Яңауыл районы
Яңауыл районы | |
Яңауыл районы | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Яңауыл |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Сәғәт бүлкәте | YEKT һәм UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 44 911 кеше (2017)[1] |
Сиктәш | Тәтешле районы, Борай районы, Краснокама районы, Ҡалтасы районы, Пермь крайы һәм Удмурт Республикаһы |
Майҙан | 2094 км² |
Почта индексы | 4529ХХ |
Рәсми сайт | yanaul.ru |
Урындағы телефон коды | 34760 |
Яңауыл районы Викимилектә |
Яңауыл районы (рус. Янаульский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Яңауыл ҡалаһы. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан, көнбайыштан Удмурт Республикаһы, төньяҡтан Пермь крайы менән сиктәш. 1930 ойошторолған. Үҙәге — Яңауыл ҡалаһы. Майҙаны — 2176 км².
2010 халыҡ һаны 21, 45 мең кеше (1970 — 42,0 мең, 1979 — 32,2 мең, 1989 — 24,1 мең, 1995 — 23,4 мең) .
109 ауыл, административ яҡтан Нефтекама ҡалаһына ҡараған Әмзә ауылы бар. Халҡының уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 30 кеше. Күпселекте башҡорттар, татарҙар, удмурттар һәм урыҫтар тәшкил итә.
Район Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Климаты йылы, бер аҙ ҡоролоҡло. Район территорияһы аша Беүә йылғаһы аға. Күпселек ере һоро урман һәм көлһыу тупраҡлы. Ылыҫлы һәм япраҡлы урман район территоряһының 23,3 процентын биләй.
Файҙалы ҡаҙылмалары — нефть (Игровка, Вояҙы, Сытырман, Байсар, Львовка ятҡылыҡтары), кирбес сеймалы (Беүә, Яңауыл ятҡылыҡтары), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Атлығас ятҡылығы). Районда сәнәғәт һәм ауыл хужалығы йүнәлешендә үҫә. Нефть ятҡылыҡтары «Краснохолмскнефть» НГДУ-һы тарафынан эшкәртелде. Төҙөлөш материалдары етештереү һәм ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеү предпрятиелары Яңауылда тупланған. Ауыл хужалағының төп тармаҡтары: игенселек, картуф һәм йәшелсә үҫтереү, һөт һәм ит өсөн һыйыр малы үрсетеү, сусҡасылыҡ. Умартасылыҡ үҫешкән. Район биләмәһен Ҡазан—Екатеринбург тимер юлы һәм Өфө—Яңауыл автомобиль юлы киҫеп үтә, Ҡарман ГРЭС-ы урынлашҡан. Район ауылдарында 66 дөйөм белем биреү мәктәбе (1994/95 уҡыу йылы 3828 уҡыусы), шул иҫәптән 18 урта; 3 ауыл участка дауаханаһы, 34 дөйөм китапхана, 72-се һөнәрселек училищеһы һәм клуб учреждениеһы эшләй. Урыҫ телендә «Янаульские зори», айға бер тапҡыр уның башҡорт телендәге ҡушымтаһы «Йыйын» (2016 йылдың 1 июленә тиклем сыҡты) һәм татар телендә «Яңауыл таңнары» гәзиттәре сыға.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лоскутов Виктор Георгиевич (27.09.1923—23.02.1970), Бөйөк Ватан һәм совет-япон һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, Тымыҡ океан флоты Хәрби-Һауа көстәренең бомбардировщиктар дивизияһы осоусыһы, майор. Советтар Союзы Геройы (1945). Яңауыл ҡалаһынан[2].
- Мерзляков Владимир Филиппович (23.03.1949), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-инженер‑нефтсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1987—2005 йылдарҙа «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 2007 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2004). Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2000), Рәсәйҙең почётлы (1998) нефтсеһе. Айбүләк ауылынан[3].
- Фәрхетдинов Хәлил Хәйри улы (8.06.1948), хәрби хеҙмәткәр һәм дәүләт эшмәкәре. Генерал-майор. 1998—2010 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының бүлек мөдире. «Ҡораллы Көстәрҙә Ватанға хеҙмәте өсөн» һәм «Шәхси батырлығы өсөн» ордендары кавалеры. Киҫәкҡайын ауылынан[4].
- Нурихан Фәттах (25.10.1928—18.02.2004), Татарстандың халыҡ яҙыусыһы (1998). 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978), Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994). Костин ауылынан[5].
- Ханнанов Рәшит Ахун улы (27.12.1938), хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Юридик фәндәр докторы (1992), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған юрисы. Рәсәйҙең почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2001). Яңы Алдар ауылынан[6].
- Харисов Фәрит Фәхрәзи улы (2.08.1958), педагог, Яңауыл ҡалаһының 1-се урта мәктәбе директоры. Педагогия фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре. Истәк ауылынан.
- Кәүсәриә Шафиҡова (3.01.1949—4.05.2017), шағир, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (1999). Иҫәнбай ауылынан.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса (2010): башҡорттар — 43,3 %, татарҙар — 22,8 %, удмурттар — 14,1 %, урыҫтар — 11,7 %, марыйҙар — 6,9 %, башҡа милләттәр — 1,2 %[25].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Лоскутов Виктор Георгиевич 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 22 сентябрь 2018)
- ↑ Мерзляков Владимир Филиппович 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 март 2019)
- ↑ Кисак-Каинская модельная библиотека. Официальный сайт. Портал «Мы гордимся вами»(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 май 2018)
- ↑ Сайт «Янаул · Республика Башкортостан» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 октябрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ханнанов Рәшит Ахун улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 26 декабрь 2018)
- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Оценка численности Республики Башкортостан постоянного населения на 1 января 2009-2016 годов
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яңауыл районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 21 март 2019)
- Район сайты
- Книга памяти Янаульского района