Бурһыҡ (Татарстан)
Ауыл | |
Бурһыҡ татар. Бурсык | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
210 человек (2000) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423753 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Бурһыҡ — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Мәсәҙе ауыл биләмәһе составына керә.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ағиҙел йылғаһының тамағы янында, Аҡтаныш ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бурһыҡ — гәрәй ырыуы башҡорттарының ауылы. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Таҡталасыҡ түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип (аҙаҡ Таҡталасыҡ) улусы составына керә.
1848 йылда тирмән, мәсет (1811 йылдан билдәле), ә 1870 йылда мәсет ҡарамағында мәктәп теркәлгән[2][1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Коллективизация осоронда ауылда «Ағиҙел» колхозы ойошторола, аҙаҡ ул Куйбышев исемен йөрөтә, ә 1965 йылда «Аҡтаныш» колхозы составына керә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ир енесле 104 башҡорт; 1816 йылда — 152 башҡорт, 5 типтәр; 1834 йылда — 235 башҡорт, 5 типтәр; 1859 йылда — 443 башҡорт, 8 типтәр; 1870 йылда — 461 башҡорт; 1905 йылда — 700 башҡорт йәшәй[2].
1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
443 | 461 | 483 | 642 | 706 | 654 | 611 | 707 | 788 | 486 | 468 | 358 | 231 | 210 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, китапхана, клуб бар[1].