Гусевка (Салауат районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гусевка (Башҡортостан) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Гусевка
башҡ. Гусевка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Ауыл биләмәһе

Малаяҙ ауыл

Координаталар

55°14′23″ с. ш. 58°05′51″ в. д.HGЯO

Халҡы

#Н/Д[1] кеше ([[#Н/Д[2] йыл|#Н/Д[2]]])

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452490

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 835 003

ОКТМО коды

80 647 435 106

ГКГН номеры

0520173

Гусевка (Рәсәй)
Гусевка
Гусевка
Гусевка (Салауат районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Гусевка

Гусевка (рус. Гусевка) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл. Малаяҙ ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 199 кеше[3]. Почта индексы — 452490, ОКАТО коды — 80247835003.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гусевка ауылы Йүрүҙән йылғаһы ҡушылдығы Илек йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 8 километр һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төнбяҡ-көнсығышҡа табан 37 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гусевка ауылына Златоуст өйәҙе Мырҙалар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәренә Өфө өйәҙе Илек ауылының (хәҙер — Силәбе өлкәһе Әшә районы Илек ауылы) элекке алпауыт йәғни Балашовтың завод крәҫтиәндәрен керҙәшлек килешеүе аша 1881 йылда нигеҙ һалынған. Ауыл башта Гусевский ҡасабаһы тип аталған.

Тәүге төпләнеүселәр 8 йорт тәшкил иткән. Мырҙалар ырыуы башҡорттары ерҙе ҡотомға биргән.

1896 йылда йорт һаны ике тапҡырға артҡан — 16 йортта 148 кеше йәшәгән. Игенселек, заводтарҙа йөк ташыу, ағас яндырып күмер әҙерләү менән шөғөлләнгәндәр[5].

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күптәнән бирле һөрөлгән ер убалы урында урынлашҡан. Ҡатнаш сәсеү әйләнеше ҡулланылған. 2 елгәргес һәм һуҡҡыс булған. Барыһы ла баҡсаларында йәшелсә үҫтергән. Илтәй ауылы башҡорттарынан һөрөнтө ерҙәрҙе һәм сабынлыҡ биләмәләрен ҡыҫҡа ваҡытҡа ҡуртымға алыу тәжрибәһе ҡулланылған[6].

Ҡышҡы көндәрҙә заводтарға мәғдән һәм күмер ташығандар[7].

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда Гусевка ауылында һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән.

1920 йылда 33 йортта 225 кеше донъя көткән. Ирле-ҡатынлы Торгашовтар йорттарында шәхси мәктәп асҡан.

1930-сы йылдар башында дәүләт мәктәбе асыла. 1936-1937 йылдарҙағы янғындан һуң мәктәп төҙөлә[8]

Коллективлаштырыу йылдары

Гусевка һәм яҡын ауылдарҙа хужалыҡтарҙы коллективлаштырыу 1929-1930 йылдарҙа башлана. Урында крәҫтиәндәрҙең күпселеге хәлле хужалыҡтарҙа яланып хеҙмәт итеүсе ярлыларҙан (батрак) торған. Ғаиләһе 8 кешенән торған Гусев Яков кулак булараҡ, сәйәси золомға дусар ителә. Уның хужалығынан 10-12 пар сабата, 2 тоҡ бойҙай, һуғылған балаҫ тартып алына. Өйҙәре, килемле хужалығы була, батрак хеҙмәтен ҡуллана. Гусев Яков, улдары Григорий һәм Михаил менән Себергә һөрөлә. Кулак Андреевтың өйөндә башланғыс мәктәп урынлаша. Ер Илек ауылында йәшәгән барин Обенцовтыҡы була. Иген, кейем-һалым, ҡорамалдар, мал тартып алына.

Хәлле крәҫтиәндәр үҙ ерендә тырышып эшләгән, уларҙың уртаса алғанда, 10-12 йылҡы малы, 7-8 һыйыры һәм быҙауы, 20-25 һарығы, 2-5 га ере булған. Сәйәси золомдан һәм һөргөндән ҡотолоу маҡсатында, колхозға ингәндәр.

