Дания
| |||||
Милли девиз: «Guds hjælp, Folkets kærlighed, Danmarks styrke (Аллаһ ярҙамы, халыҡ һөйөүе, Данияның көсө)» | |||||
Гимн: Дания гимны (тыңларға ) | |||||
Нигеҙ һалынған | VIII быуат | ||||
Рәсми телдәр | Дат, шулай уҡ гренланд Гренландияла һәм фарер Фарер утрауҙары, көньяҡ Данияла — немец теле. | ||||
Баш ҡала | Копенгаген | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Копенгаген, Орхус, Оденсе | ||||
Идара итеү формаһы | конституцион монархия | ||||
Монарх Дания Премьер-министры |
Маргрете II Хелле Торнинг-Шмитт | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. |
130 урын 43 094 [1] км² 1,6 | ||||
Халыҡ • Барыһы (2011) • Тығыҙлыҡ |
110 урын 5 587 085 кеше 126,4 кеше/км²
| ||||
Валюта | дания кронаһы (DKK, код 208) | ||||
Интернет-домен | .dk | ||||
Телефон коды | +45 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC +1 |
Дания гимны | |
Помощь по воспроизведению |
Дания короллеге (дан. Kongeriget Danmark) — Европаның төньяғында, Балтик һәм Төньяҡ диңгеҙҙәре буйындағы дәүләт, Ютландия ярымутрауында һәм бер нисә бәләкәй утрауҙа урынлашҡан. Ил атамаһы герман ҡәбиләһе — дандар исеменән килә.
Дания Европа берләшмәһенә инә, ул шулай уҡ Төньяҡ Атлантик Килешеү Ойошмаһы — НАТО-ны һәм Арктика кәңәшмәһе ойоштороусыларҙың береһе һәм уның ағзаһы.
Географик мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дания — скандинав илдәренең иң көньяҡтағыһы, Швециянан көньяҡ-көнбайышта, Норвегиянан көньяҡта. Ер өҫтөнән көньяҡтан Германия менән сиктәш һәм унан төньяҡта урынлашҡан ҙур ғына Ютландия ярымутрауынан тыш тағы ла 409 утрауҙы үҙ эсенә ала. Улар араһында Фюн, Зеландия, Фальстер, Лоллан, Венсюссель-Ти һәм Борнхольм исемлеләре киңерәк билдәле.
Балтик диңгеҙе һәм Төньяҡ диңгеҙе һыуҙары менән йыуыла.
Дәүләт ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дания короллеге Конституцияһына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә. Дания Короллеге - Конституцион монархия.
Башҡарма власть
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дания короле (королеваһы) — илдең иң юғары вазифаһы. Король (королева) хөкүмәтте тәғәйенләү, парламентты эштән бушатыу хоҡуғына эйә.
Суд власы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дания короллеге юғары суды.
Закондар сығарыу власы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фолькетинг — Дания короллегенең юғары закондар сығарыу органы.
Данияныӊ биләмә ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]№п/п | Регион | Майҙан, км² |
Халыҡ[2], чел. (01. 01. 2013) |
Тығыҙлыҡ, чел./км² |
Административ үҙәк | Муниципалитеттар һаны |
---|---|---|---|---|---|---|
1 | Ховедстаден (Hovedstaden) |
2561 | 1 732 068 | 676,32 | Хиллерёд | 29 |
2 | Зеландия (Sjælland) |
7273 | 816 359 | 112,25 | Сорё | 17 |
3 | Төньяҡ Ютландия (Nordjylland) |
7927 | 580 272 | 73,20 | Ольборг | 11 |
4 | Үҙәк Ютландия (Midtjylland) |
13 142 | 1 272 510 | 96,83 | Виборг | 19 |
5 | Көньяҡ Дания (Syddanmark) |
12 191 | 1 201 419 | 98,55 | Вайле | 22 |
Дөйөм | 43 094 | 5 602 628 | 130,01 | 98 |
Баш ҡала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Копенгаген урында XII быуатта кескенә генә ауыл була, уны епископ Аскалон төҙөгәндән һуң, 1167 йылда нығытылған пунткка әйләндерә. 1254 йылда Купенан беренсе ҡала өҫтөнлөктәрен ала. 1416 йылда Эрик Померан ҡаланы яулап ала һәм 1433 йылда уны үҙенең резиденцияһы итә.
Графтар һуғышы ваҡытында Копенгаген ҡаты ҡамалышы кисерә, ә 1658-1659 йылдарҙа шведтарға ҡаршы һуғышта ҡыйыулыҡ менән көрәшә.
1807 йылда Копенгаген инглиздәрҙең бомбаға тотоуынан көслө зыян күрә, ә алты йылдан һуң уның янында Копенгаген бәрелеше була.
2011 йылда Копенгаген Monocle британ журналы төҙөгән донъяның иң яҡшы 25 ҡалаһы рейтингында өсөнсө урын алды (беренсе урында – Һельсинки, икенселә – Цюрих).
Данияның баш ҡалаһында йәшәүселәрҙең 37 проценты велосипед менән файҙалана. Әммә Копенгаген хакимиәте әлеге һөҙөмтәнән ҡәнәғәт түгел: улар 2015 йылға тиклем ҡала халҡының 50 процентын велосипедҡа ултыртырға ниәтләй[3].
Дания иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Донъя банкы классификацияһы буйынса Дания - юғары үсешле ил гибрид иҡтисады менән.[4] Бер кешеғә эске тулайым продукт (Һатып алыу мөмкинлеге паритеты нигеҙендә) буйынса 18-се урында.[5][6]
1945 йылға тиклем һөрөлгән ер булыуына сәбәпле Дания аграр ил булған. 2006 йылда сәнәғәт тармағы иҡтисадтын 25% тәшкил итә, ә ауыл хужалығы өлөшө 2%-ҡа кәмеғән [8] Ҙур ролен ҡорос, металлургия, химия, фармацевтика уйнай. Дания аҙыҡ-түлек һәм энергия буйнса нетто-экспортер. Уныӊ түләү балансы ыңғай [9]
Тәбиғи ресурстары аҙ булыуы сәбәпле Дания иҡтисады кеше потенциалына таяна. Иҡтисадтын һеҙмәтләндереү секторы биҡ ҙур. Минималь эш хаҡы юҡ.
Тәбиғи ресурстары аҙ булыуы булһала Дания үҙене тулыһынса тәбиғи реурстар менән тәьмин итә. Һуӊғы йылдарҙа Төнъяк диӊгеҙенеӊ шельфында, Данияныӊ иҡтисады зонаһында нефть табылды. Данияла нефть шулай уҡ Ютландияныӊ көнсығышында бар. Дания нефтте, тәбиғи газды етештерә. Электр энергия ел һәм биоэнергия аша етештерелә.
Экспорттын төп продукцияһы - машиналар төҙөү, приборҙар һәм йығаҙ, ашамлыҡ.
АҠШ Данияныӊ сауҙа балансыныӊ 5% тәшкил итә. АҠШ Данияға самолёттар, компьютерҙар, машиналар һата. Дания АҠШ-ҡа сәнәғәт йығаҙ, химия сәнәғәте продукцияһы, фармацевтика продукцияһын ебәрә.
Данияла түбән инфляция, банктарҙа түбән процент ставкалар һәм тотороҡло милли валюта. Эшһеҙлек – 5%.
Транспорт яҡтан иӊ күп йөк флот аша ташырыла. Дания донъяныӊ күп илдәр менән бәйләнештә тора. Ауыл хужалығы үҙгәрелә.
Дания брендтар араһында: MYC4, DONG Energy, «Лего», Maersk, Scandlines. Scandlines ойошмаһы Данияны Германия менән, Данияны Швеция менән тоташтырған паромдар хужаһы 2011йылында 167 миллион евро килем күрһәтте. Лонанн утрауҙан Фемарн утрауға тиклем бер кеше үтеү юл хаҡы – 12 евро [10].
Башҡортостан менән бәйләнештәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан менән Дания араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше 2014 йылда 84,5 миллион доллар тәшкил иткән, шуның 87 проценты (73,5 миллион доллар) — экспортҡа, 13 проценты (11 миллион доллар) импортҡа тура килә[11].
Данияныӊ транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]DSB ойошмаһы - Данияныӊ тимер юлында монополист.
S-tog cистемаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Данияныӊ тимер юлдарыныӊ күп өлөшө -S-tog Копенгаген агломерацияһын хеҙмәтләндерә. Агломерацияға Копенгаген, Хиллерёд, Клампенборг, Фредерикссунн, Фарум, Хёе-Тоструп һәм Кёге инә.
S-tog cистемаһы оҙонлоғо - 170 км, 85 станция (1 ер аҫтында). Көн һайын S-tog меӊ кеше ташый. Система DSB ойошмаһы составында. S-tog cистемаһы маршруттары:
Күперҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байрамдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 ғинуар - Яңы йыл.
- 7 май - Доға көнө.
- 9 май - Гельголанд һуғышы көнө.
- 16 апрель - Маргрет королеваның тыуған көн.
- 29 апрель - принцессса Бенедиктаның тыуған көнө.
- 5 июнь - Конституция көнө.
- 11 июнь - Принц Хенрик тыуған көнө.
- 24 декабрь - 30 декабрь- Раштыуа каникулдары.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Гренландия һәм Фарер утрауҙарын иҫәпкә алмайынса.
- ↑ Population by region and time (ингл.). Statistics Denmark (октябрь 2012). Дата обращения: 2 октябрь 2012. Архивировано 14 октябрь 2012 года.
- ↑ Һаулыҡ өсөн файҙалы 6-03-2012, 01:55 // Йәмғиәт(недоступная ссылка)
- ↑ Country and Lending Groups. World Bank. Accessed on 14 March 2016.
- ↑ "GDP per capita, PPP (current international $)", World Development Indicators database, World Bank. Database updated on 14 April 2015. Accessed on 22 August 2015.
- ↑ [1] (selecting all countries, GDP per capita (current US$), , World Bank. Accessed on 22 August 2015.
- ↑ An Overview of Danish Pork Industry: Integration and Structure 2016 йыл 4 март архивланған. by Karen Hamann – The Institute for Food Studies & Agroindustrial Development. Access date: 23 July 2012.
- ↑ Denmark:Economy . Pearson Education. Дата обращения: 29 май 2014.
- ↑ Statens Gæld og Låntagning . Statistics Denmark. Архивировано из оригинала 10 август 2011 года.
- ↑ [ https://www.scandlines.com/tickets-und-tarife/tickets-and-prices/puttgarden-rodby.asp(недоступная ссылка) ]
- ↑ Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дания Короллегенең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Томас Винклер етәкселегендәге рәсми һәм эшлекле даирәләр делегацияһы менән осрашты(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |