Эстәлеккә күсергә

Көҙән (Ишембай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Көҙән (Башҡортостан) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Кузяново
башҡ. Көҙән
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан Республикаһы

Муниципаль район

Ишембай

Ауыл биләмәһе

[[Көҙән ауыл Советы]]

Координаталар

53°33′47″ с. ш. 56°28′54″ в. д.HGЯO

Халҡы

847[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Конфессиональ составы

мосолмандар

Этнохороним

көҙәндәр

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453234

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 231 840 001

Код ОКТМО

80 631 440 101

Номер в ГКГН

0667027

Кузяново (Рәсәй)
Кузяново
Кузяново
Көҙән (Ишембай районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Кузяново
Көҙән (Ишембай районы) (Ишембай районы)
Кузяново
Көҙән ауылы мәктәбе. 1955 йыл

Көҙән (рус. Кузяново) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 847 кеше[2]. Почта индексы — 453234, ОКАТО коды — 80231840001.

Өс йылға ағып үтә: Тысҡаҡйылға, Малыған, Шишмә.

Алыҫлығы:[3]

Көҙән ауылына Тәлтим-Юрматы улусы Илсектимер түбәһе аҫаба башҡорттары нигеҙ һалған. Тәүге төпләнеүсенең исеме менән аталған, уның улдары Сүрәк һәм Әйҙәк Көҙәновтар билдәле. Шулай уҡ Көҙәк булараҡ теркәлгән. 1758 йылда тәү башлап төпләнеүселәрҙән Сүрәк һәм Айҙаҡ Көҙәновтар аҫаба ерҙәрен заводҡа һатыуҙа ҡатнаша. Шунан бер йыл алда типтәр кешеләренә ер биргән булған. Шулай уҡ ауылға рөхсәтһеҙ, документһыҙ килеп ултырған килмешәктәр ҙә булған.

1783 йылда Көҙәндә 91 типтәр, 1795 йылда — 86 типтәр йәшәгән (55 йортта). 1859 йылда 115 ихатала типтәр булып киткән керҙәштәр (килмешәктәр) генә була, уларҙың һаны 585 кешегә етә, улар араһында аҫабалыҡ хоҡуғын юғалтҡан башҡорттар һәм типтәр булып киткән татарҙар ҙа була. 1920 йылғы совет халыҡ иҫәбен алыуҙа башҡорт ауылы күрһәтелгән, сөнки ерһеҙ башҡорттар һан яғынан өҫтөнлөк иткән. 379 йортта 1858 кеше йәшәгән[4].

1795 йылда 25 йортта 120 кеше йәшәгән, 1865 йылда 125 йортта — 735 кеше. Халыҡ малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, күн эше, кейеҙ баҫыу, урман кәсептәре менән шөғөлләнгән. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 йылда 2 мәсет, тимерлек, 2 бакалея кибете, мөгәзәй булған. Шөғөлдәр араһында ылаусылыҡ, септә һуғыу, ҡап тегеү теркәлгән[5].

Көҙән ауыл Советының үҙәге. Ауылда башҡорттар йәшәй (2002). Ике ҡатлы, 162 урынлыҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе, «Умырзая» балалар баҡсаһы һәм Иҫкесәк һәм Ҡыҙыл Октябрь ауылдарынан йөрөп уҡыусылар өсөн интернат (әлеге ваҡытта 12 бала унда тәрбиәләнә), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, спорт залы һәм китапханаһы булған ауыл Мәҙәниәт йорто[6], китапхана, Вәлиди Ә.-З. музейы, Ә.Ә.Вәлидовҡа һәйкәл, мәсет бар[7]. Көҙән ауылында 4 шәхси пилорама эшләй. Ауыл эсәр һау менән тәьмин ителгән, газ үткән, АТС бар[8].

Халыҡ иҫәбе
1783179518591920[9]2002[10]2009[10]
91865851858866935
2010[1]
847

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын алыу мәғлүмәттәре буйынса күпселек — башҡорттар (97 %).

Күренекле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XX быуат башында Башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың бер туған ҡустыһы Ғәбдерәүеф Әхмәтшаһ улы Вәлидовтың ҡыҙы.

Әхмәтшаһ һәм Өммөлхаят Вәлидовтар улдары Ғәбдерәүеф менән

Урам исеме[11]:

  • Совет урамы (рус. улица Советская)
  • Еңеү урамы (рус. улица Победы)
  • Баҡса урамы (рус. улица Садовая)
  • Лапшин урамы (рус. улица Лапшина)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • 1-се Май урамы (рус. улица Первомайская)
  • Яр буйы урамы (рус. улица Береговая)
  • Рәшитова урамы (рус. улица Рашитовой)
  • Урал урамы (рус. улица Уральская)

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Әхмәтзәки Вәлиди музейы[12].
  • Ябай ауыл ҡатынына арналған мемориаль стела, ул яланда көс түккән һәм балалар тәрбиләгән әсәне (Яугир әсәһе, Әсә - хеҙмәт батыры ) һынландыра. Авторы- скульптор Илнур Ильясов. 2013 йылдың 22 июнендә асылған [13][14].
  • Исламова, А. Модельная – значит образцовая: статус модельной присвоили библиотеке села Кузян / А. Исламова // Восход.- 2011.- 7 окт.- С.3.
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Кузяново
  5. Көҙән (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Көҙән мәҙәниәт йортон асыу тантанаһы
  7. Көҙән (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Көҙән ауыл советы
  9. Генеалогия и архивы. Кузяново
  10. 10,0 10,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  11. «Налог Белешмәһе» системаһында Көҙән ауылы
  12. официальная страница
  13. [tv-rb.ru/news/2013-06-22/v-ishimbaiskom-raione-segodnya-proshli-srazu-2-meropriyatiya/27660 В Ишимбайском районе сегодня прошли сразу 2 мероприятия]
  14. voshod-news.ru/obchestvo/108-ya-zarastayu-pamyatyu.html