Эстәлеккә күсергә

Немецтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Немецтар

1-се рәт: Мартин ЛютерОтто фон БисмаркЛюдвиг ван БетховенИммануил КантЙоһанн Вольфганг фон Гёте

2-се рәт: Йоһанн ГутенбергВольфганг Амадей МоцартЙоһанн Себастьян БахРихард ВагнерГеорг Вильһельм Фридрих Гегель

3-сө рәт: Фридрих ШиллерКарл МарксЯкоб Гримм һәм Вильгельм ГриммКонрад АденауэрАльбрехт Дюрер

4-се рәт: Готфрид ЛейбницКарл БенцКонрад ЦузеМарлен ДитрихМакс Планк

5-се рәт: Клаудия ШифферАльберт ЭйнштейнЙоһанн КеплерФридрих НицшеХайди Клум

6-сы рәт: Вилли БрандтЮрген КлинсманВернер фон БраунЕкатерина IIКарл Фридрих Гаусс
Үҙ атамаһы

Deutsche

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 140 000 000[15]
Германия Германия 80 586 000[1]
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ: 47 901 779 (2010)[2]
Бразилия Бразилия: 5 000 000
Канада Канада: 3 179 425 (2006)[3]
Аргентина Аргентина: 2 800 000
Франция Франция: 1 500 000
Австралия Австралия: 742 212 (2001)[4]
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: 394 138 (2010)[5]
Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан: 178 409 (2009)[6]
Польша Польша: 152 897 (2002)[7]
Чили Чили: 70 000[8]
Румыния Румыния: 59 764 (2002)[9]
Төркиә Төркиә: 50 000
Швеция Швеция: 47 000 (2001)[10]
Чехия Чехия: 39 106 (2001)[11]
Украина Украина: 33 302 (2001)[12]
Башҡортостан Башҡортостан: 5 909 (2010)[5]
Әзербайжан Әзербайжан: 700[13]
Тажикстан Тажикстан: 446[14]
Әрмәнстан Әрмәнстан: 300

Тел

немец теле

Дин

протестантизм (лютеранлыҡ, евангелизм, кальвинизм), католицизм

Раса тибы

европеоид расаһы

Туғандаш халыҡтар

инглиздәр, нидерландтар, фриздар, даттар, норвегтар, шведтар, исландтар, фарерҙар

Этник төркөм

баварҙар, сакстар, швабтар

Килеп сығышы

Боронғо герман, Полабтар, Прустар

Немецтар, ниместәр, шулай уҡ алмандар (нем. Deutsche) — Германияның төп халҡы. Дөйөм һаны — 140 миллион. Милли теле — герман төркөмөнөң немец теле.

Немецтар АҠШ-та, күк төҫ

Немецтарҙың яртыһы тиерлек Германиянан ситтә йәшәй. Немец теле үҙ милли варианты булараҡ киң таралған Австрия, Швейцария, Лихтенштейн һәм Люксембург халҡының күбеһе һуңғы ваҡытта үҙҙәрен немец тип түгел, ә австриялылар, швейцарҙар һәм лихтенштейнлылар тип һанай. Немецтар Бельгияла (яҡынса 70 мең мәҙәни-тел автономиялары бар), Данияла, Францияла (Эльзас һәм Лотарингияла, йәғни Мозель департаментының төньяҡ-көнсығышында), Италияла, Польшала, Чехияла, Словакияла, Венгрияла, Румынияла (румын немецтары), Рәсәйҙә (Рәсәй немецтары), Ҡаҙағстанда (сығыштарының уртаҡлығы һәм мәҙәниәте, тел яҡынлығы менән шулай уҡ Рәсәй немецтары булып иҫәпләнәләр), Бразилияла, Латин Америкаһының башҡа илдәрендә, Намибияла, АҠШ-та (халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, немец сығышлылар Англиянан сыҡҡандарҙан да күберәк) йәшәй. Дөйөм һаны — 140000 мең кеше, шул иҫәптән Германияла — 76000 мең кеше. Күп һанлы нимес төркөмдәре АҠШ-та (42000—58000 мең кеше), Канадала (1200 мең кеше), Ҡаҙағстанда (180 832[16] кеше), Рәсәй Федерацияһында (394 138 кеше), Бразилияла (710 мең кеше), Европа һәм Латин Америкаһының башҡа илдәрендә, Австралияла һәм Көньяҡ Африкала бар.

