Эстәлеккә күсергә

Мадагаскар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Республика Мадагаскар
Repoblikan'i Madagasikara République de Madagascar
Мадагаскар гербы
Флаг
Девиз: «Tanindrazana, Fahafahana, Fandrosoana»

«Тыуған ил, азатлыҡ, Прогресс»

Гимн: «О, һөйөклө тыуған илебеҙ!»
Үҙаллылыҡ датаһы 26 июнь 1960Франциянан)
Рәсми телдәр малагас һәм Француз
Баш ҡала Антананариву
Эре ҡалалар Антананариву
Идара итеү төрө Временное правительство
Президент ВПС

Премьер-министр

Андри Радзуэлина

Омер Беризики

Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
45
587 041 км²
7
Халыҡ
• Һаны (2008)
• Халыҡ тығыҙлығы

20,042,552 чел. (58)
33 чел./км²
КПҮИ  0.435 (135 урын)
Валюта ариари (MGA)
Интернет-домен .mg
Код ISO MG
МОК коды MAD
Телефон коды +261
Сәғәт бүлкәте 3

Мадагаска́р Республикаһы (малаг. Repoblikan'i Madagasikara [republiˈkʲan madaɡasˈkʲarə̥], франц. République de Madagascar) — Көнсығыш Африкалағы утрау дәүләт. Һинд океанының көнбайыш өлөшөндә Мадагаскар утрауында Африка яры буйындағы бер нисә бәләкәй утрауҙа урынлашҡан.

Майҙаны — 587 мең км², халҡы — 20,7 млн кеше (2009 г.). Баш ҡалаһы — Антананариву. Донъяла бер утрауҙы биләгән иң ҙур дәүләт һанала[2].

Гондван суперконтиненты тарҡалғандан һуң, яҡынса 88 миллион йыл элек, Мадагаскар Һиндостандан айырыла, был иһә урындағы үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың сағыштырмаса айырым үҫешеүенә булышлыҡ итә. Урындағы төрҙәрҙең 90 проценттан ашыуы Ерҙә башҡа бер ҡайҙа ла осрамай. Халыҡ һанының йылдам үҫеүе сәбәпле, утрауҙың төрлө экосистемаларына һәм уникаль ҡырағай тәбиғәтенә юҡҡа сығыу хәүефе янай. Мадагаскарҙа кешеләр йәшәгән тәүге тораҡ пункттар б. э. т. 350 йыл һәм б. э. 550 йылдары араһында барлыҡҡа килгән, тип иҫәпләнә, шулай ҙа археологик мәғлүмәттәр кешенең утрауҙа тәүге тапҡыр 10 мең йыл элек барлыҡҡа килеүен күҙалларға мөмкинлек бирә.

Австронезия халыҡтары каноэла утрауға Калимантан, Ҙур Зонд утрауҙарынан йәки Филиппиндан килгән, тип фараз ителә. Б. э. т. яҡынса 1000 йылда уларға Мозамбик боғаҙы аша килгән бантуҙар ҡушыла. Һуңыраҡ Мадагаскарҙа күскенселәрҙең башҡа төркөмдәре лә төпләнә. Уларҙың һәр береһе утрауҙың мәҙәни тормошона үҙ өлөшөн индерә. Халыҡтың этник составы ун һигеҙ һәм унан да күберәк кесе төркөмдәргә бүленә, шуларҙың иң ҙуры — мерина халҡы. Улар Бейек яҫы таулыҡта йәшәй.

Малагаси телендә Мадагаскар утрауы Madagasikara ([madaɡasˈkʲarə̥]) тип атала, ә унда йәшәүселәр — «малагасиҙар» (иҫкесә франкофонлаштырылған версия — «мальгаштар», малаг. foko malagasy[3]). Шул уҡ ваҡытта «Мадагаскар» топонимы урындағы сығышлы түгел, ә Урта быуаттарҙа Европала барлыҡҡа килгән[4]. Мәҫәлән, билдәле венеция сәйәхәтсеһе Марко Поло үҙенең яҙмаларында утрауға бер нисек тә ҡағылышы булмаһа ла телгә ала. ә Сомалиҙың Могадишу порты (Поло утрауҙы шуның менән бутаған) атамаһын үҙгәртелгән транслитерацияһы[5]. Күрәһең, ҡайһы бер общиналарҙың үҙҙәре йәшәгән территорияһының үҙ исеме булһа ла, утрауҙы билдәләү өсөн урындағы халыҡ малагаси телендә бер исем дә ҡулланмаған[5].

Төп мәҡәлә: Мадагаскар тарихы

Ер тирәләй орбитанан утрау күренеше
Изало Милли паркы

Мадагаскар утрауы Көньяҡ Африканың көнбайыш яры буйында урынлашҡан һәм Африканан Мозамбик ҡултығы айырып тора, Һинд океаны һыуҙары менән йыуыла[6]. Утрауҙың төньяғындағы Царатан тау масивындағы Марумукутру һүнгән вулканы (2876 м) — утрауҙың иң бейек нөктәһе.

Утрауҙың дөйөм майҙаны — 587 040 км². Оҙонлоғо 1600 км, киңлеге 600 км. Утрауҙың үҙәк өлөшөн Анзафи бейек яҫы таулығы биләй, ул көнбайышҡа табан түбәнәйә. Көнсығыш ярҙары текә. Утрауҙа бер нисә урында айырым ландшафт тибы — бик күп киҫкен мөйөштәр барлыҡҡа килтереүсе вертикаль һырҙар менән биҙәлгән эзбизташлы ҡая ҡатламдары осрай; был тәбиғәт объекттарын Цинги-де-Бемарах, Цинги-де-Намурук ҡурсаулыҡтары һаҡлай.

Утрауҙы шартлы рәүештә биш районға бүлергә мөмкин: көнсығыш яры, Царатан тау һырты, үҙәк ҡалҡыулыҡ, көнбайыш яр буйы һәм көньяҡ-көнбайыш.

Бейек яҫы таулыҡтың бейеклеге (үҙәк таулыҡ) диңгеҙ кимәленән 800 метрҙан алып 1800 метрға тиклем. Уның рельефы төрлө урындарҙа төрлөсә. Таулыҡ Царатанана тау массивының төньяғында барлыҡҡа килә һәм көньяҡҡа табан дауам итеп, Ивакуани массивында тамамлана. Шулай итеп, үҙәк таулыҡҡа Андзафи яйлаһы, Анкаратра һәм Ивакуани массивтары инә. Дәүләттең баш ҡалаһы Антананариву 1276 метр бейеклектә, Юғары яйланың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Был төбәктә сейсмик әүҙемлек ярайһы уҡ йыш күҙәтелә.

Көнбайыш яр буйы һәм Көньяҡ-Көнбайыш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнбайыш ярҙар тупраҡ эрозияһына нығыраҡ бирешә, шул арҡала ул, айырыуса утрауҙың төньяҡ өлөшөндә, бәләкәй генә гавандар һәм ҡултыҡтар күп. XVIIIXVIII быуаттар башында нәҡ ошонда пираттар төпләнә. Көнбайыш яр буйында ике эре нефть ятҡылығы — Цимируру һәм Белуланга табыла. Көньяҡ-көнбайыш төбәк Ивакуани һәм Исала Харабифурме массивтары менән сиктәш һәм ике өлөштән, Махафали яҫы таулығынан һәм уның эргәһендәге сүллектән тора.

Йылғалары һәм күлдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Флора һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Транспорт системаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Административ-территориаль бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мадагаскарҙың провинциялар менән картаһы

Мадагаскарҙың провинциялары исемлеге:

Провинция Үҙәк Майҙан км² Майҙан % Халҡы Халҡы %
1 Антананариву (провинция) Антананариву 58 283 9,9 % 4 580 788 29,2 %
2 Анциранана (провинция) Анциранана 43 046 7,4 % 1 188 425 7,6 %
3 Фианаранцуа (провинция) Фианаранцуа 102 373 17,6 % 3 366 291 21,5 %
4 Махадзанга (провинция) Махадзанга 150 023 25,5 % 1 733 917 11,0 %
5 Туамасина (провинция) Туамасина 71 911 12,2 % 2 593 063 16,5 %
6 Тулиара (провинция) Тулиара 161 405 27,4 % 2 229 550 14,2 %

Административ яҡтан ил 6 автономиялы провинцияға һәм 22 өлкәгә бүленә. Провинцияларға бүленеү 1946 йылда француз инициативаһы буйынса була; башта биш кенә провинция була, тик һуңыраҡ, 50-се йылдарҙа Анциранана автономиялы була. 1992 йылға тиклем провинцияларҙың статусы бик аныҡ булмай, сөнки конституцияла улар тураһында телгә алынмай. 1992 йылда ҡабул ителгән яңы конституцияла республика өс кимәлле үҙ аллы территориаль берәмектәргә: өлкәләргә (малаг. faritra), департаменттарға (малаг. departemanta) һәм коммуналарға (малаг. kaominina) бүленергә тейеш тип билдәләнә. Шулай итеп, провинциялар ҡабаттан конституциянан тыш була, әммә ғәмәлдә йәшәүен дауам итә. Дидье Рациракты президент итеп ҡайтанан һайлағандан һуң, 1997 йылда уға провинцияны «автономиялы провинция» административ берәмеге рәүешендә Конституцияға индерергә тәҡдим ителә. 2000 йылда төҙәтмә ҡабул ителә. 2001 йылда президент итеп һайланған Марк Равалуманана провинция губернаторҙарын үҙҙәре тәғәйенләгән кешеләргә алмаштыра. 2007 йылда провинцияларҙы бөтөрөү өсөн уңышлы референдум уҙғарыла, шулай итеп, яҡын арала административ реформанан һуң төбәктәр дәүләт эсендә иң юғары территориаль берәмеккә әйләнәсәк. Шуға ҡарамаҫтан, 2010 йылда ҡабул ителгән яңы Конституцияла 6 автономиялы провинция йәнә барлыҡҡа килә[7].

Мадагаскарҙың региондары исемлеге:

Мадагаскар региондары менән картаһы
Регион Адм. үҙәк Халҡы,
(2004) кеше
Майҙаны,
км²
Тығыҙлыҡ,
кеше/км²
1 Диана Анциранана 485 800 19 266 25,22
2 Сава (Мадагаскар) Самбава 805 300 25 518 31,56
3 Итаси Миаринариву 643 000 6993 91,95
4 Аналаманга Антананариву 2 811 500 16 911 166,25
5 Вакинанкаратра [[Анцирабе 1 589 800 16 599 95,78
6 Бунгулава Цируанумандиди 326 600 16 688 19,57
7 Суфия Анцухихи 940 800 50 100 18,78
8 Буени Махадзанга 543 200 31 046 17,50
9 Бецибука Маэватанана 236 500 30 025 7,88
10 Мелаки]] Маинтирану 175 500 38 852 4,52
11 Алаутра-Мангуру Амбатундразака 877 700 31 948 27,47
12 Ацинанана Туамасина 1 117 100 21 934 50,93
13 Аналанджируфу [[Фенуариву 860 800 21 930 39,25
14 Амурун’и Маниа Амбуситра 693 200 16 141 42,95
15 Верхняя Мациатра Фианаранцуа 1 128 900 21 080 53,55
16 Ватувави-Фитувинани Манакара 1 097 700 19 605 55,99
17 Ациму-Ацинанана Фарафангана 621 200 18 863 32,93
18 Ихурумбе Ихуси 189 200 26 391 7,17
19 Менабе Мурундава 390 800 46 121 8,47
20 Ациму-Андрефана Тулиара 1 018 500 66 236 15,38
21 Андруи [[Амбувумбе|Амбувумбе-Андруи 476 600 19 317 24,67
22 Ануси Таулантару 544 200 25 731 21,15
Бөтәһе 17 573 900 587 295 29,92

Төп мәҡәлә: Мадагаскар халҡы}}

2020 йылға Мадагаскар халҡының йәш-енес пирамидаһы

Халыҡ һаны 21,3 млн кеше тәшкил итә (2010 йылдың июленә).

Тыуым — бер ҡатын-ҡыҙға 5,1 бала (донъяла 20-се урын).

Ғүмер оҙонлоғо — 63 йыл (2011)[8]; 61 йәш — ирҙәр, 65 йәш — ҡатын-ҡыҙҙар.

Ҡала халҡы — 29 %.

