Эстәлеккә күсергә

Иҫке Собханғол (Бөрйән районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Старосубхангулово битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Иҫке Собханғол
рус. Старосубхангулово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Бөрйән

Ауыл советы

Иҫке Собханғол

Координаталар

53°06′00″ с. ш. 57°26′00″ в. д.HGЯO

Халҡы

4609[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Конфессиональ составы

мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34755

Почта индексы

453580

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 825 001

ОКТМО коды

80 619 425 101

ГКГН номеры

0013319

Иҫке Собханғол (Рәсәй)
Иҫке Собханғол
Иҫке Собханғол
Иҫке Собханғол (Бөрйән районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Собханғол

Иҫке Собханғол (рус. Старосубхангулово; башҡа атамалары Алаҡуян, Лукъянтамаҡ, Көрпөсәк) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 4609 кеше булған[2].

Иҫке Собханғол ауылы Ағиҙел йылғаһы ҡушылдығы Алағуян йылғаһы буйында, Өфөнән 330 км һәм Белорет тимер юл станцияһынан 145 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡағы—Иҫке Собханғол, Йылайыр—Кананикольск—Иҫке Собханғол, Иҫке Собханғол—Мораҡ автомобиль юлдары үтә[3].

Ауылға Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы Этҡол ауылы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. 1756 йылдан алып Собханғол (тәүге төпләнеүсе Собханғол Килдекәев исеменән) утары булараҡ билдәле. Собханғол утары 17951811 йылдар араһында ауыл булып үҫешә. Утар үҙе XVIII быуаттың 80-се йылдарынан билдәле. VII рәүиз ваҡытына 1816 йылда ул 53 йорттан тора. 18501859 йылдар араһында Иҫке Собханғол ауылы исеме аҫтында ауыл барлыҡҡа килә. Иҫке Собханғолда һәм Яңы Собханғолда X рәүиз буйынса 200-шәр кеше йәшәгән. Йорттар ҙа бер үк һанда — 33-шәр булған. 1920 йылда Иҫке Собханғолда 397 кеше, Яңы Собханғолда 467 кеше йәшәгән. Халҡы малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән[4].

Икенсе исеме — Алағуян, гидронимдан алынған. Шулай уҡ Лукъянтамаҡ, Көрпөсәк булараҡ теркәлгән.

1795 йылда 14 йортта 92 кеше йәшәгән, 1866 йылда 30 йортта — 189 кеше. XIX быуат уртаһында Яңы Собханғол бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙерге исемен һәм статусын ала. 1935-1963 йылдарҙа һәм 1965 йылдан — Бөрйән районы үҙәге[5].

Ауылда Бөрйән урман сәнәғәте хужалығы, урман хужалығы, юл төҙөү ремонтлау идаралығы эшләй. Профессиональ-техник училище, урта һәм төп мәктәптәр, ике башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, балалар сәнғәт мәктәбе, ике балалар баҡсаһы, ДЮСШ, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, район мәҙәниәт йорто (өс үҙешмәкәр халыҡ коллективы, шул иҫәптән «Мәсемташ» коллективы), мәҙәниәт йорто, балалар китапханаһы, Мөхтәр Сәғитов, Әхмәт Сөләймәнов музейҙары эшләй, мәсет бар[6].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 400
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1500
1959 йыл 15 ғинуар 2400
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 3600
2002 йыл 9 октябрь 4300
2010 йыл 14 октябрь 4609 2240 2369 48,6 51,4
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (92,3 %)[7].

Федераль дәүләт статистика хеҙмәте баһалауынса, 2022 йылдың 1 мартына Башҡортостан Республикаһының Иҫке Собханғол ауылында халыҡ һаны 3 363 кеше тәшкил итә. Башҡортостан Республикаһының Иҫке Собханғол ауылында даими рәүештә 1 502 ир-егет (44.66 %) һәм 1 861 ҡатын-ҡыҙ (55.34 %) йәшәй[8].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ағиҙел урамы (рус.  Агидельская улица)
  • Азатлыҡ урамы (рус.  улица Азатлык)
  • Аҡбуҙат урамы (рус.  улица Акбузат)
  • Аҡмулла урамы (рус.  улица Акмуллы)
  • Алдар Иҫәкәйев урамы (рус.  улица Алдара Исекеева)
  • Арғыҙма урамы (рус.  улица Аргызма)
  • Ағиҙел йылғаһы урамы (рус.  Бельская улица)
  • Баҙал урамы (рус.  улица Базал)
  • Мунса тыҡрығы (рус.  Банный переулок)
  • Ветерандар урамы (рус.  улица Ветеранов)
  • Ғәзиз Дәүләтбирҙин урамы (рус.  улица Газиза Давлетбердина)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  улица Мира)
  • Ерекле (рус.  улица Ерекле)
  • Зәки Вәлиди урамы (рус.  улица Заки Валиди)
  • Ҡурсаулыҡ урамы (рус.  Заповедная улица)
  • Йылға аръяғы урамы (рус.  Заречная улица)
  • Ҡәҙерғолов урамы (рус.  улица Кадыргулова)
  • Ҡадыров урамы (рус.  улица Кадырова)
  • Ҡайынтүш урамы (рус.  улица Каинтуш)
  • Ҡарат урамы (рус.  улица Карат)
  • Кирбес урамы (рус.  Кирпичная улица)
  • Комсомол урамы (рус.  Комсомольская улица)
  • Ҡыҙылташ урамы (рус.  улица Кызыл-таш)
  • Ленин урамы (рус.  улица Ленина)
  • Урман урамы (рус.  Лесная улица)
  • Урман тыҡрығы (рус.  Лесной переулок)
  • М.Горький урамы (рус.  улица М.Горького)
  • Мәжит Ғәфури урамы (рус.  улица Мажита Гафури)
  • Марат Ишмөхәмәтов урамы (рус.  улица Марата Ишмухаметова)
  • Мәсем урамы (рус.  улица Масим)
  • Матросов урамы (рус.  улица Матросова)
  • Миңлеғәли Шайморатов урамы (рус.  улица Миннигали Шаймуратова)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная улица)
  • Йәштәр тыҡрығы (рус.  Молодёжный переулок)
  • Мостай Кәрим урамы (рус.  улица Мустая Карима)
  • Муса Гәрәев урамы (рус.  улица Мусы Гареевы)
  • Муса Мортазин урамы (рус.  улица Мусы Муртазины)
  • Мөхтәр Сәғитов урамы (рус.  улица Мухтара Сагитова)
  • Яр буйы урамы (рус.  Набережная улица)
  • Тау буйы урамы (рус.  Нагорная улица)
  • Наурыз урамы (рус.  улица Науруз)
  • Күл урамы (рус.  Озёрная улица)
  • Октябрь урамы (рус.  улица Октябрьская)
  • Пионер тыҡрығы (рус.  Пионерский переулок)
  • Еңеү урамы (рус.  улица Победы)
  • Райман Ишбаев урамы (рус.  улица Раймана Ишбаева)
  • Салауат урамы (рус.  улица Салавата)
  • Самат Ғәбиҙуллин урамы (рус.  улица Самата Габидуллина)
  • Ғаилә урамы (рус.  Семейная улица)
  • Совет урамы (рус.  Советская улица)
  • Совет тыҡрығы (рус.  Советский переулок)
  • Совхоз урамы (рус.  Совхозная улица)
  • Ҡояш урамы (рус.  Солнечная улица)
  • Ташҡын урамы (рус. Сплавная улица)
  • Таһир Ғәзизов урамы (рус.  улица Тагира Газизова)
  • Хеҙмәт урамы (рус.  улица Труда)
  • Туғанлыҡ урамы (рус.  улица Туганлык)
  • Урал урамы (рус.  Уральская улица)
  • Һ. Ишкилдин урамы (рус.  улица Х. Ишкильдина)
  • Ш.Бабич урамы (рус.  улица Ш.Бабича)
  • Шәһит Иҫәнғужин урамы (рус.  улица Шагита Исянгужина)
  • Шишмә урамы (рус.  улица Шишма)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная улица)
  • Йүкәле урамы (рус.  улица Юкале)
  • Юнир Ғәзизов урамы (рус.  улица Юнира Газизова)
  • Йәнғәле Вәхитов урамы (рус.  улица Янгали Вахитова)[12]
  • YouTube сайтында Видео Южный Урал Старосубхангулово
  • YouTube сайтында Видео Башкирия, Агидель, Бурзянский район, Старосубхангулово

Тау-таштар, ҡаялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Инсебикә ҡаяһы
  • Баҙал тауы
  • Мәсем тауы
  • Өйрәкле ҡаяһы
  • Төлкө осҡан ҡаяһы
  • Күбек ташы
  • Сәхип үлеге яланы
  • Ҡара һыйыр яланы
  • Ҡымыҙ эскән ялан
  • Туҡтамыш яланы
  • Хәҙрәт ҡотоғо яланы
  • Мәйгәште башы яланы
  • Соҡор йорт утары яланы
  • Арбаҙай яланы
  • Маҙалы яланы
  • Маһы туғай
  • Көргәҫ яланы
  • Аҡбалсыҡ яланы
  • Себетуғай яланы
  • Аҡбикә туғайы
  • Туҡмаҡлы туғайы
  • Йүкәле туғайы
  • Әбдрәш яланы
  • Таллы ҡойо яланы
  • Ҡарағол яланы
  • Тумарлы яланы
  • Ҡурпы туғайы
  • һарыбай яланы
  • Ҡарасәс үҙәне

Йылғалар, шишмәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Көләсйылға йылғаһы
  • Кәлтәгәү йылғаһы
  • Ҡунаҡай йылғаһы
  • Ҡараһыйыр йылғаһы
  • Көргәҫ йылғаһы
  • Алағуян йылғаһы
  • Арҡыҙма йылғаһы
  • Ҡаран йылғаһы
  • Ярҙы йылғаһы
  • Мәйгәште йылғаһы
  • Һары бейә йылғаһы
  • Сыбар таш йылғаһы
  • Өйрәкле йылғаһы
  • Бажануй йылғаһы
  • Төмәнәй шишмәһе

Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Атанғол йылғаһы. 1970 йылда Бөрйән р-ны Иҫке Собханғол ауылы Ноғман Ишкилдиндан Ә. М . Сөләймәнов яҙып алған. — Башҡорт халыҡ ижады. ΙΙ том (Ғилми архив, ф. 3, оп. 63, д. 56, л. 32— 36; Б Х И , Р Л , № 108; Б И Т , П Л , № 79)
  • Инсебикәташ. 1979 йылда Бөрйән р-ны Иҫке Собханғол ауылында М. Ш.Сәйетбатталовтан (1909 йы лғы) Ғ. Б. Хөсәйенов яҙып алған. Башҡорт халыҡ ижады. ΙΙ том. (А У М «1979; Б Х И , Р Л , № 113; Б П Л , № 26; Б И Т , П Л , № 52)
  • Бөрйәндәр хан замандарында. 1979 Йылда Бөрйән р-ныпың Иҫке Собхаигол ауылында Бирҙекәйен Ҡолмөхәммәт Ырыҫмөхәммәт улынан (1903 Йылгы) Ғайса Хөсәйенов яҙып алган. Башҡорт халыҡ ижады. ΙΙ том. (АЭМ, 1979, 190—191 -се б.; БХИ, РЛ, № 170; БПЛ, № 114; БНТ, ПЛ, № 188.)

Ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • „Иман нуры“ иман таратһын!», «Таң» гәзите, 1 апрель, 2022 йыл, № 13 (10565)
  • Таң гәзите. 9 май 2023 йыл. Ишкилдин Һибәт Ваһап улыПолк командиры булған ул

Ҡыҙыл Сәйет, Ҡара Сәйет, Гитлер, Тәтәй Гөлнур, Бапаҡ Гөлнур, Уҫал Гөлнур, Ҡаҡаҡ (бер ир ҡаҙҙарын иҙел аръяғынан алып ҡайта алмай, төрлөсә саҡыра икән; аптырағас, «ҡа-ҡаҡ», «ҡа-ҡаҡ» тип саҡыра башлаған, шунан һуң был ҡушамат тағылған да инде)

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Иҫке Собханғол (Бөрйән районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 45-46. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 45-46. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Иҫке Собханғол (Бөрйән районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  8. ГЕНДЕРНЫЙ СОСТАВ НАСЕЛЕНИЯ СЕЛА СТАРОСУБХАНГУЛОВО РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
  9. Башҡорт энциклопедияһы — Ғәзизов Юнир Хәсән улы 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 ғинуар 2018)
  10. Официальный сайт МОБУ СОШ с. Старосубхангулово. История школы. Орденоносцы, работавшие в МОБУ СОШ с. Старосубхангулово(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 май 2018)
  11. Лыгин Сергей Александрович
  12. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)