Ғүмәр (Ишембай районы)
Ауыл | |
Ғүмәр Ғүмәр | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Ғүмәр (рус. Гумерово), Бүжәтау — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 379 кеше[1]. Петровск ауыл Советы составына инә. Төп халҡы- башҡорттар.
Почта индексы — 453231, ОКАТО коды — 80231855011.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғүмәр (Бүзя) ауылында V ревизия буйынса 74 кеше йәшәгән 11 йорттан тора. 1816 йылда 11 йортта 87 ир-егетте күрһәтә. 1834 йылда — 23 ихатала 149 кеше йәшәй. 1850 йылдағы IX ревизияла 26 йортта 257 кеше йәшәй. 1920 йылға Ғүмәр ауылында халыҡ һаны 658 кешегә етә. 135 йорт булған. Беренсе күскенсе Ғүмәр Ҡармышев — абруйлы аҫаба, 1777 йылда ер алыш-бирешендә ҡатнашыусы, уның 80 йәшлек улы Аллағуат уҙған быуат уртаһында тере була (уның балалары: Ғәли, Абдулла, Исхаҡ, Ибраһим, Хызыр, Яхья, Дауыт). Ауылда 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны Яҡуп Бикмөхәмәтов йәшәй, 12-се полк һалдаты, ике миҙал менән бүләкләнгән. 1839 йылда 26 йортта 231 ат һәм 228 һыйыр иҫәпләнә, унда 139 кеше йәшәй. Улар 200 бот көҙгө һәм 1040 бот яҙғы иген сәскәндәр. XIX быуат аҙағында халыҡтың бүлемдәре өс участкала була. 12-15 йылдан һуң ауылда бүлемдәрҙе рәүиз йән башы буйынса бүлеү тормошҡа ашырыла. Халыҡҡа туғын бөгөү, ағас көрәктәр һәм ялғаштар эшләү ҙур ярҙам була. Улар күрше алпауыт Пашковта һалабаш һалыуҙа эшләйҙәр, уны ҡабыҡтан һыҙырып алып ебетеү өсөн 4-5 тин алалар; 100 дана ҡабыҡтан һалабаш һыҙырыу 40 тин тора[2].
Ауылдың бөгөнгөһө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда китапхана, клуб, балалар баҡсаһы бар. Мәктәп юҡ. Башланғыс мәктәп 2015 йылда ябылған. Балалар күрше Васильевка ауылына, Ишембай ҡалаһына йөрөп уҡый[3].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 658 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 705 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 771 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 421 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 369 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 379 | 185 | 194 | 48,8 | 51,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек халыҡ башҡорттар (100 %)[4].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Егән йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылдан 5 километр алыҫлыҡта Ғүмәр горизонты стратотибы урынлашҡан.
Алыҫлығы:[5]
- Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 49 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Васильевка): 10 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ ): 50 км.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[6]:
Күренекле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишмырҙин Әүхәҙи Ғәләүетдин улы (1890—1923) — башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, штабс-капитан, халыҡ комиссары урынбаҫары, Башҡорт республикаһының хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссары вазифаһын башҡарыусы (1919);
- Ишмырҙин Сөләймән Ғәләүетдин улы (1893—1937) — башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, Айырым Башҡорт бригадаһы командиры (июнь 1919 й.), Башҡортостан Республикаһының аҙыҡ-түлек буйынса халыҡ комиссары (1920—1921);
- Әхмәҙиев Вафа Исхаҡ улы (5.08.1937—20.10.1983) — башҡорт шағиры, әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1970). СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1976);
- Ниғмәтуллин Рауил Хөрмәт улы (1941—2005) — шағир, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Башҡорт дәүләт педагогия университеты (1990—2004) уҡытыусыһы;
- Әхмәҙиев Фәрит Вафа улы (1967) — яҙыусы, философия фәндәре кандидаты, «Ватандаш» журналының баш мөхәррире (2000—2011), «Китап» нәшриәте директоры урынбаҫары;
- Кәримов Салауат Ғайса улы (1960) — яҙыусы, Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2014), «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире;
- Әхмәҙиева Гөлназ Ғафир ҡыҙы (6 апрель 1960) — педагог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2000),Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт республика гимназия-интернаты , Өфө ҡалаһының М.Кәрим исемендәге 152-се Башҡорт гимназияһы директоры .
- Хәйбуллина Лилиә Салауат ҡыҙы (18 апрель 1974 йыл — 6 май 2007 йыл) — ғалим-ботаник (альголог), юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре кандидаты, доцент. Альгологик синтаксономия һәм, беренсе сиратта, тупраҡты альгоценоз классификациялау мәсьәләләре менән шөғөлләнә. «Альгология», «Экология», «Почвоведение» журналдарында баҫтырылған 40-тан ашыу фәнни мәҡәләләр авторы.
Ауылдың ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эйәрлетау — Ишембай районының Ғүмәр ауылы янындағы тау[7]. «Эйәр» һүҙенә -ле аффиксы һәм «тау» һүҙен бергә ҡушып яһалған топоним. «Эйәргә оҡшаш тау» тигәнде аңлата.
- Эйәртау — Башҡортостандың Ишембай районында, Ғүмәр, Егән, Подгорный, Алмалы ауылдары янында урынлашҡан, тау. Тау түбәһе урманла, итәге болонло.
.
- Бүжә тауы (рус.Бужа, картала — Бузя) — Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы Ишембай районындағы тау. Ғүмәр тарлауығында урынлашҡан. Тау итәгендә- Ғүмәр ауылы (тарихи, шулай уҡ урындағы атамаһы Бүжә). Башҡортса «бүжә»- «сусаҡ» (гора-сопка). Киң йәмәғәтселеккә 2012 йылдың башынан, Ғүмәр эзбиз ятҡылығында тау эштәре башланғандан һуң билдәле була.
Ауыл ваҡытлы матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишембай районының Ғүмәр ауылы халҡы өсөн яңы эш урындары булдырыласаҡ — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 13 ноябрь.[8]
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
- Ғүмәр (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 126. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 126. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Ғүмәр (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Ғүмәр (Ишембай районы) ауылы
- ↑ Словарь топонимов Республики Башҡортостан. Өфө. 2002.- 5000 экз. стр. 228
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 13 ноябрь
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |