Көҫәпәй
Ауыл | |
Кусепеево башҡ. Көҫәпәй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452482 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Көҫәпәй (рус. Кусепеево) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Мәсетле ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 250 кеше[2]. Почта индексы — 452482, ОКАТО коды — 80247840003.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 27 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Мәсетле): 3 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачёво): 56 км
Көҫәпәй Йүрүҙән йылғаһы ҡушылдығы Муҡшы йылғаһы (11 км) буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 27 километр һәм Кропачёво станцияһынан (Силәбе өлкәһе) 56 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көҫәпәй ауылына XVIII быуаттың 2-се яртыһында Себер даруғаһы Мырҙалар улусы биләмәһендәге Мәсетле ауылы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған[4].
Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Мырҙалар улусы | Өфө өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Мырҙалар улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Мырҙалар улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Мырҙалар-Мәсетле ауыл советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Мәсетле ауыл советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Мәсетле ауыл советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көҫәпәй ауылы Мәсетле ауылынан күсеп сыҡҡан кешенең исеме йәғни антропоним менән бәйле яңы ауыл булған.
1795 йылда Көҫәпәй ауылында 22 хужалыҡта 140 кеше йәшәгән.
1816 йылда ике ауылда — 342, 1834 йылда 628 кеше йәшәгән.
1849 йылдың октябрендә был ауылдар тураһындағы бер документта былай тип яҙылған: «Башҡорттарҙың бер өлөшө Мырҙалар-Мәсетле ауылынан Йүрүҙән аръяғына күсеп сыҡҡан, һәм ауылды Көҫәпәй тип атаған».
Ике ауыл бергә иҫәпкә алынғанлыҡтан, игенселек торошо тураһында мәғлүмәт юҡ тиерлек. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, XIX быуат аҙағына игенселек хаҡында ҡайһы бер мәғлүмәт бар. Игенселек системаһы әлегә ныҡлы урынлашмаған, ҡалдаулынан (аралаштырылған) өс баҫыулыға күсмәгән, була. Ҡара тупраҡҡа арыш, һоло, бойҙай сәскәндәр. Муҡшы йылғаһы буйындағы һыу тирмәнен йылына 15 һум менән 12 йылға ҡуртымға биргәндәр.
1842 йылда 22 хужалыҡта 167 ат, 116 һыйыр, 54 һарыҡ, 3 кәзә аҫыралған. Малды йәй буйы көтөүҙә йөрөткәндәр. Бесәнлектәр Йүрүҙән йылғаһының һыубаҫар туғайҙарында ла, таусыҡтарҙа ла урынлашҡан булған. 30-ға яҡын кеше һәр береһе 6 һум эш хаҡына яҡын-тирә ауылдарға ураҡҡа ялланған. Яҙ көндәрендә Балашевтың урман дачаһында 20 кеше, һәр береһе айына 4 һум ялына, урман ҡырҡҡан һәм ағас яндырып күмер эшләгән[5][6].
1865 йылда (Мырҙалар-Мәсетле ауылы халҡы менән бергә) 83 йортта 587 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, ситкә китеп эшләү (отходничество) менән шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне була.
1906 йылда мәсет теркәлгән[7][8].
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылда Көҫәпәйҙә 63 хужалыҡта 332 кеше йәшәгән. Әлеге ваҡытта Көҫәпәй ауылында төп мәктәп, фельдшер-акушер пункты бар[9].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көҫәпәйҙә башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 229 | ||||
1920 йыл 26 август | 332 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 226 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 243 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 207 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 241 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 250 | 128 | 122 | 51,2 | 48,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нуриев Дамир Әхмәт улы (18.03.1941), ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1996), профессор. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәр биреү хеҙмәткәре (1998), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004).
- Әхтәров Урал Нурит улы (5.07.1940), урман хужалығы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» һәм III дәрәжә Хеҙмәт даны ордендары кавалеры[10].
Көҫәпәйҙә тыуып-үҫкәндәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү].
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Таусыҡтар, түбәләр:
Йылғалар, күлдәр:
- Йүрүҙән
- Муҡшы
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Башҡа урын-ер атамалары:
1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡушаматтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 104—105 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
- tv-rb.ru/teleproekty/poznavatelno-razvlekatelnye/bashkorttar/
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Көҫәпәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Көҫәпәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Көҫәпәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 104—105 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7
- ↑ Көҫәпәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Көҫәпәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Көҫәпәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ветеран лесного хозяйства Башкортостана Урал Ахтаров отмечает 70-летний юбилей (рус.)
- ↑ Карта д. Кусепеево. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |