Башҡортостандың үҫемлектәр донъяһы
Башҡортостан флораһы — Башҡортостан Республикаһы территорияһында даими йә ваҡытлыса үҫкән ҡырағай үҫемлектәрҙең бөтөн төрҙәре йыйылмаһы.
Республика ландшафттарының һәм тәбиғи зоналарының географик урынлашыуы һәм климаты уның үҫемлек донъяһының байлығын һәм төрлөлөгөн билдәләй.
Дөйөм характеристикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан тәбиғи үҙенсәлектәре — рельефы, климаты, тупрағы — буйынса 4 тәбиғәт зонаһына бүленә. Һәр зона флора үҙенсәлектәренә эйә.
- Урман зонаһы Урал алды тигеҙлегенең төньяҡ өлөшөн биләй. Көньяҡҡа табан ылыҫлы-киң япраҡлы урмандар киң япраҡлы урмандар менән (имән, йүкә, саған һ.б.) алмашына.
Ылыҫлы урмандар зонаһында ҡыҙыл көртмәле (Vaccinium vitis-idaea), ҡара көртмәле (лат. Vaccínium myrtíllus), күк еләк (лат. Vaccínium uliginósum), линне́й (Linnea borealis) таралған, шулай уҡ Шребер боровой мүге — плеурозий (Pleurozium schreberi), ялтырауыҡ гилокомий (Hylocomium splendens), ритидиадельф (Rhytidiadelphus), ағасҡа оҡшаған климаций (Climacium dendroides) һ.б. үҫә.
- Урман-дала зонаһы — Урал алды өлөшө. Үҫемлектәр донъяһы киң япраҡлы урмандарҙың, туғайҙарҙың һәм далаларҙың ҙур булмаған участкаларынан тора.
Башҡортостан Республикаһы территорияһының Урал алды төньяҡ өлөшө киң япраҡлы урмандар зонаһында түбәндәге үҫемлек төрҙәре таралған: имән (Quercus), йүкә (Tilia), саған (Acer) һәм үләндәр — еҫле балтырған (Aegopodium podagraria), ҡолонтояҡ (тайтояҡ) (Asarum europaeum), ҡырлыгөл, себен ҡыуаҡлылар төркөмөнән (купена многоцветковая) (Polygonatum multiflorum), май ынйыһы (Convallaria majalis), лютиклылар төркөмөнә ҡараған ағыулы бәғәнәш, салауат тамыры үләне (воронец колосистый) (Actaea spicata), ғәжәйеп миләүшә (Viola mirabilis), хуш еҫле бөрмәкәй (подмаренник душистый) (Galium odoratum) һ.б.
Далаларҙа һәм туғай-болондарҙа бейек шыйыҡ ҡыуаҡлы һәм тамырлы ҡыяҡлылар осрай: һолоүлән (Festuca pratensis), айрауыҡ (Dactylis glomerata), болон тимофеевкаһы (Phleum pratense), бажатлылар төркөмө (лисохвост луговой) (Alopecurus pratensis), ҡылсыҡһыҙ күстерә (Bromopsis inermis), гигант ҡондораҡ (полевица) (Agrostis gigantea). Болон үҫемлектәр япмаһында тығыҙ ҡыуаҡлы тәпәш һәм ҡыҫҡа тамырлы ҡыяҡлылар осрай: ҡыҙыл һолоүлән (Festuca rubra), болон бажаты (Poa pratensis), тар япраҡлы бажат (P. angustifolia).
- Дала зонаһы — Урал артының һәм Урал алдының көньяҡ өлөшө. Далалар тау бит-ҡабырғаларында һәм арҡа-ҡырлаларында йәйрәп ята. Көньяҡ өлөшөндә тоҙло һәм тоҙлоҡайыраҡ тупраҡтарҙа галофиль берләшмәләр (тоҙло тупраҡта ла үҫкән) таралған. Зонала ареалдары өҙөлгән төрҙәр ҙә осрай — оҙон япраҡлы һеркәбаш-үлән (Cephalanthera longifolia), күксин, сатырлылар төркөмөнән (өс саталы күксин (лазурник трехлопастной) (Laser trilobum), Роберт яраны, ҡыҫыр сәскә (Geranium robertianum), юл япраҡлылар төркөмөнән, уймаҡ сәскә (наперстянка крупноцветковая) (Digitalis grandiflora) һ.б.
