Үлемһеҙ полк
Үлемһеҙ полк | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Урын | Рәсәй |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы |
Томск, Рәсәй Мәскәү, Рәсәй |
Башланыу датаһы | 9 май 2012 |
Рәсми сайт | moypolk.ru |
Үлемһеҙ полк Викимилектә |
«Үлемһеҙ полк» — Бөйөк Ватан һуғышы быуыны тураһында иҫтәлекте һаҡлау буйынса халыҡ-ара йәмәғәт граждан-патриотик хәрәкәте[1]. Йыл һайын Еңеү көнөндә ҡатнашыусылар колонналар менән ҡала урамдары буйлап үҙҙәренең туғандары — армия һәм флот ветерандары, партизандар, подпольщиктар, ҡаршылашыу яугирҙары, тыл хеҙмәтсәндәре, концлагерҙар тотҡондары, блокадниктар, һуғыш балаларының фотографиялары менән үтәләр, — һәм улар тураһындағы ғаилә тарихын хәрәкәт сайтындағы Халыҡ йылъяҙмаһына яҙалар[2].
Хәрәкәт 2012 йылда Томск ҡалаһында журналистар Сергей Колотовников һәм Игорь Дмитриев тарафынан башлана[3]. Шунда уҡ, Томскиҙа, хәрәкәт «Үлемһеҙ полк» исемен ала, полк Уставы булдырыла. Уставта хәрәкәттең коммерцияға ҡарамаған һәм сәйәси булмаған, дәүләттән азат граждандар башланғысы принциптары булараҡ билдәләнә[1]. Быға тиклем башҡа ҡалаларҙа икенсе исемдәр аҫтында оҡшаш акциялар үткәрелә. Хәҙер халыҡ хәрәкәте үҙ эсенә 80-дән ашыу дәүләттте ала.
Беларусь Республикаһында ошондай уҡ акция — «Беларусь хәтерләй» исеме аҫтында, Украинала — «Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай» үткәрелә.
«Үлемһеҙ полк» менән бер рәттән исеме һәм маҡсаттары буйынса яҡын — «Рәсәйҙең үлемһеҙ полкы» хәрәкәте — тағы ла хәрәкәт бар, был хәрәкәт сараларҙың дәүләт-идеологик йүнәлешен көсәйтергә тырыша.
Тарих башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Үлемһеҙ полк» исеме барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк СССР-ҙың башҡа ҡалаларында бындай акциялар үткәрелә. Улар араһында иң тәүгеләрҙән — 1965 йылда 121-се мәктәбе (Новосибирск) уҡыусылары ветерандарҙың фотолары менән ҡала урамдары буйлап үтә[4]. 1981 йылда Ростов өлкәһендәге Тацинская станицаһында Революция Көрәшселәре майҙанында һәләк булған балалары фотолары менән әсәләр үтә (идея режиссеры Юлия Синельникова). 1985 йылда Пермь өлкәһендәге Соликамск ҡалаһында ла ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең һәләк булған туғандарының фотоларын тотоп урамдарға сыҡтылар. Липецк өлкәһендәге Конь-Колодезь ауылында 1985 йылдан алып йыл һайын ошо акция үткәрелә.
Советтарҙан һуңғы йылдарҙа бындай саралар Рәсәйҙә генә түгел, ҡайһы бер башҡа илдәрҙә лә үткәрелә. 1999 йылда Иерусалимда Еңеү көнөндә һәләк булған һалдаттарҙың портреттарын тотоп сығалар. 2006 йылда Ухтала үҫмерҙәр Мәңге утҡа һалдаттарҙың портреттарын алып киләләр. Бындай саралар Кузбасста, Төмәндә, Ҡаҙанда, Кемеровола һәм тағы ла егермеләп төбәктә үткәрелә[5][6]. 2009 йылда «Һеҙҙе сафта алмаштырырбыҙ!» исеме аҫтында Севастополдә вариҫтар маршы үткәрелә[7].
