Эстәлеккә күсергә

Мьянма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бирма битенән йүнәлтелде)
Мьянма Союзы Республикаһы
Пьидаунзу Мьянма Найнгандо
Мьянма гербы
Флаг
Гимн: «Gba Majay Bma»
Үҙаллылыҡ датаһы 4 ғинүар 1948Бөйөк Британиянан)
Рәсми тел бирман
Баш ҡала Нейпьидо
Эре ҡалалар Янгон, Мандалай, Моламьяйн
Идара итеү төрө Республика
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
39
678 500 км²
3,06
Халыҡ
• Һаны (2009)
• Халыҡ тығыҙлығы

50 020 000[1] чел. (24)
73,9 чел./км²
КПҮИ  0.586 (138 урын)
Валюта мьянманский кьят
Интернет-домены .mmРанее .bu.
Код ISO MM
МОК коды MYA
Телефон коды +95
Сәғәт бүлкәте +6:30

Мья́нма Союзы республикаһы[3] (бирм. ပြည်ထောင်စု သမ္မတ မြန်မာနိုင်ငံတော် «Пьидаунзу Мьянма Найнгандо»), ҡыҫҡаса — Мья́нма (бирм. မြန်မာ), шулай уҡ Би́рма исеме менән билдәле — Көньяҡ — Көнсығыш Азияла Һиндҡытай ярымутрауының көнбайышында урынлашҡан дәүләт.

«Мьянма» (бирм. မြန်မာ) һүҙе «етеҙ», «көслө» тигәнде аңлата һәм зөбәржәтте белдергән «Мья» һүҙенә оҡшаш. Күпселекте тәшкил иткән бирмандар «Бама́» (бирм. ဗမာ) атамаһын ҡуллана. 1989 йылға тиклем илдең рәсми исеме Бирма́ Союзы, ҡыҫҡаса — Би́рма була[4]. «Бирма» һүҙе бары тик илдән ситтә генә ҡулланыла. 2010 йылдың октябрендә Мьянма «Мьянма союзы» атамаһын «Мьянма Союзы республикаһы» тип алыштыра, шулай уҡ илдең гербы һәм флагы үҙгәртелә[5].

Мьянманың баш ҡалаһы — Нейпьидо. Ул Пьинмана ҡалаһы эргәһендәге ҙур булмаған ауыл урынында барлыҡҡа килә.

Хәҙерге Мьянманың бойондороҡһоҙ дәүләт булараҡ тарихы 1948 йылда Бөйөк Британияның колонияһы булыуҙан туҡтағандан һуң башлана.

1948 йылда бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, илдә оҙайлы граждандар һуғышы башлана.

Мьянма, ил менән хәрби хунта идара иткән саҡта, 1962 йылдан 2011 йылға тиклем ярым изоляцияла була. 2000 йылдар башында Мьянмала демократлаштырыу башлана, һөҙөмтәлә 2015 йылда илдә беренсе ирекле һайлауҙар үткәрелә. Ил менән элекке оппозиционер, Нобель премияһы лауреаты Аун Сан Су Чжи етәкселек итә. 2017 йылда ул етәкләгән Мьянма хөкүмәте этник һәм дини әҙселекте тәшкил иткән рохинджа халҡы (мосолмандар) вәкилдәренә ҡаршы ғәмәлдәр башлай. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын рохинджа күрше Бангладешҡа ҡасырға мәжбүр була (БМО мәғлүмәттәре буйынса, Мьянма властарының рохинджаларға ҡаршы ғәмәлдәре «этник геноцидтың классик өлгөһө» булып тора)[6].

2021 йылда хәрби түңкәрелеш була һәм илдә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.

Илдең «Мьянма» атамаһы (бирма телендә မြန််မာ) «тиҙ», «көслө» тигәнде аңлата һәм «зөбәржәт» мәғәнәһенә эйә булған «Мья» һүҙе менән ауаздаш. Е. М. Поспелов фекеренсә, «Мьянма» һүҙе «мьян халҡы иле» тигәнде аңлата[7]. Ил халҡының күпселеген тәшкил иткән бирмалар «Бама» (бирма: ဗမာ) үҙатамаһын ҡуллана. 1989 йылға тиклем дәүләт рәсми рәүештә Бирма Союзы Социалистик Республикаһы тип атала һәм Бирма тип ҡыҫҡартыла[8]. «Бирма» атамаһы сит ил сығышлы һәм илдә популяр түгел.

