Татар Малаяҙы
Ауыл | |
Татарский Малояз башҡ. Татар Малаяҙы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452490 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Татар Малаяҙы (рус. Татарский Малояз) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 586 кеше[2]. Почта индексы — 452490, ОКАТО коды — 80247835001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татар Малаяҙы Йүрүҙән йылғаһы ҡушылдығы Малаяҙ йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡҡа табан 3 километр һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 32 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1756 йылда менән керҙәшлек килешеүе буйынса Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр Малаяҙ атамаһы менән хәҙерге Татар Малаяҙы ауылына нигеҙ һалған[4].
Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Ҡаратаулы улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Ҡаратаулы ауыл Советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Ҡаратаулы ауыл Советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Малаяҙ ауыл Советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуат башында Яңы Малаяҙ (хәҙер — Черепанов ауылы) исемле бүлендек ауыл барлыҡҡа килгәндән һуң, Иҫке Малаяҙ булараҡ теркәлгән.
XIX быуат уртаһынан Малаяҙ тип иҫәпкә алынған.
1795 йылда 159 кеше, 1865 йылда 85 йортта — 486 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.
Малаяҙ ауылында мәсет, училище булған.[5]
Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда Татар Малаяҙы ауылында 1817 йылда төҙөлгән мәсет, 4 бакалея кибете булған.
XX быуаттың 50-се йылдарынан хәҙергесә — Татар Малаяҙы — тип атала.
Татар Малаяҙы ауылында 1-се һанлы Малаяҙ урта мәктәбенең филиалы — Татар Малаяҙы төп мәктәбе, балалар баҡсаһы, үҙәк район дауаханаһы филиалы, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[6].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татар Малаяҙы ауылында татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 961 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | 692 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 478 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 602 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 586 | 286 | 300 | 48,8 | 51,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәниев Хәбиб Абдрахман улы (17.12.1909—20.12.1970), генерал-майор, совет хәрби начальнигы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ике Ленин, өс Ҡыҙыл Байраҡ, ике Ҡыҙыл Йондоҙ һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Нәҡи Иҫәнбәт (29.12.1899—12.09.1992), яҙыусы, Татарстандың халыҡ яҙыусыһы, шағир, драматург, прозаик, ғалим-фольклорсы һәм филолог (1986), Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1957), РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1959), ТАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Ленин (1957), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1969) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1980) ордендары кавалеры.
- Камалетдинова Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы (25.08.1916—15.01.2008), башҡорт театр актёры, 1967 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1972).
- Хәбирова Ғәлимә Фәтҡулла ҡыҙы (17 август 1928 йыл) — травматолог-ортопед-ғалим, медицина фәндәре докторы (1982. Татар АССР-ының атҡаҙанған табибы (1985), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969) һәм СССР уйлап табыусыһы (1986).
- Ғибаҙуллин Барый Ғибаҙулла улы (1909 й. тыуған —) — тарих фәндәре кандидаты (1947), Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, танкист, Курск дуғаһындағы алышта ҡатнашҡан, Еңеүҙе Прагала ҡаршылаған. СССР Фәндәр Академияһы Башҡорт филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән фән хеҙмәткәре, Башҡорт дәүләт медицина институтында доцент булып эшләй. Б.Һ.Әхмәҙиев, Х. А.Ғафаров менән берлектә, «На земле легендарного Салавата» китабының авторҙашы (Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988)[7].
- Ғибаҙуллин Вәғит Ғибаҙулла улы (27.10.1917 й.тыуған) — 1929 й. Малаяҙ башланғыс мәктәбен тамамлаған, Лаҡлы колхоз йәштәре мәктәбендә, 1932 й. Силәбе өлкәһендәге Ялан-Ҡатай ауыл хужалығы (1933 йылдан Троицк) техникумында уҡыған. 1936 й. Башҡортостан ауыл хужалығы институтының рабфагына инә. 1941 й. институтты тамамлағандан һуң, йүнәлтмә менән Төркмәнстан Республикаһының Ташауыз техникумында уҡытырға ебәрелә. 1947 й. Коммунистар партияһы ағзаһы. 1955 й. 35-меңселәр сафында БАССР-ҙың Шишмә районындағы Будённый исемендәге колхоз рәйесе. 1961 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы етәксе кадрҙарының белемен камиллаштырыу мәктәбе директоры. 1966 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты проректоры. 1971 йылда Мәскәүҙә Тимирязев Академияһында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[8].
Дауахана тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡаратаулы ырыуы
Ауыл тураһында ваҡытлы матбуғат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татар Малаяҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 528. — ISBN 978-5-295-04683-4. 528 сс.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001 — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Татар Малаяҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Татар Малаяҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 528 сс.
- ↑ Татар Малаяҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.), 272—273 стр.
- ↑ Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.), 182—187 стр.
- ↑ Карта д. Махмутово. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |