Эстәлеккә күсергә

Баймаҡ районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баймаҡ районы
Баймаҡ районы
Байраҡ
Нигеҙләү датаһы 20 август 1930
Рәсем
Атамаһы Баймаҡ районы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Баймаҡ
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d] һәм YEKT
Халыҡ һаны 58 572 кеше (2010)[1][2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 562 метр
Сиктәш Әбйәлил районы, Бөрйән районы, Йылайыр районы, Хәйбулла районы һәм Силәбе өлкәһе
Майҙан 5432 км²
Почта индексы 4536ХХ
Рәсми сайт baimak.ru
Урынлашыу картаһы
Позицион карта
Урындағы телефон коды 34751
Номер тамғаһы коды 02 һәм 102
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Баймаҡ районында ерләнгәндәр
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Baymaksky District[d]
Карта
 Баймаҡ районы Викимилектә

Баймаҡ районы — Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан район. Көнсығышта Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылда ойошторолған. Майҙаны 5432 км². Райондың административ үҙәге — Баймаҡ ҡалаһы менән Өфө араһы тура һауа юлынан 275 км, автомобиль юлынан — 489 км.

Район халҡы 1995 башына 43,5 мең кеше булған (1970 — 47,9, 1979 — 41,4, 1989 — 42,1 мең кеше). Ауыл халҡының уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 8 кеше. Күпселеген башҡорттар һәм урыҫтар тәшкил итә. 90 ауыл бар. Иң ҙурҙары: Темәс (3,1 мең кеше), Урғаҙа (2,7 мең), Иҫке Сибай ауылы (2 мең), Аҡморон ауылы (1,7 мең).

Геологик йәһәттән район територияһы Тагил-Магнитогорск бөгөлөнөң һәм Уралтау күтәрелешенең тектоник структураларынан ғибәрәт. Колчедан рудаһы (Сибай, Баҡыртау, Таштау, Балтатау, Ҡамаған һ.б.), рудалы алтын (Вост.-Семеновский, Түбә, Юлалы һ.б.), сәсмә алтын (Ҡараһаҙ, Төйәләҫ, Шүрәле һ.б.), цеолит (Сибай), биҙәү ташы (20-ләп ятҡылыҡ), эзбизташ, кирбес сеймалы һ.б. ятҡылыҡтар тикшерелгән.

Райондың төньяҡ-көнбайыш өлөшөн Уралтау һырты биләй. Уның был тирәһе бейек түгел һәм тигеҙләнгән, ләкин ярайһы уҡ дымлы, ҡарағай, ҡайын һәм уҫаҡ урмандары менән ҡапланған. Уралтау һәм Ирәндек һырттары араһындағы түбән урындарҙа ваҡ сусаҡтар бар. Уңдырышлы ҡара тупраҡлы далала төрлө үлән һәм ҡылғандар үҫә, уның байтаҡ өлөшө һөрөлгән, ҡоролоҡ хас. Район территорияһын меридиональ йүнәлешттә киҫеп үткән Ирәндек һыртының киңлеге 10—20 км, уртаса бейеклеге төньяғында 700—800 м, көньяғында— 400—500 м, урыны менән ҡарағас ҡатыш ҡайынлыҡтар, ҡаты төп тау тоҡомдары ер өҫтөнә сығып торған, аҙ уңдырышлы, эрозияға бирелгән тупраҡ өҫтөнлөк итә. Район территоряһының көнсығыштағы тар ғына һыҙатын эреле-ваҡлы убалар теҙмәһенән торған тигеҙлек тәшкил итә. Бындағы ҡара тупраҡлы далала ҡылған һәм һәр төрлө үлән үҫә.

Баймаҡ районы Урал тауҙары аръяғында урынлашҡанлыҡтан, Азия материгының континенталь климаты йоғонтоһон кисерә.

Климаты ҡоро, ҡышын ҡар аҙ була. Гидрографик селтәре Һаҡмар, Таналыҡ, Оло Урғаҙа (бәләкәй ҡушылдыҡтары менән) йылғалары, Талҡаҫ, Күлтабан күлдәренән тора. Майҙанының ҙур өлөшөн дала ерҙәре тәшкил итә. Ағас запасы 18,8 млн м³ булған 126,4 мең га майҙанда (Райондың дөйөм майҙанының 24,4 %) урман үҫә (шуның 3,4 млн м ылыҫлы ағас).