Идеянан донъя масштабындағы сараға тиклем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Үлемһеҙ полк» исеме аҫтында тәүге акция
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылда Томскиҙа журналистар Сергей Лапенков Сергей Колотовкин һәм Игорь Дмитриев ветерандарҙың Еңеү көнө парадында йылдан-йыл әҙерәк ҡатнашыуын күреп, ғәҙеллекте тергеҙеү йәһәтенән фотографиялар аша булһа ла ошо байрамды күрергә тейеш тип ҡарар итәләр. Совет осорнда ла шундай йола булған: кешеләр үҙҙәренең туғандарының фоторәсемдәрен һәләк булыусы яугирҙар мемориалына алып килер булғандар. 2012 йылдың 9 майы әлеге рәүештәгә хәрәкәттең тыуған көнө тип һанала, нәҡ ошо көндө урындағы телерадиокомпанияһы ярҙамында) Томск ҡала халҡы урамдары буйлап колонна үтә. «Үлемһеҙ полк» тип аталған акцияла алты меңдән артыҡ кеше ҡатнашһа, уларҙың ике меңдән ашыуы һуғышта ҡатнашыусыларҙың портреттарын килтерә[3].
Акция географияһының киңәйеүе (2012—2014)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Федераль һәм төбәк киң мәғлүмәт сараларында , Томскиҙағы парад яҡтыртыла һәм ошо йылдан алып төрлө ҡалаларҙан һәм илдәрҙән координаторҙар берләшмәһе булдырыла башлай. 2012 йылдың декабрендә үҙҙәрендә акцияны ойошторорға Рәсәйҙең 15 ҡалаһы теләк белдерә. 2013 йылдың февраленә был һан 30-ға тиклем арта, бындай теләкте дүрт ил вәкилдәре белдерә (Рәсәй, Украина, Ҡаҙағстан, Израиль). 2013 йылда акция 120 ҡала һәм ауылда үткәрелә. Томск ҡалаһындағы ҡатнашыусыларҙың полк һаны күпкә арта[3]). 2014 йылда ҡалаларҙың һаны 500-гә тиклем арта — «Үлемһеҙ полк» ул йылда ете донъя илдәренең 500 ҡалаһында үтә.
2012 йылдан башлап "Үлемһеҙ полк"тың Халыҡ йылъяҙмаһы башлана. Рәсми сайтта ветерандарҙың вариҫтары үҙҙәренең ғаилә тарихы индерә.
2013 йылда Земцов николай СССР-ҙың халыҡ артисы Василий Лановой менән бергә "Үлемһеҙ полк"тың йөрөшөн Мәскәүҙә Поклонный тауҙа тәүге тапҡыр үткәрә, унда бер мең кеше тирәһе ҡатнаша[8].
Йәмәғәт хәрәкәтен формалаштырыу, логотип
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2014 йылдың ғинуарында Томск ҡалаһында «Үлемһеҙ полк» ойоштороусылары «Үлемһеҙ полк» йәмәғәт хәрәкәтен коммерцияға ҡарамаған ойошма булараҡ теркәйҙәр һәм танытма алалар[9]. Халыҡ хәрәкәте менән "Үлемһеҙ полк"ының Штабы етәкселек итә[10].
2014 йылдың майында "Үлемһеҙ полк"ы координаторҙары (Григорий Кунис (Санкт-Петербург), Сергей Лапенков (Томск), Елена Скорнякова (Силәбе)) төркөмө менән осрашыу үткәрәләр. Ойоштороу комитеты "Үлемһеҙ полк"ы акцияһын хуплап ҡарар сығара һәм Рәсәй федерацияһы субъекттарының башҡарма властарына урындағы үҙидара органдарына мөмкин тиклем «Үлемһеҙ полк» төбәк-ара тарихи-патриотик хәрәкәтенә ярҙам күрһәтергә тәҡдим итә[11]. Осрашыу һөҙөмтәләре буйынса «Үлемһеҙ полк» 2015 йылда Еңеүҙең 70-йыллығына арналған байрам программаһына индерелә.
2014 йылда биш осло йондоҙ фонында һауаға ынтылған Торна «Үлемһеҙ полкы» хәрәкәтенең рәсми символы булып китә. Торна эскизы авторы — рәссам Алексей Шелепов (Барнаул). Уның идеяһы — сәйәси һәм пропагандистик символдарҙан алыҫлайтылған, әммә шуға ҡарамаҫтан тарихи күсәгилешлелек сиктәрендәге эмблема.
