Оҙонгүл (ауыл)
Ауыл | |
Оҙонгүл Оҙонгүл | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Оҙонгүл (рус. Узунгулово) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Миндәк ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 198 кеше[1]. Почта индексы — 453746, ОКАТО коды — 80253848005.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 80 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Оҙонгүл): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Урал-Тау): 24 км[2]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1857 йылда Верхнеурал өйәҙе Күбәләк улусы Ҡаҙаҡҡол ауылының 120 кешенән торған 23 хужалығы үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә, Оҙонкүл күле янында, яңы ауылға нигеҙ һала. Был ауылдың атамаһы Оҙонгүл (Башҡорт энциклопедияһында Оҙонкүл тип алынған) гидронимдан, күл исеменән, алынған. Әйүп Ҡаҙаҡҡолов тәүге төпләнеүсе була. 1859 йылда ауылда 138 кеше йәшәгән 26 йорт иҫәпләнгән. Совет халыҡ иҫәбен алыу 51 йортта 234 кешене асыҡлай. Йәйләү урындары Ҡарама һәм Шайтар йылғалары буйлап ауылдан 2-3 саҡрым алыҫлыҡта урынлаша. Дөйөм характеристика Күбәләк улусы ауылдарының XVIII быуаттың 30-сы йылдарҙа барлыҡҡа килеүен күрһәтә. 1920 йылда ауылдан ике-өс саҡрым алыҫлыҡта Әхмәтхан Ғәзизов менән Михаил Липунковтың тирмән-болғауыстары була. Халҡы ярым күсмә тормош алып бара, кәсепселек һәм игенселек менән шөғөлләнә[3]. 1866 йылда 26 йортта 134 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 1900 йылда 2 һыу тирмәне теркәлгән[4].
Оҙонгүл халҡы урман сәнәғәт хужалығында (леспромхоз) хеҙмәт итә. Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар[5].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 169 | ||||
1920 йыл 26 август | 234 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 272 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 351 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 160 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 230 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 198 | 92 | 106 | 46,5 | 53,5 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, Оҙонгүл ауылында башҡорттар йәшәй (100 %)[6].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ревизия материалдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1834 йылда[7] Оҙонгүл ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәтйәнов Яңыбай Шаһыбал улы (20.02.1936—25.09.2010), сиҙәмсе, 1957—1966 йылдарҙа Учалы районы «Байрамғол» совхозы механизаторы, артабан 1996 йылға тиклем — бригадир (1988 йылдан — «Озёрный» совхозы). Башҡорт АССР-ының һигеҙенсе саҡырылыш (1971—1975) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы (1970).
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихи ҡомартҡылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙонкүл буйындағы «Морат» археология ҡомартҡыһына 10000 йәш. Йорттар ергә күмелгән ҙур таш плиталарҙан төҙөлгән. Был Рәсәй территорияһындағы иң боронғо ҡаласыҡ. Ошонда уҡ йәшмәнән яҡынса 20000 әйбер — эш ҡоралдары, ярымфабрикаттар, етештереү ҡалдыҡтары табылған.[9]. Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 0310038000
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Оҙонкүл күле
Видеояҙмаларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ыҫмаил менән Дауыт. 1965 йылда Учалы районы Оҙонгүл ауылы башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Рамазанов Ишмөхәмәт Илһам улынан М.Сәғитов яҙып алған. — Ғилми архив, ф. 3, оп. 47, д. 3, л. 16— 19; БХИ, РЛ, № 184; БПЛ, № 125; БНТ, ПЛ, № 209[10].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 22. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Оҙонгүл (ауыл) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Оҙонгүл (ауыл) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ Госсправка сайтында урамдар исеме
- ↑ История Учалинского района
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады. ΙΙ том.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Оҙонгүл (ауыл) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 22. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- 1834 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)