2010 йылдың октябрендә Мьянма илдең исемен "Мьянма союзы"нан «Мьянма Союзы Республикаһына» алмаштыра, шулай уҡ дәүләттең гербы һәм флагы үҙгәртелә[9].

Мьянманың физик картаһы

Географик урынлашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мьянма Һиндостан (1463 км) һәм көнбайышта Бангладеш (193 км), төньяҡ-көнсығышта Ҡытай (2185 км), көнсығышта Лаос (235 км), көньяҡ-көнсығышта Таиланд менән (1800 км) сиктәш. Уның ярҙарын көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан Бенгал һәм Мутама ҡултығы (Мартабан), шулай уҡ Андаман диңгеҙе һыуҙары менән йыуа. Илдең майҙаны, эргә-тирәләге утрауҙарҙы иҫәпкә алып — 678 мең км², яр буйы һыҙатының оҙонлоғо — 1930 км.

Башлыса тропик һәм субэкваториаль климат өҫтөнлөк итә. Өс миҙгелгә бүленә:

  • дымлы — май аҙағынан октябрь аҙағына тиклем;
  • һалҡынса — октябрь аҙағынан февраль уртаһына тиклем;
  • эҫе — февраль уртаһынан май аҙағына тиклем.

Ғинуар айында уртаса айлыҡ температура +24 °C. Янгонда, Мандалайҙа +21 °C. Йәй көнө иң юғары температураһы ғәҙәттә +41 °C тәшкил итә. Таулы урындарҙа күпкә һалҡыныраҡ (атап әйткәндә, Шан ҡалҡыулығында төндә температура ҡайһы берҙә нулдән түбән төшөүе мөмкин), үҙәндәрҙә ғинуар айы температураһы +15 °C-тан артмай.

Иң күп яуым-төшөм июлдә теркәлә. Яуым-төшөм күләме көньяҡ-көнбайыштан иҫкән дым йөрөтөүсе муссон елдәренең тау битләүҙәренә (бейеклегенә ҡарап) тәьҫир итеүенә бәйле. Ракхайн һәм Танинтайи өлкәләренең ярҙарында яуым-төшөм бер йылда уртаса 4600-5100 миллиметр яуа, ә үҙәк тигеҙлектә — ни бары 635 миллиметр. Ситуэла (Акъяб) яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 4950 миллиметрға етә, Минбала, ҡоро бүлкәттәге Ракхайн һыртының ямғыр күләгәһендә, ни бары 740 миллиметр, Янгонда — 2510 миллиметр.

Мьянмала тик ағасынан ҡоролған күперҙәрҙең иң оҙоно һәм иҫкеһе урынлашҡан — 1850 йылда төҙөлгән Убэйн күпере, уның оҙонлоғо 1,2 саҡрым тәшкил итә[10].

Төп йылғалар тауҙарҙа башлана һәм Һинд океаны бассейнына ҡарай. Йылғаның максималь ағымы муссонлы ямғырҙар миҙгеленә тура килә, был осорҙа йыш ҡына ташҡындар була, ҡалған ваҡытта күп йылғалар һайыға һәм ҡорой. Яр буйындағы уйпатлыҡтар һаҙға әйләнгән, һөҙөмтәлә диңгеҙҙәге һыуҙың ҡалҡыуы ҡайһы берҙә ярҙан 100 саҡрым һәм унан да күберәк алыҫлыҡта һиҙелә.

Мьянманың иң ҙур йылғалары — Иравади, Меконг, Салуин, Ситаун һәм Чиндуин. Күлдәр аҙ, уларҙың иң ҙуры — Шан таулығындағы Инле күле.

Дәүләт идара итеү органдары:

  • Мәғариф министрлығы.
  • Сит ил эштәре министрлығы.
  • Сауҙа министрлығы.
  • Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
  • Тимер юл транспорты министрлығы.

Административ төҙөлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мьянма — унитар дәүләт[11]. Ил 7 административ өлкәгә (тайинг), 7 штатҡа (пуй-не) һәм 6 үҙидара зонаһына бүленгән.

