Эстәлеккә күсергә

Ишембай районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишембай районы
Герб
Герб
Флаг
Флаг
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Статус

муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Башҡортостан

Берләштерә

1 ҡала биләмәһе и 13 ауыл биләмәһе

Административ үҙәк

Ишембай

Барлыҡҡа килеүе

1930

Халҡы (2016)

89 013[1] (2.19 %, 4 урын)

Тығыҙлығы

21.68 кеше/км²

Майҙаны

4 006 км² (7 урын)

Ишембай районы на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Автомобиль номерҙары коды

02, 102

Рәсми сайты
ОКАТО

80 231 000 000

Ишембай районы (рус. Ишимбайский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Ишембай ҡалаһы. Районда 26394 кеше йәшәй.

Физик-географик характеристикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Район Ағиҙел йылғаһының урта ағымында, уң яҡ ярҙа урынлашҡан. Ишембай районы биләмәһе майҙаны 4002,59 км², муниципаль берәмек майҙаны — 4106,06 км²[2].

Ғафури, Белорет, Бөрйән, Мәләүез, Стәрлетамаҡ райондары, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары менән сиктәш.

Район биләмәһенең көнсығыш өлөшө Башҡорт (Көньяҡ) Уралдың көнбайыш һырттарына ҡарай, уларҙың абсолют бейеклеге 845 метрға етә, климаты дымлы, киң япраҡлы һәм аҡ ҡайын, уҫаҡ урмандары менән ҡапланған. Райондың көнбайыш өлөшө Ағиҙел буйы далаһына ҡарай, климаты байтаҡҡа ҡорораҡ һәм урман менән дала аралашып урынлашҡан.

Файҙалы ҡаҙылмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Райондың төп ер аҫты байлығы — нефть ятҡылыҡтары (1932 йылда асыла). Шулай уҡ таш тоҙ, эзбиз, гипс, ҡом, доломит, бут ташы, ҡом-ҡырсын ҡатнашмаһы сығарыла.

Административ үҙәк Ағиҙел буйы уйһыулығында урынлашһа ла район биләмәһенең ҙур өлөшөн тау тайгаһы алып тора. 252,6 мең га майҙан (район биләмәһенең 63,1 проценты) урман менән ҡапланған. Күбеһенсә аҡ ҡайын, йүкә, имән һәм уҫаҡ ағастары үҫә.

Район биләмәһе ҡырағай шарттарҙа үҫеүсе дарыу үләндәренә бай, 200-ҙә ашыу төрҙәге дарыу үләндәре үҫә. Улар үҫкән биләмәләр айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары исемлегенә инә.

Район биләмәһендә 40-тан ашыу йылға бар. Биләмәнең көнбайыш сигенән Ағиҙел йылғаһы аға, ҡушылдығы Юрғаш йылғаһы, көнсығыш өлөшөнән — Егән йылғаһы, ҡушылдыҡтары — Һикәҙе һәм Рәүҙәк йылғалары, Һәләүек, Тәйрүк, уның ҡушылдыҡтары Юшалы, Тор йылғалары.

Дауалау-һауыҡтырыу сифатына эйә булған һыу сығанаҡтары: Берғамыт һәм Исемһеҙ (Хажы ауылы эргәһендә), Изге шишмә (Скворчиха ауылы), Тереһыу (Арлар), Ресторан (Ҡолғона ауылы), Селтербей-Урта-Таш (Маҡар ауылы), Ҡайнауыҡ (Һарғай ауылы), Аллағыуат шишмәһе (Маҡар ауылы).

Торатау

Шихандар, айырыуса Торатау, — Ишембай районының тәбиғәт символы. Улар Стәрлетамаҡ шихандары булараҡ танылған булһалар ҙа, уларҙың өсөһө Ишембай районында[3] урынлашҡан.

Иң юғары нөктә Алатауҙа урынлашҡан (845 м). Ул Ишембай районының көнсығыш өлөшөндә ята, уның тирәһендә бейеклектәре 500—600 м булған тау һырттары һүҙылып киткән..

Башҡа тауҙар: Урта-Таш һәм Аҡташ (Маҡар ауылы янында), Арҡауылтау, Бейектүбә, Ташлығыртау, Бикмәш (проектируемый памятник природы, тәбиғәт һәйкәлдәре Алатау, Ҡарауыл-тау һәм башҡалар. Бәштин, Биктәр, оло Ҡалыу, Ҡалыу (тау һырты), Ҡалыу, Йүкәлетау, Олотау ер аҫты һыуҙарын бүлеүсе һырттар, улар киләсәктә айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе исемлегенә инергә тейеш.

