Эстәлеккә күсергә

Бешкәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бишкәк битенән йүнәлтелде)
Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы
Бешкәк
ҡырғ. Бишкек
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Ҡырғыҙстан

Координаталар

42°52′ с. ш. 74°34′ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

4 район

Башлыҡ

Суракматов, Азиз Эмильбекович[d]

Нигеҙләнгән

1825

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1760

Элекке исеме

Пишпек (1926 йылға ҡәҙәр)
Фрунзе (1926—1991)

Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы с

1925

Майҙаны

169,9 км²

Высота

750—900 м

Климат тибы

ҡырҡа континенталь

Халҡы

923,3 мең[1] кеше (2015)

Тығыҙлығы

5307 кеше/км²

Агломерация

1 млн. кеше[2]

Милли состав

ҡырғыҙҙар — 66,2 %
урыҫтар — 23,0 %
уйғырҙар — 1,6 %
татарҙар — 1,5 %
корейҙар — 1,4 %
үзбәктәр — 1,4 %
ҡаҙаҡтар — 1,1 %
украиндар — 1,0 %
дүнгәндар — 0,5 %

Конфессиональ составы

мосолмандар, христиандар һ. б.

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+996 312

Почта индексы

720001-720083[3]

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

01

Рәсми сайт

meria.kg  (рус.)

Бешкәк (Ҡырғыҙстан)
Бешкәк
Бешкәк

Бешкәк (ҡырғ. Бишкек) — Ҡырғыҙ Йөмһүриәтенең баш һәм иң ҙур ҡалаһы. Айырым административ берәмек, йөмһүриәт әһәмиәтендәге ҡала. Боронғо исемдәре — Пишпек, Фрунзе (М. В. Фрунзеның исеме бирелгән).

Ҡала Ҡырғыҙстандың төньяғында, Сөй үҙәнендә, Тәңре тауҙары алдында, Ҡырғыҙ Алатауы һыртынан 40 км төньяҡта, диңгеҙ бейеклегенән 700—900м өҫтә, Ҡаҙағстан сигенән 25 км алыҫлыҡта. Ҡала майҙаны 169,9 км²[4].

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Административ яҡтан 4 районға бүленгән. Халыҡ һаны 2009 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса[5]:

  • Октябрь районы (ҡырғ. Октябрь району) — 242 382 (2009)
  • Беренсе Май районы (ҡырғ. Биринчи май району) — 175 894 (2009)
  • Свердлов районы (ҡырғ. Свердлов району) — 231 801 (2009)
  • Ленин районы (ҡырғ. Ленин району) — 201 626 (2009)
    • Суң-Арыҡ ҡасабаһы (ҡырғ. Чоң-Арык айылы) — 9 724 (2009)
    • Урта-Һай ауылы (ҡырғ. Орто-Сай айылы) — 4 100 (2009)

Райондар башлыҡтары дәүләт район хакимиәте башлыҡтары (хәкимдәр) мэрия һәм ҡала кәңәше тарафынан тәғәйенләнә.

Бер версия буйынса, ҡала исеме XVIII быуатта ошо тирәлә йәшәгән билдәле Бешкәк-Батыр исеменән, икенсеһе буйынса, «бешкәк» тигән ҡымыҙ, айран кеүек нәмәләрҙе һаба, көбөгә һалып бешә торған ҡоралҙан.

Тәүтормош кешеләре хәҙерге Бишкәк янында б. э. т. V—IV мең йыл элек торған. Ҡала өсөн һайланған урын Бөйөк Ебәк Юлына бәйле. Юлдың көнсығыш өлөшө Сөй үҙәне аша үтеп, Үҙәк Тәңре тауҙары аша үткән икенсе юл менән осраша. Бешкәк ерендә VII—XII быуаттарҙа Джуль төрөк ҡаласығы урынлашҡан.[6] XVI быуатҡа ҡарай «ебәк юл», ҡалалар юғала. Сөй үҙәне Солто ырыуының (ҡырғыҙҙарҙың 40 ырыуының береһе) ҡышҡы көтөүлегенә әйләнә.[7]

1825 йылда хәҙерге ҡала ерендә Мадали-хан[7] фарманы буйынса Коканд (Ҡуҡан) ҡәлғәһе төҙөлә, бында ҡуҡандар каруансыларҙан яһаҡ йыя.