Алтай фотоларын т башҡа ҡалаларҙа ла ҡуллана башлайҙар. Һуңғараҡ, «Үлемһеҙ полк» хәрәкәтенең йыйылышында (2014 йылдың октябрендә) уны рәсми рәүештә хәрәкәттең символы итеп һанарҡа ҡарар ҡабул ителә. 2016 йылдың декабрендә логотип рәсми рәүештә Сәнәғәт милке федераль институты тарафынан теркәлә.
Акцияның глобаль кимәлгә сығыуы (2015 йылдан)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2015 йылдан башлап «Үлемһеҙ полк» акцияһы Рәсәйҙә Еңеү Көнөн байрам итеү мөһим элементтарының береһенә әүерелә. Бер үк ваҡытта сараның интернационалләшеүе күпкә киңәйә (ҡара: «илдә, ҡалала үткән акция»). 2015 йылда «Үлемһеҙ полк» акцияһы ун ете донъя илдәрендәге 1150 тораҡ пункты[12], ә 2016 йылда — 42 илдә.
2015 йылда Мәскәү ойоштороусылары «Үлемһеҙ полк» акцияһын Ҡыҙыл майҙан үткәрергә тәҡдим итә.
Рәсәй Президентының рөхсәте менән 2015 йылдың 9 майында тәүге тапҡыр Ҡыҙыл майҙанда «Үлемһеҙ полк» акцияһы үткәрелә[13][14]. Йөрөштә 150 мең кеше ҡатнашырға ниәт белдерә[15][16]. Полиция мәғлүмәттәренә ярашлы йөрөштә 500 мең кеше ҡатнаша, шул иҫәптән Рәсәй Президенты Владимир Путин[17]. Йөрөштөң үткәрелеүе дәүләт бюджетында яҡынса 7 000 000 һум аҡса бүленә[18]
2015 йылдың 30 сентябрендә «Рәсәй үлемһеҙ полкы» дөйөм Рәсәй ижтимағи-патриотик хәрәкәте теркәлә. Уны булдырыу идеяһын 60 Рәсәй субъекты хуплап сыға (2015 йылдың 2 июнендә Смоленск өлкәһе Вязьма ҡалаһындағы йыйылыш вәкилдәре)[8]. Эмблемала — Георгий Победоносец («Үлемһеҙ полк» акцияһы логотибынан айырмалы рәүештә).
Һуңғараҡ ике оҡшаш исемле хәрәкәт үҙ-ара аңлашып «9 май йөрөшөн ойоштороу һәм үткәреүҙең берҙәм принциптары буйынса»(2019 йыл) билдәле бер консенсусҡа киләләр[19].
2017 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, ҡала һәм ауылдарҙа хәрәкәт уставын тупаҫ боҙоуҙар күҙәтелмәне.
«Үлемһеҙ полк» патриотик акцияһының попечителлек советы рәйесе СССР-ҙың халыҡ артисы Лановой Василий Семенович тәғәйенләнә. Хәрәкәт гимнын композитор Максим Дунаевский һәм шағирә Мария Левашко ижад иттеләр.
2016 йылда Төбәк — ара эҙләнеү эштәре үҙәге ойоштора, уның бурысы — кешеләргә үҙаллы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында туғандарының, хәбәрһеҙ юғалғандарҙың яҙсышын асыҡлауҙа ярҙам итеү. Үҙәктең эш барышында хәрби әсирәҙрҙең карточкалары табыла, ерләү урындары асыҡлана,«Мемориал» йәмәғәт хәрәтендә һалдаттар тураһында мәғлүмәттәр табыла, хәрби ғәмәлдәр журналдарынан күсермәләр эшләнә.
Халыҡ йылъяҙмаһын тулыландырыу дауам итә. 2015 йылға ҡарата 250 000-дән ашыу тарих индерелә, 2016 йылға — 350 000. 2019 йылдың майына ҡарата сайтта 440 меңгә яҡын ғаилә тарихын һаҡлана. Йылъяҙмаға Бөйөк ватан һуғышы фронттарында һәм дошман тылында һуғышҡандарҙың, концлагерҙар тотҡондары, һуғыш балалары тарихтары индерелә. Был мәғлүмәт базаһын һуғышта ҡатнашыусыларҙың вариҫтары тултыра.
2019 йылдың акция 9 майҙа «Үлемһеҙ полк» акцияһында Санкт-Петербургта 1 миллиондан ашыу кеше ҡатнаша[20].
«Үлемһеҙ полк» акцияһының ҡағиҙәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Үлемһеҙ полк» Төбәк-ара патриотик-тарих йәмәғәт хәрәкәте Уставына ярашлы, хәрәкәттең төп бурысы — һәр ғаиләлә Бөйөк Ватан һуғышы быуыны тураһында хәтер һаҡлау булып тора. Хәрәкәттә ҡатнашыу — ирекле, акцияла ҡатнашыусыға йөрөшкә ҡушылырға йәки портрет менән транстпарантты йәки фоторәсемде Мәңгелек утҡа, башҡа иҫтәлекле урынға алып килеү рөхсәт ителә[1]. Теләгән кешеләр үҙенең туғанының исемен Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар исемлегенә индерә ала.
Бер үк ваҡытта уставта ҡайһы бер сикләүҙәр бар. Акцияла ҡатнашыусыларға «Үлемһеҙ полкы» акцияһын реклама майҙансығы булараҡ һәм транспаранттарҙа ниндәй ҙә булһа корпоратив, сәйәси йәки хәрәкәттең маҡсатына тура килмәгән символиканы ҡулланыу тыйыла.[21]. Уставҡа ярашлы, акция коммерцияға ҡарамаған, сәйәси һәм дәүләттеке булмаған булырға тейеш[22].
Акцияны ойоштороусыларҙың ҡыҙыл флагтар һәм Сталин портреттары парадта тыйылыуы тураһында белдереүҙәре тәнҡиткә дусар ителде[23]. КПРФ башлығы Геннадий Зюганов,, кем ҡаршы коммунистик символикаһына ҡаршы — «советтарға һәм урыҫтарға ҡаршы» тип белдерҙены[24] һәм акция ны #ЦветПобедыКрасный тип иғлан итте.
Ойоштороусылар һәм финанслау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2015 йылдан баашлап «Үлемһеҙ полк» хәрәкәтенең ойоштороусыларының береһе "Еңеү волонтерҙары "Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте береһе булып тора (2018 йылда ул 76 Рәсәй төбәгендә була) уның соучредителдәре:[25]:
- Елена Цунаева, «Волгоградпатриотцентр» ФДУ-ның элекке етәксеһе;
- Сергей Першин, «Роскультцентр» ФДБУ-ның директоры;
- Алиса Крюкова, «Росдетцентр» ФДБУ-ның директоры;
- Владимир Менников, «Волонтер үҙәктәре ассоциацияһы» олимпиадаһы ойоштороу комитетының башҡарма директоры ;
- Ольга Амельченкова, «Еңеү волонтерҙары» хәрәкәте етәксеһе .
«Еңеү волонтерҙары» хәрәкәте түбәндәге дәүләт ярҙамы төрҙәрен ала:
- Федераль бюджеттан субсидия рәүешендә гранттар, улар башлыса ойошмаларға бүленә. 2016—2017 йылдарҙа ойошма 63,3 миллион һум алған;
- Төрлө дәүләт органдары бюджетынан гранттар. Мәҫәлән, Псков өлкәһендә «Еңеү волонтерҙары» Рәсәй Президент грантын 2017 йылда 2,9 миллион һум күләмендә алған;
- Рәсәй төбәктәрендә ойошмалар дәүләт юғары уҡыу йорттары -әм башҡа бюджет оәошмалар базаларында торалар. Юғары уҡыу йорртары төбәк бүлектәренә бушлай бүлмәләр бирәләр. Ошо уҡ ваҡытта ҡайһы бер вуздарҙа волонтерҙар штабтары ректор бойороҡтарына ярашлы булдырылған. Төбәктәрҙә вуз подразделениелары етәкселәре ошо уҡ вуздар хеҙмәткәрҙәре.
