Илсебай (Татарстан)
Ауыл | |
Илсебай татар. Илчебай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы |
98 человек (2002) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423750 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Илсебай — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Ураҙай ауыл биләмәһе составына керә.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илсебай — гәрәй ырыуы башҡорттарының ауылы. 1747 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Әжәкүл (аҙаҡ Йәнегет) түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип (аҙаҡ Таҡталасыҡ) улусы составына керә.
1848 йылда 2 тирмән, 1905 йылда — хужалыҡ магазины, бакалея кибете, мәсет (1812 йылдан билдәле) теркәлгән. Ауылда Николаевтың поташ аводы эшләгән[2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
1929 йылда ауылда «Бүләк» колхозы ойошторола, һуңыраҡ ул «Таулар» колхозы составына керә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ир енесле 223 башҡорт; 1816 йылда — 358 башҡорт; 1834 йылда — 382 башҡорт; 1859 йылда — 515 башҡорт; 1870 йылда — 632 башҡорт; 1912 йылда — 700 башҡорт йәшәй[2].
1859 | 1870 | 1897 | 1908 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
515 | 632 | 538 | 644 | 688 | 282 | 320 | 292 | 169 | 148 | 181 | 123 | 107 | 98 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].