Далала ҡылған (Stipa), бүтәгә (типчак) (Festuca pseudovina), ҡуҙаҡлылар — тау туҡранбашы (клевер) (Trifolium montanum), борсаҡ һымаҡ үҫемлек-румын люцернаһы (люцерна румынская) (Medicago romanica), ҡуян борсағы, себер йылҡы борсағы (эспарцеты) (Onobrychis sibirica), төрлө үләндәр (ҡыяҡлылар, ҡуҙаҡлылар, күрәндәрҙән башҡа) — ябай аҡ селек (таволга обыкновенная) (Filipendula vulgaris) таралған. Башҡортостандағы флораһының дала төрҙәре ваҡ ташлы тупраҡҡа бәйләнгән, был петрофит төрҙәр: сәскәле ябай оносма (простейшая) (Onosma simplicissima), ҡарға бутҡаһы, тау һарынаһы (горноколосник колючий) (Orostachys spinosa), кейәү үләне (чабрец, губерлин тимьяны) (Thymus guberlinensis) һ.б.
- Тау-урманлы зона — вертикаль пояслылыҡ тәьҫирендә формалашҡан төрлө төр үҫемлектәр зонаһы. Урманы киң япраҡлы, көнсығышта — ҡарағай-ҡайын урманы. Тауҙарҙа ылыҫлы-киң япраҡлы урмандар, артабан тайга, унан да үрҙәрәк — бейек үләнлек ҡаплаған яланғаслыҡ аҫты (подгольцовый) поясы, унан да юғарыраҡ — тундра төрҙәре берләшмәләренән торған яланғаслыҡ (гольцовый) поясы. Башҡортостан Республикаһы тау-урман зонаһында дизъюнктив ареалдар вариантлы үҫемлек төрҙәре осрай: аркт- яланғас (аркто-гольцовые) — ҡыуаҡ (һигеҙ тажлы дриада) (Dryas octopetala), Ирәмәл ҡымыҙлығы (горец живородящий) (Polygonum viviparum), альп арктоусы (Arctous alpina), көҙгө ллойдия (Lloydia serotina). Шулай уҡ үҙәк (төп) ареалдар төрҙәре таралған — тамырсалы йыуа (Allium hymenorhizum), себер умырзаяһы (Adonis sibirica), бойҙан (пажитник плоскоплодный) (Melilotoides platycarpos), себер патринияһы (Patrinia sibirica) һ.б.
Башҡортостан Республикаһының диңгеҙ кимәленән бейеклеге 1000 метрҙан артығыраҡ булған тау соңҡаларында (түбәләрендә) (Ирәмәл, Ямантау, Оло Шелом, Оло Шатаҡ һ.б.) үҫемлектәрҙең арктик төрҙәре таралған: һигеҙ тажлы дриада (Dryas octopetala), йөнтәҫ тал (Salix lanata), Эдер кәкүк тубылғыһы (мытник) (Pedicularis oederi), альп арктоусы (Arctous alpina).
Башҡортостан Республикаһының Ағиҙел, Өфө (Ҡариҙел), Дим (Күгиҙел) йылғалары буйындағы һыубаҫар туғайҙар үҫемлектәр донъяһына (флораға) төрлөлөк бирә. Бында тирәктән һәм талдан торған һыубаҫар туғай урмандары таралған. Күп һанлы күлдәрҙә һәм йылғаларҙа гидрофиттар (һыу үҫемлектәре) һәм гигрофиттар (яр буйы-һыу үҫемлектәре) берекмәләре, Башҡортостан Республикаһында яр буйы-һыу үҫемлектәре таралған (Phragmito-Magnocaricetea класы) — һыу юл япрағы (частуха подорожниковая) (Alisma plantago-aquatica), сәскәле ҡамыш (сусак зонтичный) (Butomus umbellatus), осло күрән (осока острая) (Carex acuta), ҡыр бөтнөгө (Mentha arvensis), ҡамыш (Phragmites australis); макрофит-гидрофит берекмәләре төрҙәре (Potametea класы): һыу үҫемлеге канада элодеяһы (Elodea canadensis), башаҡлы һыу үләне (уруть колосистая) (Myriophyllum spicatum), аҡ томбойоҡ (Nymphaea alba), күп йыллыҡ һыу үләне — тараҡлы рдест (гребенчатый) (Potamogeton pectinatus) һ.б.; һәм Lemnetea класы: күп йыллыҡ һыу үләндәре — кескәй тәлмәрйен тәңкәһе (ряска малая) (Lemna minor), өслө тәлмәрйен тәңкәһе (ряска тройчатая) (Lemna trisulca).
Башҡортостан Республикаһында кеше эшмәкәрлеге йоғонтоһонда флораның күп төрҙәре үҙенең ареалын тарайта, шул уҡ ваҡытта үҫемлектәрҙең синантроп төрҙәре ареалын киңәйтә. Шулай, Башҡортостан Республикаһында үҫемлектәрҙең төньяҡ-америка төрҙәре киң таралған — аҡ бесәй тарыһы (щирица) (Amaranthus retroflexus), коломия линейная (Collomia linearis), ҡый үләне, хуш еҫле аш (амброзия) (Ambrosia artemisiifolia), тупраҡты ярлыландырыусы ҡый үләне (циклахена) (Cyclachaena xanthiifolia) һ.б.
Эндемиктар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһында эндемиктар (был территорияла үҫкән үҙенсәлекле төрҙәр) көпшәле үҫемлектәрҙең дөйөм һанының яҡынса 5,5 тәшкил итә. Уларҙың күпселеге — элегерәк киңерәк таралған төрҙәр, ә хәҙер аҙ һанда ҡалған һәм айырым эдафик шарттары булған урындарҙа (үҫемлектәрҙең үҫеүенә һәм таралыуына тупраҡтың тәьҫир итеүе) үҫә.
- Бейек тауҙарҙа үҫкән эндемиктар: Башҡортостан Республикаһында Игошина һолоүләне (Festuca igoschiniae), аҡ умырзая, яҙғы ебәләй (ветреница пермская) (Anemonastrum biarmiense), Ирәмәл родиолаһы (Rhodiola iremelica), Урал дауылуты, ҡамғағы (качим) (Gypsophila uralensis), Крылов зыягөлө (ясколка) (Cerastium krylovii), Урал лаготисы (Lagotis uralensis), Урал горькушаһы (Saussurea uralensis), Ирәмәл сатыр тырнағуты, бесәй кәбеҫтәһе (ястребинка) (Hieracium iremelense), эт табан (манжетка) (Alchemilla) һ.б. осрай.
- Башҡортостан Республикаһының тау-дала һәм ҡая эндемиктары: кәкре ҡылсыҡлы аҡтамыр (пырей отогнутоостый) (Elytrigia reflexiaristata), шырт еҙүлән (тонконог жестколистый) (Koelerias clerophila), Гельма минуарцияһы (Minuartia helmii), Крашенинников минуарцияһы (M. krascheninnikovii), энә япраҡлы ҡәнәфер (гвоздика иглолистная) (Dianthus acicularis), Урал ҡәнәфере (Dianthus uralensis), Урал етене (Linum uralense), Эверсманн ҡаҙ үләне (лапчатка) (Potentilla eversmanniana), Карелин дөйә һеңере (астрагал) (Astragalus karelinianus), Гмелин кәмәяпрағы (Oxytropis gmelinii), яҡынайған кәмәяпраҡ үләне (остролодочник сближенный) (Oxytropis approximata), Разумовский аласуғы (копеечник) (Hedysarum razoumovianum), көмөш япраҡлы аласуҡ (копеечник серебристолистный) (Hedysarum argyrophyllum), Урал гөлбаҙраны (пижма) (Tanacetum uralense) һ.б.
- Башҡортостан Республикаһы урманы эндемиктары: Литвинов сырмалсығы (чина) (Lathyrus litvinovii), татар сәсмәүбашы (короставник) (Knautatarica), Урал цицербита үләне (Cicerbita uralensis).
Реликттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһы реликттары үҙ эсенә хәҙерге көндә юҡҡа сығып барған боронғо үҫемлек төрҙәрен алған.
Уларға Башҡортостан Республикаһында осраған боҙлоҡҡа тиклемге осорҙа йәшәгән (плиоцен) реликттар: өс саталы күксин (лазурник трехлопастный) (Laser trilobum), оҙон япраҡлы һеркәбаш үләне (пыльцеголовник) (Cephalanthera longifolia), Скополь сиражы (норичник) (Scrophularia scopolii), оҙон шлемник (Scutellaria altissima), кесерткән япраҡлы вероника (Veronica urticifolia) һәм боҙлоҡ периодынан һуң йәшәп килгән хуш еҫле бөрмәкәй (подмаренник душистый) (Galium odoratum) ҡарай.