1860 йылының һарысайының 4‑ендә, 1862 йылының ҡарасайының 24‑ендә урыҫ ғәскәрҙәре ҡәлғәне баҫып ала. 1862 йылының ҡырпағайында ҡәлғә емерелеп, ике йылдан урынында казак пикеты урынлаша, һуңынан бында баҙар йыйыла башлай. 1868 йылында Пишпек ауылы барлыҡҡа килә, 1878 йылының алағарайының 29‑ында ҡала статусын ала.

1924 йылында ҡалаға «Интергельпо» Чехословакия кооперативы килеп инә, ҡаланы замансаға үҙгәртә. 1924 йылының ҡарасайынан Ҡара-Ҡырғыҙ автономиялы өлкәнең үҙәге, 1925 йылының һабанайынан Ҡырғыҙ автономиялы өлкәһенең үҙәге булып китә. 1926 йылының һабанайының 12‑һендә Пишпек Фрунзе исемен ала (бында тыуған совет ғәскәре башлығы Михаил Фрунзе хөрмәтенә). 1936 йылдан Фрунзе ҡалаһы — Ҡырғыҙ ССР-ның баш ҡалаһы була.

1991 йылының шаҡайының 1-ендә Ҡырғыҙ ССР-ның Юғары Советы ҡарары менән ҡалаға Бешкәк (ҡырғ. Бишкек) исеме ҡайтарыла.

Бешкәк ҡалаһы Сөй үҙәнендә, Ҡырғыҙ Алатауы итәгендә урынлашҡан. Ҡояш иң күп майайҙа, яҡынса 322 сәғәт буйынса яҡтырта, иң әҙе иһә аҡъюлайҙа— 126 сәғәт. Бешкәктә климат ҡырҡа континенталь. Иң һыуыҡ ай — һыуығай (-10 °С), иң йылыһы иһә майай (+38 °C). Айына уртаса дымлылыҡ һөтайҙа һәм майайҙа 44 %, буранайҙа — 74 %, уртаса йыллыҡ күрһәткес — 60%. Ҡала эсенән Ала-Арса һәм Аламөҙөн йылғалары аға, Бешкәктең көнсығышынан көнбайышҡа табан Оло Сөй Каналы урынлашҡан.

  • Йыллыҡ уртаса йылылыҡ — +11,3 C°
  • Уртаса ел тиҙлеге — 1,7 м/с
  • Уртаса һауа дымлылығы — 60 %
1908 йылғы Пишпек ҡалаһы гербы.
Бешкәк аэропортының «Манас 2» терминалы
КССР-ҙың Юғары Советы Президиумы бинаһы, 1936 й.

Бешкәк — илдең иҡтисади үҙәге.

2011 йылда ҡалала 28108,4 млн сом (һум) күләмендә иҡтисад тауары етештерелгән ине. Йөмһүриәттә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең 58,7% Бешкәккә тура килә. 2011 йылының һыуығай-ҡырпағай айҙарында уртаса хеҙмәт хаҡы 12035 сом тәшкил итә, был йөмһүриәттәге уртаса дәрәжәнән юғарыраҡта булған ине. Бешкәк Ҡырғыҙстандың башҡа төбәктәрен аҫрай. Баш ҡала тирәләп «Бешкәк» ирек иҡтисад аланы иғлан ителгән.

«Ҡөньяҡ ҡапҡа» паркы

Иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Ата-Бейит» мемориаль комплексы
  • Дәүләт циркы
  • Ипподром
  • «Сейтек» балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика үҙәге
  • Көньяҡ ҡапҡа
  • Ала-Тоо (Алатау) майҙаны — Бишкәктең үҙәк майҙаны, бында «Миһырбанлы Манасҡа» монументы ҡуйылған
  • Иҫке майҙан
  • Еңеү майҙаны һәм монументы
  • Вокзал янындағы майҙан
  • Университет майҙаны
  • Театр майҙаны
  • Совет майҙаны — хакимиәт һәм филармония араһындағы архитектура комплексы.
  • Эркиндик (Иркенлек) бульвары[8]
  • Йәш гвардия бульвары
  • Cөй проспекты

Бишкәктә 7 мәсет, 10 ислам дини фонды, бер Ислам университеты эшләп килә.[9]

Урыҫ православие сиркәүенең 4 ғибәҙәтханаһы бар. Шулай уҡ протестантлыҡҡа ҡараған сиркәүҙәр ҙә бар[9].

Бишкәктең «Алға» футбол клубы — 5 тапҡыр чемпион, 9 тапҡыр Ҡырғыҙстан кубогына эйә булыусы.

Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туғанлашҡан ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бейшеналиева Бюбюсара — билдәле балет артисы, СССР-ҙың халыҡ артисы
  • Айытматов Сыңғыҙ Түрәҡол улы — донъяла билдәле ҡырғыҙ яҙыусыһы
  • Акрамов Эрнст Хашим улы — күренекле хирург, йәмәғәт эшмәкәре
  • Арзамасцев Николай Михайлович — Ҡырғыҙ ССР-ның баскетбол буйынса атҡаҙанған тренеры
  • Мамакеев Мамбет Мамакеевич — күренекле хирург, йәмәғәт эшмәкәре
  • Видугирис Альгимантас Стасевич — кинорежиссёр, оператор
  • Курманов Карпек Шамсединович — атаҡлы ғалим-юрист, Ҡырғыҙ Республикаһының атҡаҙанған фәнни эшмәкәре
  • Дараган Сергей Борисович — билдәле рәссам
  • Брудный Арон Абрамович — күренекле психолог, философ, Ҡырғыҙстан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты
  1. Численность населения областей, районов, городов и поселков городского типа Кыргызской Республики в 2015 г. постоянное население на 1 января 2015 года, наличное население 953,0 тыс. жителей
  2. Rafis Abazov, Historical Dictionary of Kyrgyzstan, с. 91, ISBN 0-8108-4868-6
  3. Отделения связи. Бишкек 2017 йыл 3 май архивланған.
  4. DEMOGRAPHIC YEARBOOK 2012.
  5. Перепись населения Киргизии 2009.
  6. VirCity.kg — информационно-справочный сайт г. 2014 йыл 29 ноябрь архивланған.
  7. 7,0 7,1 История города. Сайт мэрии города Бишкек. Дата обращения: 2 октябрь 2012. Архивировано 16 октябрь 2012 года. 2012 йыл 16 октябрь архивланған.
  8. Бишкек. Бульвар «Дзержинка». central-asians.ru (10 ғинуар 2012). Дата обращения: 2 октябрь 2012. Архивировано 16 октябрь 2012 года. 2012 йыл 13 октябрь архивланған.
  9. 9,0 9,1 Религиозное положение в Бишкеке — Сайт мэрии города Бишкек 2016 йыл 4 март архивланған.
  10. Астана и Бишкек – города-побратимы. Официальный сайт города Астаны (07.09.11). Дата обращения: 2 октябрь 2012. Архивировано 16 октябрь 2012 года. 2011 йыл 21 сентябрь архивланған.
  11. İzmir'in kardeş kentleri. Архивировано 4 август 2012 года. 2012 йыл 27 июль архивланған.
  12. Международные связи. Официальный сайт мэрии Бишкека. Дата обращения: 2 октябрь 2012. Архивировано 16 октябрь 2012 года. 2016 йыл 8 март архивланған.