Эстәлеккә күсергә

Алжир

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алжир Халыҡ Демократик Республикаһы
الجمهورية الجزائرية الديمقراطية الشعبية
(эль-Джумхуриййа эль-Джазаириййа эд-Димукратыййа эш-Ша‘биййа)
ⵟⴰⴳⴷⵓⴷⴰ ⵜⴰⵎⴻⴳⴷⴰⵢⵜ ⵜⴰⵖⴻⵔⴼⴰⵏⵜ ⵜⴰⵣⵣⴰⵢⵔⵉⵜ (берберский)
(Tagduda Tadzayrit Tamagdayt Taɣerfant)
Алжир гербы
Флаг {{{Герб урынына}}}
Девиз: «من الشعب و للشعب
(Кешләрҙән һәм кеше өсөн)»
Гимн: «Kassaman»
Үҙаллылыҡ датаһы 5 июль 1962Франциянан)
Рәсми тел ғәрәп, бербер
Баш ҡала Алжир
Эре ҡалалар Алжир, Константина, Оран, Батна
Идара итеү төрө президент-парламент республикаһы
Президент
Абдель Кадер Бенсалах
Нуреддин Бедуи
Дәүләт дине ислам суннизм
Территория
• Бөтәһе
10
2 381 740 км²
Халыҡ
• Һаны (2014)
• Халыҡ тығыҙлығы

38 087 812[1] чел. (37)
15,9 чел./км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2016)
  • Бер кешегә

599,83 млрд[2] долл. (38)
14 610[2] долл.
КПҮИ (2018) 0,754 (уртаса) (85 урын)
Валюта динар (DZD, код 12)
Интернет-домен .dz
Код ISO DZ
МОК коды ALG
Телефон коды +213
Сәғәт бүлкәте +1

Алжир (ғәр. الجزائر‎‎әл-джәзә’ир, франц. Algérie, ингл. Algeria), рәсми атамаһы Алжир Халыҡ Демократик Йөмһүриәте (ғәр. الجمهورية الجزائرية الديمقراطية الشعبية‎‎әл-джүмһүриййә әл-джәзә’ириййә әд-димуҡратиййә әш-шә‘биййә, франц. République Algérienne Démocratique et Populaire) — Төньяк Африкала,Урта диңгеҙ бассейнының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан дәүләт, Африканың иң ҙур иле. Алжир көнбайышта Марокко, көньяҡ-көнбайышта Мавритания һәм Мали, көньяҡ-көнсығышта Нигер һәм көнсығышта Ливия һәм Тунис менән сиктәш. Дәүләт ерҙәренең ярайһы ҙур өлөшө Сахара сүлендә урынлашҡан. Баш ҡалаһы – Алжир ҡалаһы.

XVI быуаттан XVIII быуатҡаса Алжир Ғосман империяһына инә. XIX быуат башында француз колонизацияһы башлана. 1954 йылда Алжирҙа Милли азатлыҡ фронты ойошторола. Милли бойондороҡһоҙлоҡ өсөн Француз колониаль ғәскәрҙәренә ҡаршы бик күп ҡан ҡойолған көрәш һөҙөмтәһендә Алжир 1962 йылда бойондороҡһоҙ социалистик дәүләт булараҡ үҙаллылыҡ ала. 1980 йылдар аҙағында донъяуи хакимиәт һәм исламсылар араһында килеп тыуған ҡаршылыҡтар граждандар һуғышына әйләнә. Һуғыш ислам ҡәҙимселәрен тар-мар итеп тамамлана.

2009 йылға Алжирҙа 39 миллиондан артыҡ кеше йәшәй тип һанала. Илдең төп халҡы — ғәрәптәр һәм берберҙарҙан тора. Яр буйы һыҙаттарында һәм тау үҙәндәрендә халыҡ айырата тығыҙ ултырған. Бында илдәге халыҡтың 90 % тан артығырағы йәшәй.

Төньяҡтан көньяҡҡа табан оҙон булып һуҙылғанға күрә, илде Төньяҡ Алжир һәм Алжир Сахараһында бүлеп йөрөтәләр. Төньяҡ Алжир ҡаты япраҡлы мәңге йәшел урмандар һәм ҡыуаҡлыҡтар зонаһын абиләй, уға Атлас тауҙарының һәм уның тирәһендәге яр буйы тигеҙлеге лә инә. Был зонала йылылыҡ һәм дым етерлек. Шуның өсөн Төньяҡ Алжирҙың был өлөшөнөң тәбиғи шарттары йәшәү һәм ауыл хужалығы өсөн уңайлы.

Яр буйындағы уңдырышлы тупраҡтарҙа Алжирҙар ҡиммәтле субтропик культуралар — йөҙөм, цитрустар, майлы үҫемлектәр (зәйтүн), емеш-еләк ағастары һ. б. үҫтерәләр. Алжирҙың субтропиктарындағы тәбиғи үҫемлектәр кеше эшмәкәрлеге арҡаһында ҙур зыян күргән һәм тауҙарҙың текә биттәрендә генә һаҡланып ҡалған. Элек ҡырҡып бөтөрөлгән урмандар урынын ҡыуаҡлыҡтар һәм тәбәшәк булып үҫкән ағастар алған.

Илдең күпселек өлөшөн Сахараның ташлы һәм ҡомло сүлдәре биләй. Сүлдәр территорияның 90 процентҡа яҡынын тәшкил итә.

Кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә, бигерәк тә колонизаторҙар хакимлыҡ иткән осорҙа, Алжир тәбиғәте ныҡ зыян күргән. Илдән фосфориттар, металдар, ҡиммәтле ағастар, мәҫәлән, бөкө (пробка) имәне сығарғандар. Алжирҙар субтропик зонала урман үҫемлектәрен тергеҙеүгә һәм илдең сүлле өлкәләрендә урман полосалары ултыртыуға ҙур иғтибар бирә. Алжирҙа «йәшел билбау» булдырыу проекты эшләнгән, был проект буйынса урман һыҙаты Тунис сигенән алып Марокко сигенә тиклем сүлде киҫеп үтәсәк. Уның оҙонлоғо яҡынса 1500 км, киңлеге 10-12 км [3].

Алжир — Африкалағы]]ның файҙалы ҡаҙылмаларға иң бай илдәрҙең береһе. Унда тимер рудаһы, марганец, фосфориттар һәм башҡа файҙалы ҡаҙылмаларҙың запастары шаҡтай ҙур. Төп байлыҡ — Сахара]]ның ултырма торған тоҡомдарында табылған бик ҙур нефть һәм газ сығанаҡтары. Уларҙы үҙләштереүгә бәйле рәүештә, сүлдә эшсе-таусылар һәм геологтар йәшәй торған заманса ҡасабалар барлыҡҡа килгән. Эре ҡалалар араһында юлдар һалынған, нефть үткәргестәр, нефть эшкәртеү һәм металл иретеү заводтары һ. б. төҙөлә.

Сүл]]дә алжирҙар күбеһенсә малсылыҡ менән шөғөлләнә һәм күсмә йәки ярым күсмә тормош алып бара. Улар һарыҡ, кәзә һәм дөйә үрсетәләр. Алжир Сахараһында игенселек менән оазистарҙа ғына шөғөлләнергә мөмкин, унда хөрмә пальмалары, ә уларҙың ҡуйы ябалдаштары аҫтында емеш-еләк ағастары һәм иген культуралары үҫтерәләр. Күсеп йөрөй торған ҡом өйөмдәре йәшәү өсөн ҡыйынлыҡ тыуҙыра.

Үҙаллылыҡ иғлан ителгәндән бирле Алжир сәнәғәттә ярайһы уңыштарға өлгәшә [4].

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Алжирҙың административ бүленеше

Алжирҙың административ бүленештәре:

  • 48 вилайәт (ғәр. ولاية‎),
  • 553 дайра (округ) (ғәр. دائرة‎; «дайра»)
  • 1541 коммуна (франц. commune, ғәр. بلديات‎, яңғ. بلدية бәләдиә).

Түбәндә барлыҡ 48 вилайәт тә һанап кителгән. Исемлектәге һандар карталағыһына тура килә.

  1. Адрар
  2. Әш-Шәлиф
  3. Ләғүәт
  4. Үмм-әл-Бүәги
  5. Бәтнә
  6. Беджая
  7. Бискрә
  8. Бешәр
  9. Блидә
  10. Бүирә
  11. Таманрассәт
  12. Тебессә
  13. Тлемсен
  14. Тиәрәт
  15. Тизи-Узу
  16. Алжир (вилайәт)
  17. Джәлфә
  18. Джижәл
  19. Сәтиф
  20. Саидә
  21. Скикда
  22. Сиди-Бәл-Аббәс
  23. Әннәбә
  24. Гелмә
  25. Константина
  26. Медеа
  27. Мостаганем
  28. Мсила
  29. Мәскәрә
  30. Уаргла
  31. Оран
  32. Әл-Баяд
  33. Иллизи
  34. Бордж-Бу-Арреридж
  35. Бумердес
  36. Әл-Тарф
  37. Тиндуф
  38. Тисемсилт
  39. Әл-Үәд
  40. Хеншелә
  41. Сук-Ахрас
  42. Типаза
  43. Милә
  44. Айн-Дефла
  45. Наама
  46. Айн-Темушент
  47. Гардая
  48. Ғәлизан
  1. Census.gov. Country Rank. Countries and Areas Ranked by Population: 2013 (недоступная ссылка — история). U.S. Department of Commerce (2013). Дата обращения: 9 май 2013. Архивировано 9 май 2013 года.
  2. 2,0 2,1 Algeria. International Monetary Fund. Дата обращения: 1 октябрь 2009. Архивировано 21 август 2011 года.
  3. География Алжира: рельеф, климат, население, полезные ископаемые
  4. Алжир // Энциклопедический географический словарь / отв. редакторы Е. В. Варавина и др. — М.: Рипол-классик, 2011. — С. 26. — (Словари нового века). — 5 000 экз. — ISBN 978-5-386-03063-6.