Википедия:Ҡыҙыҡ мәғлүмәт/Архив/2015
Уҡыу көйләүҙәре
Архив: 2013 | 2014 | 2015 | 2016 | 2017 | 2018 | 2019 | 2020 | 2021 |
27 декабрь 2014 — 11 февраль 2015
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишан Зәйнулла Рәсүлев 1870 йылда Урал аръяғы башҡорттарынан ете мең кешене уҡытыусылар сафына баҫтыра.
- Диңгеҙ төбөндә йәшәүсе ҡайһы бер болоттар (губкалар) башҡа хайуандар менән туҡлана.
- Эквадор — доньяла вулкандар иң күп булған ил.
- Леди Гага, йырсы Уайнхаус Эмиға оҡшамаҫ өсөн, сәсен аҡһыл төҫкә буяған.
- Йәһүҙилек ҡанундары буйынса Шаббат (шәмбе) иң мөһим байрам.
- Бәшмәктәр үҫемлек түгел, улар тере организмдарҙың айырым батшалығы.
- Башҡортостан Республикаһының Милли музейы һаҡлағыстарында палеолит дәүеренән алып XX быуатҡа тиклем 200 меңдән ашыу экспонат һаҡлана.
11 февраль 2015 — 19 март 2015
[сығанаҡты үҙгәртеү]- 2010 йылдың 7 февралендә Башҡортостанда «Ашҡаҙар» радиоһы эшен башланы.
- Күренекле революционер, партия һәм дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин — 1918 йылдың 16 сентябрендә булдырылған Ҡыҙыл Байраҡ орденының тәүге кавалерҙарының береһе.
- «Шоңҡар» журналы даими рәүештә «Минең Рәми» исемле һәм башҡа ижади конкурстар үткәрә.
- 250 миллион йыл элек, планетабыҙҙың ҡыҫылыуы арҡаһында, Төньяҡ Боҙло океандың көньяғынан алып Арал диңгеҙе буйындағы далаларына тиклем һуҙылған Урал тауҙары барлыҡҡа килгән.
- 1992 йылдың 25 февралендә Республиканың Юғары Советы Башҡортостан флагын раҫлай.
- Беҙҙең эраға тиклем 212 йылда римлеләр Сиракузи ҡалаһын баҫып ала. Үҙен үлтерергә килгән яугиргә Архимед: «Туҡта, аҙ ғына сабыр ит, мәсьәләмдең сиселешен табайым, һуңынан теләһә нәмә эшлә!», — тип ҡысҡырып өлгөрә.
19 март 2015 — 11 апрель 2015
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы һәм журналист Роберт Паль әҫәрҙәре башҡорт, украин, ҡазаҡ, татар, сыуаш телдерендә нәшер ителгән.
- Экватор һыҙығында урынлашҡан Каямбе вулканы түбәһендә мәңгелек боҙлоҡ ята.
- Ҡоҙғондар — иң оҙон ғүмерле ҡоштар, улар иректә 70 йылдан да артығырак йәшәй.
- Көйөргәҙе районындағы Кинйәабыҙ ауылына 1760 йылдарҙа башҡорт старшинаһы, Крәҫтиәндәр һуғышы полководецы, манифестар яҙыусы, Пугачевтың идеологы Кинйә абыҙ Арыҫланов нигеҙ һалған.
- Степан Злобиндың «Салауат Юлаев» романы 1929—1939 йылдарҙа рус телендә 6 тапҡыр 1,5 миллионлы дөйөм тираж менән нәшер ителә. Был әҫәр буйынса төшөрөлгән «Салауат Юлаев» фильмын режиссёр Я. А. Протазанов 1941 йылда экрандарға сығара.
- 350—370 млн йылдар элек ғәйрәп ятҡан диңгеҙ төбөндәге риф ҡалдыҡтарынан Стәрлетамаҡ тау-шихандары барлыҡҡа килгән.
