Эстәлеккә күсергә

Октябрьский (ҡала)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Октябрьский
Октябрьский
Байраҡ
Нигеҙләү датаһы 1937
Рәсем
Рәсми атамаһы Октябрьский һәм Октябрьский
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Октябрьский ҡалаһы ҡала округы[1]
Административ-территориаль берәмек Октябрьский ҡалаһы ҡала округы[1]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Хөкүмәт башлығы Шмелёв Алексей Николаевич
Халыҡ һаны 115 557 кеше (2021)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 140 метр
Майҙан 98,83 км²[3]
Почта индексы 452600–452616
Рәсми сайт oktadm.ru
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1632
Урындағы телефон коды 34767
Категория для почётных граждан субъекта Категория:Почётные граждане Октябрьского[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Октябрьском[d]
Карта
 Октябрьский Викимилектә

ОктябрьскийБашҡортостандағы ҡала, ҙурлығы буйынса республикала 5-се урында. Өфө ҡалаһынан 188 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 38,83 кв.км.

РСФСР Юғары Советы Президиумы 1946 йылдың 5 апрелендәге указына ярашлы Туймазы районының Октябрьский эшселәр ҡасабаһы республика буйһоноуындағы ҡала тип үҙгәртелә. Октябрьский ҡалаһы составына Мәскәү, Мулла, Нарыш, Үрге Зәйет, Төркмән ауылдары инә.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) х х х х х
1920 йыл 26 август х х х х х
1926 йыл 17 декабрь х х х х х
1939 йыл 17 ғинуар 1239 626 613 50,5 49,5
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 104536 49849 54687 47,7 % 52,3 %
2002 йыл 9 октябрь 108647 50213 58434 46,2 % 53,8 %
2010 йыл 14 октябрь 109474 51129 58345 46,7 % 53,3 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Октябрьский ҡалаһы Урал буйы зонаһында, Ыҡ йылғаһының уң яҡ ярында, Башҡортостандың Татарстан Республикаһы менән сигендә урынлашҡан. Ҡала янынан федераль әһәмиәттәге М5 (МәскәүҺамарСиләбе) автомобиль юлы үтә.

Октябрьский автовокзалы

Ҡаланың иҡтисади нигеҙе — машиналар эшләү һәм яғыулыҡ сәнәғәте. Октябрьский электр бүлеү селтәрҙәре, «„Башнефть“ АНК» ААЙ «Башнефть—Добыча» ЯСЙ‑ның «Туймазанефть» НГДУ‑һы, «Ойл‑сервис» ЯСЙ, «Автоприбор» сәнәғәт компанияһы ЯСЙ, Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ институты, «ОЗНА», «ОЗНА—үлсәү системалары» ЯАЙ, Октябрьский нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, «Пакер» ғилми‑производство фирмаһы ЯСЙ (металл изделиелар етештереү), «Стронег», «Башнефтегазпроект», «Европласт», «Төҙөлөш материалдары», «Тимер‑бетон», «Башҡорт фарфоры», «Октябрьский икмәге» ЯСЙ‑лары, «Алтын мөгөҙ» ит комбинаты һ.б. эшләй. Ҡала аша Куйбышев тимер юлы (Урыссу—Октябрьский тармағы), Һамар—Өфө—Силәбе, Октябрьский—Йәрмәкәй автомобиль юлдары үтә. Туймазы‑Октябрьский сәнәғәт узелына инә.

«2014 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса Октябрьский 100 меңдән күберәк кеше йәшәгән ҡалалар араһында ил буйынса 1-се урынды алды[4].

Ҡалала Өфө дәүләт нефть техник университеты, Иҡтисад һәм сервис университеты филиалдары, Октябрьский коммуналь‑төҙөлөш техникумы, Октябрьский нефть колледжы, Октябрьский музыка колледжы, иҡтисад техникумы, 3 һөнәрселек лицейы, ПУ, 19 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 15‑е урта мәктәп, 4 гимназия, махсус коррекция мәктәбе, 29 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, хореография, һынлы сәнғәт мәктәптәре, 2 балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы,4 ДЮСШ;

Ҡала дауаханаһы, туберкулёзға ҡаршы диспансер;

Башҡа учрежениелары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәштәр һарайы, 11 китапхана, Октябрьский музейы, Спорт һарайы, стадион, «Спартак» спорт‑һауыҡтырыу комплексы; 4 мәсет, сиркәү бар. «Октябрьский нефтяник», «Тыуған яҡ» (татар телендә), «Нарыштау» (башҡорт телендә) гәзиттәре сыға.

1937 йыл Туймазы нефть ятҡылығын үҙләштергәндән һуң Соцгород ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1940 йылдан алып эшселәр ҡасабаһы, 1942 йылдан башлап хәҙерге исемен йөрөтә, 1946 йылда хәҙерге статусын ала, ҡалаға Мулла, Мәскәү, Нарыш, Төрөкмән, Үрге Зәйет ауылдары ингән. Ҡалала 2 мәҙәни мираҫ объекты бар: Гагарин Ю. А. исемендәге мәҙәниәт, фән һәм техника йорто (1953), «Һалдат уйҙары» һәйкәле (1970).

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  3. http://www.gks.ru/scripts/db_inet2/passport/table.aspx?opt=80735000200620072008200920102011
  4. Определены победители конкурса на звание самых благоустроенных поселений России — Официальный сайт Минстроя России, 13 ноября 2015 года 2019 йыл 21 март архивланған. (рус.)
  5. Башҡорт энциклопедияһы — Гуторов Юлий Андреевич(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 18 ноябрь 2018)
  6. Башҡорт энциклопедияһы — Искәндәрова Ольга Юрьевна 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 25 декабрь 2018)
  7. Башҡорт энциклопедияһы — Маликов Рөстәм Илкәм улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 29 март 2019)
  8. Башҡорт энциклопедияһы — Миролюбов Сергей Серафимович 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 март 2019)
  9. Башҡорт энциклопедияһы — Молчанов Анатолий Александрович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 12 август 2018)
  10. Башҡорт энциклопедияһы — Мәрҙәншин Ринат Мөҡәтдәс улы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2018)
  11. Башкирская энциклопедия — Ситдикова Флюра Булатовна 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2018)
  12. Башҡорт энциклопедияһы — Фәйзуллин Айрат Рай улы 2016 йыл 22 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 май 2019)
  13. Башҡорт энциклопедияһы — Шәрәфетдинова Нәзирә Хәмзә ҡыҙы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 30 май 2019)