Малагасиҙар — Мадагаскарҙың төп халҡын формалаштырған этник төркөм. Австронезия телдәре ғаиләһенең һинд-меланзия төркөмөнә ҡараған малагаси (мальгаш) телендә һөйләшәләр. Дөйөм һаны — яҡынса 20 миллион кеше. Был һүҙ «Мадагаскар» һүҙенән яһалған сифат.

Носи-Бе утрауынан малагаси ҡыҙы

Малагасиҙар ике төркөмгә бүленә — тауҙарҙа һәм яр буйында йәшәүселәр. Тау халыҡтары — имерина (мерина), сиханака һәм бецилеу, ә яр буйында йәшәүселәр иҫәбенә ҡалғандары инә — мәҫәлән, бецимисарака, сакалава и махафали. Ике төркөмсәгә бүленеү утрауға кеше күсенеү тарихы менән бәйле булыуы ихтимал. Беҙҙең эраның икенсе-бишенсе быуаттарында Мадагаскарға Австронезиянан килеүселәр төпләнә, улар башлыса Бейек яҫы таулыҡта урынлаша. Күпмелер ваҡыттан һуң Мозамбик боғаҙы аша көнсығыш Африканан утрауға банту ҡәбиләләре вәкилдәренән торған күскенселәрҙең икенсе тулҡыны килә. Африка күскенселәре сағыштырмаса буш яр буйы зонаһын биләй. Бантуҙар утрауға ҡолдар менән һатыу итеү һөҙөмтәһендә килә. Мадагаскарға күсеп ултырыуҙың башҡа версиялары ла бар, шул иҫәптән утрауҙа тәүгеләрҙән булып негроид расаһы кешеләре йәшәгән, ә австронезиялылар һуңыраҡ килгән, тип фаразлайҙар.

Шулай итеп, тауҙарҙа йәшәүселәр шартлы рәүештә Малайзиянан һәм Индонезиянан килгән иммигранттарҙың вариҫтары тип атарға мөмкин, әммә шуны иҫтә тоторға кәрәк: ҡәбиләһенә бәйле тышҡы һыҙаттарҙың айырмаһы һиҙелерлек булыуға ҡарамаҫтан, утрау халҡы әүҙем ҡатнашкан. Күптән түгел генә утрау халҡының митохондриаль ДНК-һын тикшереүҙәр ҡайһы бер ғалимдарҙың халыҡтың Австронезиянан сығыуы тураһында фаразлауҙарын раҫлай. Ҡәбиләләр исемлеге:

  • Тау ҡәбиләләре:
    • Мерина
    • Бецилеу
  • Ҡатнаш ҡәбиләләр:
    • Бара ҡәбиләһе
    • Микеа
    • Сиханака
    • Танала
  • Яр буйы ҡәбиләләре:
    • Антакарана
    • Антануси
    • Антемуру
    • Антендруи
    • Антесака
    • Бецимисарака
    • Махафали (халыҡ)
    • Сакалава
    • Цимихети

Эсемлектәр һәм десерттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киң мәғлүмәт саралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Имерина
  • Корочанцев В. А., Цветков В. А. Мадагаскар. — М.: Мысль, 1977. — 136 с. — (Социально-экономические проблемы развивающихся стран). — 50 000 экз.
  • Демократическая Республика Мадагаскар: Справочник / Ред. колл.: Н. И. Гаврилов (отв. ред.), Б. В Билевич, В. В. Павлова (рук. авт. кол.), О. Л. Николаева; Институт Африки АН СССР. — М.: Наука. Главная редакция восточной литературы, 1985. — 232 с. — 11 000 экз.
  1. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2020f/africa
  2. МАДАГАСКАР • Большая российская энциклопедия - электронная версия. bigenc.ru. Дата обращения: 30 май 2020. 2020 йыл 17 июль архивланған.
  3. National Geographic Style Manual. Дата обращения: 31 август 2012. Архивировано 10 июль 2011 года.
  4. Cousins (1895), pp. 11-12
  5. 5,0 5,1 Room (2006), p. 230
  6. Водовозов В. В. Мадагаскар // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  7. Ст. 5 Конституции
  8. "Показатели мирового разви&#1090 …

Ҡалып:Африка утрау дәүләттәре Ҡалып:Африка союзы