Штаттар:

  • Качин (штат)
  • Кая (штат)
  • Мон (штат)
  • Ракхайн (штат)
  • Чин (штат)
  • Шан (штат)
  • Карен (штат)

Административ өлкәләр:

  • Иравади (өлкә)
  • Магуэ (өлкә)
  • Мандалай (өлкә)
  • Пегу (өлкә)
  • Сикайн (өлкә)
  • Танинтайи
  • Янгон (өлкә)

Үҙидара зоналары:

  • Ва (үҙидара зонаһы)
  • Дану (үҙидара зонаһы)
  • Кокан (үҙидара зонаһы)
  • Нага (үҙидара зонаһы)
  • Палаунг (үҙидара зонаһы)
  • Пао (үҙидара зонаһы)

Өлкәләр һәм штаттар ҡала кварталдарын берләштергән ҡалаларҙан (мьо) һәм ауыл улустарынан (райондарынан) һәм ауылдар төркөмөнән (чейюа) торған райондарға (мьонэ) бүленә.

2020 йылға Мьянма халҡының йәш-енес пирамидаһы

Мьянма Союзы Республикаһы — полиэтник ил һәм унда йөҙҙән ашыу кеше иҫәпләнә.

Мьянмала яҡынса 60 миллион кеше йәшәй. Бөтә баһалар ҙа дөрөҫлөккә тап килмәҫкә мөмкин, сөнки 1931 йылда халыҡтың тулы иҫәбен алғандан һуң 1983 йылда бер тапҡыр ғына өлөшләтә үткәрелә; сираттағы тулы халыҡ иҫәбен алыу 2014 йылда була[12]. 2014 йылда тыуым — 2,18[13]. Уртаса йәше — 27,9 йәш[14].

Төп этник төркөмдәр: бирмандар — 68 %, шандар — 9 %, карендар — 7 %, аракандар — 4 %, ҡытайҙар — 3 %, индеецтар — 2 %, мондар — 2 %, качиндар — 1,5 %, башҡа милләттәр — 3,5 %[15].

Мәғариф Британия өлгөһө буйынса төҙөлгән. Балалар мәктәпкә биш йәштә бара. Башланғыс мәктәп нулдән дүртенсе класҡа тиклем дауам итә. Уны тамамлағандан һуң балыҡсылыҡ йәки һөнәрселек буйынса бер йыллыҡ курстар үтергә мөмкин. Уҡыуын дауам итһәләр, бирмандар 5 — 9 кластарға тиклем урта мәктәпкә уҡырға йөрөй, уны тамамлағандан һуң, ауыл хужалығы йәки техник училищеға күсергә йәки технологик йәһәттән киске курстар үтергә мөмкин. Әгәр уҡыусылар өлкән мәктәпте (9 — 10 кластарҙы) уңышлы тамамлаһа, артабан киләһе уҡыу йорттарында юғары белем алыу мөмкинлегенә эйә:

  • бер йыллыҡ уҡытыусылар институттары;
  • ғилми колледждар һәм сәнғәт колледждары (ике йыл);
  • дәүләт техник һәм ауыл хужалығы институттары (өс йыл);
  • дәүләт хәрби вуздары (дүрт йыл);
  • иҡтисади вуздар (дүрт йыл);
  • ауыл хужалығы, компьютер, ветеринария, технологик, стоматология вуздары (алты йыл);
  • медицина вуздары (ете йыл)[16].

Шәхси вуздар бар, уларҙа бакалавр дәрәжәһе алырға мөмкин[17]. Хәрби диктатура ваҡытында (1997—2011) Мьянманың бөтә университеттары 12 йылға ябыла[18]. Әммә хәрби диктатура тамамланғандан һуң, илдең юғары уҡыу йорттары яңынан асыла.

Мьянма халҡының күпселеге (89 %) буддизм яҡлы (Тхеравад мәктәбе). Буддизмдан тыш, илдә шулай уҡ христиандар (4 %), мосолмандар (4 %), мәжүсиҙәр (анимистар) (1 %), башҡа дини инаныуҙарға эйәреүселәр (2 %)[15].

  • 2012 йылдың 4 июнендә илдең көнбайышында Ракхайн штатында буддистар һәм мосолман-рохиндждар араһында конфликт башлана. 2012 йылдың июнендә президент штатта ғәҙәттән тыш хәл иғлан итә[19]. Яҡынса 4665 йорт яндырыла[20][21], һәм рохинджа мосолмандары Таиландҡа ҡаса башлай[22][23].
  • 2013 йылдың 20 мартында Мейтила ҡалаһында мосолмандарға ҡаршы һөжүмдәр башлана[24][25].
  • 2015 йылда Мьянма хөкүмәте баҫымы аҫтында әҙселекте тәшкил иткән мосолмандарҙың күпләп ҡыуылыуы.
  • 2016 йылдың 9 октябрендә халыҡты этник таҙартыу һәм дини эҙәрлекләүҙәр башлана. Башлыса рохинджа халҡына ҡаршы.

