Эстәлеккә күсергә

2-се Иҙелбай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(2-е Идельбаево битенән йүнәлтелде)
Ауыл
2-е Идельбаево
башҡ. 2-се Иҙелбай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Ауыл Советы

Таймый

Координаталар

55°24′40″ с. ш. 57°49′39″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1795

Халҡы

328[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452494

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 855 003

ОКТМО коды

80 647 455 116

2-е Идельбаево (Рәсәй)
2-е Идельбаево
2-е Идельбаево
2-се Иҙелбай (Башҡортостан Республикаһы)
2-е Идельбаево

2-се Иҙелбай (икенсе атамаһы Баҙраҡ; рус. 2-е Идельбаево) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл. Таймый ауыл Советына инә. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 328 кеше булған[2]. Почта индексы — 452494, ОКАТО коды — 80247855003.

  • 2-се Иҙелбай ауылы Салауат районының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Айыр йылғаһы Йүрүҙәнгә ҡушылған тәңгәлдә урынлашҡан.
  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 41 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Таймый): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачёво): 70 км

2‑се Иҙелбай (Баҙраҡ) Йүрүҙән йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 41 километр һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 70 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Ауылдың рәсми атамаһы «Иҙелбай» — ауылға нигеҙ һалыусының исеме. Ауылдың халыҡ телендәге икенсе исеме — Баҙраҡ. Был атаманы аңлатыу буйынса бер фараз: оло йәштәгеләр һөйләүенсә, йәнәһе лә, ауыл тирәһендәге туғайҙар, ҡырҙар сәскәгә бай, шунан сығып беренсе йәйләүселәр бында бал күп уңа, был яҡ балдыраҡ тип һамаҡлағандар имеш, ауылға исем шунан сығып бирелгән, һуңынан ул «Баҙыраҡ»ҡа әйләнеп киткән.

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Мырҙалар улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Мырҙалар улусы Өфө өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Мырҙалар-Мәсетле ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Мәсетле ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Мәсетле ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2-се Иҙелбай ауылына Иҙелбай ауылы (хәҙерге 1-cе Иҙелбай ауылы) кешеләре 1914 йылдан 1920 йылға саҡлы Златоуст өйәҙе территориһында нигеҙ һалған[4].

1925 йылда 1-се Иҙелбай ауылында мәктәп асылған, ә 2-се Иҙелбайҙа мәктәп XX быуаттың 30-сы йылдарында эшләй башлай. Ул Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған журналист, шағир һәм яҙыусы Мазһар Абдуллин исемен йөрөтә.

2-се Иҙелбай ауылында төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[5].

2-се Иҙелбай ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1920 йыл 26 август 607 248 359 40,9 59,1
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 602 274 328 45,5 54,5
1959 йыл 15 ғинуар 510
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 439 222 217 50,6 49,4
2002 йыл 9 октябрь 408 209 199 51,2 48,8
2010 йыл 14 октябрь 328 160 168 48,8 51,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Әминев Исрафил Иблиәмин улы, 1928 йылда төҙөлгән «Өс ҡайын» исемле артелдың, 1930 йылдан «Башҡортостан» исемле колхоздың беренсе рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышына ауылдан тәүгеләрҙән булып үҙе теләп китә, Башҡорт атлы дивизияһында хеҙмәт итә, батырҙарса һәләк була.
  • Әминева Люциә Исрафил ҡыҙы, журналист, Салауат, Дыуан һәм Ейәнсура район гәзиттәрендә эшләй, 1968 йылда «Башҡортостан ҡыҙы» журналын сығара башлауҙа ҡатнаша, баҫманың тәүге техник редакторы була.
  • Әминев Раян Хәйрулла улы (1955—2018), районда танылған эшҡыуар.
  • Ғәйфуллин Әлтәф Әшрәф улы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Баш­ҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе урынбаҫары, «Әхмәтзәки Вәлиди» йәмәғәт фонды директоры.
  • Ғәлин Сәйеҙғәли, Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы өсөн III дәрәжә Дан ордены менән наградланған
  • Ғәрифуллина Зәнүфә Ғәйнетдин ҡыҙы (12.08.1932—11.2019), ауыл мәктәбендә беренсе юғары белемле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1995), фольклорсы, халыҡ ижадын йыйыусы, ауыл тарихын әүҙем өйрәнеүсе, «Йүрүҙән ынйылары» исемле ауыл тарихына бағышланған, арҙаҡлы шәхестәрҙе һүрәтләгән һәм халыҡ ижады өлгөләре тупланған китап авторы (Малаяҙ, 2002 йыл), «Йүрүҙән буйы йырҙары һәм таҡмаҡтары» китабының авторы (Малаяҙ, 2007 йыл),
  • Искәндәров Сәғит Саммаш улы[6], гвардия капитаны, батальон командиры, Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлыҡтары өсөн Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордендары менән бүләкләнгән.[7]
  • Йәғләмүнов Мәғәфүр Хәбиб улы, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән яугир-фронтовик. Оҙаҡ йылдар умартасы булып эшләне, бүлексә профсоюз ойошмаһының рәйесе, район һәм республика гәзиттәренең әүҙем хәбәрсеһе булды
  • Йәғләмүнов Тәлғәт Хатмулла улы, милиция органдары ветераны, отставкалағы милиция майоры.
  • Ҡаһирова (Сафина) Зоя Шири (Ширияздан) ҡыҙы (27.09.1935—02.2019), Белорет районы Сермән мәктәбендә эшләгән, СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, РСФСР һәм БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, 2003 йылда «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре» тигән ике томлыҡ энциклопедияға индерелгән.
  • Латипов Ниғәмәт Яппар улы, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән яугир-фронтовик, күп йылдар малсылыҡта фиҙакәр хеҙмәт күрһәтте
  • Нуретдинов Ансар Әнүәр улы, журналист, Википедия ирекмәне. 2013—2017 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының (2021), ВЛКСМ Үҙәк Комитетының (1979) һәм Рәсәй Журналистар союзының (2015) Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе.
  • Нуретдинов Артур Әнүәр улы, ветеринария табибы, 2019 йылғаса Салауат районы ветеринария дауаханаһының әйҙәүсе белгесе, Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Почёт грамотаһы (2019) һәм Рәхмәт хаты (2017), Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почёт грамотаһы (2006) менән бүләкләнеүсе.
  • Нуретдинов Әкрәм Әнүәр улы, журналист, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Журналистар союздары ағзаһы, төньяҡ-көнсығыш райондар өсөн Мәсәғүттә нәшер ителгән «Әйлестан» гәзите мөхәрире. Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының ике Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе.
  • Нуретдинов Әнүәр Хәйретдин улы (25.12.1930—21.01.2011), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, оҙаҡ йылдар бүлексә агрономы, 25 йыл рәттән тәүге партия ойошмаһы секретары. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).
  • Садиҡов Ғәтиәт Ғиниәт улы, үҙешмәкәр композитор һәм шағир, Иҙелбай ауылы тураһында йырҙар авторы, милиция органдары ветераны.
  • Сафин Франгил Шири (Ширияздан) улы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы
  • Харисов Айҙар Әнүәр улы, Рәсәй буйынса нефть һәм газ үткәргестәр төҙөүсе эре фирмала баш инженер
  • Харисов Әнүәр Ғәни улы, «Һарғамыш», һуңынан «Йүрүҙән» совхозының үҙәге Арҡауыл ауылында урынлашҡан бүлексәне күп йылдар етәкләне
  • Рәжәп Ҡазыханов өйөнә канализация үткәреү өсөн ҡулдан траншея ҡаҙғанда ике метрҙан ашыуыраҡ тәрәнлектә ҙур хайуан тешенә оҡшаған һөйәккә юлыға[8].

Ауыл һәм уның урамдары, халыҡ телендә өс өлөшкә бүленеп, һәр береһе айырым атама менән йөрөтөлә: Йүрүҙән буйындағы үҙәк урамдар — «Иҫҡауыл» («Иҫке ауыл» һүҙ бәйләнешенән), Айыр йылғаһы буйындағы оҙон бер урам — «Яңауыл» һәм ауылдың көнсығыш яғындағы урамдар — «Арғос» (Арғы ос).

Урамдарға түбәндәге рәсми исемдәр бирелгән:

  • Йәшел урамы (рус.  Зелёная (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Яр буйы урамы (рус.  Набережная (улица)
  • Үҙәк урам — (рус.  Центральная (улица)
  • Мәктәп урамы — (рус.  Школьная (улица)[9].
  • Йүрүҙән — Ҡариҙел ҡушылдығы, 1-се һәм 2-се Иҙелбай ауылдары Йүрүҙән йылғаһының ике яҡ ярында урынлашҡан. Шуға күрә 1-се Иҙелбай халҡына 2-се Иҙелбайҙар — "аръяҡ"тар һәм киреһенсә «Икенселәргә» «Беренселәр» — «аръяҡтар».
  • Айыр йылғаһы — Йүрүҙәндең һул ҡушылдығы. Бәрҙе балығы һаҡланған тау йылғаһы. «Оло Айыр» һәм «Кесе Айыр» йылғаларға бүленә.
  • Ҡутҡан (тауы) — ауылдан көньяҡта 1-1,5 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан тау.
  • Түгәрмә(тауы) — (Түгелмә)-Йүрүҙән йылғаһының текә уң яры.
  • Cусаҡтау — ауыл янында урынлашҡан тау. Рәсми булмаһа ла, элекке вулкан сусағы тигән фекер бар.
  • Асы шишмәһе — Йүрүҙән йылғаһының һул яғында, ауылдан көньяҡта ятҡан йылы шишмә. Ҡышын да, йәйен дә һыу температураһы 16 градусҡа яҡын. Көкөртлө водородлы һыу. Тирә яғында хасил булған һаҙ батҡағын ауыл халҡы (хәҙерге көндә сит яҡ санаторийҙар ҙа) төрлө ауырыуҙарҙан дауаланыу өсөн ҡуллана.
  • Дуевка
  • Ямаҙы
  • Ҡалтай — «25 меңлектәр» нигеҙ һалған ауыл, Айыр йылғаһы буйлап өҫкәрәк, Осиновка ауылынан саҡрымдан артыҡ ерҙә урынлашҡайны. ХХ быуаттың 50-60-сы йылдарында халҡы күсенеп китеп бөттө.
  • Иван—гора
  • Моронсоҡ
  • Һөтлө шишмә. Түш тауының көнсығыш битләүенән ағып сығыусы шишмә. Составында булған мел һәм башҡа химик ҡатнашмалар арҡаһында аҡһыл төҫкә эйә. Һуңғы йылдарҙа ҡороп бара.
  • Кәргәҙе күле
  • Һағыҙат аҫыт күле
  • Киндеркүл
  • Шылған
  • Түш
  • Осиновка — «25 меңлектәр» нигеҙ һалған урыҫ ауылы. Яңауылдан 3 саҡрым алыҫлыҡта, Айыр йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡайны. ХХ быуаттың 50-60-сы йылдарында башланғыс мәктәп, магазин, шулай уҡ сусҡа һәм һыйыр фермалары, тимерлектәре бар ине. 60-сы йылдар уртаһында мәктәп ябылғас, халыҡ райондағы ҡайһы бер урыҫ ауылдарына, башлыса Силәбе өлкәһенең яҡындағы Эҫем, Әшә, Ҡытаутамаҡ һәм башҡа ҡалаларға күсенеп китте.
  • Кәфей яланы(төбәге).
  • Утынлыҡул
  • Дәрәнғул
  • Маяҡ
  • Бийәнкә
  • Увал
  • Түңәрәк ҡыуаҡ
  • Түңәрәк

Мырҙалар

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 2-се Иҙелбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. 2-се Иҙелбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. 2-се Иҙелбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. 6-Я ГВАРДЕЙСКАЯ СТРЕЛКОВАЯ ДИВИЗИЯ
  7. Шостку штурмовали ночью
  8. Мамонтмы, әллә динозаврмы? «Башҡортостан» гәзите, 2015, 5 сентябрь 2016 йыл 9 март архивланған.
  9. 2-се Иҙелбай ауылы «Госсправка» сайтында (рус.)