11 апрель 2015 — 18 май 2015
[сығанаҡты үҙгәртеү]- «Хәҙерге йәштәр мул тормошҡа өйрәнгән, улар насар ҡылыҡлы, дәрәжәләрҙе һанға һуҡмай, оло кешеләрҙе ихтирам итмәй…», тип яҙған боронғо грек философы Сократ.
- Көн менән төн тигеҙләшкәндә билдәләнгән нәүрүз байрамы Башҡортостанда ла йылдан-йыл әүҙемерәк үткәрелә.
- Башҡортостанда беренсе космонавт Ю. А. Гагаринға һәйкәл Өфө дәүләт авиация техник университеты алдында 2011 йылда ҡуйылды.
- «Сыңрау торна» риүәйәте буйынса Фәйзи Ғәскәров либреттоһына һәм Лев Cтепанов музыкаһына 1944 йылда балет ҡуйыла, 1960 йылда фильм-балет төшөрөлә.
- Билдәле археолог, антрополог, этнолог, гидролог, география магистры, техник фәндәр докторы, профессор С. И. Руденко «Башкиры» тигән китабында «Иң бай башҡорт 3—4 мең баш йылҡы тотһа, иң ярлыһы 20—30 баш йылҡыға хужа», — тип яҙған.
- Актёр, сценарист, режиссёр Чарли Чаплин үҙе тыуҙырған образ — "Берәҙәк"кә оҡшаш кешеләр конкурсында, ялған исем менән ҡатнашып, финалға ла үтә алмай.
18 май 2015 — 16 июнь 2015
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Тере сағында тик тора, ҡырҡһалар — йөрөй башлай, нимә ул? Беләһегеҙ киләме? Сәба батшабикәһе йомаҡтарын уҡығыҙ.
- 1917 йылдың июнендә Ырымбур ҡалаһында «Башҡорт» гәзите сыға башлай.
- Нефтекама ҡалаһының Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында 2014 йылдың авгусынан Наталья Водянованың «Асыҡ йөрәктәр» фонды төҙөгән балалар уйын майҙансығы эшләй.
- Донъяла иң ҙур ярымутрау — Ғәрәп ярымутрауы. Уның майҙаны 3 250 мең км².
- 1995 йылдың 1июнендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы асыла.
- Күренекле немец һәм урыҫ энциклопедиясы ғалимы Паллас «Мордва, ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ, ҡырғаҙ, башҡорт халыҡтарының иҫтәлекле урындары» («Merkwürdigkeiten des Morduanen, Kasaken, Kalmücken, Kirgisen, Baschkiren etc.» Франкфурт и Лейпциг, 1773—1777, нем.) тигән китабында «Башҡорт далаһына ҡымыҙ эсергә Московиянан һәм Дондан төрлө халыҡ йыйыла, сөнки уның һаулыҡ өсөн файҙаһы бик ҙур», — тип яҙған.
16 июнь 2015 — 14 август 2015
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәжәрәләре буйынса Ғәли Соҡоройҙоң, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың һәм Мәжит Ғафуриҙың тамырҙары табын ҡәбиләһенең башлығы Майҡы бейға барып тоташа.
- 2015 йылдың 18 июнендә Рамаҙан айы башлана. Ислам ҡанундары буйынса, бәлиғ булған һәр мосолманға был айҙа Ураҙа тотоу фарыз.
- «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосы урыҫ телендә тәүге тапҡыр «Куз-Курпяч, башкирская повесть, писанная на башкирском языке одним курайчем и переведенная на российский в долинах гор Рифейских, 1809 года» исеме аҫтында 1812 йылда Т. С. Беляев типографияһында нәшер ителә.
- 1938 йылдың 12 майында Токиола М. Ғ. Ҡорбанғәлиев етәкселегендә төҙөлгән Токио йәмиғ мәсете асыла.