Акциялар үткән илдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Үлемһеҙ полк» акцияһы 80-дән ашыу дәүләт һәм территорияларҙы берләштерә:
|
|
Тажикстан һәм Үзбәкстан властары 2017 йылда төрлө сәбәптәр буйынса акцияны үткәреүҙән баш тарттылар[27]. Тажикстанда акциянан баш тартыуҙы ислам ҡанундары менән аңлаттылар: уларға ярашлы, мосолмандарға урамда һәләк булғандарҙың портреттары менән йөрөгә тыйыла[28][29]. Шуға ҡарамаҫтан, бер нисә йөҙ ирекмән ике илдә лә рөхсәт ителмәгән акцияларға сыҡтылар[30][31].
ДНР-ҙа Бөйөк ватан һуғышында Еңеүҙең 72-йыллығын билдәләйҙәр. Артем урамы буйлап элекке һәм хәҙерге хәрби техникаһы парады үтә, улар артынан 50 меңгә яҡын кеше[32] «Үлемһеҙ полк» акцияһына сыға. Фоторәсемдә араһында Донбасста барған һуғышта һәләк булғандарҙың да фотолары була.
2019 йылдың 6 майында «Үлемһеҙ полк» акцияһы тәүге тапҡыр Аляскала Анкоридж ҡалаһында үтә. Колоннала 100 тирәһе кеше ҡатнаша[33]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Устав полка . Официальный сайт движения «Бессмертный полк». Дата обращения: 8 май 2017. Архивировано 21 апрель 2015 года.
- ↑ Как создавать Семейные Истории на сайте Бессмертного Полка (видеоинструкция) . Дата обращения: 20 апрель 2017. Архивировано 8 май 2017 года. 2017 йыл 8 май архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Набатникова, Марина. С портретом прадеда. Как встать в ряды «Бессмертного полка»? // Аргументы и факты. — 2014. — № 17 (1746) за 23 апреля. — С. 58.
- ↑ Акция «Бессмертный полк» родилась 49 лет назад в Новосибирске, а не в Томске 2015 йыл 18 май архивланған. // «Академия новостей».
- ↑ Гришина, Виктория. «Бессмертный полк» придумал тюменский пенсионер . // Комсомольская правда. Дата обращения: 11 май 2015.
- ↑ Рыковцева, Елена. Сон Геннадия Иванова . // Радио «Свобода».
- ↑ Идея акции «Бессмертный полк» зародилась в Севастополе ещё в 2009 году 2016 йыл 24 декабрь архивланған. // ForPost, Севастопольский городской портал.
- ↑ 8,0 8,1 Бессмертный полк России . Дата обращения: 2 май 2019. Архивировано 9 май 2019 года.
- ↑ Свидетельство о государственной регистрации некоммерческой организации МИПОД «Бессмертный полк» 2016 йыл 22 декабрь архивланған. // Официальный сайт движения «Бессмертный полк».
- ↑ Устав «Бессмертного полка»// Сайт акции «Бессмертный полк».
- ↑ Протокол рабочей группы Российского организационного комитета «Победа»(недоступная ссылка)
- ↑ «Бессмертный полк» пройдёт в 15 странах и тысяче городов . // ТАСС (9 апрель 2013). Дата обращения: 1 май 2015.
- ↑ Около 150 тыс. человек примут участие в акции «Бессмертный полк — Москва» . // ТАСС (28 апрель 2015). Дата обращения: 1 май 2015.
- ↑ Проценко, Любовь. Более 110 тысяч москвичей записалось на акцию «Бессмертный полк» . // Российская газета (22 апрель 2015). Дата обращения: 23 апрель 2015.
- ↑ Около 150 тыс. человек примут участие в акции «Бессмертный полк — Москва» . // ТАСС (28 апрель 2015). Дата обращения: 1 май 2015.
- ↑ Проценко, Любовь. Более 110 тысяч москвичей записалось на акцию «Бессмертный полк» . // Российская газета (22 апрель 2015). Дата обращения: 23 апрель 2015.
- ↑ 9 Мая по столице пройдёт «Бессмертный полк» . // Вести.Ru (7 май 2015). Дата обращения: 7 май 2015.
- ↑ Сайт Госзакупок 2017 йыл 21 апрель архивланған.// http://www.zakupki.gov.ru 2012 йыл 17 февраль архивланған.
- ↑ «Бессмертный полк» и «Бессмертный полк России» подписали соглашение о единых принципах организации и проведения шествия 9 мая (см. текст соглашения)
- ↑ Более 1 млн человек собрала акция "Бессмертный полк" в Санкт-Петербурге . ТАСС. Дата обращения: 11 май 2019.
- ↑ Летопись полка . // Сайт акции «Бессмертный полк». Дата обращения: 21 апрель 2015.
- ↑ Путин возглавил шествие «Бессмертного полка» по Красной площади . // Slon.ru.
- ↑ Саратовский депутат назвал «Бессмертный полк» политической акцией, созданной «для единения нищих рабочих и олигархов» (1 май 2019). 2 май 2019 тикшерелгән.
- ↑ Глава обкома КПРФ: «Без красного флага "Бессмертный полк" превращается в похоронную процессию» (28 апрель 2019). 2 май 2019 тикшерелгән. 2019 йыл 2 май архивланған.
- ↑ Дымовая завеса: Как псевдообщественники симулируют гражданское участие в выборах
- ↑ Бельгия – Immortal Regiment of the World (Бессмертный полк мира) (рус.), Immortal Regiment of the World (Бессмертный полк мира). 9 ноябрь 2018 тикшерелгән. 2018 йыл 25 август архивланған.
- ↑ В Узбекистане отменили акцию "Бессмертный полк": второй Питер не нужен (рус.). 8 май 2017 тикшерелгән.
- ↑ В Таджикистане объяснили отказ от акции «Бессмертный полк» традициями ислама. 8 май 2017 тикшерелгән.
- ↑ В Таджикистане назвали «Бессмертный полк» противоречащим ценностям ислама, РБК. 8 май 2017 тикшерелгән.
- ↑ Узбекистан отмечает 9 мая акцией "Бессмертного полка" и концертом (рус.), РИА Новости. 10 май 2017 тикшерелгән.
- ↑ «Бессмертный полк» все же вышел на улицы Душанбе (обновлено) | Новости Таджикистана ASIA-Plus. 10 май 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 9 май архивланған.
- ↑ ДНР – Immortal Regiment of the World (Бессмертный полк мира) (рус.), Immortal Regiment of the World (Бессмертный полк мира). 9 ноябрь 2018 тикшерелгән. 2018 йыл 10 ноябрь архивланған.
- ↑ "Бессмертный полк" впервые состоялся на Аляске . ТАСС (6 май 2019).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үлемһеҙ полк Викимилектә | |
Үлемһеҙ полк Викияңылыҡтарҙа |
- Официальный сайт акции «Бессмертный полк»
- Официальный сайт «Бессмертный полк — Москва» 2017 йыл 16 май архивланған.
- Официальный сайт «Бессмертный полк — Украина»
- «Бессмертный полк» шагает по планете
- Песня «Бессмертный полк»
- «Глубокий и простой посыл». Участники первого «Бессмертного полка» о его появлении и смысле Дня Победы
- Официальный сайт «Бессмертный полк — Италия»
Фото һәм видео
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- YouTube сайтында Видео марша «Бессмертный полк» в Москве 9 мая 2017 года
- YouTube сайтында Видео марша «Бессмертный полк» на Красной площади в Москве 9 мая 2015
- YouTube сайтында Гимн Бессмертного полка
- YouTube сайтында Видео марша «Бессмертный полк» в г. Силламяэ (Эстония) 9 мая 2016 года
- YouTube сайтында Бессмертный полк России 2016
- YouTube сайтында Как создавался Бессмертный Полк. Специальный репортаж
- YouTube сайтында Первый Бессмертный Полк. Томск. 9 мая 2012 года
- YouTube сайтында Бессмертный полк шагает по стране. Видеообзор 2014 года
- YouTube сайтында Семейная летопись на сайте Бессмертного Полка
- Парад Победы и шествие Бессмертного полка в Белгороде
- Парад Победы и Бессмертный Полк в Донецке (фоторепортаж) . 2017 йыл 15 май архивланған.