Шишмә районы
Уҡыу көйләүҙәре
(Чишминский район битенән йүнәлтелде)
Шишмә районы рус. Чишминский район | |
---|---|
Ил | Рәсәй |
Статус | Муниципаль район |
Төбәк | Башҡортостан |
Эске бүленеш | 16 ауыл биләмәһе |
Административ үҙәге | Шишмә ҡасабаһы |
Халыҡ һаны | 32321 кеше |
Халыҡ тығыҙлығы | {{{density}}} |
Майҙаны | 1692 км² |
Сәғәт бүлкәте | MSK +2 |
Автомобиль коды | 02, 102 |
Шишмә районы (рус. Чишминский район) – Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. Административ үҙәге – Шишмә эшселәр ҡасабаһы. Районда 32321 кеше йәшәй.
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләт, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдрахманов Ғәйнетдин Шәйхи улы (1.05.1929—13.04.2001), юғары категориялы слесарь-торбасы. 1958—1994 йылдарҙа «Башкирэнерго» йәмғиәтенең слесарҙар бригадаһы бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).
- Бикбулатов Мәхмүт Мөхәммәт улы (7.08.1948), дәүләт, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1999—2014 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы. 1999—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты. Башҡортостандың Мотофедерацияһы президенты. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнгән, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Орджоникидзе районының почётлы гражданы. Сафар ауылынан[1].
- Ғайсин Хәлит Ғәлиәхмәт улы— Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР-ҙың мәғариф отличнигы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, хеҙмәт һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.
- Ғәлиәкбәров Ғәйниәт Ғәлимулла улы (24.07.1917) — дәүләт һәм партия эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962-1970 йылдарҙа Шишмә район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1970-1978 йылдарҙа КПСС-тың Шишмә район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 7-9 саҡырылыш (1967-1980) Юғары Советы депутаты. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Шишмә районының Почётлы гражданы (2010). Сығышы менән хәҙерге Благовар районының Яңы Һынташ ауылынан.[2].
- Кирәев Арыҫланбәк Иҙиәт улы (26.09.1908—14.06.1952), ауыл хужалығы алдынғыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1934—1952 йылдарҙа Ленин исемендәге колхоз комбайнсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1951). Түбәнге Тирмә ауылынан[3].
- Саҙретдинов Абрар Мәсәлим улы (4.04.1933), дәүләт, йәмәғәт һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим. Иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы. Башҡорт АССР-ының VII, VIII һәм X саҡырылыш Юғары Советы, РСФСР-ҙың XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971, 1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Мәсетле районының почётлы гражданы (2005).
- Хурамшин Тәлғәт Закир улы (1.05.1932—3.03.2019), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, СССР-ҙың нефть продукттары менән тәьмин итеү буйынса дәүләт комитетының 1978-1989 йылдарҙағы рәйесе, РСФСР-ҙың 10-сы саҡырылыш һәм Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1974). Ибраһим ауылынан[4].
Һуғыш яугирҙәре, хәрби хеҙмәткәрҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Байбурин Фәүзи Зәки улы (24.01.1943), хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы I ранг капитаны. Ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1990)[5].
- Ғиззәтуллин Абдулла Ғөбәйҙулла улы (5.05.1904—15.03.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының отделение командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944). Ибраһим ауылынан[6].
Ғалимдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғайсина Рәйдә Мирғәле ҡыҙы (2.03.1938), ғалим-урыҫ теле белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. Филология фәндәре докторы (1984), профессор (1984). 1996—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының хәҙерге урыҫ тел ғилеме кафедраһы мөдире. 1987—1996 йылдарҙа Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе. Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2010), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001). Шишмә эшселәр ҡасабаһынан[7].
- Дәүләтов Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы (10.08.1898—8.08.1974), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы, 1952—1970 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының дөйөм хирургия кафедраһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 1942 йылдан 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының медик-санитария эскадронының хирургия взводы командиры. Медицина фәндәре докторы (1965), профессор (1965). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967), РСФСР‑ҙың (1958) һәм БАССР‑ҙың (1943) атҡаҙанған табибы. 1‑се (1945) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1970), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры. Яңауыл ауылынан[8].
- Дәүләтов Фирҙинәт Әғләм улы (3.02.1959), ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2011). Яңауыл ауылынан[9].
- Куликов Геннадий Григорьевич (9.08.1948), ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1991), профессор. (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1992). Горный ауылынан[10].
- Хәйруллин Наил Ғиндулла улы (10.04.1939—19.09.2011), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1990—2007 йылдарҙа Ҡазан финанс‑иҡтисад институты ректоры. Иҡисад фәндәре кандидаты (1974), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006) һәм почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1991). Дуҫлыҡ ордены (1999) кавалеры. Тәпәреш ауылынан[11].
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Артистар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ашҡаҙарский (Ҡудашев) Ильясбәк Батыргәрәй улы (3.03.1884—31.12.1942), театр эшмәкәре, режиссёр һәм актёр. Хеҙмәт Геройы (1926) . Шөңгәккүл ауылынан.[12].
- Бикбулатова Зәйтүнә Ислам ҡыҙы
- Уразмәтов Әхәт Сәлих улы
- Бикташева Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы
- Нафиҡова Асия Закуан ҡыҙы
Композиторҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йырсылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Илбаева Зәйтүнә Зариф ҡыҙы (23.02.1906—5.10.1983), йырсы (лирик сопрано), уҡытыусы. 1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1942). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. (1955).
- Ҡудашева Фәриҙә Йәһүт ҡыҙы
Шағирҙар һәм яҙыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кәримов Мостафа Сафа улы
- Байбурин Ғабдулла Ғиндулла улы
- Ғәлиев Ғабдрахман Ғәли улы
- Исмәғилев Сәйет Әхмәт улы
- Сәйфи Ҡудаш
- Хисмәтуллина Миңлегөл Хәбибйән ҡыҙы
Спортсылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Федоренко Юрий Николаевич (3.04.1974) спортсы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы (2000) һәм атҡаҙанған (2005) спорт мастеры, 2001—2007 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Башҡортостандың күренекле спортсыһы (2002). Донъя (2003), Европа (2002) һәм Рәсәй (2002, 2006) чемпионы. Алкин ауылынан[13].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Справочный портал Кто есть кто в РБ: Бикбулатов Махмут Мухамметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 август 2018)
- ↑ Благоварская земля: годы и люди. — Уфа: Восточная печать, 2005. — 352 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2017)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Кирәев Арыҫланбәк Иҙиәт улы 2016 йыл 22 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 22 сентябрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Хурамшин Тәлғәт Закир улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 4 март 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Байбурин Фәүзи Зәки улы 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғиззәтуллин Абдулла Ғөбәйҙулла улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 2 май 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғайсина Рәйдә Мирғәле ҡыҙы 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 март 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Дәүләтов Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 август 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Дәүләтов Фирҙинәт Әғләм улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Куликов Геннадий Григорьевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 август 2018)
- ↑ Башҡорт Википедияһы — Хәйруллин Наил Ғиндулла улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ашҡаҙарский (Ҡудашев) Ильясбәк Батыргәрәй улы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 2 март 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Федоренко Юрий Николаевич 2016 йыл 22 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 30 март 2019)
- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- ↑ 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 15,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шишмә районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2019)