Эстәлеккә күсергә

Кинйәбулат (Ишембай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Кинзебулатово битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Кинзебулатово
башҡ. Кинйәбулат
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан Республикаһы

Муниципаль район

Ишембай

Ауыл биләмәһе

«Байғужа ауыл Советы»

Координаталар

53°24′15″ с. ш. 56°11′56″ в. д.HGЯO

Халҡы

1058[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34794

Почта индексы

453223

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 231 815 001

Код ОКТМО

80 631 415 101

Номер в ГКГН

0667421

Кинзебулатово (Рәсәй)
Кинзебулатово
Кинзебулатово
Кинйәбулат (Ишембай районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Кинзебулатово
Кинйәбулат (Ишембай районы) (Ишембай районы)
Кинзебулатово

Кинйәбулат (рус. Кинзебулатово) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1058 кеше[2]. Почта индексы — 453223, ОКАТО коды — 80231815001.

Кинйәбулат ауылы Тәйрүк йылғаһы буйында, Ишембайҙан 10 км көньяҡ-көнсығышта, Салауаттан 18 км көнсығышта һәм Өфөнән 150 км көньяҡта урынлашҡан. Ике өлөштән: башҡорт ауылынан һәм нефтселәрҙең элекке ҡасабаһынан тора. Ауылдың төньяҡ өлөшөндә бәләкәй Зыяратйылға ағып үтә. Ауыл аша урындағы Ишембай — Кинйәбулат — Яңы Әптек автомобиль юлы үтә.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Кинйәбулат Аҙнағолов исеме менән аталған. Кинйәбулат XIX быуатҡа 143 кешеһе булған 12 йортло ауыл булып ингән. IX ревизия 29 йортта 347 кеше күрһәткән. Беренсе күскенсе Кинйәбулат Аҙнағолов 1745—1813 йылдарҙа йәшәй. Уның улдары: Ишбулды, Ишмөхәмәт, Ҡаһарман, Килмөхәмәт. Ошо уҡ ауылда ауылға нигеҙ һалыусының ағаһы Ташбулат Аҙнағолов (1755—1811) йәшәгән. Балалары: Ҡотлобулат, Комисар, Хисаметдин. Оҙон ғүмерле — Яуҡай Бурасов (1730—1813).

Ауыл кешеләре малсылыҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сана яһау менән шөғөлләнгән. 1839 йылда 40 йортҡа (234 кеше) 337 ат, 267 һыйыр, 95 һарыҡ, 57 кәзә иҫәпләнә. 11 умарта, 3 солоҡ тотҡандар. Һәр кешегә 7 боттан ашыу иген сәселгән. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән[3].

1943 йылда ауыл эргәһендә Кинйәбулат нефть ятҡылығы асыла. Нефтселәрҙең 1952 йылдан да һуңға ҡалмай ауыл составына ингән Кинйәбулат тораҡ пункты барлыҡҡа килә.

2005 йылдан Байғужа ауыл Советының административ үҙәге булып тора. 2005 йылдың 20 июлендәге 211-з һанлы «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона тораҡ пункттарҙы ойоштороу, берләштереү, бөтөрөү һәм статусын үҙгәртеү, административ үҙәктәрҙе күсереү менән бәйле төҙәтмәләр индереү тураһында» Законында былай тип әйтелә:

10. Түбәндәге ауыл Советтарының административ үҙәктәрен күсерергә: 8) Ишембай районының Байғужа ауыл Советының Байғужа ауылынан Кинйәбулат ауылына;

2019 йылдың 3 майынан 4 майына ҡарата төндә билдәһеҙ кешеләр мәсетте яндыра[4].

Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (3 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы)[5], китапхана, мәсет бар[6].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 854
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 927
1959 йыл 15 ғинуар 756
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 793
2002 йыл 9 октябрь 950
2010 йыл 14 октябрь 1058 517 541 48,9 51,1
Кинйәбулат ауылындағы мәсет

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Кинйәбулат нефть ятҡылығы- 1943 йылдың сентябрендә асылған ҙур нефть ятҡылығы.

Ауылдың ер-һыу атамалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урам исеме[7]:

  • Ялан урамы (рус. улица Полевая (улица)
  • Яңы ауыл урамы (рус. улица Новоселов (улица)
  • Дала урамы (рус. улица Степная)
  • Йәшел урамы (рус. улица Зеленая)
  • Герой урамы (рус. улица Героя)
  • Иҫке Тәйрүк урамы (рус. улица Старый Тайрук)
  • 1-се Май урамы (рус. улица 1 Мая)
  • Бухарин урамы (рус. улица Бухарина)
  • Совет урамы (рус. улица Советская)
  • Еңеү урамы (рус. улица Победы)
  • Төньяҡ урамы (рус. улица Северная)
  • Вишневский урамы (рус. улица Вишневского)
  • Күл урамы (рус. улица Озерная)
  • Сергей Лазо урамы (рус. улица Сергея Лазо)
  • Яр буйы урамы (рус. улица Береговая)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Венер Килмөхөмөтов урамы (рус. улица Венера Кильмухаметова)
  • Сәит Макарский урамы (рус. улица Саита Макарского)
  • Мәжит Ғафури урамы (рус. улица Мажита Гафури)
  • Торба урамы (рус. улица Трубная)
  • Тау урамы (рус. улица Горная)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Нефть урамы (рус. улица Нефтяная)

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]