелгән булған[3].

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

Совет йәниҫәбенән күренеүенсә, 1920 йылда Ҡалмаҡтарҙа 76 хужалыҡта 388 кеше йәшәгән.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 208 91 117 43,8 56,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Билдәле шәхестәр

Ҡалмаҡтарҙа тыуып-үҫкәндәр

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Ҡаратаулы ырыуы

Ҡушаматтар

Ҡалмаҡтар һәм ҡалмаҡтар халҡы тураһында ваҡытлы матбуғат

Сығанаҡтар

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 120-121 с. – 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
  • tv-rb.ru/teleproekty/poznavatelno-razvlekatelnye/bashkorttar/

Иҫкәрмәләр

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. ЦГИА РБ. Ф.2. Оп.1. Д.4906, 4923. Л.14
  3. Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 120-121 с. – 304 с. — ISBN 5—295—02843—7