Стәрлетамаҡ районы
Уҡыу көйләүҙәре
Стәрлетамаҡ районы | |
Стәрлетамаҡ районы | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Стәрлетамаҡ |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Сәғәт бүлкәте | YEKT һәм UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 40 325 кеше (2010)[1] |
Сиктәш | Әлшәй районы, Ауырғазы районы, Ғафури районы, Ишембай районы, Мәләүез районы, Стәрлебаш районы һәм Миәкә районы |
Майҙан | 2216 км² |
Почта индексы | 4531ХХ |
Рәсми сайт | str-raion.ru |
Урындағы телефон коды | 3473 |
Стәрлетамаҡ районы Викимилектә |
Стәрлетамаҡ районы (рус. Стерлитамакский район) – Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. Административ үҙәге – Стәрлетамаҡ ҡалаһы. Районда 20454 кеше йәшәй.
Районда «Газпром трансгаз Өфө» яуаплығы сикләнғән йәмғиәтенең линия-производство идаралығы (ЛПУ) урынлашҡан, ул Төмән өлкәһенән үткәрелгән нефть һәм газ торбаларын хеҙмәтләндерә.
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район территорияһы буйлап Өфө—Ырымбур тимер юлы, Р-240 «Өфө — Ырымбур» федераль автомобиль юлы үтә.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асҡарова Гөлсөм Зәйнулла ҡыҙы (20.01.1942), хеҙмәт ветераны, 1966—1998 йылдарҙа Салауат исемендәге колхозы һауынсыһы. СССР-ҙың Х саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1979—1984). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), II (1981) һәм III (1975) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997), райондың почётлы гражданины (1997). Түбәнге Уҫылы ауылынан, сығышы менән Ауырғазы районы Семёнкин ауылынан.
- Болелый Владимир Антонович (22.01.1924), нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1953—1992 йылдарҙа «Башнефть» производство берекмәһенең Бәләбәй быраулау контораһы директоры һәм Бәләбәй быраулау эштәре идаралығы начальнигы. РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1985), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1974), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1974). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1959), ике «Почёт Билдәһе» (1966, 1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры. Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (1989). Константиноградовка ауылынан[2].
- Ибәтуллин Ғәйнулла Хәлиулла улы (8.08.1943), ауыл хужалығы ветераны, элекке «Йондоҙ» колхозы бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Талас ауылынан[3].
- Каяшев Александр Игнатьевич (20.03.1944—15.05.2014), ғалим-инженер-электрик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1996), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003). Яңы Моҡатай ауылынан[4].
- Крюков Николай Иванович (12.09.1948—2.12.2018), инженер-механик, ғалим, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. Техник фәндәр докторы (2004). 1991—2016 йылдарҙа «ГазСервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 1—4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе (1996), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2001). Дуҫлыҡ (1999) һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) ордендары кавалеры. Любажи ауылынан[5][6].
- Логинов Василий Григорьевич (22.04.1929), нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1972—1991 йылдарҙа Туймазы быраулау эштәре идаралығы начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1976) һәм СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1979). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1981) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары (1974) кавалеры. Николаевка ауылынан[7].
- Смаҡова Асия Вәфир ҡыҙы (27.08.1947) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010) (Латип ауылынан)[8].
- Тимонин Василий Иванович (23.02.1919—18.05.1999), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1963—1981 йылдарҙа район совхоздары директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ленин, II дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Покровка ауылынан[9].
- Явнов Павел Викторович (8.06.1928—3.08.2003), ауыл хужалығы эшмәкәре, 1967—1988 йылдарҙа Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозы (2004 йылдан Явнов исемендәге хужалыҡ) рәйесе. Ленин, Октябрь Революцияһы, Халыҡтар Дуҫлығы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2000). Марьевка ауылынан[10].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ Энциклопедия Стерлитамакского района. Муниципальный район Стерлитамакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт 2017 йыл 28 октябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 ғинуар 2019)
- ↑ Россыпь драгоценных юбилеев. Стерлитамакская районная газета «Сельские нивы», официальный сайт(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 август 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Каяшев Александр Игнатьевич 2016 йыл 22 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 март 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Крюков Николай Иванович 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 сентябрь 2018)
- ↑ В Башкирии скончался бывший депутат Госсобрания-Курултай Николай Крюков. ИА «Башинформ», 3 декабря 2018 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 декабрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Логинов Василий Григорьевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 19 апрель 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Смаҡова Асия Вәфир ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 20 август 2017)
- ↑ Энциклопедия Стерлитамакского района: Тимонин Василий Иванович 2017 йыл 28 октябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2019)
- ↑ Муниципальный район Стерлитамакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почетные граждане. Явнов Павел Викторович 2017 йыл 29 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 май 2018)
- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- ↑ 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 12,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энциклопедия Стерлитамакского района. Муниципальный район Стерлитамакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт 2017 йыл 28 октябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 ғинуар 2019)