Азанин, Шәһиттәр көнө (бирмаса: အာငဎနြြꃃꇫ) йәки Гаунзаунджимьячасхоудон, һәләк булған лидерҙар көнө — Мьянманың дәүләтенең иҫтәлекле көнө. Григориан календары буйынса 1947 йылдың 19 июлендә Аун Сандың һәм уның иптәштәренең вафат булған көнө булараҡ билдәләнә.

Ил 1962 йылдан хәрбиҙәр идаралығында була. 2008 йылдың апрелендә Дәүләт Советы Мьянма өсөн яңы конституция иғлан итә. Уның төп принцибы — «тәртипле, сәскә атҡан демократия». Был конституция буйынса Мьянма парламентындағы урындарҙың дүрттән бер өлөшө хәрбиҙәргә ҡалдырыла. 2021 йылда Мьянма ҡораллы көстәре тарафынан хәрби түңкәрелеш була, президент вазифаһын башҡарыусы итеп вице-президент Мьин Шве тәғәйенләнә[26].

Илдә киң таралған исеме — тамадо. Дөйөм һаны — 406 мең кеше.

Мьянмала интернет

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мьянмала интернет ҡулланыу 1 проценттан артмай (халыҡтың 24,4 проценты, ә йорт компьютерҙары — яҡынса 13,6%-ы интернетҡа тоташҡан,), шуға күрә күпселек граждандар селтәргә интернет-кафелар аша инә. Был учреждениеларҙың эшмәкәрлеге ҡәтғи көйләнгән: унда цензура индерелгән, властар электрон почтаны ҡарай һәм интернет-блог ҡулланыусыларҙы теркәй ала. Кәм тигәндә ике мьянман блогеры төрмәлә ултыра. Уларҙың береһе Zarganar нигы аҫтында билдәле, ул 2008 йылда «Наргис» циклонынан һуң емерелеү видеояҙмаһын таратҡан өсөн 59 йылға хөкөм ителә, әммә 2011 йылдың 12 октябрендә иреккә сығарыла. Тикшеренеү авторҙары хәтерләүенсә, 2007 йылда халыҡ сыуалыштары ваҡытында Мьянмала интернет тулыһынса һүндерелә[27]. 2017 йылға ҡарата интернетҡа инеү ирекле.