Тәбиғәт объекттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 58 971 [3][2]
1959 51 073 [4][2]
1970 60 195 [5][2]
1979 55 970 [6][2]
1989 58 556 [7][2]
Йыл Халыҡ һаны
2002 44 214 [8][2]
2008 56 304 [9]
2009 56 124 [10]
2010 58 572 [1][2]
2012 58 028 [11]
Йыл Халыҡ һаны
2013 57 712 [12]
2014 57 283 [13]
2015 57 226 [14]
2016 57 176 [15]
2017 57 043 [16]
Йыл Халыҡ һаны
2018 56 390 [17]
2019 55 770 [18]
2021 54 946 [19]
Халыҡ иҫәбе
2002[20]2008[21]2009[22]2010[23]2012[24]2013[25]2014[26]2015[27]
44 21456 30456 12458 57258 02857 71257 28357 226
2016[28]
57 478


10 000
20 000
30 000
40 000
50 000
60 000
2010
2016

Ауыл халҡының уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 8 кеше тәшкил итә.

Урбанизация

Ҡала шарттарында (Баймаҡ ҡалаһы) район халҡының 30,38 % йәшәй.

Милли составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 83,3 %, урыҫтар — 11,9 %, татарҙар — 3,5 %, башка — 1,3 %[29].

19 быуаттың 30-сы йылдарында Төйәләҫ йылғаһының үрге ағымында һибелмә алтын ятҡылыҡтары үҙләштерелә башлай. Һибелмә һәм рудалы алтындың яңы ятҡылыҡтарын үҙләштереү, баҡыр колчеданы рудаларынан алтынды айырып алыу иҫәбенә алтын табыу арта. 1923 йылда Таналыҡ-Баймаҡ таулы округы бөтөн Уралда сығарылған алтындың 40 % таба. Баҡыр колчеданы рудаларын эшкәртеү менән Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты, алтын сығарыу менән «Башзолото» дәүләт производство предприятиеһының Түбә руднигы, «Зауральская» һәм «Түбә» старателдәр артелдәре шөғөлләнә. Төйәләҫ ятҡылығында эзбизташ сығарыла. Яндырылған эзбиз шәкәр заводында ҡулланыла һәм башҡа региондарға ла ебәрелә.

Район сәнәғәтенең башҡа тармаҡтарына ағас әҙерләү (Темәс һәм Баймаҡ леспромхоздары), төҙөлөш материалдары етештерә (Темәс хуж.-ара кирбес заводы), мет. эшкәртеү (Түбә йоҙаҡ һәм тимер-томор әйберҙәр заводы) һәм еңел сәнәғәт (Түбә тегеү фабрикаһы) инә. Баймаҡ районы ауыл хужалығы продукцияһы күпләп етештерелә. Ауыл хужалығы ерҙәре 331,3 мең га (Башҡортостанда 1-се урында тора), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 164,1 мең га, сабынлыҡтар — 44,0 мең га (Белорет районынан һуң 2-се урында), көтөүлектәр — 123,0 мең га (1-се урында). 19 ауыл хужалығы предприятиеһы, шул иҫәптән Башҡортостан игенселек һәм баҫыу культуралары селекцияһы институтының Баймаҡ тәжрибә-производство хужалығы бар. Район малсылыҡ һәм игенселек буйынса махсуслашҡан. Һарыҡсылыҡ тармағы ҙур урын тота. Башҡортостанда етештерелгән көслө һәм ҡаты сортлы бойҙайҙың төп өлөшө ошо районға тура килә. Иң ҙур ауыл хужалығы предпритиеһы — Йылайыр совхоз-техникумы. Совхоздың 80 мең га ауыл хужалығы ере бар, ул районда үҫтерелгән игендең өстән бер өлөшөн етештерә.

