Эстәлеккә күсергә

Әптек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Әптек
Әптек
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ишембай районы

Координаталар

53°29′51″ с. ш. 56°16′37″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 875 007

ОКТМО коды

80 631 475 111

Әптек (Рәсәй)
Әптек
Әптек
Әптек (Башҡортостан Республикаһы)
Әптек
Әптек (Ишембай районы)
Әптек

Әптек (рус. Аптиково) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 243 кеше[1]. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453220, ОКАТО коды — 80231875007.

Әптек ауылына исем нигеҙ һалыусы — Әптек исеме менән бирелгән. Уның һәм ғаиләһенең килеп сығышын асыҡлау мөмкин булмай.

Азнайҙарҙың тораҡ пункты. Нуғай юлы Юрматы улусы башҡорттары тарафынан үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалынған, 1795 йылдан Әбдүк/Әбтүк исеме аҫтында билдәле[2].

1795 йылда 32 ихатала 191 кеше йәшәй, IX ревизия буйынса 1850 йылда 56 ихата һәм 482 кешеһе була, ә 1865 йылда 96 ихатала 503 кеше була. Малсылыҡ, умартасылыҡ (беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған), ер эшкәртеү, тәгәрмәстәр, саналар эшләү менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлә; шөғөлдәре араһында урман кәсептәре, септә һуғыу бар. 20-се йылдарҙан һуң хәҙерге атамаһы. 1920 йылда 174 йорт хужалығында 857 кеше йәшәгән.

Яңы Әптеҡ исемле бүлендек ауыл 1920 йылдан һуң барлыҡҡа килә.

XIX быуаттың 30-сы йылдары аҙағында 179 ир-ат һәм 160 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән 50 ихатаға 674 ат, 502 һыйыр, 99 һарыҡ, 178 кәзә тура килә. Ауыл халҡы үҙ хужалығында 200 умарта һәм 90 солоҡ тотҡан. 1842 йылда 232 бот көҙгө һәм 1460 бот яҙғы иген сәселгән[3].

1757 йылда ауылда Пруссияға ҡаршы Рус походында ҡатнашыусы Әбүбәкер Таһиров йәшәй. 1815 йылда Әбүбәкер Таһировтың вариҫтары Әбүбәкер ауылын (Стәрлебаш районы, хәҙер Сарайсы ауылы составына инә) нигеҙләйҙәр. 1816 йылда Әбүбәкерҙең ағаһы Аҡҡүзә Таһиров Әптек ауылында теркәлгән[4].

1917 йылдағы революцияға тиклем училище эшләгән.

1839 йылда Парижды алыуҙа ҡатнашҡан 12-се полктан 1812 йылдағы Ватан һуғышы ветерандары тере булалар:

  • зауряд-хорунжий Мөхәмәт Әлимбәтов;
  • Иҫәнюл Аллағолов;
  • Яхья Кейеккузин;
  • Ишҡол Ҡуҫыҡҡолов[3]

Ауыл эргәһендә Бура мәҙәниәте тораҡ пункты табылған. Бура мәҙәниәте, бронза быуатының археологик мәҙәниәте. Б. э. т. 2-се мең йыллыҡты 2-се яртыһы — б.э.т. I мең йыллыҡ башы тип даталана[3].

Ауылда башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар[5].


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 857
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 708
1959 йыл 15 ғинуар 646
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 292
2002 йыл 9 октябрь 295
2010 йыл 14 октябрь 243 135 108 55,6 44,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса халыҡтың күпселеге башҡорттар (98 %)[6].

Составил Азамат Султанов

Ауыл эргәһенән Һәләүек йылғаһы һәм уның ҡушылдығы Кәшәләк ағып үтә.

Совет осоронда Һәләүек йылғаһы быуылған була. Һыуһаҡлағыстың параметрҙары: V — 175 мең м³, S — 0,09 км².

Алыҫлығы:[7]

Урам исеме[8]:

  • Яр буйы урамы (рус. улица Береговая)
  • Зәки Вәлиди урамы (рус. улица Заки Валиди)
  • Салауат Юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева)

Тарихи яҡтан малсылыҡ, умартасылыҡ, игенселек киң таралған. XIX быуаттың 30-сы йылдары аҙағында 179 ир-ат һәм 160 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән 50 ихатаға 674 ат, 502 һыйыр, 99 һарыҡ, 178 кәзә тура килә. Ауыл халҡы үҙ хужалығында 200 умарта һәм 90 солоҡ тотҡан. 1842 йылда 232 бот көҙгө һәм 1460 бот яҙғы иген сәселә[3]. Совет осоронда С. Юлаев исемендәге колхоз эшләгән.

Репрессияланған ауыл кешеләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының Хәтер китабы репрессияланған әптектәр тураһында мәғлүмәт килтерә:

  • Ильясов Ильяс Ҡыҙрасович. 1904 йылда Башҡортостандың Ишембай районы, Әптек ауылында тыуған; башҡорт; башланғыс белеме; партияһыҙ; колхозсы. 1937 йылдың 30 октябрендә ҡулға алына. 58-8-се статья буйынса хөкөм ителә. Хөкөм ҡарары: Үлем язаһы. 1937 йылдың 28 ноябрендә атып үлтерелә, 1989 йылдың ноябрендә аҡлана[11]
  • Исламов Ғүмәр Иҫәнғолович. 1877 йылда Башҡортостан, Ишембай районы, Әптек ауылында тыуған; башҡорт; наҙан; партияһыҙ; яңғыҙаҡ крәҫтиән. 1931 йылдың 29 апрелендә ҡулға алына. 58-10, 58-11-се статья буйынса хөкөм ителә. Хөкөм ҡарары: 5 йылға иркенән мәхрүм итеү. 1989 йылдың июлендә аҡлана[12]
  • Латыпов Сәғит Латыпович. 1851 йылда Башҡортостандың Маҡар районы, Әптек ауылында тыуған; башҡорт; наҙан; партияһыҙ; яңғыҙаҡ крәҫтиән. 1931 йылдың 4 июнендә ҡулға алына: 58-10, 58-11-се статья буйынса хөкөм ителә. Хөкөм ҡарары: 10 йылға иркенән мәхрүм итеү. 1989 йылдың 9 ноябрендә аҡлана[13].
  • Үмәрбаев Ширияздан Нурғәлеевич. 1906 йылда тыуған, Йәшәгән: Башҡорт АССР-ы, Ишембай районы, Әптек ауылы. Хөкөм ителә: 1934 йылда. Хөкөм ҡарары: кулакка сығарыла[14]
  • Хәмитов Миңлебай Хәмитович. 1893 йылда БАССР-ҙың Маҡар районы Әптек ауылында тыуған; башҡорттар; наҙан; партияһыҙ; яңғыҙаҡ крәҫтиән. 1931 йылдың 6 июнендә ҡулға алына: 58-10, 58-11-се статьялар буйынса хөкөм ителә. Хөкөм ҡарары: 10 йылға иркенән мәхрүм итеү. 1989 йылдың 9 ноябрендә аҡлана[13].
  • Хөсәинов Ағзам. 1874 йылда БАССР-ҙың Маҡар районы Әптек ауылында тыуған; башҡорт; тулы булмаған урта белемле; партияһыҙ; мулла. 1931 йылдың 12 авгусында ҡулға алына: 58-2 статья буйынса ғәйепләнә: 3 йылға иркенән мәхрүм ителеүгә хөкөм ителә. 1989 йылдың 9 авгусында аҡлана[15]
  • Хөсәинов Ғүмәр Ғәниевич. 1901 йылда БАССР-ҙың Маҡар районы Әптек ауылында тыуған; башҡорт; наҙан; партияһыҙ; колхозсы. 1931 йылдың 10 сентябрендә ҡулға алына. 1931 йылдың 23 сентябрендә аҡлана[15]
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 72. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 ИСТОРИЯ ЮРМАТИНСКИХ СЕЛ И ДЕРЕВЕНЬ. Выпуск:.. | Юрматы ырыуы тарихы | ВКонтакте. vk.com. Дата обращения: 22 июль 2021.
  4. Происхождение Абубакирово На современной.. | Юрматы ырыуы тарихы | ВКонтакте. vk.com. Дата обращения: 22 июль 2021.
  5. Әптек // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  7. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  8. «Налог Белешмәһе» системаһында Әптек ауылы
  9. 9,0 9,1 9,2 УСМАНОВ
  10. Усманов Хабибулла Хасанович
  11. Списки жертв
  12. Списки жертв
  13. 13,0 13,1 Списки жертв
  14. Списки жертв
  15. 15,0 15,1 Списки жертв