Һайланған мәҡәлә
|
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания, Швеция һәм Норвегияла, X—XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла, ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы…:
Исемлек (121) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
1 май юбилярҙары
|
тулы исемлек
- Шәйнуров Фәрит Вәлинур улы (1934—12.09.1987), спортсы һәм тренер. 1959—1969 йылдарҙа СССР-ҙың мотоспорт буйынса йыйылма командаһы ағзаһы. 1984—1987 йылдарҙа СССР-ҙың спидвей буйынса йыйылма командаһы һәм ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитетының мотоспорт буйынса йыйылма командаһы тренеры. СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1968). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Иҫке Илек ауылынан.
- Иҫәнбаев Ишбулды Солтанғәли улы (1939—2003), механизатор. Хәйбулла районы «Хәйбулла» совхозының элекке механизаторы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Ҡотдосов Фәнис Ғәзиз улы (1939—2021), спортсы, көрәшсе, тренер. Милли көрәш буйынса СССР-ҙың спорт мастеры. Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Әсәҙуллин Диас Тәлғәт улы (1939), ветеринария табибы, ауыл хужалығы, партия, урындағы башҡарма органдар һәм сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре. 1984 йылдан КПСС-тың Ҡариҙел район комитетының беренсе секретары, 1991 йылдан Өфө агрегат етештереү берекмәһенең генераль директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты.
- Штейнберг Валерий Эмануилович (1944), педагог-ғалим. 1999 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2004). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1979), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Термез ҡалаһынан.
- Ғәзизов Хәтиб Шәрифйән улы (1949), инженер-механик-ғалим. 1971 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2003).
- Әсәҙуллин Геман Ғибәҙулла улы (1949), нефтсе-инженер. Комсомол, партия, урындағы башҡарма һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2003—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы министры. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997), Рәсәй торлаҡ-коммуналь хужалығының почётлы хеҙмәткәре (2006). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2004). Краснокама районының почётлы гражданы (2008). Сығышы менән ошо райондың Яңы Нуғай ауылынан.
- Жуковская Светлана Ивановна (1954), журналист. «Альшеевские вести» район гәзитенең баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Әлшәй районының почётлы гражданы (2024).
- Розенцвет Виктор Александрович (1954), ғалим-химик. 1976 йылдан Стәрлетамаҡ тәжрибә-сәнәғәт нефтехимия заводы хеҙмәткәре, 1979 йылдан сектор мөдире, 1982 йылдан лаборатория начальнигы; 1987 йылдан Тольятти «Синтезкаучук» предприятеһының лаборатория начальнигы; 2004 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Һамар федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Волга бассейны экологияһы институтының өлкән, 2009 йылдан әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре. Химия фәндәре докторы (2009). Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1984). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
- Сафин Йәмил Камил улы (1954), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Балтас районы «Сигнал» колхозының элекке механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Фәррәхов Фәиз Фәрүәзетдин улы (1954), спортсы, уҡытыусы-тренер. Октябрьский ҡалаһы 1-се спорт мәктәбенең грек-рим көрәше буйынса тренеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1999).
- Рамазанов Раүил Рифғәт улы (1959—22.01.2024), педагог. Өфө ҡалаһының 45-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы, Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
- Хисмәтуллин Ҡәнифйән Нәсебетдин улы (1959), урмансы-инженер. 2003—2017 йылдарҙа Ҡариҙел районының «Луч» йәмғиәте директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән ошо райондан.
- Мәүлийәров Хәмит Дәүләтйәр улы (1964), төҙөүсе-инженер, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2015 йылдан Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш министры урынбаҫары, 2018 йылдан «Милли мәҙәни мираҫ» фонды президенты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры.
|
|