Район территорияһын Ира—Йылайыр—Сибай—Магнитогорск һәм Аҡъяр—Сибай—Асҡар—Сермән автомобиль юлдары киҫеп үтә. Сит өлкәләр менән бәйләнештә Сибай тимер юл станцияһы һәм аэропорты мөһим роль уйнай. Урындағы бәйләнештәрҙә Баймаҡ—Ҡана, Баймаҡ—Темәс, Баймаҡ—Әбделкәрим автомобиль юлдары ҙур әһәмиәткә эйә.

Социаль-мәҙәни өлкә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Районда 75 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 40 урта мәктәп һәм 2 лицей; Йылайыр совхозы нигеҙендә ауыл хужалығы техникумы, 41 китапхана, 75 клуб учреждениеһы, Баймаҡта һәм Темәс ауылдарында тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Йылайыр совхозында Сиҙәм музейы, үҙәк район һәм 8 участка дауаханаһы, Талҡаҫ күле буйында Баймаҡ ял йорто эшләй.

Урыҫ һәм башҡорт телдәрендә «Баймакский вестник» һәм «Һаҡмар» гәзите сыға.

Баймаҡта йөҙөү бассейны

Районда милли көрәш, баскетбол, волейбол, футбол, хоккей, саңғы ярыштары, еңел атлетика, бокс, йөҙөү, өҫтәл теннисы, шахматтар һәм шашкалар спорт төрҙәре федерациялары ойошторолған.

Спортты яратыусылар ҡарамағында — 146 ҡоролма, шул иҫәптән: 1 стадион, 68 яҫылыҡ спорт ҡоролмалары, 72 спорт залы, 2 саңғы базаһы, 2 атыу тиры, 1 йөҙөү бассейны.

Баймаҡта «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы

XX быуат уртаһында Башҡортостанда Баймаҡ — Өфө юлында һыбай уҙыш популяр була (1937)[30][31].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡты эҙ ҡалдырыусылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  3. перепись населения СССР 1939 года
  4. перепись населения СССР 1959 года
  5. перепись населения СССР 1970 года
  6. перепись населения СССР 1979 года
  7. перепись населения СССР 1989 года
  8. Всероссийская перепись населения 2002 года
  9. 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  10. Оценка численности Республики Башкортостан постоянного населения на 1 января 2009-2016 годов
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ)Росстат, 2013. — 528 с.
  13. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
  15. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
  16. http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  17. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  18. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
  19. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  20. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  21. 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  22. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2009 года
  23. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  24. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  25. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  26. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  27. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  28. Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям. Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
  29. Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
  30. https://books.google.ru/books?id=W7TVBQAAQBAJ&lpg=PA534&dq=баймак%20спорт&hl=ru&pg=PA534#v=onepage&q=баймак&f=false
  31. https://books.google.ru/books?id=n9Vz5CpXbWwC&lpg=PT417&dq=баймак%20спорт&hl=ru&pg=PT417#v=onepage&q=баймак%20спорт&f=false
  32. Башҡорт энциклопедияһы — Ғүмәров Айытбай Әхмәт улы 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 ноябрь 2017)
  33. Башҡорт энциклопедияһы — Йәнтүрин Сәфәрғәли Искәндәр улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 10 март 2018)
  34. Портал «Ургаза.ru». Деревня Покровка (Покровка ауылы). Известные земляки (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 апрель 2018)
  35. Башҡорт энциклопедияһы — Шаһисолтанова Ғәҙилә Әхәт ҡыҙы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 22 ғинуар 2019)
  36. Почётные граждане: Божеховский Петр Максимович. Муниципальный район Баймакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 август 2018)
  37. «Сәйғәфәр ауылы сәхифәһе» сайты (Тикшерелеү көнө: 19 октябрь 2018)
  38. Указ Президента РФ от 30.09.2002 N 1098 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2013 йыл 28 декабрь архивланған.
  39. Башҡорт энциклопедияһы — Ҡәҙерғолов Мөхәмәт Нурғәле улы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 9 март 2019)
  40. [Азамат Тажетдинов. Ел-дауылдар аша…2005 йыл, 156 бит]
  41. КУЛЬТУРНЫЙ МИР БАШКОРТОСТАНА(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2019)
  42. Баймакский район и город Баймак. Башкирская энциклопедия. 2017 йыл 15 сентябрь архивланған.
  1. YouTube сайтында Видео Баймакский район с высоты птичьего полета