Туристар араһында район төрлө ҡатмарлылыҡ категорияларына ҡараған мәмерйәләре менән дан тота. Улар түбәндәгеләр: Егән, Ишһары-Нөгөш, Эҫем-Ағиҙел[4][5]

Транспорт менән барып етеп булғанға күрә туристар яҡшы белгән урындар — Маҡар ауылы (Салауат мәмерйәһе, Ҡыҙҙар тауы, Ҡуҡрауыҡ), Хажы ауылы (Хазиново) (Тирмән-Таш (Хазинская I и II), Отважных, Малютка, Олимпия). Шулай уҡ, Ишәй мәмерйәләре, Таш-Өй, Ыласын мәмерйәләре.

Хәҙерге Ишембай районы ерҙәрендә бик күп быуаттар буйына юрматылар көн итә. Башҡорттар Рәсәй дәүләте составына ингәс, Юрматы ырыуы ерҙәре Нуғай даруғаһы Юрматы волосы составына инә[6].

1919 йылда хәҙерге район биләмәһе Бәләкәй Башҡортостандың Юрматы кантоны составына алына. 1922 йылда Оло Башҡортостан ойошторолғандан һуң — Стәрлетамаҡ кантоны составына индерелә.

1923 йылда буласаҡ район биләмәһендә волостар эреләтелә, 4 волость барлыҡҡа килә: Аҙнай , Борон, Петровск һәм Маҡар. 1930 йылда кантон-волость бүленеше реформаһы үткәрелә. Петровск районы ойошторола, аҙаҡ ул Маҡар районы (20 август 1930 г.) тип үҙгәртелә.

1935 йылдың 3 февралендә Башҡорт АССР-ы Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумының Башҡорт АССР-ы райондары составында яңы селтәрҙең барлыҡҡа килеүе тураһында ҡарары сыға. Маҡар районында 22 ауыл советы булдырыла: Петровск (10 тораҡ пункты), Бәрҙәшле (6), Яңы-Георгиевка (9), Татьяновка (7), Скворчиха (3), Егән (2), Васильевка, Әхмәр (3), Ишәй (4), Алатаң (4), Янрус (2), Юлдаш (5),Әрмет-Рәхим (4), Әрмет(4), Маҡар (4), Ҡолғона (6), Көҙән (6), Һайран (6), Этҡол (5), Байғужа (8), Һәләүек (2), Ҡөҫәпҡол (3).

Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының «Башҡорт АССР-ында Яңы райондар ойоштороу турһындағы» ҡарары нигеҙендә (20 март 1937 йыл) Башҡортостанда 6 яңы район барлыҡҡа килә: Байҡыбаш, Воскресенский, Ишембай, Ҡандра, Матрай һәм Покровский[7]. (ҡара: Ишимбайский район (1937-1940)) Ишембай районына Маҡар районы ерҙәре бүленеп бирелә: (Көҫәпҡол ауыл Советы и Байғужа ауыл Советы) һәм Стәрлетамаҡ районынан бүлеп алынған Наумовка ауыл Советы. Яңы райондың үҙәге итеп Ишембай эшселәр ҡасабаһы ҡалдырыла.

«РСФСР Юғары Советы Президиумының Ишембай эшсе ҡасабаһын ҡалаға әйләндереү һәм Башҡорт АССР-ының Ишембай районын бөтөрөү тураһындағы Указы» (10 февраль, 1940 йыл) нигеҙендә район бөтөрөлә[7], Ишембай республика буйһоноуындағы ҡалаға әйләнә, ә район биләмәһе элекке административ идаралыҡҡа күсә, яңы ҡаланың бер өлөшөнә әйләнгән Көҫәпҡолдан тыш.

Ишембай районы ҡайтанан 1965 йылдың 14 ғинуарында[8] ойошторола.

2000 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы өсөн бер хакимиәт булдырыла[8].