Боронғо герман ырыуҙары, 50 йыл (Христос тыуған йылдан башлана)
Европала герман короллектәре, 500 йыл

Немецтар, (нем. Deutsche, үҙатамаһы дойче) — Германияның төп халҡы. Немец этносының нигеҙен беҙҙең эраның беренсе быуатында романлашҡан кельт һәм Альп халҡы менән аралашып бөткән боронғо герман ырыуҙары — франктар, сакстар, баварҙар, алемандар тәшкил итә.

Франк империяһынан айырылғандан һуң, (843) Көнсығыш Франк короллегенән герман телле халыҡ бүленеп сыға. Х быуат башында ул Тевтон тип атала башлай (был атама боронғо герман этнонимының тевтон ырыуынан килп сыҡҡан); нимессә үҙатамаһы диутистар (һуңыраҡ дойч) Х быуат уртаһынан билдәле булараҡ немецтарҙың дөйөмләшеүен раҫлай. XXIV быуаттарҙа немецтар төп халыҡты өлөшләтә ассимиляцияһы итеп, Эльбаның көнсығыш ерҙәрендә урынлаша.

Ҡайһы бер нимес төркөмдәренең хәҙерге Чехия, Польша, Венгрия, Румыния һәм Европаның башҡа илдәре территорияларына күсенеү процесы ошо быуатта бара. Артабан да күп быуаттар дауамында Германияның сәйәси бүлгеләнеүҙәре ниместәрҙең берҙәм халыҡ булып үҫеүенә ҡамасаулыҡ итә.

Бер нисә быуат буйы ниместәрҙең этник тарихы ике яҡлы үҫә: Урта быуаттарҙың тәүге осоронда барлыҡҡа килгән айырым халыҡтарҙың — баварҙарҙың, саксондарҙың, швабтарҙың, франктарҙың һәм башҡаларҙың үҫеше дауам итә, шул уҡ ваҡытта бөтә ниместәр өсөн дөйөм мәҙәниәт һыҙаттары һалына.

XVI быуат башында консолидация процесы иң тәүҙә саксон (мейсен) диалекты нигеҙендә әҙәби нимес телен төҙөүҙә күренә. Әммә ниместәрҙең дин буйынса католиктарға һәм протестант-лютерандарға бүленеүе сәбәпле, халыҡтың көнкүрешендә һәм мәҙәниәтендә айырмалыҡтар килеп сыға. Иҡтисадтың насар үҫеше, нимес ерҙәрен ҡыйратҡан һуғыш һөҙөмтәһендә XVIII—XIX быуаттарҙа улар Америка һәм Европаның төрлө илдәренә (шул иҫәптән Рәсәйгә лә) күпләп күсенә башлай.

Тик XVIII быуаттың 2-се яртыһында ғына ниместәрҙең үҙаңы ныҡлап үҫә. 1871 йылда Пруссия эгидаһы аҫтында Германия берләшә. Илдең берләшеүе, бер ни тиклем реформалар үткәреү сәнәғәттең тиҙ үҫеүенә йоғонто яһай, дөйөм герман баҙары булдырыла. Халыҡтың сәнәғәт үҙәктәрендә төпләнеүе мәҙәни, этнографик үҙенсәлектәрҙе юғалтыуға килтерә.

XIX быуат аҙағында, ҡайһы бер ерҙәрҙә халыҡтың мәҙәни-көнкүреш үҙенсәлектәре һаҡланыуына ҡарамаҫтан, нимес милләте барлыҡҡа килә. Юғары индустрия шарттарында йәмғиәттең күпселек өлөшөн ҡала халҡы тәшкил итеү сәбәпле айырым нимес төркөмдәренең этнографик үҙенсәлеге юғала башлауына ҡарамаҫтан, оҙайлы тарихи үҫеш барышында дөйөм этник һыҙаттар хасил була. Икенсе илдәрҙә йәшәгән ниместәрҙә өлкә үҙатамаһы һаҡланған — баварҙар, швабтар, саксондар, франкондар һәм башҡалар.

