Ахун (Салауат районы)
Ауыл | |
Ахуново башҡ. Ахун | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452482 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ахун (рус. Ахуново) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл. Мәсетле ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 673 кеше[2]. Почта индексы — 452482, ОКАТО коды — 80247840002.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 18 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Мәсетле): 6 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачёво): 47 км
Ахун ауылы Йүрүҙән йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 18 километрҙа һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 47 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ахун ауылына Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.
Йүрүҙән йылғаһы буйындағы Ахун ауылына 1770 йылдың 18 авгусында Академия экспедицияһы етәкселәренең береһе академик И. И. Лепехин килгән булған. Ул бында башҡорт дин әһелен — ахунды — күргән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы уның исемен атамаған. Яҙмаларынан түбәндәге юлдарҙы уҡыйбыҙ. «Шәрип ауылынан 15 саҡрымда Йүрүҙәнгә ҡойоусы Беййылға буйында ултырған Ахун ауылында башҡалар менән бергә … ахун йәшәй. Был ауылда беҙ үҙ ғүмеребеҙҙә тәүге тапҡыр тәбиғи башҡорт сығышлы һирәк осраған мосолман руханийын күрҙек: ул ғәҙәттә китап шауҡымы тейгән кеше булырға тейеш; әммә башҡорттар күп ваҡытта, китап менән түгел, ҡымыҙ менән мауыға». Әммә академиктың Башҡортостанда бер даруғаға бер ахун ғына рөхсәт иткән 1736 йылғы бойороғон белгән, тип һанағанлыҡтан, уның юморы урынлы түгел. Даруғалар 4: Ҡаҙан, Нуғай, Уҫы, Себер даруғалары булған. 4 ахундың береһен ул Себер юлында күргән. Ҡалған ахундарҙы күрер өсөн, ғалим башҡа даруғаларға ла сәйәхәт итергә тейеш булған. Ахундар, ысынлап та, һирәк осраған.
Ахун вазифаһына бай тормош тәжрибәһе туплаған, уҡымышлы ир-атты ғына тәғәйенләгәндр. Ғалим исемен атамаған ахун урынына, күрәһең, һуңғараҡ сығышы менән күрше Тырнаҡлы ырыуына ҡараған Лағыр ауылынан Яңыбай Ишмөхәмәтов һайланғандыр[4].
1795 йылда Ахун ауылы 28 хужалыҡтан тороп, унда 174 кеше йәшәгән. 1816 йылда 30 хужалыҡта — 180, 1834 йылда — 40 хужалыҡта 243, 1859 йылда — 75 хужалыҡта 312 кеше йәшәгән[5].
Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Мырҙалар улусы | Өфө өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Мырҙалар улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Мырҙалар улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Мырҙалар-Мәсетле ауыл советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Мәсетле ауыл советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Мәсетле ауыл советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1816 йылда Ахун ауылының бер кешеһе, Абдул Яҡупов (улы Абдулатиф), һаман да 1812 йылғы Ватан һуғышынан ҡайтмаған булған.
Информаторҙар фекере буйынса, Аптыраҡ тигән ауыл халҡы[6] күсеп килеп хәҙерге Ахун урынында төпләнгән, һәм тәүге күсеп килеүселәр юрматы ырыуы кешеләре булған.
1842 йылда 251 кешегә 83 сирек ужым һәм 336 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. 7 сирек картуф ултыртылған.
42 хужалыҡта 600 ат, 400 эре мөгөҙлө мал, 200 һарыҡ, 80 кәзә аҫыралған. Умартасылыҡ (30 умарта) һәм солоҡсолоҡ (10 солоҡ) менән шөғөлләнгән. Мәсет булған. 1865 йылда 60 йортта 302 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.
Ауылдың XX быуаттағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда Ахун аулында бакалея кибете, запас иген һаҡлау мөгәзәйе булған.
1920 йылда Ахун ауылының 96 хужалығында 501, 1998 йылда — 588 кеше йәшәгән.
Әлеге ваҡытта Ахун ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт һарайы, китапхана бар.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ахун ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 501 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 503 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 567 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 472 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 633 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 673 | 328 | 345 | 48,7 | 51,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яҡуп Теләүембәтов — Пугачёв етәкселегендәге 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, полковник. Себер юлы Мырҙалар улусының Ахун ауылында тыуған. Улус муллаһы.
- Йәнғәлин Солтан Йәнғәле улы (1905 йыл — 24 февраль 1943 йыл) — ҡыҙылармеец, рядовой. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Ат ҡараусы булып хеҙмәт итә.
- Хәмит Яруллин (25.02.1935—5.06.2015), башҡорт совет һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, режиссёр һәм педагог. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1985) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977) артисы.
- Яруллина Нурия Кинжәбай ҡыҙы — уҡытыусы, журналист. 1999—2006 йылдарҙа Салауат районының башҡорт телендә нәшер ителгән „Йүрүҙән“ гәзитенең баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре
- Йәнғәлин (Жиәнғәлин) Әхмәҙи Солтан улы — мәғариф алдынғыһы, мәктәп директоры булып эшләне, урта мәктәп һалдырҙы, хаҡлы ялда
- Саматов Рауил Ким улы — уҡытыусы, Ахун ауылында урта мәктәп директоры булды. хәҙер Янғантау шифаханаһында эшләп килгән „Каравелла“ диңгеҙ музейын ойоштороусы һәм уның етәксеһе.
- Хәйретдинов Фәсхетдин Фәссәхетдин улы — юрист, Өфөлә йәшәй, хаҡлы ялда.
- Фәрхиев Мөҙәрис Кәбир улы — хажи (2007), (2017), Салауат районының имам-мөхтәсибе.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү].
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
- Ҡаратау, Маяҡ, Ҡыҙҙар тауы, Остотау, Ҡара бейә күтәрткән тау, Кәзә тауы, Оҡҫон тау, Тәлпәк ҡарағай тауы (урау), Борсаҡ һуҡҡан тау, Ҡарағай тау, Сатра, Гөлкәй һәндерәһе, Трактор, Һелкәүес тау, Тупаҡтау, Айыу сыҡҡан тау, Көркәк тау, Әбей тауы, Ҡыуандыҡ тау, Бөркөтоя
Йылғалар:
- Йүрүҙән, Бәлйәкте, Суҡраҡ, Иген йылға, Беййылға
Шишмәләр:
- Барый шишмәһе, Сатра шишмәһе, Үрге яҡ шишмәһе
Ялан-бесәнлектәр:
- Аҡ ялан, Йыланды ҡул, Суҡраҡ буйы, Иген йылға буйы, Аръяҡ, Тирәк араһы яланы, Саптар ат төбәге, Ташты ҡул, Ҡондоҙ ояһы, Көсөгән ояһы, Мәүлит төбәге, Ялан сабыу
Таусыҡтар, түбәләр:
- Ҡарауыл таш, Малайҙар шыуған тау, Убырғул, Йомалы ҡаштаҡ, Ҡарағайҙы ҡул
Башҡа урын-ер атамалары:
- Урыҫ юлы, Урта юл, Кирпичный, Отруб, Ярыҡ күл, Тамаҡ, Дегәнәкте, Хәйри кисеүе, Оҙон күл, Ҡарағай төбәк, Пчәлник
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҙаш ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡушаматтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ботоҡай, Эсәк, Берәник, Кәзә, Тараҡан, Әтәс, Сысҡан, Һалбыр, Ҡыяр, Суҡан, Әбләй, Симешкә, Дәүғолаҡ, Муҡшы, Большой, Пашка, Татарин, Шайтан, Ҡапаҡ, Казах, Бүре, Ҡарға, Алпауыт, Саңғы, Бесәй, Тәкә, Кәбеҫтә, Таштабан, Йәшкә, Алдаркин, Бәпкә, Күтән, Кәнтәй, Әкүс, Һейгәк, Сатанай, Серәкәй, Титаҡай, Көршәк, Кәшил, Һикербейә, Сайылдаҡ, Бармалей, Бапаҡ, Ҡаймаҡ, Һайыҫҡан, Тешһеҙ, Зуб, Аҡҡош, Мискә, Мәзин, Сараҡай, Агай, Ҡаҡай, Тәкә, Сипылдаҡ, Ишәк, Әсүл, Турғай, Майгүт, Уҫыраҡ, Агент, Арҡыры, Орсоҡ
Ауыл һәм ахундар ваҡытлы матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лиана Вәлиуллина. „Ҡаратау биҙәктәре“ оҫталары теккән милли кейем күҙҙең яуын ала. „Йәшлек“ гәзите , 2018, май.
- Көнһылыу Ғәлиева. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ .»Йүрүҙән", 2018, 23 ғинуар
- М. Сафиуллина. Мастерицы из народа, «На земле Салавата»,2017, 15 декабря
- Рәмзилә Иштуғанова. Киләсәк быуынға мираҫ итеп. «Әйлестан» гәзите, 2017, 31 октябрь.
- Әкрәм Үҙәнбаев. Һоҡландыра оҫта ҡулдары. «Башҡортостан» гәзите, 2017, 13 март[8].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. —] ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ахун (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Ахуново на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Ахун (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ ЦГИА РБ. Ф.138. Оп.2. Д.372 (1816 г.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа, с. 121
- ↑ Карта д. Ахуново. Улицы
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2017, 13 март 2017 йыл 25 июль архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 сентябрь 2018)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |