Эстәлеккә күсергә

Зөбәйер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Зөбәйер
татар. Зөбәер
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Түке

Координаталар

55°34′41″ с. ш. 53°33′23″ в. д.HGЯO

Халҡы

288 человек (2002)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423732 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

922 058 810 02 

Код ОКТМО

92 605 481 106

Номер в ГКГН

0142634

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Зөбәйер (Рәсәй)
Зөбәйер
Зөбәйер
Зөбәйер (Татарстан)
Зөбәйер

Зөбәйер — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Түке ауыл биләмәһе составына керә.

Ауыл Бәжәнә йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 41 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Зөбәйер — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. XVIII быуатта нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Мышыға түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Поисево улусы составына керә.

1813 йылдан ауылда мәсет булыуы билдәле[1]. 1905 йылда 2 мәсет, мәктәп, ел тирмәне, 2 тимерлек, икмәк магазины, бакалея кибете теркәлгән[2].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1931 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].

1795 йылда ир енесле 214 башҡорт; 1816 йылда — 241 башҡорт; 1834 йылда — 378 башҡорт; 1859 йылда — 651 башҡорт; 1903 йылда — 605 аҫаба башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
18591870188418971913192019261938194919581970197919892002
6516871009107713701260855733548540708522317288

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Зөбәйеров Шәңгәрәй Аҡай улы — 3-сө башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «1812 йыл» хәтер миҙалы кавалеры.
  • Зөбәйеров Хөсәйен Апас улы — поход старшинаһы һәм зауряд-йөҙбаш, 1805—1807 йылдарҙа Пруссия кампанияһында һәм 3-сө башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «1812 йыл» хәтер миҙалы кавалеры.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 2,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 325—329. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.