- Бынан 290 млн йылдар элек хәҙерге Башҡортостан биләмәләрендә башкиросаурустар йәшәгән. Бәләбәй районында табылған гигант ер-һыу хайуаны ҡалдыҡтарын палеонтологтар шулай тип атаған.
- 1922 йылдың 14 июлендә Өфө, Бөрө, Бәләбәй өйәҙҙәре бергә ҡушылыуҙан Оло Башҡортостан барлыҡҡа килә.
- Ергә Ҡояш йылыһы һәм яҡтыһының 2 миллиардтан бер өлөшө генә килеп етә, ҡалғаны космосҡа тарала. Ҡояш энергияһының шул миҡдары ғына ла Ерҙә фотосинтез, һыу әйләнеше, һауа хәрәкәте, дауылдар һәм штормдар тыуҙыра.
14 август — 20 сентябрь 2015
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Лос-Анджелес сәнғәт музейында 18 быуат рәссамдарының картиналары һаҡлана. Улар араһында француз художнигы Жак Грассе де Сен-Соверҙың «Башкорт ҡатын-ҡыҙы» картинаһы бар.
- Пабло Пикассо һуңғы 100 йыл эсендә картиналары һәм полотнолары урланыуы буйынса иң «популяр» рәссам булараҡ та билдәле.
- 1931 йылдың 10 сентябрендә ойошторолған Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се республика профессиональ театры әлеге ваҡытта Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры тип атала.
- Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы Левашёв ҡәберлеге Уралда тәүге мосолман археологик ҡомартҡыһы тип иҫәпләнә, бында Ғәрәп хәлифәлегенең 706 йылғы алтын динары һәм 712 йылғы көмөш дирһәмдәр табыла.
- 1936 йылда Башҡорт АССР-ына рәсми рәүештә СССР составында союздаш республикаһы статусы биреүҙә баш тартыла. ВКП(б)-ның ҮК генераль секретары И. В. Сталин буйынса Башҡортостандың сит ил дәүләттәре менән уртаҡ сиктәре булмағанға күрә, уға Советтар Союзынан сығыу мөмкинлеге юҡ һәм был үҙ сиратында ил Конституцияһының СССР-ҙан сығыу хоҡуғы тураһындағы пунктын боҙа.
- Башҡорт Википедияһын төҙөүсө әүҙем ирекмәндәр араһында иң йәш мөхәррир Азат Алтынчурин Башҡортостандың Мәләүез ҡалаһында йәшәй һәм быйыл 10-сы синыфҡа уҡырға бара. Ул башлыса Континенталь хоккей лигаһы темаһына мәҡәләләр яҙа, яңы мәғлүмәт өҫтәй. 2015 йылда «Викимедиа РУ» ойошторған «Үҫмерҙәр марафоны» конкурсында призлы урын яуланы. Был яңылыҡты 2015 йылдың апрель айы һанында Аманат журналы яҙып сыҡты.
20 сентябрь — 16 октябрь 2015
[сығанаҡты үҙгәртеү]- VII быуатта Мөхәммәт пәйғәмбәр Көньяҡ Уралға ла үҙенең сәхәбәләрен ебәреүе хаҡында мәғлүмәттәр бар. 2011 йылда уларға бағышлап Башҡортостандың Миәкә районында мемориал ҡуялар.
- XVII—XVIII быуаттарҙа башҡорт ихтилалдары барышындағы төрлө осорҙарҙа Сәйет батыр (Сәфәр хан), Хажи Аҡҡусҡаров (Хажи солтан) һәм Ҡараһаҡал (Солтангәрәй) башҡорт ханы тип иғлан ителгән.
- Башҡортостандың төп ғибәҙәтханаһы — Хажи мәсетен 1736 йылдың яҙында ихтилалды баҫтырыу барышында Ырымбур экспедицияһы етәксеһе И. К. Кирилов ғәскәрҙәре емерә.
