Борай районы
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Статус | |||
Урынлашҡан урыны | |||
Берләштерә |
14 ауыл биләмәһе | ||
Административ үҙәк |
Борай ауылы | ||
Барлыҡҡа килеүе | |||
Хакимиәт башлығы |
Нурисламов Борис Шәрәфғәли улы | ||
Муниципаль район Советы рәйесе |
Вяльшин Ремил Закир улы | ||
Халҡы (2010) |
25 982 | ||
Тығыҙлығы |
16 кеше/км² | ||
Майҙаны |
1 820 км² (35 урын) | ||
Ваҡыт бүлкәте | |||
Автомобиль номерҙары коды |
02, 102 | ||
Рәсми сайты | |||
Борай районы (рус. Бураевский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Борай ауылы. Районда 25982 кеше йәшәй.
Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Майҙаны — 1820 км². Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 — 39,2; 1989 — 29,7; 1995 — 29,2. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — км²-ға 16 кеше. Күпселек башҡорттар, удмурттар һәм татарҙар йәшәй. Район үҙәге — Борай ауылы.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район территорияһында Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең һәм Түбәнге Ағиҙел уйһыулығының бер өлөшөн биләй, төньяҡ урман-дала ауыл хужалығы зонаһына инә. Климаты йылы, аҙ ғына ҡорораҡ. Тере Танып йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары йылға селтәрен тәшкил итә. Киң япраҡлы, ылыҫлы урмандар дөйөм майҙаны 17%-тан күберәген биләй, 81 % тирәһе — ауыл хужалығы ерҙәре. Ере көлһыу ҡара, һоро урман һәм туғай тупраҡлы.
Район территорияһы геотектоник йәһәттән Бөрө биләненә һәм Башҡортостан көмбәҙенең сиктәге зонаһына ҡарай. Нефть ятҡылыҡтары асылған (Борай, Касияр, Киҙгән һ.б.), шулай уҡ Әзәк, Борай, Баҙраҡ, Казанцево һәм Мулла балсыҡ, ҡом ятҡылыҡтары кирбес һуғыуға яраҡлы. Запасы — 2 млн м³. Салҡаҡ һәм Вострецово ауылы араһында дөйөм запасы 7,6 млн м³ булған Ҡара Яр һәм Меңле ҡомло-ҡырсынташ ятҡылыҡтары бар.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Етештереүҙең төп тармағы — ауыл хужалығы. Ул иген культуралары (яҙғы бойҙай, ужым арышы, ҡарабойҙай, борсаҡ), картуф үҫтереү, һөт-ит малсылығы һәм сусҡасылыҡ буйынса махсуслашҡан. Сәнәғәте ваҡ нефть промыслалары, сыр-май, ҡатнаш мал аҙығы з-дтары һәм ремонт-техника, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү, төҙөлөш материалдары етештереү предприятиеларынан тора.
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район терретироияһы аша Өфө—Яңауыл автомобиль юлы үтә. Ағиҙел йылғаһындағы Вострецово пристане республика йылға транспорты системаһына инә.
Соцаль-мәҙәни өлкә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Районда 63 дөйөм белем биреү мәктәбе шул иҫәптән 20 урта мәктәп, 34 дөйөм китапхана, 73 клуб учреждениеһы, 3 дауахана бар. Тыуған яҡты өйрәнеү (Борай ауылы) һәм С. С. Вострецовтың мемориаль музейҙары эшләй.
Татар телендә «Алга» район гәзите сыға.
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бикбов Сәрүәй Шәйбәк улы (26.10.1908—5.02.1990), совет партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1956—1972 йылдарҙа Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 2—8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1948), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), өс «Почёт Билдәһе» (1944, 1945, 1967) ордендары кавалеры. Иҫке Бикмәт ауылынан[20].
- Володина Октябрина Федоровна (10.09.1927), Борай ауылының 1-се мәктәбендә 1949—1982 йылдарҙа эшләгән педагогик хеҙмәт ветераны, РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Гәрәев Ибраһим Сәхипгәрәй улы (25.12.1918—3.10.1997), хужалыҡ эшмәкәре, 1957—1980 йылдарҙа В. И. Ленин исемендәге колхоз рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1973). Ленин (1971), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) ордендары кавалеры. Бәләкәй Баҙраҡ ауылынан[21].
- Ғәзизов Хәтиб Шәрифйән улы (1.05.1949), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2003). Берләҫ ауылынан[22].
- Закиров Әхмәт Закир улы (19.03.1911—29.03.1988), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия лейтенанты (1944), Советтар Союзы Геройы (1944). Кәшкәләү ауылынан.
- Сәмиғуллин Рәдис Ниғәмәтйән улы (16.04.1939), ғалим-ветеринар врач. Ветеринария фәндәре докторы (1991), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008), РСФСР ауыл хужалығының социалистик ярыш отличнигы (1976, 1978). Оло Баҙраҡ ауылынан[23].
- Тимерғәлиева Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы (24.05.1949—14.09.2020), йырсы. 1976–1998 йылдарҙа Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһының солист-вокалисы. Татар АССР‑ының (1991) һәм Башҡортостан Республикаһының (2020)[24] халыҡ артисы. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға республика йәш йырсылар конкурсы (Өфө, 1971), «Татар йыры» халыҡ‑ара эстрада фестивале (Ҡазан, 2013) лауреаты. Ҡотлояр ауылынан[25].
- Хәбисламов Вәсил Карам улы (15.08.1937), үҙешмәкәр композитор, 1972—1997 йылдарҙа Борай музыка мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). (Абдулла ауылы) [26].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Бикбов Сәрүәй Шәйбәк улы 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 20 октябрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Гәрәев Ибраһим Сәхипгәрәй улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғәзизов Хәтиб Шәрифйән улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 апрель 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Сәмиғуллин Рәдис Ниғәмәтйән улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 12 апрель 2019)
- ↑ Звание народной артистки Башкортостана вручили родным покойной Хамдуны Тимергалиевой. ИА «Башинформ», 15 сентября 2020 года (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2020)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Тимерғәлиева Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 20 май 2019)
- ↑ Набиуллин Р. Б. История деревни Абдуллино. Сборник архивных документов, воспоминаний. — Салават: Издательство «Фобос», 2012. — 352 с. — ISBN 978-5-903334-42-1. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 август 2017)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. Өфө, 2007.
- История сёл и деревень
- Официальный сайт Администрации Бураевского района