Арктиканан Башҡортостан Республикаһына плейстоцен реликттар үтеп ингән: көҙгө ллойдия (поздняя) (Lloydia serotina), альп арктоусы (Arctous alpina), Ирәмәл ҡымыҙлығы (Polygonum viviparum), күк тал (Salix glauca), һигеҙ тажлы дриада (Dryas octopetala), Эдер кәкүк тубылғыһы (мытник) (Pedicularis oederi). Азиянан (Алтай, Саян): сверция тупая (Swertia obtusa), тығыҙ кәкүк тубылғыһы (мытник плотный) (Pedicularis compacta), күк төлкөғойроҡ (лисохвост сизый) (Alopecurus glaucus), Курил сәйе (Pentaphylloides fruticosa). Был реликттар Башҡортостан Республикаһы тау түбәләрендә осрай һәм үҙҙәренең төп ареалдарынан меңәр саҡрымдар айырған.
Плейстоценда һәм голоцен башында Башҡортостан Республикаһы флораһы үҫемлектәрҙең Азия ҡая һәм тау-дала төрҙәре менән байытылған: ҡарға бутҡаһы, тау һарынаһы (горноколосник колючий) (Orostachys spinosa), гибрид ҡуян кәбеҫтәһе (очиток) (Sedum hybridum), себер патринияһы (Patrinia sibirica), ебәк ҡаҙ үләне (лапчатка шелковая) (Potentilla sericea), ә шулай уҡ яҡты (ҡарағас, ҡарағай, ҡайын) урмандарының себер төрҙәре менән: ҡарға ҡуҙағы (чина Гмелина) (Lathyrus gmelinii), һеркәле горькуша (Saussurea controversa), кәкүк емеше, кәзә һаҡалы, сәүкә башы (примула картузовидная) (Primula cortusoides), оҫҡон йыуаһы (лук косой) (Allium obliquum), өслө йөрәгүлән (сердечник тройчатый) (Cardamine trifida).
Дарыу үләндәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһында дарыу үләндәре киң таралған:
- ағас һәм ҡыуаҡ дарыу үләндәре: суғырмаҡлы ҡайын (бородавчатая) (Betula verrucosa), ҡан-ҡыҙыл дунала (боярышник) (Crataegus sanguinea), һаплы япраҡлы имән (черешчатый) (Quercus robur), өсҡат (жостер слабительный) (Rhamnus cathartica), ябай балан (Viburnum opulus), йөрәк япраҡлы йүкә (Tilia cordata), ябай ҡурай еләге (Rubus idaeus), ҡара ҡарағат (Ribes nigrum) һ.б.
- дарыу үләндәре һәм бәләкәй ҡыуаҡлыҡтар: ҡыҙыл көртмәле (Vaccinium vitis-idaea), һары туманаҡ (володушка золотистая) (Bupleurum aureum), айыу ҡурайы, һаҫыҡ көпшә (дягиль) (Angelica archangelica), ҡайын еләге (Fragaria vesca), май ынйы сәскәһе (Convallaria majalis), уймаҡ сәскә (Digitalis grandiflora) һ.б.
Фән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһы үҫемлектәр донъяһы XVIII быуаттан өйрәнелгән. 1735 йылдан алып 1737 йылға саҡлы Башҡортостанда «Ырымбур экспедицияһы» эшләгән. Уның составында Көньяҡ Урал һәм Урал әйләнә-тирәһе үҫемлектәренең гербарийын йыйыусы ботаник И. Г. Гейнцельман да эшләгән. Географ В. Н. Татищев та Башҡортостан флораһы менән ҡыҙыҡһыныуын күрһәткән. Шул осорҙа Башҡортостанға ботаниктар Иоганн Георг Гмелин һәм Петер Симон Паллас та килгән булған. Гмелин 1742 йылда Көньяҡ Уралдың үҫемлектәр донъяһын өйрәнгән. Йыйылған материалдарын ул үҙенең «Себер флораһы» хеҙмәтен яҙғанда файҙаланған. Паллас Бөгөлсән һәм Стәрлетамаҡ араһындағы аралыҡта Ағиҙел йылғаһы үҙәне үҫемлектәрен өйрәнгән, Уралдың күп кенә таулы райондарында (Янғантауҙы индереп) булған. Ул беренсе булып Урал алды үҫемлек донъяһын тасуирлап яҙып сыҡҡан.
1986 йылда Башҡортостан үҫемлектәр донъяһын академик С. И. Коржинский тикшергән. Уның материалдары «Европа Рәсәйе көнсығышының флораһы» хеҙмәтенә ингән.
