Бөйҙө
Ауыл | |
Бөйҙө | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
34791)36 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Бөйҙө (рус. Буйда) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Ахун ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 764 кеше[1]. Почта индексы — 453703, ОКАТО коды — 80253816001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район үҙәгенән көньяҡ-көнсығышҡа 14 км һәм Учалы тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 21 км алыҫлыҡта Бөйҙө йылғаһы (Уй йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға Верхнеурал өйәҙе Ҡара-Табын улусы халҡы нигеҙ һала, 1795 йылдан билдәле. Типтәрҙәр шулай уҡ Бөйҙө приискыһында ла йәшәгән. 1920 йылда унда 6 йорт-хужалыҡта 42 кеше иҫәпләнгән. Типтәрҙәр игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. XVIII быуат аҙағында улуста барлығы 4 тирмән булған. Әммә барлыҡ типтәрҙәр ҙә иген үҫтермәгән. Уларҙың игенселеге үҫешмәгән була, уға типтәрҙәр составына ҡушылған ярым күсмә башҡорттар йоғонто яһай. Типтәр-Учалы улусында типтәрҙәрҙең ике командаһы менән ике старшина идара итә.[3].
1920 йылда Бөйҙө — Иверск алтын табыу приискыһы.
1939 йылда Бөйҙө приискы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән.
1943 йылда алып Бәләкәй Учалы ҡасаба советы составындағы Бөйҙө ҡасабаһы.
1963—2000 йылдарҙа Учалы ҡасабаһы составындағы ауыл.
2000 йылдың ноябренә тиклем Учалы ҡалаһы составына инә; «Бөйҙө ауыл советын Учалы ҡалаһынан Башҡортостан Республикаһының Учалы районына тапшырыу тураһында» 95-се БР Законына ярашлы, Учалы районына күсерелә.
Рәсемдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 42 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1077 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 670 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 710 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 728 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 764 | 366 | 398 | 47,9 | 52,1 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (87 %)[4].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ахун урамы (рус. Ахуновская улица)
- Көнсығыш урамы (рус. Восточная улица)
- Жураковка урамы (рус. улица Жураковка)
- Комбинат урамы (рус. Комбинатская улица)
- Комбинат тыҡрығы (рус. Комбинатский переулок)
- Михаил Беляев урамы (рус. улица Михаила Беляева)
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
- Таулы урамы (рус. Нагорная улица)
- Йәйғор урамы (рус. Радужная улица)
- Йылға урамы (рус. Речная улица)
- Старателдәр урамы (рус. Старательская улица)
- Теплица урамы (рус. Тепличная улица)
- Тимофеевка урамы (рус. улица Тимофеевка)
- Химзавод урамы (рус. Химзаводская улица)
- Шоссе урамы (рус. Шоссейная улица)
- Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[5]
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҡтисады нигеҙе — Бөйҙө приискыһы, алтын, гранит табыу.
Урта дөйөм белем биреү мәктәбе, мәҙәниәт йорто, ауыл китапханаһы, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункт эшләй[6].
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда автотранспорт бар. «Бөйҙө-1», «Бөйҙө-2» йәмәғәт транспорты туҡталыштары.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 29. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Госсправка сайтында урамдар исеме
- ↑ История села Буйда Буйдинского сельсовета муниципального района Учалинский район Республики Башкортостана Административный центр — село Буйда | «ЦЕНТРАЛЬНАЯ РАЙОННАЯ БИБЛИОТЕКА»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөйҙө // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 июнь 2022)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 2022 йыл 12 апрель архивланған.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 29. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]