Эстәлеккә күсергә

Первомайский (Салауат районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Первомайский
башҡ. Первомайский
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Ауыл биләмәһе

Первомайский ауыл Советы

Координаталар

55°05′39″ с. ш. 58°42′44″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

1942 йылға тиклем — Кукшик

Ауыл с

2005

Халҡы

374[1] кеше (2015)

Милли состав

башҡорттар, татарҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34777

Почта индексы

452480

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 247 851 001

Код ОКТМО

80 647 476 101

Номер в ГКГН

0520355

Первомайский (Рәсәй)
Первомайский
Первомайский
Первомайский (Салауат районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Первомайский

Первомайский (рус. Первомайский), Күкшик, БокситБашҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл, Первомайский ауыл Советы үҙәге, тимер юл станцияһы. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 395 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80247851001.

  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 68 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Күкшик): 1 км

Первомайский ауылы район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 38 километр һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡҡа 68 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Первомайский ауылы Башҡортостандың Салауат районы менән Силәбе өлкәһе Һатҡы районы сигендә урынлашҡан. Бик һирәк осрай торған күренеш — был ауылдың өс атамаһы бар: Күкшик, Боксит, Первомайский[4].

Был ерҙәрҙең аҫабалары — Түбәләҫтәр — ҡасандыр Алтай яғынан, Байкал күле аръяғынан, күсеп килгән һәм халыҡ телендә хатта XIX быуатҡа тиклем унда ерҙәре булған, тигән риүәйәттәр йәшәгән. Ҡыуаҡан башҡорттары риүәйәттәре Йүрүҙән үренә тәүге килгән ике һунарсы егет тураһында һөйләй. Улар, ырыуҙаштарын күсереп килтерер өсөн, күңелдәренә ятҡан ер һайларға сыҡҡан була. Биләмә уларға бик оҡшаған, һәм иң ҙур ике тауға улар Күкши-тау (Күкшик) һәм Башыташ-тау (Башташ) тип исем биргәндәр.

Ҡыуаҡандарҙың этник сығанаҡтарын өйрәнгәндә, күп кенә тикшеренеүселәр «аҡҡош» мәғәнәһендәге «ку» төрки һүҙенә айырым иғтибар биргән[5]. Ку (ҡыу) — Төньяҡ Алтайҙағы Аҡҡош йылғаһының боронғо төрки атамаһы; ку-кши, куу-кижи — «Аҡҡош йылғаһы кешеләре» — Төньяҡ Алтайҙағы «аҡҡошлолар» йәиһә шалғандар (челканцы) атамалары. Куу һәм куулар ырыу төркөмдәре тува халҡында әлеге ваҡытта ла бар.

Первомайский ауылы - административ үҙәк. Был ауылда Күкшик тимер юл станцияһы урынлашҡан. (Мәҡәләнең урыҫ телендәге версияһында Күкшик — күк сиге тигәнде аңлата тип биреү дөрөҫлөккә тап килмәй. «Күк ишеге» тип тәфсирләүселәр ҙә осрай?).

Боксит атамаһы — 1936 йылдан башлап бөгөнгө көнгә тиклем (хәҙер аҙыраҡ күләмдә) табылыусы боксит мәғдәне ятҡылыҡтары менән бәйле алынған.

Первомайский — ҡасандыр эшселәр йәшәгән ҡасабаның рәсми атамаһы булған.

Тораҡ пункт бик ныҡ һуҙылған, айырым өлөштәрҙән: Покровка ауылынан, Күкшик станцияһынан, үҙәктән тора.

Ауылдың XX быуатта һәм хәҙерге көндә үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Первомайский ауылы, XX быуаттың 30‑сы йылдарында Көньяҡ Урал боксит мәғдәне ятҡылыҡары бассейнын табыу менән бәйле, Первомайское ҡасабаһы булараҡ барлыҡҡа килгән.

1942 йылдан ҡала тибындағы ҡасабаға Первомайский атамаһы ҡулланыла.

1940‑сы йылдарҙан Первомайский ауылына Боксит рудниктары ҡасабаһы һәм Күкшик станцияһы, 50‑се йылдарҙа — Күкшик разъезы ҡасабаһы, 1977 йылда — Новопокровка ҡасабаһы ҡушыла.

2005 йылдан Первомайский ауылы статусына эйә.

РСФСР Юғары Советы Президиумының 1942 йылдың 2 октябре Указы менән Күкшик тораҡ пункты, Первомайский атамаһы бирелеп, эшселәр ҡасабаһы категорияһына ҡаратыла [6].

Первомайский 2005 йылдың 20 июленә тиклем — эшселәр ҡасабаһы.

2005 йылдың 20 июлендәге 211-з һанлы «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона тораҡ пункттарҙың ойошторолоуына, берләшеүенә, ҡанундарына һәм статусының үҙгәреүенә, административ үҙәктәрҙең күсерелеүенә бәйле үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы республика Законына ярашлы, Первомайский ауыл тораҡ пунктына әүерелде:

11. Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәр индерергә:
в) Салауат районының Первомайский эшселәр ҡасабаһын ауыл биләмәһе категорияһына индерергә, ҡасаба тибын - ауыл тип билдәләргә. Первомайский ауыл советын «Беренсе май» атамаһын һаҡлап ҡалып, ауыл советы категорияһына индерергә.

Первомайский ҡасаба советын, «Первомайский» атамаһын һаҡлап ҡалып, ауыл советы категорияһына индерергә
  • Салауат районында, элек барлыҡҡа килеп, хәҙерге көнгә юҡҡа сыҡҡан ауылдар тураһында сығанаҡтар һәм крайҙы өйрәнеү әҙәбиәте юҡ дәрәжәһендә. Шуның өсөн 1920 йылғы йәниҫәптән билдәле түбәндәге мәғлүмәтте билдәләр кәрәк: Иҙрис эргәһендәге Краснополье ауылында 19 йортта 109 кеше (1925 й. — 25 хужалыҡ), Лысово ауылында — 5 йортта 37 кеше (1925 й. — 9 хужалыҡ), Бунаково ауылында — 22 йортта 118 кеше (1925 й. — 28 хужалыҡ). Ҡайһы бер тораҡ пункттар 1920 йылда теркәлмәгән, әммә 5 йылдан һуң, ауыл хужалығы артелдәре булараҡ иҫәпкә алынған, мәҫәлән, 15 хужалыҡтан торған Головская, 21 йорттан торған Весна, 4 йортло Счастливый ауылдары.

1920 һәм 1925 йылдарҙа әлегә билдәле булмаған һәм шуның өсөн йәниҫәпкә эләкмәгән Күкшик, Калиновка, Ельцевский һәм Первомайский ҡасабалары ла был рәткә инә.

Әлеге ваҡытта Первомайский ауылында төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Первомайский ауылында башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 223
1959 йыл 15 ғинуар 1430
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 583
2002 йыл 9 октябрь 510
2010 йыл 14 октябрь 395 187 208 47,3 52,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ иҫәбе
1959[7]1970[8]1979[9]1989[10]2002[11]2009[12]2010[13]
18901315924512510510395
2012[14]2013[15]2014[16]2015[1]
394383385374

«Боксит» ЯСЙ-енең төп эшмәкәрлек төрө булып алюминийға бай сеймалды ер аҫты эшкәртеү ысулы менән, шулай уҡ алюминийға бай сеймалды (бокситтар һәм нефелин-апатит мәғдән) асыҡ ысул менән эшкәртеү тора.

  • Ҡыҙыл Армия урамы (рус.  Красноармейская (улица)
  • Икмәк бешереүсе урамы (рус.  Пекарская (улица)
  • Совет урамы (рус.  Советская (улица)
  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная (улица)
  • Болон урамы (рус.  Луговая (улица)
  • Беренсе Май урамы (рус.  Первомайская (улица)
  • Станция урамы (рус.  Станционная (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
  • Таулы урамы (рус.  Нагорная (улица)
  • Йылға урамы (рус.  Речная (улица)
  • Тракт урамы (рус.  Трактовая (улица)[17]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар: Күкшик. Түбәләҫтәр ҡасандыр Алтай яғынан күсеп килгән һәм халыҡ телендә хатта XIX быуатҡа тиклем унда ерҙәре булған, тип бәйән иткән риүәйәттәр йәшәгән. Ҡыуаҡандарҙың этник сығанаҡтарын өйрәнгәндә, күп кенә тикшеренеүселәр «аҡҡош» мәғәнәһендәге төрөк һүҙе «ку»ға айырым иғтибар биргән[18]. Ку (ҡыу) — Төньяҡ Алтайҙағы Аҡҡош йылғаһының боронғо төрки атамаһы; ку-кши, куу-кижи — «Аҡҡош йылғаһы кешеләре» — Төньяҡ Алтайҙағы «аҡҡошлолар» йәиһә шалғанлылар (челканцы) атамаһы. Куу һәм куулар ырыу төркөмдәре туваларҙа ла бар.

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2021)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2021)
  1. 1,0 1,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Первомайский (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Шамиль АХМЕТШИН. Легко ли жить на “краю неба”? газета "На земле салавата" (11 апрель 2012). Дата обращения: 14 ғинуар 2015. Архивировано из оригинала 13 май 2016 года. 2016 йыл 13 май архивланған.
  5. (Radloff, 1884, стр.211-212; Аристов, 1897, стр.5; Грумм-Гржимайло, 1926, стр. 209)
  6. РСФСР. Административно-территориальное деление на 1-е апреля 1941 г. с приложением изменений, происшедших за время с 1/IV 1941 г. по 1/XI 1942. — М: Информ.-стат. отд. Президиума Верховного Совета РСФСР, 1942.
  7. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  8. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  9. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  10. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  11. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  12. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  13. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  15. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  16. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  17. Карта д. Первомайский. Улицы 2020 йыл 25 июнь архивланған.
  18. (Radloff, 1884, стр.211-212; Аристов, 1897, стр.5; Грумм-Гржимайло, 1926, стр. 209)