Башҡортостан Республикаһы флораһын ғалимдар П. Л. Горчаковский, Е. В. Кучеров, А. Ә. Мулдашев һәм башҡалар өйрәнде. Башҡортостан Республикаһында мүктәр флораһын өйрәнеү менән Э. З. Байышева шөғөлләнде.
ХХ быуаттың 70 — 80-се йылдарында Башҡортостанда үҫемлектәрҙе төркөмләү менән шөғөлләнгән фитоценологтар мәктәбе формалашҡан. Башҡортостан Республикаһында фитоценологик тикшеренеүҙәр Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө ғилми үҙәгенең Биология институты геоботаника һәм үҫемлек ресурстары лабораторияһында, Башҡорт дәүләт университетының ботаника кафедраһында, Башҡорт дәүләт педагогия университетында һәм Башҡорт дәүләт аграр университетында үткәрелә.
Башҡортостан Республикаһы флораһы буйынса белгестәрҙе Башҡорт дәүләт университетының биология факультетында әҙерләйҙәр[1]. Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө ғилми үҙәге Биология институты[2] Башҡортостан Республикаһы флораһын тикшереүҙе һәм иҫәпкә алыуҙы ойоштора.
Башҡортостан ылымыҡтарын өйрәнеү XIX быуат аҙағынан үҙғарыла (Юлиан Карлович Шель «Өфө губернаһының ботаник географияһы өсөн материалдар»). Башҡортостан Республикаһында 500 төрҙән ашыу альгоценоз республиканың дала, урман-дала һәм күп төрлө йылғаларының һыубаҫар туғайҙарында таралған.
Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһында ылымыҡтарҙы өйрәнеү Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары тарафынан тупраҡ структураһын яҡшыртыу, экологик мониторинг, Башҡортостан Республикаһы курорттарындағы дауалаусы бысраҡтарҙың структураһын, нефть йәйелмәләрен тарҡатыуҙа ылымыҡтарҙың әһәмиәтен тикшереү маҡсатында ойошторола. Системалы рәүештә Асылыкүлдең, Ҡандракүлдең, Павловка һыуһаҡлағысының, Ағиҙел һәм Дим йылғаларының һ.б. фитопланктонын өйрәнеү уҙғарыла.
Үҫемлектәрҙе һаҡлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһының флораһы һәм фаунаһының һирәк осрай торған һәм юғала барған төрҙәрен һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында милли парктар һәм ҡурсаулыҡтар булдырылған: Көньяҡ-Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы[3], «Башҡортостан» Милли паркы[4], «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы[5].
Ҡурсаулыҡтарҙа үҫемлектәрҙе өйрәнеү, иҫәпләү, систематалаштырыу һәм ҡурсалау үткәрелә.
Башҡортостан Республикаһы территорияһында һирәк осрай торған һәм юғалып бөтөп барған үҫемлек төрҙәре Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атлас туристических ресурсов Республики Башкортостан. Уфа, 2007. 276 с.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. 2005. — 624 с.; ISBN 5-88185-053-X. т. 2. В-Ж. 2006. −624 с. ISBN 5-88185-062-9.; т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; т. 4. Л-О. 2008. −672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; т. 6. Советы нар. хозяйства. -У. 2010. −544 с. ISBN 978-5-88185-071-5; т. 7. Ф-Я. 2011. −624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, Уфа.
- Наумова Л. Г., Миркин Б. М., Мулдашев А. А., Мартыненко В. Б., Ямалов С. М. Флора и растительность Башкортостана: учеб. пособие — Уфа: Изд-во БГПУ, 2011—174 с.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ О биологическом факультете | Башкирский государственный университет 2019 йыл 16 ноябрь архивланған.
- ↑ Институт Биологии УНЦ РАН 2013 йыл 13 ноябрь архивланған.
- ↑ Южно-Уральский государственный природный заповедник, официальный сайт
- ↑ Национальный парк «Башкирия» — Национальный парк «Башкирия»
- ↑ Заповедник Шульган-Таш
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мулдашев А. А. Флора // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Растительный мир Башкортостана // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Растения и грибы Башкортостана по алфавиту 2016 йыл 1 декабрь архивланған.
- http://dou17.neftekamsk.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=27&Itemid=27 2014 йыл 23 декабрь архивланған.
- http://bashbee.info/publ/3-1-0-5 2014 йыл 23 декабрь архивланған.
Категория: Башҡортостан географияһы
Категория: Азия флораһы