Төп хужалыҡ тармағы игенселек була: бойҙай, арыш, һоло, арпа, тары, ҡарабойҙай, бәрәңге, фасоль һәм борсаҡ сәскәндәр, техник культураларҙан етен һәм киндер үҫтереү таралған. Йәшелсә культураларынан һуған, һарымһаҡ, кәбеҫтә, ҡыяр, кишер үҫтергәндәр, шул иҫәптән тәмәке сәскәндәр. Ерҙе һөргәндә заводта эшләнгән күп төрәнле тимер һабан, бер киң тимер төрәнле еңел һуҡа, төрлө типтағы һуҡа ҡулланғандар. Ҡул менән сәскәндәр, уңышты ураҡ ярҙамында йыйғандар, етеш ғаиләләрҙә ураҡ урғыс машиналар, көлтә бәйләгестәр булған. Һыйыр малы һәм ваҡ мал, сусҡа, йорт ҡоштары үрсеткәндәр. Ҡортсолоҡ, балыҡсылыҡ һәм һунарсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мебель яһау, аяҡ һәм өҫ кейеме тегеү, тире һәм күн эшкәртеү, ҡайыш әйберҙәр әҙерләү, тимерселек эше, һыра ҡайнатыу һөнәрҙәре үҫеш алған. Ҡатын-ҡыҙ бәйләү, сигеү һәм башҡа эштәр менән шөғөлләнгән.

Немецтарҙың торамалары (колониялар) өсөн бер һыҙыҡтағы планировка хас булған, ғәҙәттә, ауыл уртаһында мәктәп төҙөгәндәр, уның алдына бәләкәй майҙан эшләгәндәр. Күскенсе немецтар өйҙәрҙе далалы райондарҙа балсыҡтан йә ҡулдан һуғылған саман кирбестән, урманлы райондарҙа бурап төҙөгән. Ҡыйығын ике йә дүрт яҡлы итеп эшләгәндәр, башлыса һалам, һирәк осраҡта черепица, таҡта, һуңыраҡ тимер менән яба башлағандар. Стеналарҙы балсыҡ менән һылағандар, эзбизләп ағартҡандар. Интерьер бейек арҡалы киң ағас карауаттан, күтәртеп ҡуйылмалы эскәмйә рәүешендәге дивандан (пелзнанк), һауыт-һаба шкафынан торған. Интерьерҙы сигелгән һәм бәйләнгән һөлгөләр, ашъяулыҡтар, шаршауҙар, таҫтамалдар, селтәр ҡаймалы япмалар менән һәм башҡа төрлө биҙәгәндәр. Йорт биләмәһендә йәйге аш өйө (икмәк мейесе менән бергә) төҙөгәндәр. Мунса, ыҫлыҡ, һарайҙар һәм мал аҙбарҙары бер ҡыйыҡ аҫтында булған.

Ҡатын-ҡыҙ (дирндл) һәм ирҙәр кейеме, Мюнхен 2013

Немецта традицион ҡатын-ҡыҙ кейеме аҡ туҡыма күлдәктән (хемд), алдан уйымлы һәм баулы корсаждан (ляйбхен, мидер), сигеү, һирәгерәк сәйлән, ялтырауыҡтар менән биҙәлгән түшелдеректән (брустшмук), жакет йә кофтанан (кофтхе, хофта), итәктән (рок), алъяпҡыстан (шюрце) торған. Күлдәк өҫтөнән түшелдерек, уның өҫтөнән корсаж, унан һуң билгә етеп торған ҡыҫҡа жакет кейгәндәр. Итәктәр күбеһенсә нәҙек аҡ һәм ҡуйы ҡыҙыл һыҙыҡтар төшкән ҡараһыу күк йә ҡара төҫтәге етен, киндер, йөн туҡыманан тегелгән. Байрамдарҙа атлас һәм кәшемир итәк, батистан, кисейәнән тегелгән, туҡылған һүрәт төшкән ҡупшы, биҙәкле оҙон аҡ алъяпҡыс кейгәндәр. Өҫ кейеме буҫтау йә драптан тегелгән (геш, геххе, хальбпалето, шванцкофтхе) һырылған мамыҡлы ҡыҫҡа пальтонан (фуфайка) торған. Ҡатын-ҡыҙҙың традицион баш кейеменә көләпәрә (хаубе), ситса өскөл яулыҡ (хальстух, копфтух) ингән, һалҡын ваҡытта улар өҫтөнән бәйләнгән йылы яулыҡ, шәл ябынғандар. Йәйен һалам эшләпә (штроххут) кейгәндәр. Ҡатын-ҡыҙ аяғына баулы, үксәһеҙ тәпәш күн башмаҡ (нидриге шуэ) һәм туфли кейгән.

