Эстәлеккә күсергә

Уразай (Аҡтаныш районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Уразай
татар. Уразай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Уразай

Координаталар

55°45′18″ с. ш. 53°56′09″ в. д.HGЯO

Халҡы

406 человек (2010)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423330 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

92 202 862 001

Код ОКТМО

92 605 430 101

Номер в ГКГН

0188686

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Уразай (Рәсәй)
Уразай
Уразай
Уразай (Аҡтаныш районы) (Татарстан)
Уразай

Уразай — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Уразай ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Ауыл Ағиҙел йылғаһынан 3 км, Аҡтаныш ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Уразай (Иҫке Ураҙай) — гәрәй ырыуы башҡорттарының ауылы. 1674 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Әжәкүл түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип улусы составына керә.

XX быуат башында 2 мәсет, мәктәп, икмәк магазины, 2 ел тирмәне (1870 йылда — 5), бакалея кибете теркәлгән[2][1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].

1795 йылда ир енесле 119 башҡорт; 1834 йылда — 412 башҡорт; 1859 йылда — 625 башҡорт; 1870 йылда — 518 башҡорт; 1906 йылда — 549 аҫаба башҡорт (Яңы Ураҙай ауылында — 370 аҫаба башҡорт ) йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1859187018841897190619131920192619381949195819701979198920022010
628657777509549548586[3]570650659583645586511454406

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Абдулмоталап Әбделкәримов (1785—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 445—449. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  3. Яңы Ураҙай ауылы кешеләре менән бергә