Эстәлеккә күсергә

Яхъя (Салауат районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Яхъя (Башкортостан) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Яхъя
башҡ. Яхъя
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Ауыл биләмәһе

Ишембай ауыл Советы

Координаталар

54°58′01″ с. ш. 58°04′53″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

Яхия, Яхино

Халҡы

333[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452499

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 247 815 005

Код ОКТМО

80 647 415 116

Яхъя (Рәсәй)
Яхъя
Яхъя
Яхъя (Салауат районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Яхъя

Яхъя (рус. Яхъя) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл. Ишембай ауыл биләмәһенә ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 333 кеше[2]. Почта индексы — 452499, ОКАТО коды — 80 247 815 005[3].

  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 28 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ишембай): 6 км

Яхъя ауылы Йүрүҙән йылғаһы ҡушылдығы Оло Берҙәш йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 28 километр һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнсығышҡа 8 киломтр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Яхъя ауылы мәсете. М. А. Круковский фотоһы, 1908 йыл.

Яхъя ауылына Ҡыр-Көҙәй улусына ҡараған. Ҡыр-Көҙәй улусы башҡорттары, Ҡаратаулы башҡорттары кеүек, Ер биләүгә хоҡуҡ бирә торған ҡағыҙҙы (Владенная память) Пётр I батшаның үҙенән 1701 йылда алған.

Яхъя ауылына XVIII быуаттың 70-се йылдарында Оло Берҙәш йылғаһы буйында Ҡыр-Көҙәй башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауылды Көҙәй улусы старшинаһы Яхъя Яҡшыевтың исеме менән атағандар. 1735-1740 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашҡандары өсөн Яхъяның атаһы нигеҙ һалған Йүрүҙән йылғаһының уң ярында урынлашҡан Яҡшы ауылы яндырылғанлыҡтан, улы йылғаның ҡаршы һул ярында, яңы урында, Яхъя ауылына нигеҙ һалған. Сөнки башҡорттар янғын булған ергә ҡабат өй төҙөмәйҙәр.

1795 йылда Яхъя ауылындағы 27 йортта бөтәһе 128 кеше: 54 ир-ат, 74 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күп булыуы XVIII быуаттың 30-70 йылдарындағы милли хәрәкәттәрҙең әүҙем ҡатнашыусы ир-егеттәрен даими рәүештә репрессияларға дусар иткәндәрен күрһәтә.

1816 йылда ла ҡатын-ҡыҙҙар күпселекте тәшкил иткән: 48 хужалыҡта 155 ир-егет һәм 169 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.

Ғаилә башлыҡтары араһында 6 ир-ат күп ҡатынлы булған. Был осрҙа уҡ мәсет булған.

Рәүиз материалында ауылда мәсет теркәлгән. 1834 йылғы VIII йәниҫәп буйынса ир-ат һаны артығыраҡ: 181, ҡатын-ҡыҙҙар 164. Артабан ошондай нисбәт һаҡланған.

1842 йылда 371 кешегә 125 сирек ужым һәм 528 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. 10 сирек картуф ултыртылған. 75 хужалыҡта йәшәгән 403 кешенең 394 йылҡыһы, 311 һыйыры, 116 һарығы, 34 кәзәһе булған. Барлығы 34 умарта һәм 42 солоҡ та иҫәпкә алынған[4][5]

Биләмә берәмектәренә инеүе
Теркәү йылы Улус, ауыл Советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Ҡыр-Көҙәй улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1816 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 улусы Мәсәғүт кантоны Автономиялы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926 улусы Мәсәғүт кантоны Автономиялы Башҡорт ССР-ы СССР
1930 улусы Үрге Ҡыйғы районы (Үрге Ҡыйғы районы) Башҡорт АССР-ы СССР
1935 Яхъя ауыл Советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы СССР
1941 Яхъя ауыл Советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР
1990 Ишембай ауыл Советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы

XIX быуаттың икенсе яртыһында Яхъя ауылының үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яхъяла 1859 йылда 79 йортта 382 кеше, 1865 йылда Яхъя ауылының 71 хужалығында 393 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет булған.

1895 йылда 105 йортта 517 кеше иҫәпкә алынған.

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда Яхъя ауылында мәсет, 2 запас иген һаҡлай торған мөгәзәй булған. Ир-ат тау заводтарында ла хеҙмәт иткән.

1920 йылдағы совет йән иҫәбен алыу материалы 126 хужалыҡта 609 кеше йәшәгәнен күрһәтә.

2005 йылда Яхъя ауылына XX быуат башында барлыҡҡа килгән Яхъя разъезы ҡушыла. 2007 йылдан хәҙерге исемен йөрөтә.

Әлеге ваҡытта Яхъя ауылында төп мәктәп, интернат, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Яхъя ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 609
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 512
1959 йыл 15 ғинуар 432
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 268
2002 йыл 9 октябрь 368
2010 йыл 14 октябрь 333

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ иҫәбе
1795[6]1816[6]1836[6]1859[6]1895[6]1920[6]2002[7]
128324345382517609368
2009[7]2010[1]
355333

М. А. Круковский фотолары (1908 йыл)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

С. Прокудин-Горский фотолары (1910 йыл)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1910 йылда ауылда фотограф, Рәсәйҙә төҫлө фотография пионеры Сергей Прокудин-Горский булып киткән. Ул төшөргән фотоларҙан күренеүенсә, Яхъя ауылы күркәм тәбиғәтле, ул заман өсөн ныҡлы ҡаралтылары, матур мәсете булыуы менән иғтибарға лайыҡ. Бик тырыш, хужалыҡсан халыҡ йәшәгәне күренеп тора. Ауыл тимер юлдан алыҫ булмаған, ир-ат шунда эшләгәндер, сөнки «Тимер юлсы башҡорт» тигән фото ла ошонан йыраҡ түгел төшөрөлгән[8].

Биҙәкләп үрелгән ситәне иҫкергән, көнбағыштар сәскә атҡан йәшелсә баҡсаһы фотоһы ла бар. Йорттарҙың ҡапҡалары ныҡлы, улар араһында «урыҫ ҡапҡаһы» тип аталып йөрөтөлгән төрҙө лә бар, ҡоймалар буралап һалынған. Мәсетле ауыл өсөн бик тәбиғи — мосолмандарҙың ихата эсе күренмәҫкә тейеш булған, ҡатын-ҡыҙҙы шулай ҡурсалағандар.

Тәҙрәләр — биҙәкле ҡапҡаслы; йорт алдында ағастар үҫкән кәртәле баҡсалары бар. Һарай, ихата — тәртиптә, төҙөк.

Милли кейемдәр бәҫле, ҡырма бүрек, эшләпә кейгәндәре аңлашыла. Фотола болдорҙа ултырған ҡатын фотоһының кем булғанлығы асыҡланған, уның Фәрхиназ исемле булыуы билдәле (Милли кейемле башҡорт ҡатыны. С. Прокудин-Горский фотоһы).

  • Йәшел урам (рус.  Зелёная (улица)
  • Торналы урамы (рус.  Турналинская (улица)
  • Урман урамы (рус.  Лесная (улица)
  • Сәғәҙиев урамы (рус.  Сагадиева (улица)
  • Ғәйфуллина урамы (рус.  Гайфуллиной (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Сәләхов урамы (рус.  Салахова (улица)[9]

Тауҙар:

Йылғалар: Оло Берҙәш

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тарихи ҡомартҡы: Яхъя ауылы янында Буран яҙмаһы (Бурановская писаница) табылды.

  • Г. Ҡотоева. Башҡортомдоң аҫылы Фәрхиназ [2] 2018 йыл 22 ғинуар архивланған.
  • Башкирская деревня Эхъя [3]
  • В поисках деревни Эхья[4]
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Яхъя ауылы «Госсправка» сайтында
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 Яхино. Дата обращения: 4 октябрь 2013. Архивировано 4 октябрь 2013 года.
  7. 7,0 7,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  8. БАШКИРСКАЯ ДЕРЕВНЯ ЭХЬЯ[1]
  9. Карта д. Яхъя. Улицы