Немецтарҙың традицион ирҙәр кейеме күлдәк (хемд, хемп; иҙеүе тура йә диагональ уйымлы, яғаһыҙ) һәм ыштандан (хозен) торған, күлдәк өҫтөнән ҡыҫҡа йә оҙон жилет (весте), пинжәк (беншак, пидшак, рок) йә кафтан, галстук (хальстух) йөрөткәндәр. Кейемде ҡара төҫтәге киндер, кизе-мамыҡ йә йөн туҡыманан теккәндәр. Ҡышын һырылған ҡыҫҡа буҫтау тун (пельце), оҙон толоп, һырылған йылы мамыҡлы ҡыҫҡа пальто (хальбпалето) кейгәндәр. Ирҙәрҙең баш кейеме фуражканан (картус), фетрҙан тегелгән тар һәм киң тирәсле һалам эшләпәләрҙән торған. Йылдың һалҡын ваҡытында буҫтау бүрек, кейеҙ (филлькаппе, филльхут) йә тире ҡолаҡсын (каппе мит флигель, филгелькаппе) һәм ҡайтармалы бүрек (шафпельцкаппе) кейгәндәр. Хәллерәк немецтар аҡ тиренән тегелгән бүрек (вайсе пудделькапп) йөрөткән. Көндәлек аяҡ кейеменә күн башмаҡ (поршни), күн табанлы бәйләнгән туфли (хаусшуэ) ингән. Ҡышын ҡатын-ҡыҙ һәм ирҙәр быйма (филльштифель) һәм ҡыҫҡа кейеҙ аяҡ кейеме (филльшуэ) кейгән.

Бәрәңге һәм кәбеҫтә менән бешерелгән сосискалар

Немецтарҙың төп аҙығын игенселек (бөртөклөләр, йәшелсә-емеш) һәм малсылыҡ продукттары тәшкил иткән. Икмәк бешереү өсөн ҡомалаҡтан әсетке әҙерләгәндәр. Рацион күберәк бәрәңге, шалҡан һәм уларҙан әҙерләнгән төрлө ашамлыҡтар, арыш һәм бойҙай икмәге, ҡамыр аштары (һалма, сумар һәм башҡа), бутҡанан торған. Иттән колбаса һәм нәҙек колбасалар эшләгәндәр. Ҡышҡылыҡҡа тоҙланған кәбеҫтә әҙерләгәндәр, сусҡа майы, ит, балыҡ ыҫлағандар. Башлыса ҡаймаҡлы кофе, сәй, минераль һыу эскәндәр, иҫерткес эсемлектәрҙән һыра булған. Традицион аштары — һалмалы (нудль) йә сумарлы һурпа, сумарлы щи, кәбеҫтәгә төрөп бешерелгән ит, эремсекле билмәндәр. Байрамдарҙа быҡтырылған кәбеҫтә менән сусҡа йә ҡаҙ, бешкән бот ите, котлет, ҡойҡа, колбаса һәм башҡа ризыҡтар әҙерләгәндәр, кишер менән сырниктар, йөҙөмлө йә сәтләүекле пудинг, запеканкалар, төрлө эслек һалынған бәлеш (кухен), рулет (штрудель), печенье, перәник, торттар бешергәндәр, конфитюр һәм башҡа тәм-том эшләгәндәр.

Колониялар менән туранан-тура округ һәм ауыл приказдары идара иткән. Һәр бер колонияның колонистары йәмғиәтте тәшкил иткән, йәмғиәттә һәр хужалыҡ вәкилдәренән торған халыҡ йыйылышы төҙөлгән.

XIX быуатҡа тиклем немецтар ғаилә мөнәсәбәттәрендә яҡын туғандарҙың бер нисә быуынынан торған күп балалы ҙур ғаиләләр ҡороу һаҡланған. Ғаилә башлығы булып атай йә иң өлкән ир кеше һаналған. Туғанлыҡтан тыш, ҙур ғаилә ағзалары бергә йәшәү һәм уртаҡ хужалыҡ алып барыу менән бәйле булғандар. XIX быуат аҙағында алып немецтарҙа бәләкәй патриархаль ғаилә ҡороу өҫтөнлөк алған. Ҡайһы бер осраҡта ғаиләлә йәштәр үҙ торлаҡтарын булдырғансы, йәрәшеү менән туй араһында бер нисә йыл үтеп киткән; крәҫтиән ғаиләләрендә вариҫ һаналған улдың өйләнеүе шулай уҡ мөлкәт бүлешеү арҡаһында тотҡарланып торған. Немецтарҙың ижтимағи тормошо өсөн төрлө ферейндар (уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар, яҡташлыҡ төркөмдәре һәм башҡа) хас булған.

Немецтарҙың традицион байрамдарына Уңыш байрамы, Раштыуа, Яңы йыл, Пасха ингән. Уңыш байрамы, ғәҙәттә, октябрь аҙағы — ноябрь башында үткәрелгән. Был көндө сиркәү йә ғибәҙәт ҡылыу йорто яңы уңыштың иң яҡшы емештәре, иң һуңғы урылған көлтәнең бойҙай башаҡтарынан эшләнгән таждар менән биҙәлгән.

Немецтарҙың айырыуса сағыу йолалары яусылау, йәрәшеү, туй алды кисе (польтерабенд), төп туй тантанаһы менән бәйле. Традицион туй 2—3 көн дауам иткән.

Людвиг ван Бетховен — бөйөк немец композиторы

Халыҡтың ауыҙ-тел ижадында ҡыҫҡа комик хикәйәләр (шванки), әкиәттәр, сагалар күберәк, халыҡ бейеүҙәре һәм йырҙары бик популяр булған. Туй йолаһы йырҙары һәм бейеүҙәре киң таралған. Йырҙар үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү сараларының береһе булараҡ мөһим урын тотҡан.

Немец традицион музыка ҡоралдарына гармоника, фисгармония, скрипка, кларнет, гитара һәм башҡалар инә. Иң атаҡлы классик композиторҙар — Йоһанн Себастьян Бах, Франц Петер Шуберт, Вольфганг Амадей Моцарт, Людвиг ван Бетховен һәм Рихард Вагнер.

Немец философияһы ҡараштар буйынса ифрат күп төрлө була. Быуаттар буйына аналитик һәм континенталь философия мәктәптәре үҙәк урынды алып тора. Немец философияһының төп вәкилдәре: Иммануил Кант, Георг Гегель, Карл Маркс, Фридрих Ницше, Людвиг Витгенштейн.

Диндарҙарының күбеһе — протестант (асылда лютеран) һәм католик. Германиянан ситтә йәшәгән ниместәр араһында, католиктар һәм лютерандарҙан башҡа, протестантизмдың бүтән йүнәлештәренә ҡараусылар — баптистар, меннониттар, адвентистар һәм башҡалар — байтаҡ.

Европала немец теле таратыу

Немец теле йәки алман теле — һинд-европа телдәре ғаиләһе герман төркөмөнөң көнсығыш төркөмсәһенә ҡараған тел. 100 миллион тирәһе кеше немец телен туған теле тип белә. Хәҙерге немец теле үрге һәм түбәнге алман (платт-дойч) диалекттарына бүленә. Платт-дойч диалектының үҙ әҙәбиәте бар. Яҙмаһы латин алфавитына нигеҙләнгән. Грамматик төрө буйынса немец теле флектив-аналитик телдәргә ҡарай. XX быуат 80-се йылдар аҙағында СССР-ҙа немец теле туған тел булараҡ уҡытылған мәктәптәр асыла башлай. 1996-97 уҡыу йылында Башҡортостанда шундай 3 мәктәп эшләгән, 2004—05 йылда — 4. Хәҙерге ваҡытта немец теле туған тел булараҡ Өфөнөң 86-сы гимназияһында, Благовар районының Пришиб һәм Таң ауылдары, Алексеевка, Яңы Никольский, Викторовка ауылдары башланғыс мәктәптәрендә уҡытыла.

Башҡортостан немецтарының тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанда немецтар йәшәгән тәүге торамалар 17 быуатта барлыҡҡа килеп, уларҙың Өфө гарнизонында хеҙмәт итеүенә бәйле була. Өфө губернаһында немец халҡы башлыса Бәләбәй өйәҙендә һәм Өфө өйәҙендә; Ырымбур губернаһында — Ырымбур өйәҙендә йәшәгән. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынсаса, немецтар һаны 1897 йылда Өфө губернаһында — 1,1 мең кеше, Ырымбур губернаһында — 5,5 мең; БАССР‑ҙа 1926 йылда — 6,5 мең, 1939 йылда — 6,3 мең, 1959 йылда — 12,8 мең, 1970 йылда 12,1 мең, 1979 йылда 11,3 мең кеше тәшкил иткән. Бөйөк Ватан Һуғышы йылдарында БАССР‑ға элекке Волга буйы немецтары АССР‑ынан күсерелгән немецтар килеп ултырған.

Башҡортостан территорияһында тәүге немец мәктәбе асылыу Рәсәйҙә тау сәнәғәте үҫеше менән бәйле. 1811 йылда Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙендә Златоуст ҡорал фабрикаһында эшләгән Германиянан саҡырылған немец оҫталары өсөн мәктәп асылған. 1900 йылда Ырымбур губернаһы колонистарҙың 17 башланғыс мәктәбе иҫәпләнгән. 1908 йылда Өфө губернаһы Ҡаҙанғол улусының Дәүләкән ауылда үҙәк немец училищеһы (центральшуле) асылған. 1897 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Өфө губернаһындағы немецтар араһында — яҡынса 1080 кеше (шул иҫәптән яҡынса 120 кеше юғары башланғыс белемле), Ырымбур губернаһында яҡынса 5450 кеше (190 тирәһе) грамоталы һаналған. БАССР барлыҡҡа килгәс, республика территорияһында 1926 йылда яҡынса 4 мең грамоталы немец һаналған. 1926/27 уҡыу йылында Өфө кантонында — дүрт, Бәләбәй кантонында бер 1‑се баҫҡыс немец мәктәбе эшләгән.

Рәсәй немец этносын тергеҙеүгә булышлыҡ итеү өсөн 1989 йылда Башҡортостан немецтарының «Видергебурт» ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни-ағартыу союзы ойошторола, 1998 йылдан Пришиб ауылында «Алексеевский» немец тарихи-мәҙәни үҙәге, 2005 йылдан Өфөлә «Башҡортостан—Германия» йәмғиәте, «Фолькскланг» фольклор ансамбле эшләп килә.

Башҡортостанда немецтарҙың һаны

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Немецтар һаны 1989 йылда РСФСР‑ҙа — 842 мең, 2002 йылда РФ‑та — 597,2 мең, 2010 йылда — 394,1 мең кеше. БАССР‑ҙа 1989 йылда 11 мең немец йәшәгән, Башҡортостанда 2002 йылда — 8,2 мең, 2010 йылда — 5,9 мең. Башҡортостанда (2010 йыл мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны) немецтар айырыуса Өфө (1638), Октябрьский (754), Стәрлетамаҡ (527), Салауат (291), Ишембай (245), Бәләбәй (149), Нефтекама (136) ҡалаларында, Дәүләкән һәм Дәүләкән районында (349), Туймазы һәм Туймазы районында (344), Бәләбәй һәм Бәләбәй районында (149), Благовар (347), Әлшәй (97), Өфө (96) райондарында тупланып йәшәй. Немецтарҙың күбеһе урыҫ телен, немец телен, бер өлөшө башҡорт телен, татар телен белә. Немец диндарҙарының төп өлөшө католицизм, бер өлөшө протестантизм динен тота.

  1. Joshuaproject. Germany
  2. Selected social characteristics in the United States 2010. American Community Survey 1-Year Estimates. Source: U.S. Census Bureau.
  3. Statistics Canada. Ethnic origins, 2006 counts, for Canada, provinces and territories
  4. Статистическая служба Австралии (инг.)
  5. 5,0 5,1 Официальный сайт Всероссийской переписи населения 2010 года. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года
  6. Перепись населения Казахстана (2009)
  7. Национальный состав Польши 2002
  8. Национальный состав Чили
  9. Национальный состав Румынии 2002
  10. Национальный состав Швеции 2001
  11. Национальный состав Чехии 2001
  12. Перепись населения Украины (2001)
  13. Немцы Азербайджана
  14. Том 3. Национальный состав и владение языками, гражданство населения Республики Таджикистан
  15. Germans and foreigners with an immigrant background
  16. Агентство Республики Казахстан по статистике. Численность населения Республики Казахстан по отдельным этносам на 1 января 2012 года. 2012 йыл 15 ноябрь архивланған.
  • Кузеев Р. Г., Бабенко В. Я. Немцы в Башкирии //Этнические и этнографические группы в СССР и их роль в современных этнокультурных процессах. Уфа, 1989;
  • Григорьев Д. В. Немцы Башкортостана в конце XIX—XX вв. Уфа, 2002;
  • Мухаметзянова Р. М. Немецкие национальные школы в Башкирии на рубеже XIX—XX века //Археография Южного Урала: материалы IV Межрегион. науч.-практ. конф. Уфа, 2004.