Гусевка ауылындағы тәүге колхоз Эҫем ҡалаһының күренекле революционеры Гузаков исемен йөрөткән. Гусев Мартын колхоз рәйесе була. Колхозда йыйылған тәүге уңышты Башҡорт өйәҙе вәкилдәре алып киткән. Колхозсыларҙың милеген мотлаҡ страховкалағандар, 1000 һум займ, һәр мал башына, төҙөлмәләргә һәм ергә һалым индерелгән. Түләй алмаған осраҡта, күрһәтелгән суммаға тигеҙ мөлкәт тартып алынған. Крәҫтиәндәр, һалым һәм займ түләү өсөн, һөрөнтө һәм болон ерҙәрен һатып алған, үҫтергән игенен малға алмаштырған, тарттырылған онон Кропачёво станцияһында һатҡан.

Хеҙмәт хаҡы аҡсалата түләнмәгән, хеҙмәт көндәре менән һаналған (5 хеҙмәт көнө – 10 тин), йылына 500 хеҙмәт көнө эшләнергә тейеш булғандар. Бер ғаиләгә эш хаҡы 500 һум һәм 2-5 кг икмәк (1 бот икмәк 400 һум) тәшкил иткән. Ауыл хужалығын коллективлаштырыу крәҫтиән тормошон яҡшыртмаған. Үлем осраҡтар артҡан. 13-14 йәшлек үҫмерҙәр хеҙмәте ҡулланылған, 10-11 йәшлек балалар утауҙа, көтөүсе булып хеҙмәт иткән[9].

1930 йылдарҙан бирле хәҙерге атамаһы ҡулланыла, ә 2005 йылдан хәҙерге статусына эйә.

Әлеге ваҡытта ауылда Янғантау урта мәктәбе филиалы — Гусевка төп мәктәбе, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[10].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гусевка ауылында урыҫтар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 225
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 364
1959 йыл 15 ғинуар 315
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 246
2002 йыл 9 октябрь 232
2010 йыл 14 октябрь 199 98 101 49,2 50,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Суроваткин Александр Трофимович (1912—1976). 1939 йылда Гузаков исемендәге колхоз рәйесе итеп тәғәйенләнә. 1941 йылдың майынан Александр Трофимович Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла, 37-се гвардия дивизияһының 53-сө айырым элемтә батальоны сафында фронттың алғы һыҙығында көрәшә. «Варшаваны азат иткән өсөн», «Батырлыҡ өсөн» миҙалдарына лайыҡ була. Һуғыштан ҡайтҡас, Суроваткин колхозды етәкләй. Салауат районының бер нисә хужалығы, шул иҫәптән Гузаков колхозы, сәсеү майҙандарын һаҡлап ҡалған һәм үҙен орлоҡ менән тәьмин итерлек була. 1952—1961 йылдарҙа Александр Трофимович Ворошилов исемендәге колхоз рәйесе, ә Гузаков һәм Ворошилов колхоздары «Урал» колхозы булып берләшкәндән һуң, яңы колхозды етәкләй. Суроваткин етәкләгән осорҙа «Урал» миллионер колхозға әйләнә. Александр Трофимович Ленин ордены, «Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
  • Милюков Степан Дмитриевич (1918—1988) — Гусевка ауылында тыуған. Дыуан ауыл хужалығы техникумының агронмия бүлеген тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. 1947 йылдан Степан Дмитриевич Гузаков исемендәге, артабан «Урал» колхозына 40 йыл ғүмерен бағышлай. Милюков бойҙайҙың һәм картуфтың Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыштағы климат шарттарында яҡшы уңыш бирә алған сорттарына өҫтөнлөк бирә. Миюков — «Атҡаҙанған агроном», 1966 йылда Ленин ордены менән билдәләнә[11][12].

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Йәшел урамы (рус.  Зелёная (улица)
  • Йәшлек урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)[13]

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «История возникновения населенных пунктов Башкортостана.». Том 9 .Уфа, 1999 г.
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Гусевка (Башкортостан) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  2. Гусевка (Башкортостан) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  3. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  4. Гусевка (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 531. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 531. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Гусевка (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. «История возникновения населенных пунктов Башкортостана.». Том 9 .Уфа, 1999 г.
  9. Летопись населенных пунктов сельского поселения Малоязовский сельсовет муниципального района Салаватский район Республики Башкортостан
  10. Гусевка (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  11. На земле Салавата. Народный агроном Милюков. 26.11. 2018
  12. Летопись населенных пунктов сельского поселения Малоязовский сельсовет муниципального района Салаватский район Республики Башкортостан
  13. Карта д. Гусевка Салавтского района. Улицы