  • Права человека в Мьянме
  • Гражданская война в Бирме
  • Государственный совет мира и развития
  • Золотой треугольник (наркоторговля)
  • Государство Шан
  • Ва (государство)
  1. Department of Economic and Social AffairsPopulation Division (2009). «World Population Prospects, Table A.1» (.PDF) (United Nations).
  2. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/asia
  3. МИД России | 10/13/2011 | Республика Союз Мьянма (справочный материал)
  4. Бирма // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. Мьянма яңы символдар — флаг һәм гимн алды 2011 йыл 27 апрель архивланған.
  6. Myanmar country profile. Дата обращения: 10 апрель 2021. Архивировано 11 апрель 2021 года.
  7. Поспелов, 2002, с. 279
  8. Бирма // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  9. Мьянма получила обновлённую символику ⎯ флаг, название и гимн. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 10 май 2019 года.
  10. U Bein Bridge at risk: locals (ингл.). Дата обращения: 7 ғинуар 2014. Архивировано из оригинала 24 декабрь 2013 года. на сайте mmtimes.com, 24 июня 2013
  11. OECD Open Government Reviews MYANMAR. Дата обращения: 16 ғинуар 2018. Архивировано 13 июнь 2018 года.
  12. Summary of the Provisional Results. Дата обращения: 9 февраль 2015. Архивировано из оригинала 9 февраль 2015 года. 2015 йыл 9 февраль архивланған.
  13. The World Factbook. Дата обращения: 30 март 2014. Архивировано из оригинала 28 октябрь 2009 года. 2009 йыл 28 октябрь архивланған.
  14. The World Factbook. Дата обращения: 30 март 2014. Архивировано 14 ғинуар 2018 года. 2018 йыл 14 ғинуар архивланған.
  15. 15,0 15,1 CIA, The World Factbook. Дата обращения: 2 ноябрь 2009. Архивировано из оригинала 17 ғинуар 2018 года. 2010 йыл 6 октябрь архивланған.
  16. Symaco, 2013, pp. 179—180
  17. Symaco, 2013, p. 182
  18. Костюковский А. По пути из «четвёртого» мира в третий // Русский репортёр. — 2017. — № 16 (433). — С. 29.
  19. На западе Бирмы объявлено чрезвычайное положение. В мире. Би-би-си (11 июнь 2012). Дата обращения: 25 март 2013. Архивировано 27 март 2013 года.
  20. Власти Бирмы признали насилие на западе страны. В мире. Би-би-си (27 октябрь 2012). Дата обращения: 25 март 2013. Архивировано 27 март 2013 года.
  21. Число беженцев в Бирме превысило 22 тысячи человек. Лента новостей. Би-би-си (28 октябрь 2012). Дата обращения: 25 март 2013. Архивировано 27 март 2013 года.
  22. Чиновники в Таиланде торговали беженцами из Бирмы. В мире. Би-би-си (21 ғинуар 2013). Дата обращения: 25 март 2013. Архивировано 27 март 2013 года.
  23. ВМФ Таиланда отрицает расстрел беженцев-рохинджа. Лента новостей. Би-би-си (15 март 2013). Дата обращения: 25 март 2013. Архивировано 27 март 2013 года.
  24. Число жертв конфликта в центральной Бирме возросло до 30. Лента новостей. Би-би-си (23 март 2013). Дата обращения: 25 март 2013. Архивировано 27 март 2013 года.
  25. Антимусульманские погромы распространяются по Бирме. Лента новостей. Би-би-си (25 март 2013). Дата обращения: 25 март 2013. Архивировано 27 март 2013 года.
  26. Военные Мьянмы объявили о захвате власти в стране. amp.rbc.ru. Дата обращения: 1 февраль 2021. Архивировано 1 февраль 2021 года.
  27. Комитет защиты журналистов выбрал худшие для блогеров страны. Lenta.ru (2 май 2009). Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 4 март 2010 года.
  • Бирма // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Минаев И. П. Дневник путешествий в Индию и Бирму. 1880 и 1885—1886. — М., 1955.
  • Кауфман А. С. Современная Бирма. М.: Знание, 1956. — 29 с.
  • Кауфман А. С. Государственный строй Бирмы. М.: Госюриздат, 1959. — 82 с.
  • Бирма. Справочник. М., 1962.
  • Козлова М. Г., Бирма накануне английского завоевания, М., 1962.
  • Климко Г. Н. Аграрные проблемы независимой Бирмы. М.: Наука, 1964. — 232 с.
  • Васильев В. Ф. Очерки истории Бирмы. 1885—1947. М., 1962. — 442 с.
  • Васильев В. Ф. Бирма на новых рубежах. М., 1965.
  • Можейко И. В. Не только память. Рассказ об одной поездке в Бирму. М.: Наука, 1965. — 136 с.
  • Макарова С. М. Бирма: развитие капитализма в промышленности. М., 1968
  • Гаврилов Ю. Н., Борьба за независимость и прогрессивные преобразования в Бирме. М., 1970.
  • Котляров В. С. США и Бирма (Американская стратегия и политика). М., 1970. — 248 с.
  • Кауфман А. С. Бирма: идеология и политика. М., 1973. — 396 с.
  • Можейко И. В., Узянов А. Н. История Бирмы (краткий очерк). М.: Наука, 1973, 209 с.
  • Всеволодов И. В. Бирма: религия и политика. М., 1978.
  • Западова Е. А. В стране, где течёт Иравади: Очерки культуры современной Бирмы / Отв. ред. И. В. Можейко; АН СССР. Институт востоковедения, Ленингр. филиал. — М.: Наука (ГРВЛ), 1980. — 296 с. — (Культура народов Востока. Материалы и исследования). — 10 000 экз.
  • Бирма и Китай (Проблемы взаимоотношений) М., 1982.
  • Листопадов Н. А. Бирма. Страна к югу от горы Меру. М.: Институт востоковедения РАН, 2002. — 192 с.
  • Васильев В. Ф. История Мьянмы/Бирмы. XX век. М.: Институт Востоковедения РАН, Крафт+, 2009 (История стран Востока. XX век).
  • Symaco L.P., Brock C. Education in South-East Asia. — Bloomsbury Academic, 2013. — (Education Around the World). — ISBN 9781441101419.
  • Петр Козьма. Наш человек в Мьянме. М.: Алгоритм, 2014.
  • Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.

Ҡалып:Мьянма в темах

Ҡалып:Члены АСЕАН Ҡалып:Саммит стран Восточной Азии

Ҡалып:Движение неприсоединения