2008 йылдың 18 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Законы нигеҙендә Әхмәр, Васильевка, Яңы Әптек һәм Сәлих ауыл советтары бөтөрөлә[9]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Йыл Халыҡ һаны
1939 37 662 [10][11]
1959 39 385 [12][11]
1970 44 192 [13][11]
1979 33 634 [14][11]
1989 25 766 [15][11]
2000 25 726 [16]
2001 95 696 [16]
Йыл Халыҡ һаны
2002 95 805 [17][11]
2003 95 668 [16]
2004 95 650 [16]
2005 95 311 [16]
2006 95 064 [16]
2007 94 579 [16]
2008 94 351 [18]
Йыл Халыҡ һаны
2009 94 333 [19]
2010 91 301 [20]
2011 91 164 [19]
2012 90 840 [21]
2013 90 686 [22]
2014 90 184 [23]
2015 89 673 [24]
Йыл Халыҡ һаны
2016 88 968 [25]
2017 88 092 [26]
2018 87 282 [27][28]
2019 86 245 [28]
2021 85 483 [29]

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Районда иҡтисад сәнәғәт-ауыл хужалығы йүнәләшендә алып барыла. 107,5 мең гектар майҙанды (район биләмәһенең 26,8 %) ауыл хужалығы ерҙәре биләй, уларҙың 62,8 мең гектары — һөрөнтө ерҙәр, 13,7 мең гектары — сабынлаҡтар, 31,6 мең гектары — көтөүлектәр. Райондың көнсығыш өлөшө тау-урман ит-һөт етештереүсе зонаға, көнбайышы иген игеү-мал көтөү, шәкәр сөгөлдөрө, йәшелсә үҫтереү, сусҡа үрсетеү һәм умарта тотоу менән шөғөлләнеүсе зонаға ҡарай.

Егән йылғаһы өҫтөндә ҡояш сыға Ураҙбай ауылы эргәһендәге быуа Эйәртау тауы һырты буйлап һалынған юл Һауаҙы ҡаялары

Муниципаль район хакимиәте «2011—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында туризмды үҫтереү» республика маҡсатлы программаһы проектына индереү өсөн «Ырыуҙар ташы» мемораиль комплексын, элекке төрмә харабалары, Туғар-Салған күле янындағы палатка ҡаласығы базаһында тарихи музей булдырыу тураһындағы Инвестиция проектын тәҡдим итә. Шулай уҡ ат спортын (конкур, һыбай йөрөү), Шихан утары янында ял итеү базаһын булдырыу (коттедждар төҙөп), дельтапланеризмды үҫтереү, балалар өсөн уйын аттаракциондарын төҙөү ҙә проектҡа индерелә.

Район биләмәһендә бер нисә турист базаһы эшләй: «Ковчег» (Нух кәмәһе) (40 кешегә, Ишембай ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 5 километрҙа, быуа буйында, япраҡлы урманда), «Ғаилә» ял йорто (16 кешегә, Бәрҙәшле ауылы), «Ҡуҡрауыҡ» (30 урынлыҡ, Маҡар ауылынан 2 километрҙа, Салауата Юлаев мәмерйәһе һәм Ҡуҡрауыҡ шарлауығы янында.

Райондың һыу артериялары: Ағиҙел (һайыҡҡанға тиклем парходтар йөрөгән), Һәләүек.

Автоюлдарҙың тығыҙлығы: 51 км / мең кв. км. Ишембай — Аллағыуат тимер юл һәм автомобиль юлдары районды ӨфөЫрымбур транспорт магистрале менән бәйләй. Райондың төньяғынан СтәрлетамаҡМагнитогорск автомагистрале үтә, көньяҡ-көнбайыш сик буйлап — ИшембайМәләүез автомобиль юлы.

Ишембай ерендә тәүге мәктәптәр XIX быуатта асыла.

1931 йылда төбәктә 60-ҡа яҡын мәктәп булыуы билдәле. 1934 йылда мәктәптәр һаны 81-гә етә. Уларҙа 203 уҡытыусы балаларға белем бирә, уларҙың икәүһе юғары белемле, 26-һы — урта, 105-е — ете йыллыҡ мәктәп белеме менән һәм 12-һе башланғыс белемгә эйә була.

Әлеге ваҡытта Ишембай районында 49 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 20 урта мәктәп эшләй. Быларҙан тыш Өфө дәүләт авиация-техник университеты филиалы, нефть колледжы, 3 һөнәрселек училищеһы Ишембай йәштәренә һөнәри белем бирә.

Районда үҙәк дауахана һәм 4 участка дауаханаһы бар.


Киң мәғлүмәт саралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытта урыҫ һәм башҡорт телдәрендә «Восход» һәм «Торатау» гәзиттәре сыға.

Күренекле шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихта эҙҙәре ҡалған шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Әхмәтзәки Вәлиди Туған (төр. Ahmed Zeki Velidi Togan, 10 декабрь 1890 — 26 июль 1970) — күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы, философия фәндәре докторы, профессор;
  • Аҙнай бей (XVI быуат) — Нуғай даруғаһы Юрматы ырыуы Аҙнай түбәһе башлығы, юрматыларҙың урыҫ дәүләте составына инеүен юллаусыларҙың береһе, староста;
  • Илсектимер (XVI быуат — Юрматы ырыуының Илсектимер түбәһе башлығы, юрматыларҙың урыҫ дәүләте составына инеүен юллаусыларҙың береһе;
  • Ишембай Аҡбирҙин (1771 − 1831) — Нуғай даруғаһы Юрматы волосы йөҙ башы, Ишембай ауылына (хәҙер Ишембай ҡалаһына ингән ҡасаба) нигеҙ һала;
  • Ҡараһаҡал, Солтан-Гәрәй, Миндеғол Юлаев ((?-1749) — 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе, 1740 йылда хан тип иғлан ителә;
  • Ҡармыш, Ҡармыш баба (XVI быуат) — Юрматы ырыуының Ҡармыш түбәһе башлығы, юрматыларҙың урыҫ дәүләте составына инеүен юллаусыларҙың береһе;
  • Килмәк Нурышев (XVIII быуат) — Нуғай даруғаһының Юрматы волосында йәшәй, 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе, батыр, 1704 -1711 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашыусы;
  • Хажи Аҡҡусҡаров (XVII-XVIII) - Нуғай даруғаһы Юрматы волосы башҡорто, 1704-1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе, ихтилал барышында хан тип иғлан ителә, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ;

Советтар Союзы һәм Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, Дан орденының тулы кавалерҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Район биләмәһендә урынлашҡан Левашёв ҡәберлеге Уралда тәүге мосолман археологик ҡомартҡыһы тип иҫәпләнә, бында Ғәрәп хәлифәлегенең 706 йылғы алтын динары һәм 712 йылғы көмөш дирһәмдәр табылған.
  1. Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям. Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
  2. http://www.подметки.рф/administrator/images/nomer/1331453851_nomer_8_2012.pdf 2020 йыл 24 октябрь архивланған.
  3. Целевая программа «Экология и природные ресурсы муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан на 2011—2015 г.г.» 2016 йыл 13 март архивланған.  (рус.)
  4. ПЕРЕЧЕНЬ КЛАССИФИЦИРОВАННЫХ ПЕЩЕР. 1989 год. Составитель Шакир Ю. А. при участии Киселева В. Э., Климчука А. Б., Кузнецова В. С.,Малкова В. Н., Немченко Т. А., Соколова Ю. В.  (рус.)
  5. Таблица спелеологических районов РБ «Пещеры Южного Урала» БАШТУРИСТ. Туризм и отдых в Башкортостане 2010 йыл 12 декабрь архивланған.  (рус.)
  6. Официальный сайт администрации муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан(недоступная ссылка)
  7. 7,0 7,1 История административно-территориального деления — ИСТОРИЯ — ШЕЖЕРЕ 2010 йыл 1 сентябрь архивланған.
  8. 8,0 8,1 История муниципального района Ишимбайский район 2020 йыл 7 июль архивланған.
  9. Закон Республики Башкортостан «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населенных пунктов» (Принят Государственным Собранием — Курултаем Республики Башкортостан 18 ноября 2008 года)
  10. перепись населения СССР 1939 года
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  12. перепись населения СССР 1959 года
  13. перепись населения СССР 1970 года
  14. перепись населения СССР 1979 года
  15. перепись населения СССР 1989 года
  16. 16,0 16,1 16,2 16,3 16,4 16,5 16,6 Комплексная программа социально-экономического развития муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан на 2013-2015 годы (урыҫ)
  17. Всероссийская перепись населения 2002 года
  18. 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  19. 19,0 19,1 Оценка численности Республики Башкортостан постоянного населения на 1 января 2009-2016 годов
  20. Всероссийская перепись населения 2010 года
  21. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
  22. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ)Росстат, 2013. — 528 с.
  23. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
  24. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
  25. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
  26. https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  27. Численность населения по муниципальным районам и городским округам Республики Башкортостан на 1 января 2018гРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  28. 28,0 28,1 Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
  29. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  30. Башҡорт энциклопедияһы — Живов Павел Евгеньевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 8 март 2018)
  31. Башҡорт энциклопедияһы — Мурахтина Нина Петровна 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 8 октябрь 2018)
  32. Форум Поисковых Движений. Люди-легенды: партизанский военачальник Василий Павлович Комлев (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 декабрь 2018)