Балаҡатай районы
| |||
| Ил | |||
|---|---|---|---|
| Төрө | |||
| Урынлашҡан урыны | |||
| Берләштерә |
14 ауыл советы | ||
| Идари үҙәге |
Яңы Балаҡатай ауылы | ||
| Барлыҡҡа килеүе |
1930 | ||
| Халҡы (2010) |
21 277 | ||
| Аланы |
3037 км² (15 урын) | ||
| Ваҡыт бүлкәте | |||
| Машина номерҙары коды |
02, 102 | ||
Балаҡатай районы (рус. Белокатайский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Республиканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Силәбе һәм Свердловск өлкәләре менән сиктәш урынлашҡан. 1930 йылда Иҫке-Балаҡатай районы ойошторолған, 1933 йылда хәҙерге исеме бирелгән. Майҙаны — 3037 км². Район үҙәге — Яңы Балаҡатай ауылы, Өфөнән 341 км, иң яҡын тимер юл станцияһы Үңкерҙенән (Силәбе өлкәһе) 35 км.
Халҡы — 22,6 мең (2010) кеше (1970 — 27,5 мең; 1979 — 24,9 мең; 1989 — 22,1 мең; 1995 — 23,0 мең кеше). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 8 кеше. Күпселек урыҫтар һәм башҡорттар йәшәй. Районда барлығы 46 ауыл. Кешеләрҙең күбеһе (1989 халыҡ иҫәбен алыу буйынса) Яңы Балаҡатай (5,3 мең), Ҡарлыхан (1,7 мең), Урғалы (1,5 мең), Ямаш (1,2 мең) ауылдарында көн итә.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район территорияһы Ҡариҙел менән Әй йылғаларының түбәнге ағымы араһында ята. Диңгеҙ кимәленән 300—400 метр өҫтә. Ул ерҙәр йылға туғайҙары, ҡулауыҡтар менән ныҡ ҡына бүлгеләнгән. Көнсығыш яғын Уралдың көнбайыш битләүендәге алғы һырттар теҙмәһе (Масҡары арҡа, Ҡарауылтау, Һараяҡ, Аҡҡашҡа һ. б.) биләй. Орографик факторҙар тәьҫире арҡаһында яуым-төшөм күләме 550—600 мм-ға барып етә, йылы ваҡыт 90—100 көндән артмай.
Һоро һәм ҡарағусҡыл һоро урман тупрағы, ә көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә һоро һәм ҡарағусҡыл һоро тау-урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Райондың 46,8% ерен ҡатнаш урмандар алып тора. Ҡондоҙ, шәшке, ҡама, ҡырағай йәнлек һәм ҡош-ҡорттоң башҡа һунар-промысла төрҙәрен һаҡлау маҡсатында Ҡарлыхан менән Балаҡатай заказниктары ойошторолған.
Районда ҡомташ (Яңы Балаҡатай), кирбес балсығы (Атарша), ҡом, ҡомло ҡырсынташ кеүек материалдар ҡатнашмаһы, агрономик рудалар: эзбизташ, күл эзбизе, торф туфы (Аҡсаған) ятҡылыҡтары табылған. Уларҙың бер ни тиклем өлөшө урындағы ихтыяж өсөн ҡулланыла.
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Районды транспорт менән хеҙмәтләндереүҙә ике тимер юл станцияһы: Үңкерҙе (район территорияһынан ситтә) һәм Урғалы (район территорияһында) ҡатнаша. Үңкерҙенән Яңы Балаҡатай ауылынана автомобиль юлы бара. Яңы Балаҡатай—Үрге Ҡыйғы һәм Яңы Балаҡатай—Ҡарлыхан—Оло Устьикин автомобиль юлдары районды республика әһәмиәтендәге Өфө—Бөрө—Сулея—Һатҡы, Мәсәғүт—Красноуфимск автомобиль магистралдәре менән тоташтыра. Урғалы тимер юл станцияһында «Уренгой—Силәбе—Петровск» газ үткәргесенең газ ҡыуҙырыу станцияһы урынлашҡан. Яңы Балаҡатайҙа аэропорт эшләй.
Социаль-мәҙәни өлкә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Районда 38 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 12 урта мәктәп; 1 музыка мәктәбе, 1 ПУ, 21 дөйөм китапхана, 42 клуб учреждениеһы, үҙәк район, 3 участка дауаханаһы бар.
Урыҫ һәм башҡорт телдәрендә «Новый Белокатай» — «Яны Балакатай» гәзите сыға.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Белокатайский район история и современность.pdf / Историко-краеведческое издание. / Автор-составитель В. А. Ощепков. — Уфа : Издательство «Диалог», 2004. — 476 с. — ISBN 5-94524-028-1. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2021)
- В Карлыханово поют, а в Емаше слышно... (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2021)
- История православных и старообрядческих храмов и молитвенных домов Уфимской губернии Белокатайский район (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2021)
- Из истории Белокатайского района и с. Карлыханово (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2021)
- Здесь отчизна моя... (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2021)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Балаҡатай районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 29 ғинуар 2021)
- Администрация муниципального района Белокатайский район Республики Башкортостан. Официальный сайт 2021 йыл 2 февраль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 ғинуар 2021)
- Белокатайский портал 2012 йыл 18 ғинуар архивланған.
- Белокатайский район: история и современность / Историко-краеведческое издание. / Автор-составитель В. А. Ощепков. — Уфа : Издательство «Диалог», 2004. — 476 с. — ISBN 5-94524-028-1. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 ғинуар 2021)