Стәрлетамаҡ
Стәрлетамаҡ Стәрлетамаҡ | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Башлыҡ |
Рөстәм Фәрит улы Ғәзизов | ||||
Агломерация |
700 000 кеше | ||||
Телефон коды | 3473 | ||||
Рәсми сайт | |||||
Стәрлетамаҡ — Башҡортостандың көньяғында, Ашҡаҙар йылғаһы буйында урынлашҡан ҡала. Барлыҡ күрһәткестәр буйынса республикала икенсе урында.
«2014 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса Стәрлетамаҡ 100 меңдән күберәк кеше йәшәгән ҡалалар араһында ил буйынса 1-се урынды алды[1].
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Октябрь революцияһына тиклемге осорҙа ҡала Ырымбур губернаһының, ә 1865 йылдан Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙенең үҙәге булған.
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Авдошкин Семён Егорович (15.08.1918—9.03.1963), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, пулемёт ротаһы командиры, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Вәхитов Ғәҙел Ғәләүетдин улы (31.12.1928), ғалим-инженер‑нефтсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1999), техник фәндәр докторы (1965), профессор (1967). Татар АССР‑ының 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ҡаҙаҡ ССР-ының Дәүләт премияһы (1984), СССР Министрҙар Советы премияһы (1981), И. М. Губкин исемендәге премиялар (1969, 1981) лауреаты. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) ордендары кавалеры. Татар АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника хеҙмәткәре (1965), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1978), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (1996), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1980)[2].
- Гәрәев Вячеслав Юрьевич (10 август 1957 йыл) — педагог, йәмәғәтсе. 1991 йылдан Нефтекама ҡалаһының 1-се лицейы директоры.
- Зарипов Ирек Айрат улы (27.03.1983), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Ванкувер Паралимпиадаһының 4 тапҡыр чемпионы, Сочи олимпиадаһында Рәсәй вәкиле, Рәсәй терәк-хәрәкәт ағзалары зарарланған инвалидтарҙың физкультура һәм спорт федерацияһы беренсе вице-президенты, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре.
- Етеханов Билал Исмәғил улы (12.03.1934—12.02.2011), инженер-механик. 1959—1986 йылдарҙа «Авангард» заводының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1970 йылдан — махсус конструкторлыҡ-технология бюроһы начальнигы, 1984 йылдан — баш инженер. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1985). «Почёт Билдәһе» ордены (1976) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ульяновск өлкәһе Иҫке Кулатка районы Александровка ауылынан[3].
- Ғәли Ибраһимов (16.01.1919—26.11.1989), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, БАССР-ҙың (1969) һәм РСФСР-ҙың (1979) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1983).
- Киреева Зоя Михайловна (28.10.1947), театр актёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы.
- Кривошеев Александр Сергеевич (25.01.1964), ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1994)[4].
- Новиков Олег Валерьянович (16.01.1939—6.02.1990), архитектор, 1974 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1985)[5].
- Рутман Григорий Иосифович (22.02.1929—21.06.2001), ғалим-химик-технолог, хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1983), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1989), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1976). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1978). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
- Станотин Иван Степанович (1.09.1912—1994) — дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, 1952—1963 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Чиганак ауылынан[6].
- Таймаҫов Салауат Усман улы (23.10.1949), тарихсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (2000), доцент (2000).
- Филимонов Александр Николаевич (22.11.1927—17.08.1999) — совет нефтсеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1968) һәм почётлы нефтсеһе. Ленин (1971) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) ордендары кавалеры. Ханты-Манси автономиялы округы Нефтеюганск ҡалаһының почётлы гражданы (1997)[7].
- Шакирова Рима Шәһит ҡыҙы (23.10.1948), Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының 1996—2009 йылдарҙағы художество етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Шумейко Григорий Григорьевич (12.12.1923—1.05.1977), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, танк взводы командиры (1945). Артабан юғары хәрби училище уҡытыусыһы, гвардия полковнигы (1966). Советтар Союзы Геройы (1945)[8].
