Эстәлеккә күсергә

Ҡобағош (Башҡортостан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Кубагушево битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Ҡобағош
рус. Кубагушево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Учалы

Ауыл советы

Миндәк

Координаталар

53°55′54″ с. ш. 58°43′04″ в. д.HGЯO

Халҡы

377[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453745

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 848 008

ОКТМО коды

80 653 448 131

Ҡобағош (Рәсәй)
Ҡобағош
Ҡобағош
Ҡобағош (Башҡортостан) (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡобағош

Ҡобағош (рус. Кубагушево) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Миндәк ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 377 кеше[2][3]. Почта индексы — 453745, ОКАТО коды — 80253848008.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 81 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Миндәк): 11 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Урал-Тау): 18 км

Ҡобағош ауылына Нуғай даруғаһы Күбәләк улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған, 1776 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1786 йыл) йылдан билдәле булған, Һәм Ҡобағош ауылы башҡа тораҡ пункттары араһында сағыштырмаса ҙур булған. Ауылда тәүге төпләнеүсе Ҡобағош Ҡарабаев булған. 1795 йылғы V рәүиз 30 йортто асыҡлай, Ҡобағош исемле ике ауылда 127 ир-ат һәм 107 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә. XIX быуат уртаһына йорт-хужалыҡ иҫәбе лә һәм халҡы ла ике тапҡырға арта: 79 йортта 295 ир-ат һәм 236 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Шул осорҙа күрше Баттал ауылынан Ҡобағошҡа 8 ғаилә күсенеп килә. Тәүге төпләнеүсенең улы старшина Хәсән Ҡобағошов 1777—1843 йылдарҙа йәшәй, уның балалары Абдулсаттар, Абдулсадыҡ, Ирәлей, Ғәбдулдейән. Ауылдан 2—3 саҡрымда күсеп йөрөү урындары урынлаша: май айында — Миндәк йылғаһы буйлап, июндә — Ярылған шишмәһе һәм Ҡарағош яланы, Урал тауы битләүе, июлдә Туғыҙғуй яланы, Һыуыҡ түбә тауы. 1841 йылда күсеп йөрөү урынына 250 ат, 220 һыйыр, 62 һарыҡ менән 65 йорт-хужалыҡ сыға. Кәзәләр булмай. Ауыл халҡы 288 бот ужым һәм 840 бот яҙғы иген сәскән[4].

1866 йылда 81 хужалыҡта — 592 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 622
1920 йыл 26 август 740
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 528
1959 йыл 15 ғинуар 458
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 392
2002 йыл 9 октябрь 402
2010 йыл 14 октябрь 377 185 192 49,1 50,9
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, халҡы — башҡорттар (98 %)[5].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ревизия материалдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1834 йылда[6] Ҡобағош ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Билалов урамы (рус. улица Билалова)
  • Вил Ғүмәров урамы (рус. улица Виля Гумерова)
  • Ғабдулхаҡ Ҡауыев урамы (рус. улица Габдулхака Кавыева)
  • Ҡурташ урамы (рус. улица Курташ)
  • Ҡуяшев урамы (рус. улица Куяшева)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Марат Минһажетдинов урамы (рус. улица Марата Мингажетдинова)
  • Миндәк урамы (рус. Миндякская улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Яңы урам (рус. Новая улица)
  • Рәфис Шәкиров урамы (рус. улица Рафиса Шакирова)
  • Яҡты урам (рус. Светлая улица)
  • Ҡояш урамы (рус. Солнечная улица)[8]
Ер-һыу атамалары
  • Ҡурғашай тауы
  • Ҡурғашай йылғаһы
  • Убалар ҡурғаны[9]
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Ҡобағош (Башҡортостан) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 21. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  6. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  7. «Башҡортостан» гәзите, 2012, 4 июль 2017 йыл 3 апрель архивланған.
  8. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
  9. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
  10. «Башҡортостан» гәзите, 2012, 4 июль 2017 йыл 3 апрель архивланған.