- Мәсет янындағы тәүге мәҙрәсә — Әл-Ҡарауин 859 йылда Мароккола асыла. Хәҙерге ваҡытта Әл-Карауин мәҙрәсәһе даими рәүештә эшләүсе донъялағы иң боронғо юғары уҡыу йорто тип иҫәпләнә.
- Көрәш буйынса ярыштар Ураҙа, Ҡорбан дини байрамдары ваҡытында ла ойошторолған.
- Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан фронтҡа 710 меңдән ашыу кеше киткән, уларҙың яҡынса 300 меңе кире әйләнеп ҡайтмаған.
16 октябрь — 20 ноябрь 2015
[сығанаҡты үҙгәртеү]- 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә.
- 840-сы йылдарҙа Көньяҡ Уралда ғәрәп сәйәхәтсеһе Сәлләм Тәржемән була, ул башҡорт илен тәүгеләрҙән булып үҙ исеме менән атап һүрәтләй.
- Исмәғил Тасимов, Туҡтамыш Ишбулатов, Мөхәмәтғата Мансуров сығышы менән ғәйнә ырыуы башҡорттары.
- 1921—1922 йылдарҙағы аслыҡ арҡаһында Башҡортостандың халҡы 650 мең кешегә йәғни 22 процентҡа кәмей.
- Мәхмүт Ҡашғари (1029—1101) билдәләүенсә, башҡорттарҙың теле төрки телдәргә ҡарай.
- Башҡортостанды Урта Азия илдәре менән тоташтырыусы боронғо каруан сауҙа юлының аҙ ғына өлөшө әле лә һаҡланған.
- Самрау иле образында башҡорттар сәйәси идеал күргән.
- Тәүге тапҡыр 1907 йылда Мөхәммәтша Буранғолов яҙып алған «Аҡһаҡ ҡола» эпосының егермегә яҡын варианты билдәле.
- 1391 йылдың 18 июнендә Урта Азия әмире Аҡһаҡ Тимер һуғышсылары һәм Алтын Урҙаның Туҡтамыш хан етәкселегендәге ғәскәре араһында булған Ҡондорса буйындағы яу башҡорт ҡәбиләләре биләмәләрендә барған һәм был ерҙәргә иҫ киткес ҙур һәләкәт килтергән.
- Иҫән хан, Ғәли Соҡорой, Ғарифулла Кейеков, Әнғәм Атнабаев, Салауат Фәтхетдинов, Хәниә Фәрхи сығыштары менән башҡорттарҙың ирәкте ырыуынан.
- Геродот (б.э.т. 484 — б.э.т. 425) тәүгеләрҙән булып Урал халыҡтарын тасуирлай.
20 ноябрь — 16 декабрь 2015
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөйөк Ватан һуғышында дөйөм алғанда бер батальон һәм ике рота дошманды юҡ иткән снайпер Әхәт Әхмәтйәновҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелмәй ҡала, һәм уға хәҙерге ваҡытта һәйкәл дә ҡуйылмаған.
- 1977 йылғы Төньяҡ ҡотопҡа «Ленин» атом боҙватҡысының легендар экспедицияһы составында Башҡортостандан барлығы өс кеше була, шуларҙың береһе Фидус Әсхәҙуллин СССР флагын ҡотопта урынлаштырыуҙа ҡатнаша.
- 1979 йылдың 25 декабрендә Афған һуғышы башлана.
- Кубала Яңы йыл алдынан бөтә һауыт-һабаны һыу менән тултыралар һәм, сәғәт төнгө 12 тулғас, һыуҙы тәҙрәнән һибәләр. Йыл буйына изгелек, татыулыҡ, уңыш юлдаш булһын өсөн сәғәт 12 тапҡыр һуҡҡансы 12 виноград ашайҙар.
- 1993 йылдың 12 декабрендә Мортаза Рәхимов Башҡортостан Республикаһының Президенты вазифаһына һайлана.
- Балыҡтарҙың төрөлөлөгө буйынса Рәсәйҙә Амурға еткән йылға юҡ, бында 139 төр балыҡ йәшәй.