- Шәмиғолов Ғәли Камалетдин улы (15.10.1890—25.11.1959), совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1919 йылдың июленән 1920 йылдың октябренәсә Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944).
- Ядренников Василий Иванович (27.03.1929—5.12.2017), хужалыҡ эшмәкәре. 1970—1989 йылдарҙа «Стерлитамакстрой» тресы управляющийы. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты һәм ағзаһы. РСФСР‑ҙың (1991) һәм БАССР‑ҙың (1978) атҡаҙанған төҙөүсеһе. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1981) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы (1996). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл Армия районы Боровое ауылынан[9].
- Венер Зәйнулла улы Ғәлиев (01.07.1975) — спортсы, башҡорт тәбиғәтен һаҡлаусы.
Уҡыу йорттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өфө дәүләт авиация техник университеты филиалы (ябылды)
- Өфө дәүләт нефть техник университеты филиалы
- Башҡорт дәүләт университеты филиалы
- Башҡорт иҡтисади-хоҡуҡ техникумы филиалы
- Урал физик культура университеты филиалы (2018 йылда ябылды)
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стәрлетамаҡ ҡалаһы сәнәғәте бөгөнгө көнгә химик предприятиялары, станоктар төҙөү. аҙыҡ-түлек, һәм сауҙа предприятияларынан тора
- Химия заводтары:
ААЙ "Синтез-Каучук", ААЙ "Стәрлетамаҡ нефтехимик заводы", ААЙ "Башҡорт Сода компанияһы"(элек айырым торған "Каустик" һәм "Сода" заводттары берләшмәһе), Хайледбергцемент Рус филиал ЯСЙ, "Авангард" ФҠП, "Башпласт" ЯСЙ.
- Энергия етештереү предприятиялары:
Стәрлетамаҡ ЙЭҮ, Яңы Стәрлетамаҡ ЙЭҮ
- Ауыр сәнәғәт предприятилары
Стәрлетамаҡ механик заводы ЯСЙ, Стәрлетамаҡ вагондар ремонтлау заводы ААЙ. Ҡыҙыл пролетарий ААЙ.
Элекке ваҡытта 1980- 1990 йылдарҙың башына тиклем Стәрлетамаҡ машиналар төҙөү заводында МСТА-С үҙе йөрөгән артиллерия машиналары сығарыла ине.1990-сы йылдарҙа бөтә производствоны Свердловск өлкәһенә күсерҙеләр. Шул уҡ ваҡытта Стәрлетамаҡ теүәл станоктарын эшләү заводы эшләп ябылып китте.
- Аҙыҡ түлек предприятиялары
ААЙ "Стәрлетамаҡ икмәк бешереү комбинаты", АЙ "Стәрлетамаҡ икмәк продукттары комбинаты"(Элеватор), АЙ Стәрлетамаҡ һөт комбинаты-Аллат, Стәрлетамаҡ һыра һәм эсемлектәр сығарыу "Шихан" комбинаты (Хейнекен составында) ЯСЙ, Башспирт АЙ-нең Стәрлетамаҡ спирт-араҡы комбинаты,СНХЗ-М-ит комбинаты.
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юл транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стәрлетамаҡ ҡалаһында юл транспорты троллейбус, автобус, маршрут таксиҙарынан төҙөлгән.
- Троллейбус
1961 йылдың башынан йөрөй башлай һәм бөгөнгө көнгә 10-дан артыҡ маршрутты хеҙмәтләндерә. Үҙенең депоһы бар, 2014 йылда икенсе депоһы ябылды. Троллейбус ситемаһы менән "Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы" МУП идара итә.
- Автобус һәм микроавтобус
Стәрлетамаҡта автобустар йөрөүө насар үҫешкән. Әммә райондар-ара аралашыу өсөн Стәрлетамаҡта автовокзал һәм ҡаланың бер урынында автостанцияһы бар.Автобустар йөрөйүө Башавтотранс ДУП идаралығында. Күп маршруттар микроавтобустар менән ҡулланыла. Микроавтобустар маршрут таксиҙары менән идара иткән предприятиялар ҡалала күп. Улар троллейбустар һәм автобустарҙы ҡыҫырға маташа.
- Йөк ташыу компаниялары
Стәрлетамаҡта Башавтотранс, һәм башҡа йөк ташыу компанияларының базалары бар.
Тимер юл транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала аша РТЮ-ның Куйбышев тимер юлдары үтә, Тимер юл вокзалы бар.
Авиация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стәрлетамаҡтан 15 километр алыҫлыҡта эшлмәгән Стәрлетамаҡ аэропорты урынлашҡан. Ул аэропорттан 1997 йылға тиклем район һәм төбәк-ара (Мәскәүҙең "Быково" аэропортына тиклем) рейстар яһалған. Хәҙерге ваҡытта Өфө һауа юлдары компанияһының АН-2 самолеттары ултырыш яһай, бәләкәй осоу средстволары (дельтоплан,параплан) килеп ултыра.
Торлаҡ-коммуналь һәм инфраструктура ойошмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стәрлетамаҡ водоканалы (Һыу менән тәьмин итеү компанияһы) — ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, ҡала халҡын һыу менән тәьмин иткән ойошма. Уның биш һыу алыу пункты бар (Берхомут, Аскен-куль, Ашҡаҙар, Ергән, "Каустик").
Матбуғат баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ашҡаҙар гәзите
Стәрлетамаҡ ҡала Советы һәм яҙыусылар ойошмаһының ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби-нәфис гәзите. Ойоштороусылары: Стәрлетамаҡ ҡала Советы һәм яҙыусылар ойошмаһы. 1990 йылдың ғинуар айынан башлап аҙнаға 1 тапҡыр сыға. 237 000 д. Гәзит сайты: http://ashkadar.pressarb.ru/ 2011 йыл 18 март архивланған. (башҡорт теле)
- Стәрлетамаҡ эшсеһе (Стерлитамакский рабочий) Стәрлетамаҡ ҡала Советы һәм Ҡала округының хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси гәзите. 1917 йылдың майынан баҫылып сыға.Аҙнаға 5 тапҡыр сыға.
http://srgazeta.ru/ (урыҫ теле)
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | −8,2 | −7,5 | −1,6 | 8,3 | 18,1 | 23,8 | 25,4 | 22,7 | 16,4 | 7,3 | −2,5 | −7,5 | 8,0 |
Уртаса температура, °C | −11,7 | −11,5 | −6,5 | 3,9 | 13,5 | 19,1 | 20,9 | 18,6 | 12,5 | 4,3 | −5,3 | −10,9 | 4,0 |
Уртаса минимум, °C | −15,6 | −15,9 | −11,3 | −0,9 | 7,4 | 12,9 | 15,1 | 13,3 | 8,3 | 1,3 | −8,3 | −14,7 | −0,6 |
Сығанаҡ: Метеостатистика Башкортостана |
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 247736 | 117831 | 129905 | 47,6 % | 52,4 % |
2002 йыл 9 октябрь | 264362 | 120809 | 143553 | 45,7 % | 54,3 % |
2010 йыл 14 октябрь | 273486 | 124895 | 148591 | 45,7 % | 54,3 % |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стәрлетамаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 декабрь 2018)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Определены победители конкурса на звание самых благоустроенных поселений России — Официальный сайт Минстроя России, 13 ноября 2015 года 2019 йыл 21 март архивланған. (рус.)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Вәхитов Ғәҙел Ғәләүетдин улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 26 декабрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Етеханов Билал Исмәғил улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 11 март 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Кривошеев Александр Сергеевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Новиков Олег Валерьянович 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2019)
- ↑ ПРИЗВАНИЕ - СЛУЖИТЬ ЛЮДЯМ главы города от основания и до наших дней. Станотин Иван Степанович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 август 2017)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Филимонов Александр Николаевич 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 ноябрь 2017)
- ↑ Башкирская энциклопедия — Шумейко Григорий Григорьевич 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ядренников Василий Иванович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2019)